AshkadarLive
247 subscribers
6.06K photos
815 videos
3 files
1.6K links
Канал газеты "Ашкадар" г. Стерлитамак
Download Telegram
«Театр яҙы-2026» фестивале еңеүселәре иғлан ителде💥

Бында Стәрлетамаҡтың Рус драма театры һәм И.Йомағолов исемендәге башҡорт драма театры лауреат исемдәрен алды.
«Иң яҡшы режиссёр эше» ,«Иң яҡшы ир-егет роле»,«Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле», Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге махсус премия кемдәргә бирелгән?
Тулыраҡ сайтта: https://ashkadar.com/articles/common_material/2026-03-30/teatr-ya-y-2026-festivale-e-e-sel-re-i-lan-itelde-4632827
Яугир хәрби технологиялар менән таныштырҙы

“Шайтан” позывнойлы Мәләүез яугиренә илһөйәрлек тойғоһо бала саҡтан уҡ һалынған. 6-сы лицейҙа яҡшы билдәләргә генә уҡыған, буйсан Тимур мәктәптең волейбол, баскетбол секцияларына йөрөгән. Урыҫ лаптаһы спорты төрө буйынса икенсе разряд алыуға ла өлгәшкән.
https://max.ru/ashkadarstr/AZ1CcUZFHbo
Башҡортостан БПЛА операторы инструкторы юғары дәүләт наградаһына лайыҡ булды

Балаҡатай районының Нөгөш ауылынан Илья Ведров МХО зонаһында хеҙмәт иткәне өсөн II дәрәжә «Хәрби батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнде.

Тулыраҡ МАХта уҡығыҙ
https://max.ru/ashkadarstr/AZ1CaRbGQ48
ЯҠТАШЫБЫҘ "ХӘРБИ БАТЫРЛЫҠ ӨСӨН"МИҘАЛЫ МЕНӘН БҮЛӘКЛӘНДЕ
Бөгөн оператив кәңәшмәлә ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Артур Ғафаров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Илнур АҠҠОЛОВТЫ бүләкләне.
Яҡташыбыҙға хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы приказы менән II дәрәжә “Хәрби батырлыҡ өсөн” миҙалы тапшырылды.

https://ashkadar.com/articles/common_material/2026-03-31/ya-tashyby-h-rbi-batyrly-s-n-mi-aly-men-n-b-l-kl-nde-4633756
ТӨП НАГРАДА-ҠОТҠАРЫЛҒАН ҒҮМЕРҘӘР.
Стәрлетамаҡ районынан "Лиса" позывнойлы 25 йәшлек шәфҡәт туташы бер йыл инде фронт янындағы госпиталдә яугирҙарҙың ғүмерен ҡотҡара.
Түҙемлелек һәм һалҡын ҡанлы булыу был эштә бик мөһим, "Лиса" был сифаттарға граждан медицинаһында уҡ эйә булған, анестезиолог булараҡ, уның иңдәрендә- реанимация тәжрибәһе ята. Килешеү төҙөп, ҡыҙ экстремаль шарттарҙа хеҙмәт итеү юлын аңлы рәүештә һайлаған. Бөгөн ул хәрби хәрәкәттәр зонаһында эшләүгә лә әҙер.
Батырлығы һәм һөнәри оҫталығы өсөн "Лиса" «Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн» һәм Лука Крымский миҙалдары менән бүләкләнгән. Әммә ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалған яугирҙарҙың рәхмәт һүҙҙәре уның өсөн иң ҡәҙерле бүләк булып ҡала. "Лиса" был юлды һайлауына һис кенә лә үкенмәй һәм еңгәнсе илебеҙгә ярҙам итергә ниәтләй.
(Стәрлетамаҡ районы хакимиәтенең сайтынан алынды)
🔥1
Террористическая атака БПЛА на Уфу. Несколько беспилотников сбиты на подлете к нефтеперерабатывающим заводам, обломки одного упали в промзоне, пострадавших нет. Сейчас на территории предприятия тушат возгорание. Еще один дрон попал в жилой дом на улице Гафури. Все службы на месте, открытое горение ликвидировано. Никто не погиб и не пострадал.
В Республике Башкортостан объявлен режим «Беспилотная опасность»!

МЧС России напоминает:

держись подальше от окон – осколки стекла могут быть опасны при взрыве. 

не выходи на улицу без необходимости.

не подходи к обломкам БПЛА, сообщи о происшествии по номеру: 112.

⚠️ Следи за сообщениями в официальных источниках.
ТӘҮГЕ ИКӘҮҺЕ МЕНӘН ҠЫЙЫН, АРТАБАН ИКЕНСЕ ҺУЛЫШ АСЫЛА!
Стәрлетамаҡтан Надежда һәм Василий Русскихтарҙың бер-бер артлы туғыҙ балаһы бар, июлдә унынсыһын көтәләр.
Ир менән ҡатын үҙҙәре лә күп балалы ғаиләләрҙән, "тәүге икәүһе менән ауыр, артабан икенсе һулыш асыла",- тиҙәр улар.
Надежда - ашнаҡсы-кондитер, балалар тыуған көндәренә торт дизайнын үҙҙәре уйлап таба. Ғаилә рәхәтләнеп сәйәхәт итә, йыр-моңға ғашиҡ.
Һәр бала - бүләк. Ҙур ғаиләгә именлек, бәхет теләйбеҙ!
2 апрелдә сәғәт иртәнге 8-ҙә йылғаларҙың кимәле:
Критик кимәлдәр: Ағиҙел йылғаһы (Ағиҙел күпере тирәһендәге гидропост) – 420 см, Ашҡаҙар йылғаһы (Новофёдоровкалағы гидропост) – 495 см, Стәрле йылғаһы (Отрадовка гидропост) – 445 см.
Һыу баҫыу кимәле: Ағиҙел йылғаһы – 500 см, Стәрле – 570 см, Ашҡаҙар йылғаһы – 556 см.

Йәмәғәт биләмәһенең берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте мәғлүмәте буйынса
Өфөлә зыян күргән йортта йәшәүселәр өсөн ваҡытлыса урынлаштырыу пункты асылған
Ул Ғафури урамы,7 адресы буйынса 35-се мәғариф үҙәге базаһында урынлашҡан.
Пунктта карауаттар, йәшәү өсөн бөтә кәрәк-яраҡтар ҙа бар. Халыҡ өсөн ҡыҙыу линия ла эшләй: 7 (347) 273-64-54, тип хәбәр итте Ленин районы башлығы Олег Котов.

https://ashkadar.com/articles/common_material/2026-04-02/f-l-zyyan-k-rg-n-yortta-y-sh-sel-r-s-n-va-ytlysa-urynlashtyryu-punkty-asyl-an-4637255