AshkadarLive
277 subscribers
5.86K photos
804 videos
3 files
1.54K links
Канал газеты "Ашкадар" г. Стерлитамак
Download Telegram
❇️ Башҡортостанда блогерҙар Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар бирергә йыйына?

Республикала билдәле блогерҙар, активистар, музыканттар ҙа республика Башлығының тура эфирына һорауҙарын ебәрә. Ҡайһы берҙәр уларҙы социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләренә һала.

Дамир Ильгамович исеме менән билдәле блогер Дамир Вәхитов республикалағы предприятиеларҙа эш хаҡы кимәленә ҡағылышлы мөрәжәғәт яҙҙҙырған.

Модель, йырсы, һәм «Тауыш» Бөтә Рәсәй конкурсы ҡатнашыусыһы Динә Ғарифуллина төбәк Башлығына гүзәллек конкурстарын яңынан үткәрергә тәҡдим итте.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы менән «Тура бәйләнеш» иртәгә, 11 ноябрҙә, киске сәғәт 7-лә була. Ул барлыҡ республика каналдарында тура эфирҙа күрһәтеләсәк. һорауҙы махсус бот аша бөтә төп социаль селтәрҙәрҙә һәм ҡушымталарында бирә алаһығыҙ; адрестарҙың тулы исемлеге ошо һылтанма буйынса бирелгән. Видеоһорауҙар 2025 йылдың 10 ноябрендә киске сәғәт 7-гә тиклем ҡабул ителә, бөтә һорауҙарға ла, хатта тура эфирҙа бирелмәгәндәренә лә яуап ҡайтарыласаҡ.
👨‍🔬В России бензин могут начать разбавлять спиртом

Минфин подготовил изменения в Налоговый кодекс РФ, предполагающие обнуление акциза на денатурированный этиловый спирт при производстве бензина АИ-92.
Подробнее на сайте👇
https://ashkadar.com/news/y-m-i-t/2025-11-09/v-rossii-benzin-mogut-nachat-razbavlyat-spirtom-4461383
😱1
Әлеге мәлдә ҡалабыҙҙың 12-се лициейында күп функциялы спорт майҙансығын асыу тантанаһы бара.
Бөгөн ҡала хакимиәтендә оператив кәңәшмә башланыр алдынан етәкселәр МХО геройҙары ғаиләләренә "Ашҡаҙар" һәм "Стерлитамакский рабочий" гәзиттәренә яҙылды.
📌"Бөртөкләп йыйыла алтын", "Төньяҡ амурҙары", "Тыуған көн", "Һырдаръя", "Салауат", "Комбриг Мортазин"... һәм тағы ла тиҫтәнән ашыу романдар авторы Яныбай Хамматовтың тыуыуына быйыл 100 тулды.


Ошо айҡанлы 21 ноябрҙә БР Милли музейында "Тарихҡа алтын күпер" тип аталған күргәҙмә асыла. Тантаналы сара сәғәт көндөҙгө 3-тә башлана.
Күргәҙмә халыҡ һөйөүен яулаған бөйөк башҡорт романсыһының ижадын һәм тормош юлын сағылдыра. Уның тураһында бик күп һорауҙарға яуап бирә.
Стәрлетамаҡтан етенсе класс уҡыусыһы үҙенең питбайкын МХО ихтыяждары өсөн бүләк итте

Стәрлетамаҡ МХО ветерандары ассоциацияһы рәйестәштәре Динислам Ҡолтомановҡа штурм отряды яугирҙары һәм командование исеменән рәхмәт хаты тапшырҙы.
Хатта улар 8-се мәктәп уҡыусыһын хәрби хеҙмәткәрҙәргә ярҙам иткәне һәм күрһәткән патриотизмы өсөн билдәләнеләр.

Динислам - Ишембайҙан Александр доставалов исемендәге башҡорт батальонында хеҙмәт иткән МХО ветераны Ринат Ҡолтомановтың туғаны. Малайҙың атаһы ла махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурысын үтәй.

Ринат әйтеүенсә, Динислам әүҙем һәм ҡыйыу егет кенә түгел, ә юғары кимәлдәге спортсы ла: ул дзюдо буйынса Башҡортостан чемпионы. Патриотизм һәм рух көсө уларҙың ғаиләһендә быуындан-быуынға тапшырыла.

Әйткәндәй, питбайктар һәм кросс мотоциклдар хәҙер алғы һыҙыҡта бик кәрәк.

Башҡортостан Республикаһы МХО ветерандары ассоциацияһы мәғлүмәте буйынса
Күптән түгел Стәрлетамаҡ ҡалаһының мәғариф бүлегендә "Ашҡаҙар" һәм "Стерлитамакский рабочий" гәзиттәре баш мөхәррирҙәре ҡала мәктәптәре директорҙары менән осрашты.
Осрашыу барышында 2025 йылдың икенсе яртыйыллығына баҫмаларға яҙылыу буйынса йомғаҡтар яһалды, артабанғы хеҙмәттәшлек һәм уҡытыусылар өсөн проекттар хаҡында һүҙ барҙы.
Шулай уҡ, сарала гәзитебеҙҙе үҫтереүгә һәм популярлаштырыуға өлөш индереүселәргә рәхмәт хаттары тапшырылды.