ХИКӘЙӘЛӘР. "Ағиҙел" журналы
328 subscribers
112 photos
34 videos
688 links
Download Telegram
Етмешенсе йылдар уртаһы. Тимер мәктәбенең 5-се класында уҡып йөрөйөм. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Шаһиғәли Зәйнәғәли улы Бикмөхәмәтов тәнәфестә класҡа килеп инде лә:
- Иртәгә район үҙәге – Иҫке Собханғолда шағирҙар Самат Ғәбиҙуллин һәм Инсур Йәһүҙин менән осрашыу була. Кемдәр барырға теләй? – тип һораны. Бер нисә уҡыусы ҡул күтәрҙе, мин аптыраңҡырап тора инем, уҡытыусыбыҙ миңә ҡарап:
- Земфира, һин дә барырһың, яҙышаһың бит, - тип, әҙерләнеү эштәрен аңлатты ла сығып китте.
Шулай итеп, икенсе көндө беҙ осрашыуҙа ултыра инек. Иҫке Монасип мәктәбенән Марат Ғизетдин улы Муллағолов та уҡыусылары менән килгәйне. Ошо осрашыуҙа мин тәүге тапҡыр тере шағирҙарҙы күрҙем. Башта Инсур ағай шиғырҙар уҡыны.

Земфира Аҡбутинаның хәтирәһе тулыһынса: https://agideljurn.ru/articles/-ip-tormosho/2024-09-12/e-m-rt-b-en-belep-zemfira-a-butina-3926537
Уҡыусым былай тип яҙған: “Ағай, яҙыр өсөн материалдар шул тиклем дә күп йыйылып киттеләр, тик уларҙы нисек яҙырға, яҙып ҡалдырырға, мөмкин булмаған эш! Бына миңә ике заряжающий беркетеп ҡуйҙылар (ул артиллерист)” береһенең позывнойы “Ҡара” икенсеһенеке “Аҡ”, әҙәм балаһының яурынына ултырып ғүмер ғәмәлдәрен теркәүсе аҡ менән ҡара фәрештәләр һымаҡтар. Шулай түгелме, һеҙ нисек уйлайһығыҙ?”

Тулыһынса: https://agideljurn.ru/news/novosti/2024-09-16/ara-m-a-h-y-r-tapa-ov-3930782
ҺАРЫ МАЙҘЫҢ ҠӨҘРӘТЕ
Хикәйә

– Ҡустым, ҡустым! – тине хәле бөтөп. – Алда нимәлер бар, ялт-йолт иткәндәй тойолдо.
Мөхәммәт ололарса тыныс тауыш менән:
– Бүреләр, – тине, үҙе лә аңламай, – шул йыртҡыстар осрамаһа ярар ине, тип уйлап ҡына килә инем.
Нәзифә ҡысҡырып илай башланы. Был тауышты ишетеп, шатланғандай, яҡында бүре олоп ебәрҙе. “Уй, Аллаҡайым, беҙҙе бүреләр ашай инде. Мөхәммәт, әйҙә, кире боролайыҡ”, – тип ялбарҙы ҡыҙ, дер ҡалтырап.
– Апаҡайым, бер бөртөгөм, ҡурҡма, илама. Мин бит беренсегә бүре менән осрашмайым, – ҡустыһы Нәзифәне тынысландырырға тырышһа ла, үҙенең дә быуындары ҡалтырай ине. Үҫмер санаһына бәйләп һалынған торонбашты әҙерләне.
– Бүрегә ҡаршы утлы торонбаш менән барайыҡмы? – тип иламһыраны Нәзифә.
Тулыһынса уҡығыҙ: https://agideljurn.ru/articles/s-sm-r-r/2024-09-23/ary-may-y-r-te-3940806
МАГАЗИНДА
Ҡыҫҡа хикәйә

Варвара Петровна ҡайһы саҡта иренə магазинға барып аҙыҡ‑түлек алып ҡайтырға ҡуша. Ə Иван Кузьмич был эште яратмай. Ул кирелəнə, ат кеүек бышҡырып ала, əммə ҡулына аҡса тотторғас, телəр‑телəмəҫ кенə ишеккə йүнəлə. Аҙыҡ‑түлек алыу – тулыһынса ҡатыны ҡарамағында булыуына өйрəнгəн ул. Шуға магазинда үҙен симфоник оркестр концертында ултырған пигмей йəки папуас кеүек тоя. Иҫəңгерəгəн килеш кəштəлəр буйлап йөрөп арығас, кеҫə телефонына йəбешə:
Тулыһынса: https://agideljurn.ru/news/s-sm-r-r/2024-09-23/magazinda-3942431
МОҢДАРЫҢ КҮП ҺИНЕҢ, ЙЫРҘАРЫҢ КҮП, ӘЙҘӘ...

