"Башҡортостан" гәзите
2.42K subscribers
4.16K photos
1.22K videos
1 file
651 links
"Башҡортостан" гәзитенең рәсми каналы
Download Telegram
⚡️ Эштән үлеп ҡайт инде...

😔 Был хәл Саҡмағош районында булған.

🚔 Республиканың Дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн көндөҙ Бүздәк – Саҡмағош –Дүртөйлө автомобиль юлының 76-сы километрында “ВАЗ-2114” автомобиле күперҙе таҙартҡан ике юл эшсеһенә бәрҙергән. Рулдә 64 йәшлек ир булған.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә 45 йәшлек йәйәүле вафат булған, икенсе зыян күреүсе – 43 йәшлек эшсе дауаханаға оҙатылған.

🚑 Ваҡиға урынында Дәүләт автоинспекцияһы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре эшләй.

😔 Бына шулай, башҡа кешенең ғәйебе арҡаһында эштән үҙ аяғыңда түгел, ә үлеп ҡайт инде. Бик ҡыҙғаныс хәл...

Фото: @bash_gibdd.
Самое главное в развитии профессионального спорта для нас – в том, что мастера лучше всего мотивируют наших мальчишек и девочек самих заниматься спортом. А это – наша важнейшая задача. Спорт воспитывает, приводит в порядок тело и мысли.

Парни из нашего баскетбольного клуба «Динамо» стали чемпионами Высшей лиги и обеспечили себе место в Суперлиге Чемпионата России. Это действительно серьезное достижение, особенно если учесть, что команда была создана только в прошлом году.

Из 42 матчей, которые провели ребята, в 39 они победили, причем 30 игр они выиграли подряд. Впечатляет! Спасибо спортсменам за великолепный сезон, за красивую игру. Спасибо тренерам и всему руководству клуба. Желаю удачи, ждём новых побед!
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Муйылдар шау сәскәгә төрөнөп, хуш еҫтәр аңҡытҡан саҡта матур ғына йыр тыңлап алайыҡ. Күгәрсен районы Түләбай ауылынан аталы-уллы Илгиз һәм Илдус Юнысовтар йырлай👏👍
Батыр улдар үҫтергән әсәләргә рәхмәт!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Саҡмағош ауылында Саҡмағош районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашып вафат булғандарҙың (Данил Вәлиев, Айнур Раянов, Артур Хәмәтгәрәев, Тимур Хисмәтуллин, Фирур Солтанов, Ленар Йәнекәев, Руслан Кашаев һәм Вадим Шайморатов) ғаиләләре менән осрашты. Радий Фәрит улы мәрхүмдәрҙең ата-әсәләренә һәм ҡатындарына сабырлыҡ теләне. Үлгәндән һуң Генерал Шайморатов орденына лайыҡ булғандарҙың туғандарына награданы тапшырҙы.
– Яҡташтарыбыҙ Ватаныбыҙ өсөн ғүмерҙәрен бирҙе, һәр береһе һуңғы һулышынаса бурысын үтәне, улар – ысын Герой, – тине Радий Хәбиров. – Шундай батыр улдар үҫтергәнегеҙ өсөн Һеҙгә ҙур рәхмәт! Мөҡәддәс бурысыбыҙ – уларҙы онотмау, батырлыҡтарын мәңгеләштереү, иғтибар үҙәгендә тотоу һәм уларҙың яҡындарын ярҙамдан өҙмәү.
Радий Фәрит улы әйтеүенсә, муниципалитет башлыҡтарының бурысы – уларға ярҙам итеү. Формализмдан йыраҡ торорға кәрәк, бөтә эштәрҙе лә күңел һалып башҡарыу зарур.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.
Автор:Илдар Акьюлов.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Яркие, талантливые, с горящими глазами и огромным желанием менять мир к лучшему. Если вся наша молодежь такая, как ребята, с которыми я встретился сегодня в «Патриоте», совсем не страшно доверить им наше будущее)

Форум не зря называется «Свой путь к успеху». У каждого из этих ребят он действительно свой. А наша задача – помочь и поддержать.

