БСТ | Яңылыҡтар
2.44K subscribers
5.09K photos
7.65K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика ашнаҡсылары оҫталыҡта көс һынашты

Беренсе урын алыусыға 50 мең һумлыҡ дәртләндереү сараһы. Башҡортостанда «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсының республика этабында иң яҡшы ашнаҡсы билдәләнде. Өфө туҡланыу индустрияһы һәм сервис колледжында ойошторолған бәйгелә район-ҡалаларҙан йәмәғәт туҡланыуы ойошмалары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Конкурсанттар технологик ҡорамалдар менән йыһазландырылған эш урыны һәм өҫтәлгә ҡуйылған азыҡ-түлек менән танышҡандан һуң ваҡытҡа өс төрлө ризыҡ әҙерләне.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районында Фән Вәлиәхмәтовҡа һәйкәл асылды

Шаран районында Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Фән Вәлиәхмәтовҡа һәйкәл асылды. Тантана «Шаран еләге» республика этник фестивале сиктәрендә үтте. Байрам йыр-моңға ла, емеш-еләккә лә, тарихи-патриотик сараларға ла бай булды.
👍4🥰1
Өфөнән бер ир 23 миллион һумға алданған

60 йәшлек кешегә шылтыратыусы үҙен пенсия фонды хеҙмәткәре тип танытҡан, пенсия аҡсаһын яңынан иҫәпләү кәрәклеге тураһында белдергән. Унан һуң тағы шылтыратыуҙар булған. Йыйылған аҡсаһы Рәсәйгә дуҫ булмаған илдәргә күсерелеү ихтималлығы, енәйәт кодексы буйынса яуап тоторға тура киләсәге менән янағандар. Ошонан һуң ир банктан 23 миллион һум аҡсаһын сығарып алған. Уны өлөшләп курьерҙарға биргән. Ир банк хеҙмәткәрҙәренең иҫкәртеүҙәренә ҡолаҡ һалмаған.
😱1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров республиканың йәш спортсылары менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш спортсылары менән осрашты. Өфөләге Көрәш һарайында билдәле спортсылар, йәш тренерҙар, һөнәри һәм һәүәҫкәр спорт федерациялары вәкилдәре, студенттар йыйылғайны. Спорт йәмәғәтселеге күтәргән көнүҙәк һорауҙар һәм осрашыуҙа яңғыраған мөһим ҡарарҙар тураһында репортаж.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров урта һөнәри белем биреү тармағын камиллаштырыуға арналған совет ултырышында ҡатнашты

Төрлө ведомство етәкселәрен берләштергән сара Евразия фәнни-мәғариф үҙәге кампусында уҙҙы. Ултырышта колледждарҙа тәрбиә эшен көсәйтеү, эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын үҫтереү мәсьәләләре иғтибар үҙәгендә булды. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә республикала урта һөнәри белем биреү системаһын камиллаштырыу йәһәтенән күп яҡлы етди эш алып барыла.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә 13-сө Бөтә Рәсәй йәш ғалимдары советы съезы ҡунаҡтары өсөн экскурсия үтте

Рәсәйҙең ун биш төбәгенән йыйылған вәкилдәргә вуз-ара студенттар кампусы лабораториялары, атап әйткәндә, дрондарҙы осороу һәм йыйыу майҙансығы күрһәтелде. Шулай уҡ уйын платформалары һәм программа тәьминәтен эшләү, роботтарҙы йыйыу, 3Д принтер ярҙамында авиадвигателдәр өсөн деталдәр яһау процесы менән таныштырҙылар.
👍1🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан геройҙары» проекты ҡатнашыусылары икенсе уҡыу модулен башланы

«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк булексәһендә «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проектында ҡатнашыусылар өсөн икенсе белем биреү модуле башланды. Программа Рәсәй Президенты башланғысында тормошҡа ашырылған «Геройҙар ваҡыты» федераль проектының дауамы. Проект махсус хәрби операция ветерандарына дәүләт һәм муниципаль власть органдарында, шулай уҡ республика предприятиелары һәм ойошмаларында лайыҡлы эш урыны биләү өсөн тейешле белем тупларға ярҙам итә.
1👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Хәрби хәрәкәттәр ветерандары Ҡоролтайҙа патриотик эшмәкәрлеге өсөн бүләкләнде