«Изге урын буш тормай» тигән әйтемде һәүәҫкәр ижадсылар тултыра бөгөн. Нота грамотаһын белмәһәләр ҙә, көй сығаралар ҙа, тиҙерәк йырсыларға биреп, ҙур сәхнәләрҙә башҡарылыуына өлгәшәләр. Йыр һүҙҙәренә талапсан ҡараған ижадсылар шағирҙарҙың әҫәрҙәрен уҡып, күңеленә, зауығына тап килгән шиғырҙарҙы эҙләйһе, табаһы урынға, еңел-елпе әтмәләнгән дүрт юллыҡҡа һалынған хәбәрҙәргә көй яҙалар. Шулай килеп сыға зауыҡһыҙ, мәғәнәһеҙ, хәтерҙә ҡалмаҫлыҡ йыр ишараттары. Тыңлайһың, бер нимәһе иҫтә ҡалмай: ни һүҙҙәре, ни көйө... Ә бит ысын моң тәүге ноталарынан уҡ күңелгә үтеп инә лә бөтөн булмышыңды солғап ала. «Ел, ерәнем», «Шайморатов генерал», «Етегән шишмә», «Мин әсәйемде төшөмдә күрҙем», «Алтын балдаҡ», «Һыу буйынан әсәй ҡайтып килә», «Ағыла болот» кеүек йырҙарҙы ишетеү менән шунда уҡ өйрәнге, үҙең дә башҡарғы килә.
...Резина-техник изделиелар заводы мәҙәниәт һарайында концерт бара. Башҡорт дәүләт филармонияһы солисткаһы Фәнүнә Сиражетдинова Рәми Ғариповтың «Кәкүк» йырын башҡара. Бөтә концерт буйына бер нимә иҫтә ҡалманы, ә ошо йыр ҡолаҡта сыңлап тик тора. Эй өйрәнге килә. Нисек, ҡайҙан табырға уның көйөн? Иртәгәһенә эшкә килгәс тә «Башҡортостан пионеры» гәзитенең баш мөхәррире шағир Сафуан Әлибаевтан композитор Роза Сәхәүетдинованың өй телефонын һорап алдым...
Тулыһынса уҡығыҙ: https://agideljurn.ru/articles/publitsistika/2024-09-24/mo-dary-k-p-ine-yyr-ary-k-p-y-3943055
ӘСӘЙ МЕНӘН ҺӨЙЛӘШЕҮ

Уйҙарымды атайымдың көр тауышы бүлә:
– Ҡарәле, Гөлнәфисә, күрәһеңме анауы ҡабаҡ башында сысҡан аулап йөрөгән төлкөнө? Хәҙер эләктерәм мин уны!
Иләкшиҙе менән Имәнлекүл ерҙәрен айырып ағып ятҡан Ҡыуаш йылғаһы туңған. Беҙ әле генә боҙ өҫтөнә килеп төшкәйнек. Әсәйем менән икәүләшеп алан-йолан ҡаранабыҙ, ләкин атайым әйткән төлкөнө күрмәйбеҙ. Ул арала булмай, атайым ашығып ат туғара. Йәһәт кенә атына атланды ла, өс быуынлы ҡайыш сыбыртҡыһын бөкләп тотҡан килеш, турыҡайҙың осаһына берҙе һыҙырҙы.
– Ғайса, йүләрләнмә, ҡайҙа бараһың?! – тип әсәйем һөрәнләп кенә өлгөрҙө. – Туңдыраһың бит беҙҙе, ни ҡыланыуың был?! Туҡта, тим бит!
Тулыһынса: https://agideljurn.ru/articles/s-sm-r-r/2024-09-25/s-y-men-n-yl-she-3943847
КӨТӘ БЕЛҺӘҢ...
Хикәйә

