Бармайынса ҡалғаным юҡ!
Башҡортостан Башлығын һәм урындағы депутаттарҙы һайлау көндәре яҡынлашып килә. Һайлауға ҡарата һәр кемдең үҙ фекере. Ошо турала кемдәр нисек уйлай, шуларҙың береһен тәҡдим итәбеҙ.
Фәниә АМАНГИЛДИНА, 90 йәштә:
- Барам. Бармайынса ҡалғаным юҡ. Ғүмерем буйы Сода заводында эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым. Аллаға шөкөр, пенсиям матур, эш элекке эш урынымдан байрам һайын хөрмәтләп, бүләктәр ебәреп торалар. Киләсәктә лә хөкүмәт хәстәренән ташламаһын. Илебеҙ имен булһын. Һуғыштар бөтһөн. Әлеге ваҡытта ейәнем Украинала һуғышта, дүрт йәшлек бүләсәрем, киленем менән бергәләп “Инде иҫән-һау ғына әйләнеп ҡайтһын инде!”, тип теләктәр теләйбеҙ.

Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Все участники СВО - настоящие герои и будущая элита России. Подписавшим контракт от Башкортостана полагается до 1 205 000 рублей сразу, потом зарплата от 210 тысяч в месяц и более сорока льгот для всей семьи.
ℹ️ Узнай, как заключить контракт на сайте башбат.рф и по телефону +7 (347) 218-19-19 или 122.
8 (3473) 20-61-51 – военный комиссариат Стерлитамака и Стерлитамакского района (ул.Худайбердина, 118, каб. № 19).

🎄1
Сауҙагәр Патрикеев йортонда Ижади индустриялар көнө үтә
Ул Башҡортостанда тәүге тапҡыр үткәрелә һәм республика эшҡыуарҙарын, эксперттарҙы, шулай уҡ был йүнәлеш буйынса фекер лидерҙарын берләштерә.
"Сауҙагәр 2.0" фестивале ошондай төрлө эшлекле майҙандарға ла бай.
- Төрлө ҡыҙыҡлы проекттар күп. Шәхсән үҙем музыкаль эксперттар төркөмөндә эшләйем. Музыкаль баш ҡала була алабыҙмы тигән һорауға яуап эҙләйбеҙ. Ғөмүмән, "Сауҙагәр 2.0" фестивале, минеңсә, төрлө идеяларға бай. Ҙур байрам ғына түгел, ә киләсәккә ниндәйҙер аҙымдар яһарға этәргес булған яңы эшлекле моделдәр ҙә тыуа бөгөнгө сарала, - тип бүлешеп үтте үҙенең фекере менән, мәҫәлән, Ижади индустриялар көнөндә ҡатнашыусы, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Фәнис Әхмәтов.

Бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһында Республика педагогтарының август кәңәшмәһе үтә. Был форум быйыл Өфөнән ситтә ойошторола. Уҡытыусыларҙы, уҡыу йорттары етәкселәрен, мәғариф эшмәкәрҙәре менән аралашырға, ҡотларға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та барҙы.
Кәңәшмә башланыр алдынан Радий Хәбиров белем биреү учреждениелары директорҙарына 17 яңы автобус асҡысын тапшырҙы.
– 1 сентябрь алдынан мәктәп автобустарын тапшырыуға шатбыҙ. Республиканың 52 меңдән ашыу балаһының уҡыу көнө мәктәп автобусынан башлана – шундай ҙур армия. Иң мөһиме – юлдарҙа хәүефһеҙлек булһын. Ә хәүефһеҙлек – яңы, яҡшы автобустар һәм профессиональ водителдәр. Шуға күрә бөгөн мин яңы техниканың асҡыстарын тапшырыуҙы бик теләп ҡабул итәм. Аварияһыҙ йөрөүҙе теләйем, сөнки мәктәп водителенең эше бик яуаплы, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Фәрит улы. – Хөрмәтле мәктәп директорҙарын яҡынлашып килгән белем Көнө менән ҡотлайым! Һеҙгә һәм һеҙҙең коллективтарға һаулыҡ, уңыштар, именлек теләйем. Уҡыусыларығыҙҙы һағынғанһығыҙҙыр, моғайын. Эшкә тотонабыҙ.
Зарема ҒАЙСИНА, Әбйәлил районы Амангилде ауылы мәктәбе директоры:
– Был ваҡиға мәктәп өсөн ҙур шатлыҡ, сөнки беҙ өс ауыл балаларын йөрөтөп уҡытабыҙ. Һәр ата-әсәнең дә балаһын мәктәпкә алып килергә мөмкинселег юҡ, ә бына яңы, йылы, хәүефһеҙ автобуста улар улын-ҡыҙын күңел тыныслығы менән уҡырға оҙатып ҡала. Шуға балалар, ата-әсәләр, коллегаларым исемән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа, республика, район етәкселегенә рәхмәт белдерәбеҙ. Әйткәндәй, беҙ яңы мәктәп төҙөлөүен дә көтәбеҙ.
https://ashkadar.com/news/m-rif/2024-08-17/u-yu-k-n-m-kt-p-avtobusynan-bashlana-3889747

