AshkadarLive
247 subscribers
6.06K photos
815 videos
3 files
1.6K links
Канал газеты "Ашкадар" г. Стерлитамак
Download Telegram
“Кадет”, “Грек” һәм “Коба” пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итә
Бынан тыш, яугирҙәр фронт көндәре, алғы һыҙыҡта ниндәй ҡаршылыҡтар менән осрашырға тура килеүе, хәрби рухты һаҡларға нимә ярҙам итеүе тураһында һөйләне. Тулыраҡ
https://ashkadar.com/news/y-m-i-t/2026-03-25/kadet-grek-m-koba-pilot-y-osou-apparattary-men-n-idara-it-4626526
Республика халҡына талпандарҙан нисек һаҡланырға кәрәклеге хаҡында һөйләнеләр
Йылылыҡ килеү менән талпандар әүҙемләшә. Уларҙың иң юғары нөктәһе май–июнь айҙарына тура килә, ә йылы һауа торошонда хәүеф иртә яҙҙан көҙ аҙағына тиклем һаҡлана. Йыл һайын республикала 10-12 мең кеше талпан тешләүенән яфалана. 2025 йылда 14 талпан вирусы энцефалиты һәм 24 талпан боррелиозы осрағы асыҡланған. Тулыраҡ: https://ashkadar.com/news/y-m-i-t/2026-03-25/zhitelyam-bashkirii-rasskazali-kak-zaschititsya-ot-kleschey-4626690
МХОла ҡатнашыусылар хаҡында хәстәрлек күреү - беҙҙең төп өҫтөнлөгөбөҙ. Йыл аҙағына тиклем Башҡортостандың һәр ҡалаһында Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү буйынса муниципаль үҙәктәр асыласаҡ, артабан улар барлыҡ 63 муниципалитетта ла барлыҡҡа киләсәк.

Республикабыҙ геройҙарыбыҙға нисек ярҙам итете тураһында тулыраҡ карточкаларҙа.  ️
📌 Өфө урамдарының береһе шағирә Факиһа Туғыҙбаева исемен йөрөтәсәк.

Баш ҡала Советы депутттары шундай ҡарар ҡабул иткән.
8 март биҫтәһендәге урамға  Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелә,
тип хәбәр итә БСТ каналының "Яңылыҡтар" хеҙмәте.

Фаҡиһа Туғыҙбаева - 25 шиғри йыйынтыҡ, 10-дан ашыу балалар китабы авторы. Ул “Аҡбуҙат” журналына нигеҙ һалыусы һәм баш редакторы. 2021 йылда вафат булды.
СТӘРЛЕТАМАҠТА КОСМОНАВТИКА КӨНӨНӘ АРНАЛҒАН ЯРЫШ УҘҒАРЫЛА📢💥💫

Быйыл Юрий Гагариндың тәүге тапҡыр йыһанға осоуына 65 йыл тула. Ошо ваҡиға уңайынан 15 апрелдә Стәрлетамаҡта ярыш ойошторола.
Олимпия резервындағы ҡала спорт мәктәбе хәбәр итеүенсә, еңел атлетика буйынса йүгереү «Содовик» паркы биләмәһендә үтәсәк. Ярыштарҙы асыу тантанаһы - 14:30 сәғәткә планлаштырылған.

https://ashkadar.com/articles/common_material/2026-03-25/st-rletama-ta-kosmonavtika-k-n-n-arnal-an-yarysh-u-aryla-4626590
Башкортостан – один из центров развития биатлона в нашей стране. У нас хорошие традиции и очень крепкая школа по этому виду спорта. Немало именитых мастеров родились и тренировались в республике. Оттого и отношение к биатлону здесь особое. 

В прошедшем сезоне башкирские биатлонисты продолжили радовать болельщиков. Трёхкратный бронзовый призёр Олимпийских игр в Пекине Эдуард Латыпов стал обладателем Альфа-Банк Кубка Содружества.

Елизавета Бурундукова в этом сезоне завоевала первое в истории республики золото в чемпионате России по летнему биатлону в спринте, а также стала победительницей в одиночной эстафете на международных соревнованиях – в Кубке Содружества. Напомню, в прошлом году Елизавета стала первой в Башкортостане победительницей чемпионата страны по зимнему биатлону.

Выдающиеся результаты и у нашей молодежи. Особо хочу отметить лидеров юниорского рейтинга биатлонистов России и победителей недавних первенств страны – Даниила Сгибнева и Юрия Иванова. А в общекомандном зачете в юношеских возрастных категориях, который опубликовал Союз биатлонистов России, наша республика вошла в топ регионов.

Поздравляю всех любителей биатлона в нашей республике с хорошими итогами сезона. Ждем новых побед и достижений!
Стәрлетамаҡ «2025 йылда Башҡортостан Республикаһында граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү, хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙы ойоштороу һәм үткәреү» смотр-конкурсы йомғаҡтары буйынса 1-се урын алды. Награданы бөгөн Башҡортостан Республикаһының Хәрби комиссары Михаил Александрович Блажевич тапшырҙы. Афарин!
КИНДЕР ҮҪТЕРЕП, НАРКОТИК ӘҘЕРЛӘГӘН
Прокуратура 33 килограмдан ашыу наркотиктың законһыҙ әйләнеше тураһында енәйәт эшен судҡа ебәрҙе.
😱Тәфтишселәр версияһы буйынса, 2025 йылдың апрелендә ир интернет селтәренән киндер орлоҡтары, шулай уҡ уларҙы үҫтереү өсөн ҡорамалдар һатып алған да, Стәрлетамаҡтағы шәхси йортоноң баҡсаһына сәскән.
🛑Уҙған йылдың апреленән июлгә тиклем ул 190-дан ашыу ҡыуаҡ үҫемлек үҫтергән, уларҙан наркотик артабан һатыу өсөн әҙерләнгән.

https://ashkadar.com/articles/ishettege-me-le/2026-03-26/kinder-terep-narkotik-erl-g-n-4627822
Стәрлетамаҡта үлемесле юл фажиғәһендә ғәйепләнеүсе хөкөм алдына баҫа

Тәфтишселәр фаразы буйынса, 2025 йылдың декабрендә ир Стәрлетамаҡ ҡалаһы урамдарының береһендә иҫерек килеш «БМВ 320» маркалы автомобиль менән идара иткәндә, тиҙлек режимын боҙған һәм бетон бағанаға бәрелгән.
Машиналағы ҡыҙ юл-транспорт ваҡиғаһында һәләк булған.

https://ashkadar.com/articles/common_material/2026-03-26/st-rletama-ta-lemesle-yul-fazhi-end-yepl-ne-se-h-k-m-aldyna-ba-a-4627849
СТӘРЛЕТАМАҠ ПЕДАГОГТАРЫ- ИҢ ЯҠШЫЛАР ИҪӘБЕНДӘ💥💥💥
23 мартта Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» республика һөнәри оҫталыҡ конкурсының, «Туған тел һәм әҙәбиәт йыл уҡытыусыһы» конкурсының, «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсына йомғаҡ яһау тантанаһы үтте.

https://ashkadar.com/articles/common_material/2026-03-26/st-rletama-pedagogtary-respublikany-i-ya-shy-u-ytyusylary-i-bend-4628113