Бөгөн Рәсәйҙә хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайы рәйесе Константин Толкачёв «Шурави» хоккей командаһы ағзалары менән осрашты. Афған һуғышы һәм махсус хәрби операция ветерандарын берләштергән хоккей командаһы боҙҙа сығыш яһауҙан тыш, белем биреү учреждениеларында әүҙем йәмәғәт эше алып бара, йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә күп көс һала. Иҫтәлекле көндө ветерандар Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай наградаларына лайыҡ булды.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә ветерандар Ватанды һаҡлаусылар иҫтәлегенә сәскә һалды

Өфө Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө уңайынан локаль бәрелештәр, махсус хәрби операция ветерандары һәм ҡала хакимиәте вәкилдәре «Беренсе май» паркында Ватанды һаҡлаусылар мемориалына сәскә һалды.
Хәрби хәрәкәттәр ветерандары тиҫтә йылдан ашыу июлдең тәүге көнөндә яуҙаштары менән осраша, хәрби бәрелештәрҙән иҫән ҡайта алмаған дуҫтарын иҫкә ала. Башҡортостанда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан 25 меңдән ашыу ветеран йәшәй. Улар йәмәғәт ойошмаларына берләшеп, йәш быуынды патриотик тәрбиәләүҙә ҡатнаша.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Шишмә районында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Солтан Хәйҙәров 100 йәшлек юбилейын билдәләне

Бер быуатлыҡ юбилей уңайынан ветерандың яҡындары һәм ауылдаштары уның йорто алдында байрам ойошторҙо. Бикәй ауылында тыуып үҫкән Солтан Хәйҙәров 18 йәшендә фронтҡа китә, 1943 йылда пленға эләгеп тотҡонлоҡ михнәттәрен татый. Һуғыштан һуң тыуған яғына ҡайтып умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Ҡаһарман ветеран Жуков, «Германияны еңгән өсөн» миҙалдары, Шайморатов ордены менән бүләкләнгән. Уның тормош иптәше былтыр вафат булған. Ғаилә пары өс бала тәрбиәләп үҫтергән.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәктәп формаһына ҡарата яңы талаптар ғәмәлгә инде

Бөгөндән мәктәп формаһына ҡарата яңы талаптар ғәмәлгә инде. ГОСТ буйынса, уҡыусыларҙың кейеме эшлекле стилдә, уңайлы һәм матур булырға тейеш. Шулай уҡ яңы документҡа ярашлы, мәктәп формаһында дәүләт һәм патриотик символика төшөрөргә тәҡдим ителә.
👍2🥰21
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡоролтайҙа баҫма матбуғатты таратыу юлдары тикшерелде

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа баҫма киң мәғлүмәт сараларын таратыу мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Осрашыуҙа матбуғат баҫмалары менән сауҙа итеүҙе һаҡлап ҡалыу юлдары ҡаралды.
2
Бөгөн Боден күле өҫтөндәге фажиғәгә 23 йыл

2002 йылдың 2 июленә ҡарай төндә Өфөнән Испанияға осҡан самолет Германияның Боден күле өҫтөндә һәләкәткә осрай. Диспетчер ғәйебе арҡаһында, “Башҡортостан һауа юлдары” авиакомпанияһының “ТУ-154” лайнеры “Боинг” йөк самолеты менән бәрелешә. Фажиғәлә 71 кеше, шул иҫәптән, 52 баланың ғүмере өҙөлә. Авиаһәләкәт булған Юберлинген ҡалаһы янында һәйкәл ҡуйылған. Ул “Өҙөлгән ынйы теҙмәһе” тип атала. Өфөләге Көньяҡ зыяратта фажиғәлә һәләк булғандар иҫтәлегенә мемориаль комплекс бар.
🔥1
Рәсәйҙә яңы байрам барлыҡҡа килде