Былай ҙа саҡ йөрөгән Фатима инәйҙе күҙ алмаһындай күргән бер бөртөк улы Хәлиттең госпиталгә эләгеүе аяҡтан йыҡты. Ярай әхирәте мәрхүмә Ҡарлуғастың ҡыҙы Фәймә ярҙам итеп, килеп-китеп йөрөй. Еткерәһе һүҙҙәре бөтмәгән икән Хәлитенә. Фәймә килеү менән хат яҙҙырҙы. “Ошо хатыбыҙ һуңғыһы булмаһа ярар ине, балам. Хәлитем, иҫән-һау ҡайтып, һинең кеүек кенә баҫалҡы ҡыҙға өйләнеп, ошо йыйған донъямды ташламаһа ярар ине”, – тигән булды шунан әбей, эсе бошоп.
Тулыһынса: https://agideljurn.ru/articles/s-sm-r-r/2024-09-26/k-t-bel-hik-y-3946683
МАҢЛАЙҘАҒЫ ЯҘЫУ
Хикәйә

– Ҡана, ҡарайым, уҡыйым әле маңдайыңа яҙылғанын. Мин хәрефтәрҙе беләм ул, иветә, апый? И-и-и, бында бер хәреф тә күренмәй, әле яҙыу юҡ, ивет, апый, мәле, һин уҡы.
“Маңлайға нимә, нисек яҙыла икән һуң?” – тип уйлап ултыра инем, өләсәй кеткелдәп көлгән була.
– Кешегә күренмәй шул ул, бер Аллаһ Тәғәлә генә күрә, – тигән була.
– Э-й-й-й, ниңә күренмәй?
– Ҡайтма, һинең өйөң юҡ мәллә? – тип ҡыҙыҡһынам.
Тулыһынса: https://agideljurn.ru/articles/s-sm-r-r/2024-09-30/ma-lay-a-y-ya-yu-hik-y-3951376
Әхмәт Лотфуллин портреты
ТИРМӘЛӘР ХАТАЛЫМЫ?

Бер кеше Өфө ҡалаһында тирә-яғы төҙөкләндерелеп, киң йәмәғәтселеккә яңыраҡ асылған һыу биреү башняһы эргәһенә ҡуйылған тирмәләрҙең дөрөҫлөгөнә шик белдергәйне ошо көндәрҙә.

Был өфөлө “Википедия”ға таянып, тирмәләргә һуғылған тамғалар “англосаксон руналары, төрки һәм булғар халыҡтарында улар ҡулланылмаған”, тип иҫбатлай.

Был яңылыҡты “Тайфун Ҡоролтаевич” та үҙендә баҫтырып, һәр ваҡыттағыса, тапҡыр комментарий ҙа биреп ҡуйғайны.

“Ағиҙел” башҡорт художество берекмәһе тарафынан эшләп урынлаштырылған был тирмәләрҙәге тамғаларҙың башҡорт халҡына һәм, ғөмүмән, боронғо төркиҙәргә хас булыу-булмауын ошо өлкәне өйрәнгән, “Башҡорт тамғалары һәм уларҙың атамалары” ғилми хеҙмәте авторы, филология фәдәре кандидаты Вадим Толомбаевтан белештек.

“Был билдәләр яҙылышы буйынса башҡорттарҙың ырыу билдәләре - тамғалар менән тулыһынса оҡшаш. Әгәр ҙә беҙ алфавит тураһында әйтһәк, бындағы ике хәреф кенә (уларҙы билдәләнем) бер аҙ шик тыуҙыра. Улар боронғо төрки алфавитының дөйөм ҡабул ителгән хәрефтәре араһында юҡ. Әммә был билдәләрҙең оҡшаш төрҙәре ҡайһы бер боронғо төрки рун яҙмалары ҡомартҡыларында осрай”, - тип һығымта яһаны Вадим Зәйнулла улы.

Ғалим һүҙҙәренә таянып, ҡайһы бер тарихи сығанаҡтарҙан да ҡарап, әлеге тирмәләрҙәге билдәләрҙең хаталы түгеллеген һәм бер ниндәй ҙә англосаксон рундарына ҡыҫылышы булмауын аңлайбыҙ.