Спасибо за откровенный, очень содержательный разговор. Желаю всем успехов! И пусть все задуманное обязательно сбудется.
💥💥💥 Әлеге мәлдә Өфөлә Тинькофф-холл янында "Әй Йола" төркөмөнөң "Һомай" йырына төшөрөлгән клибының премьераһы бара.
Башҡарыусыларҙың үҙҙәренең дә килеүе сараға йәнлелек һәм мәртәбә өҫтәй.
💥 Гагарин кубогына дәғүә иткән финалсылар билдәле булды

Кисә "Локомотив" беҙҙең "Салауат Юлаев"ты еңеп, финалға сыҡһа, бөгөн "Трактор" Мәскәүҙең "Динамо"һынан көслөрәк булды.
❤️🖤 Финал уйындары 13 майҙа Ярославлдә башлана. Өҫтөнлөк "Локо" яғында, сөнки ул - регуляр чемпионат еңеүсеһе. Әммә "Трактор" ҙа Көнсығыш конференцияла беренсе урында.
🔥 Ҡарарбыҙ, кем кубокты яулар. Һеҙ кем өсөн янып-көйөргә уйлайһығыҙ? Әллә юлаевсылар булмағас, финал менән ҡыҙыҡһынмайһығыҙмы?

Сығанаҡ: https://t.me/mashnasporte
💥 "Һомай" йырының клибын тулыһынса ҡарағыҙ!

Бөгөн киске сәғәт 9-ҙа Өфө ҡалаһындағы "Тинькофф холл" комплексы алдындағы экранда "Эй Йола" төркөмөнөң данлыҡлы йырына төшөрөлгән клиптың исем туйы булды.
Музыканттар үҙҙәре лә йөҙәрләгән тамашасы алдына сыҡты. Ә әле генә клип төрлө музыкаль майҙансыҡтарҙа старт алды:
💙 Вконтакте
📹 YouTube
💙 Rutube

🔥 Уңыштар!

Сығанаҡ: https://t.me/ayyolamusic
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🙌 Хәйерле иртә!

🌟 Бөйөк Еңеү көнө алдынан атайҙарға бағышланған йырҙы тыңлап, аҙнаның һуңғы эш көнөн башлап ебәрәйек.

Рәмилә Мусина видеояҙмаһы.
Өфөлә баш ҡаланың элекке мэры, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев менән бәхилләшеү сараһы бара.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Павел Рюрикович 5 майҙа вафат булды. Ул ошо көндә иртәнсәк Еңеү көнө уңайынан уҙғарылған митингта сығыш яһаған, ветерандарҙы ҡотлаған. Ҡапыл йөрәге тотҡас, шунда уҡ дауаханаға алып килгәндәр, әммә ҡотҡара алмағандар.

Өфөнөң, республиканың үҫешенә ҙур өлөш индергән шәхес менән бәхилләшеү БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда уҙа. Матәм сараһы урынында вахтаны почетлы ҡарауыл алып бара. Һуңынан Павел Качкаевты шәхсән белгән кешеләр һәм абруйлы мэрҙы оло хөрмәт менән хәтерләгән өфөләр ҡатнашлығында матәм митингыһы үтәсәк. Мәрхүм баш ҡаланың Көньяҡ зыяратында ерләнәсәк.

Фото: Башинформ.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай йортонда Дәүләт Думаһы депутаты, Өфөнөң элекке башлығы Павел Качкаев менән хушлашыу дауам итә. Унда республика Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһаны.

Рәмилә Мусина видеояҙмаһы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Павел Качкаевтың Өфө ҡалаһын үҫтереүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур. Ошо хаҡта Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев хушлашыу сығышында һөйләне.

Рәмилә Мусина видеояҙмаһы.