31 майҙа Адвокатура көнө билдәләнә. 2002 йылдың тап ошо көнөндә адвокаттар эшмәкәрлеге тураһында закон ҡабул ителә. Был байрам тәүге тапҡыр киләһе йылда билдәләнәсәк. Рәсәйҙә прокуратура көнө лә булдырылған. Һөнәри байрам 12 ғинуарҙа уҙғарыла.
👍1
Бишбүләк районы Айыт ауылында Йәштәр паркы булдырыла

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, эштәр "Тормош өсөн инфраструктура" милли проектына ярашлы алып барыла. Бында йәйәүлеләр юлы, уйын һәм спорт майҙансыҡтары төҙөлә, биләмә яҡтыртыласаҡ. Федераль проектына ярашлы, быйыл Башҡортостанда 94 биләмәне төҙөкләндереү планлаштырыла.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә бөгөн йәш ғалимдар һәм студенттар фәнни ойошмаларының Бөтә Рәсәй съезы башланды

Абруйлы форумда илдең барлыҡ субъекттарынан 1 мең 500 тирәһе йәш ғалим ҡатнаша. Сарала йәштәрҙең үҙенсәлекле фәнни асыштарын сағылдырған күргәҙмә лә ойошторолған. Съезд делегаттарын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Рәсәйҙең фән һәм юғары белем министры урынбаҫары Денис Секиринский, Дәүләт Думаһының фән һәм юғары белем буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Александр Мажуга тәбрикләне.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнән ике аҙналыҡ ялдан һуң бер төркөм яугирҙар махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Ялдан һуң йәнә хәрби позицияларға. Өфөнән ике аҙналыҡ ялдан һуң бер төркөм яугирҙар махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов егеттәргә ил алдындағы бурыстарын намыҫ менән үтәүҙәрен һәм иҫән-һау, еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне. Тантаналы сара ғәҙәттәгесә, Өфө-Арена янындағы майҙанда үтте.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Яугирҙар өсөн «Сәләмәт киләсәк» онлайн-лекцияһы үтте

Йәмәғәтселеккә ярҙам итеү штабында «Сәләмәт киләсәк» федераль проекты буйынса сираттағы онлайн-лекция үтте. Сара махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һәм алғы һыҙыҡтан ҡайтыусы яугирҙарға медик-психологик ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Курск өлкәһе биләмәһендә ҡарауһыҙ ҡалған хайуандарға гуманитар ярҙам йыйыла

Башҡортостандың Ветеринария буйынса дәүләт комитеты менән «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе тарафынан ойошторолған акцияла эт-бесәйҙәр өсөн аҙыҡ, дауалау препараттары һәм башҡа кәрәк-яраҡтар килтерергә мөмкин. Республиканың ветеринария учреждениелары биләмәләрендә «Изгелек ҡумталары» ҡуйылған. Мәрхәмәтлек сараһы «Хайуандар донъяһын яҡлау» партия проекты буйынса тормошҡа ашырыла.
2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Белорет районында үлемесле авария телкәлгән

Бөгөн Белорет районында үлемесле авария телкәлгән. Силәбе өлкәһенән 47 йәшлек «Хавал» водителе йөк машинаһы менән бәрелгән. Көслө бәрелештән еңел автомобиль юлда түңкәрелгән. Хавалдың водителе ваҡиға урынында һәләк булған. Тормош иптәше менән 8 һәм 12 йәшлек балалары дауаханаға оҙатылған.
😱1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта һауынсылар һәм веттехниктар араһында һөнәри ярыш уҙҙы

Баймаҡ районы хужалыҡтары араһында һыйырҙы машина менән һауыу һәм яһалма аталандырыу операторҙары араһында һөнәри оҫталыҡ конкурсыв үтте. Йылдағыса, йәй миҙгелендә генә уҙғарылған сарала һөнәр оҫталпры асыҡланды. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
👍1