Белегеҙ, яңы йәмәғәт урынын барып күрмәгән дә, әммә бәйләнер урын тапҡан айырым кешеләрҙең ялғаны был. Кемгәлер һыу биреү башняһы эргәһендә тирмәләр ҡуйылыуы урынһыҙ булып күренгән. Ә халыҡҡа уңайлыҡты хәстәрләгән, ниндәйҙер матур ял итеү урыны эшләгән кешеләрҙең хеҙмәте күҙгә лә эленмәгән. Вәт!

Әйткәндәй, был урын Өфөлә Телеүҙәк артындағы Алтай урамы, 4 адресы буйынса урынлашҡан. Мотлаҡ барып ҡарағыҙ, сөнки унан тирә-яҡ ус төбөндәгеләй күренә!
Бер аҙ парланып йыуына ғына башлағайны,мөгөҙһөҙ һыйыр һымаҡ, һалмыш Байсәләм килеп кермәһенме,”һеңлекәш,һыуыҡ һыу,алып килдем”-ти.Ә,үҙенең “нәфселәй” күҙҙәре,әләүкә өҫтөндә ултырған сыр яланғас ҡыҙҙы ҡапшай.Хәҙисә ҡурҡышынан сәрелдәп ҡысҡырып ебәрҙе.Оран һалыу менән ҡолаҡҡа ҡаты Сафура әбей ишетәме инде һуң уны.Ир,эстән келәне элеп. Оят ерен тас менән ҡаплап,дер ҡалтыранған ҡыҙ янына килеп,шашып үбергә кереште. Әзмәүерҙәй ир янында,ҡыҙ үҙен бәләкәй генә сысҡан шикелле тойҙо.Ҡаршылашып та ҡараны,тик файҙаһыҙға ғына булды.Хәлһеҙләнгән кәүҙәһенә баш була алмай иҙәнгә шылып төштө.

Тулыһынса: https://agideljurn.ru/articles/s-sm-r-r/2024-10-02/timer-by-au-e-re-hik-y-zifa-ishmyr-ina-3953404
МХО геройҙары тураһында спектакль ҡуйыласаҡ

М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры башҡорт театрҙарынан тәүгеләрҙән булып махсус хәрби операция геройҙарына арналған спектакль сәхнәләштерә.

Тулыһынса уҡырға.
👏САЛАУАТ ЮЛАЕВ ИСЕМЕНДӘГЕ ДӘҮЛӘТ ПРЕМИЯҺЫ ЛАУРЕАТТАРЫ МӘҒЛҮМ БУЛДЫ

Башҡортостан Башлығы указына ярашлы 2024 йылда төрлө өлкәләрҙә дәүләт премияһына лайыҡ булыусылар исемлеге билдәләнде.

Исемлек бында.
🥺Шәйҙүк
(хикәйә)

Кибеттең әйләнмәле ишектәренән йәш ҡатын килеп сыҡты. Ул саҡ ҡына ергә эйелеп кемгәлер өндәште, күкрәгенә бушлыҡты ҡосоп шат йылмайҙы. Яңы ғына ул үкһеп илаған ҡыҙын етәкләп ошо ишектән кереп киткәйне түгелме? Ҡапыл ҡатын бушлыҡҡа ҡулын һуҙҙы һәм ап-аҡ уйынсыҡ ҡуян хасил булды. Бөтәһен дә аңланы Шәйҙүк. Уның күҙҙәре бары илаған балаларҙы ғына күрә ала.
Бәләкәстәр ололар кеүек йылмаямы икән?
Шәйҙүк ҡала уртаһында урынлашҡан балалар йортона йүнәлде. Бында кескәйҙәр башҡа урындарға ҡарағанда йышыраҡ илайҙар...

Хикәйәне тулыһынса ошонда уҡырға.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бәширә Усманова ағинәйҙең тел тураһында әйткәне

Әбйәлил районы Буранғол ауылында йәшәгән Бәширә инәйгә 94 йәш. Телебеҙ тураһындағы һүҙҙәре киләһе быуынға баһалап бөткөһөҙ рухи аманат булып яңғырай.

Видео: Ҡотлауҙар, иғландар, теләктәр төркөмөнән.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM