AshkadarLive
247 subscribers
6.06K photos
815 videos
3 files
1.6K links
Канал газеты "Ашкадар" г. Стерлитамак
Download Telegram
2 апрелдә сәғәт иртәнге 8-ҙә йылғаларҙың кимәле:
Критик кимәлдәр: Ағиҙел йылғаһы (Ағиҙел күпере тирәһендәге гидропост) – 420 см, Ашҡаҙар йылғаһы (Новофёдоровкалағы гидропост) – 495 см, Стәрле йылғаһы (Отрадовка гидропост) – 445 см.
Һыу баҫыу кимәле: Ағиҙел йылғаһы – 500 см, Стәрле – 570 см, Ашҡаҙар йылғаһы – 556 см.

Йәмәғәт биләмәһенең берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте мәғлүмәте буйынса
Өфөлә зыян күргән йортта йәшәүселәр өсөн ваҡытлыса урынлаштырыу пункты асылған
Ул Ғафури урамы,7 адресы буйынса 35-се мәғариф үҙәге базаһында урынлашҡан.
Пунктта карауаттар, йәшәү өсөн бөтә кәрәк-яраҡтар ҙа бар. Халыҡ өсөн ҡыҙыу линия ла эшләй: 7 (347) 273-64-54, тип хәбәр итте Ленин районы башлығы Олег Котов.

https://ashkadar.com/articles/common_material/2026-04-02/f-l-zyyan-k-rg-n-yortta-y-sh-sel-r-s-n-va-ytlysa-urynlashtyryu-punkty-asyl-an-4637255
"Беҙҙең хаталанырға хоҡуғыбыҙ юҡ"
Башҡортостан саперы МХОла хеҙмәт итеү хаҡында һөйләне
Благовещен яугиры Василий 2023 йылдың октябрендә контрактҡа ҡул ҡуя. Сапер эшенә уҡығандан һуң Херсон өлкәһенә десант-штурм полкына ебәрелә. Бөгөн яҡташыбыҙ «Кот» позывнойы менән сапер ротаһында взвод командиры урынбаҫары булып хеҙмәт итә. Уның бурыстары миналар сығарыу һәм миналарҙы таҙартыу, штурм подразделениелары өсөн хәүефһеҙ маршруттар һалыу.
"Сапер аяҡ аҫтына ла ҡарарға, тирә йүнде лә ишетергә тейеш. Беҙҙә хаталанырға хоҡуғыбыҙ юҡ", - ти хәрби хеҙмәткәр.
Василий Днепрҙағы алыштарҙа ҡатнаша һәм кассеталы боеприпастан яралана, һуңынан дауалана һәм сафҡа кире ҡайта. Яугир "Батырлыҡ өсөн" һәм "МХО ҡатнашыусыһы" миҙалдары менән бүләкләнә. Өйҙә уны ғаиләһе көтә. Василий әйтеүенсә, тап улар өсөн ул хәрби бурыстарын үтәй һәм хеҙмәтен дауам итә.
Әлеге мәлдә Стәрлетамаҡ физик тәрбиә, идара итеү һәм хеҙмәтләндереү колледжында Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына, Ҙур һәм татыу ғаилә йылына бағышланған һәм С.В. Туленковҡа арналған волейбол буйынса турнир башланып тора.
"СӘЛӘМӘТЛЕК ПОЕЗЫ"НА КИЛ!
7 апрель, Халыҡ-ара сәләмәтлек көнөндә, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 4-се поликлиника корпусы биләмәһендә сирҙәрҙе иҫкәртеү маҡсатында махсус акция уҙғарыла.

https://ashkadar.com/articles/belm-y-alma-y/2026-04-06/s-l-m-tlek-poezy-na-kil-4640182
ҺӨНӘРИ БАЙРАМЫҒЫҘ МЕНӘН!

Бөгөн һөнәри байрамдарын РФ Эске эштәр министрлығының тәфтиш органдары хеҙмәткәрҙәре билдәләй.
😎Уларҙың эштәре ҙур яуаплылыҡ талап итә.
🫡📝Тап тәфтишселәр көн һайын енәйәттәрҙе тикшереү, ваҡиға сәбәптәрен асыҡлау һәм язаның ҡотолғоһоҙ булыуын тәьмин итеү буйынса мөһим бурысты үтәй.
📖Уларҙың тикшереү эше - бик ҡатмарлы процесс, унда деталдәргә иғтибар итеү, факттарҙы анализлау һәм төплө уйланылған ҡарарҙар ҡабул итә белеү мөһим. Тикшереүҙәрҙең дөрөҫлөгө һәм граждандарҙың законлы хоҡуҡтарын яҡлау тәфтишселәрҙең һөнәри оҫталығына бәйләнгән.
🎉Рәсәй Эске эштәр министрлығыны хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, сабырлыҡ, эшегеҙҙә уңыштар һәм граждандарҙың, дәүләттең именлеге хаҡына артабан да һөҙөмтәле хеҙмәт итеүегеҙҙе теләйбеҙ.
Фото: яһалма зиһен.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Артур Закиров - «Башҡортостан» полкының Даян Мурзин исемендәге батальонының штурмлау ротаһының өлкән уҡсыһы

Кесе сержант Закиров төркөмөнә урманда дошмандың ут нөктәһен юҡ итергә бойороҡ бирелә. Дрондарҙың әүҙем һөжүменә һәм артиллерия утына ҡарамаҫтан, штурмовиктар үҙ-ара килешеп һәм профессиональ рәүештә эш итә.

Һуғыш барышында Артур Закиров яралана. Әммә, ул ауыртыуҙы һәм ҡурҡыуҙы еңеп, бурысын үтәүен дауам итә, сыҙамлыҡ һәм батырлыҡ күрһәтә. Артур Закировтың тәүәккәллеге арҡаһында хәрби бурысты үтәйҙәр, полк подразделениелары алға табан хәрәкәт итә. Батырлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн Артур Закиров дәүләт наградаһына тәҡдим ителде.

Башҡортостан-геройҙар ваҡыты!