Ashkadar
Уҡыу көнө мәктәп автобусынан башлана
Бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһында Республика педагогтарының август кәңәшмәһе үтә. Был форум быйыл Өфөнән ситтә ойошторола. Уҡытыусыларҙы, уҡыу йорттары етәкселәрен, мәғариф эшмәкәрҙәре менән аралашырға, ҡотларға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та барҙы.
Кәңәшмә…
Кәңәшмә…
👍1
Беҙҙең уҡыу йорттары шундай булырға тейеш!
Бөгөн Стәрлетамаҡта эш сәфәре менән төбәк Башлығы килде. Радий Хәбиров 1-се гимназияның яңыртылған корпусын ҡараны. Элек унда «Березка» шифахана-профилакторийы урынлашҡан. Бина 2024 йылда реконструкциялана. Бында 750 уҡыусы һәм 120 балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе уҡыясаҡ. Мәктәп үҙ ишектәрен 2 сентябрҙә аса.
Дөйөм майҙаны 14 мең квадрат метрҙан ашыу булған корпус һигеҙ блокты – 4 ҡатлы уҡыу бинаһын һәм ике спорт залын, ашхананы, тамаша залын һәм мәктәпкәсә учреждениены үҙ эсенә ала. Бөтә кабинеттар ҙа интернетҡа тоташҡан. Спорт блоктарынан башҡа бөтә блоктарҙы йылы үткәүел галерея менән тоташтыралар. Гимназияға барған саҡта төбәк башлығы Радий Хәбиров стоматология кабинетын да ҡараны. Заманса йыһазландырылған бинала табиптар балаларҙы һәм уҡытыусыларҙы ҡабул итәсәк.
https://ashkadar.com/articles/m-rif/2024-08-17/nim-neler-g-rtep-orou-r-va-yt-nuld-n-t-g-ara-anda-atmarlyra-3889801

Стәрлетамаҡ ҡалаһында өс көн дауамында “Сауҙагәр 2.0” ҡунаҡсыллыҡ фестивале үтә. Бөгөн – сараның икенсе көнө. Фестиваль ҡала тарихы менән бәйле, уға нигеҙ һалыусыларҙың береһе тип XVIII быуат рус сауҙагәре Савва Тетюшевты иҫәпләйҙәр. Йола буйынса Фестивалдең төп майҙансығы булып Салауат Юлаев исемендәге сквер тора, нәҡ унда XX быуат башына тиклем сауҙагәрҙәр йәрминкәләре үткәрелгән дә инде.
Бөгөн сараның икенсе көнө. Шулай уҡ байрам Стәрле һәм Ашҡаҙар йылғаларының яңыртылған яр буйҙарында, ҡаланың үҙәк урамдарында үтә. Фестивалдә ҡатнашыусылар ҡаланың тарихи майҙанынан һәм Хоҙайбирҙин урамынан милли кейемдәрҙә атлап һәм «Гөлнәзирә» башҡорт милли бейеүе менән асты, унда Стәрлетамаҡҡа, Шул иҫәптән Белоруссиянан килгән коллективтар ҡатнашты. Үҙенсәлекле сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Ул Фестиваль ҡунаҡтарын сәләмләне, уларға яҡшы кәйеф, ә ҡалаға тотороҡло үҫеш теләне. https://ashkadar.com/articles/y-m-i-t/2024-08-17/min-bynda-r-h-tl-nep-kil-m-3889904

"Байрам өсөн генә түгел, берҙәмлек өсөн дә килдек!"
Шулай тип белдерҙеләр бөгөн "Сауҙагәр 2.0" фестивале сиктәрендә үткән милли кейем парадында ҡатнашыусылар! Афарин!
#Купец2_0

🔥1