AshkadarLive
247 subscribers
6.06K photos
815 videos
3 files
1.6K links
Канал газеты "Ашкадар" г. Стерлитамак
Download Telegram
АПРЕЛДӘ +25 ГРАДУС ЙЫЛЫ БУЛА. БЫЛ ЫСЫН ХӘЛМЕ?
Ә мартта? Синоптиктар яҙҙың икенсе яртыһы аномаль булыр тип фаразлай. Тулыраҡ сайтта - https://ashkadar.com/news/y-m-i-t/2026-03-10/apreld-25-gradus-yyly-bula-4608088
Миләүшә тыныс, ипле генә ҡыҙ булып үҫте. Хатта юғары уҡыу йортона ингәс тә, китаптан айырылманы..... Миләүшәнең ауырға ҡалыуы егетте киреһенсә асыуын ҡабартты. “Ауырға ҡалыуың –  һинең проблема!” тип кенә ебәрҙе Илшат. Бының тағы ла бер етди сәбәбе  бар ине.... https://ashkadar.com/news/y-m-i-t/2026-03-10/bala-y-ly-ta-yaza-ik-n-4608368
Сәхәрҙә йоҡлап ҡалһаң, ураҙа тоторға яраймы?
Дини сығанаҡтарҙа әйтелеүенсә, әгәр сәхәр мәлендә ашап-эсмәһәң, был ураҙа боҙолдо тигән һүҙ түгел. Кис йоҡлар алдынан... https://ashkadar.com/news/y-m-i-t/2026-03-10/s-h-r-yo-lap-al-a-ura-a-totor-a-yaraymy-4608399
Бөгөн төнөн Стәрлетамаҡтың Октябрь проспектында янғын сыҡҡан.

Ваҡиға урынына килеп еткән янғын һүндереүселәр бер бүлмәле фатирҙан 63 йәшлек ирҙе ҡотҡарып алып ҡалған.

https://ashkadar.com/articles/common_material/2026-03-10/b-g-n-t-n-n-st-rletama-ty-oktyabr-prospektynda-yan-yn-sy-an-4608483
❇️ Денис Мантуров Башҡортостандың башланғыстарын хупланы

Рәсәй хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Денис Мантуров Башҡортостандың бер нисә әһәмиәтле башланғысын хупланы, тип хәбәр итте республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә.

Рәсәй хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Денис Мантуров Башҡортостандың бер нисә әһәмиәтле башланғысын хупланы, тип хәбәр итте республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә.

«Бында Сәнәғәтте үҫтереү фонды, кластер инвестиция майҙансыҡтары буйынса проекттар ҙа бар. Барлыҡ башланғыстар ҙа хуплау тапты, шуға күрә беҙгә бының менән эшләргә кәрәк», — тип йөкләмә бирҙе Хәбиров республиканың идара итеү командаһына.
Долгое время развитие нашей столицы за пределами Уфимского полуострова сдерживало отсутствие необходимой инженерной инфраструктуры. В последние годы мы успешно решаем эту задачу. Напомню, в прошлом году республике одобрили инфраструктурный кредит на строительство объектов водоснабжения и водоотведения в Зауфимье. 

Аналогичный вопрос на территории Забелья мы решаем благодаря компании «ДОМ.РФ». Республика привлекла облигационный заем в размере 8,4 млрд рублей. 

Площадь территории, на которой мы ведем работы, – 2,7 тысячи гектаров. Это большой участок, который охватывает микрорайоны Затон, Дема и населенные пункты, расположенные между ними.

В Забелье мы строим 5 объектов водоснабжения и водоотведения, завершить их планируем уже в 2026 году. Это позволит возвести здесь еще 9,2 млн кв. м. жилья, где будут жить более 100 тысяч семей – целый новый город. Подчеркну: мы говорим не только о строительстве жилья, но еще и о социальных, производственных объектах. Город должен комплексно развиваться в новых направлениях.
❇️ Ҡәҙер төнө ҡасан була?

Көтөп алған Рамаҙаныбыҙ үтеп тә бара. Әле ураҙа айының һуңғы ун көнлөгөндәбеҙ.

Ҡәҙер төнө мең айҙан да хәйерлерәктер.

❇️ Был төндә Ҡөрьән китабы Аллаһ Тәғәлә янындағы Һаҡлаулы таҡтанан беҙҙең күктәрҙәге "Бөйөклөк йортона" төшөрөлә (аҙаҡ Мөхәммәт пәйғәмбәргә ﷺ егерме өс йыл дауамында өлөшләп иңдерелеп торор өсөн).

❇️Был төндә киләһе йылда нимәләр буласағы һәм һәр кешенең бер йыллыҡ бәхете, ризығы, ғүмере тәҡдир ҡылына. Кем Ҡәҙер төнөн ихласлыҡ менән ғибәҙәттә үткәрә, шуның үткән һәм киләсәкке гонаһтары ғәфү ителер.

❇️ Был төндә Аллаһтың мәрхәмәте һәм бәрәкәте менән иҫәпһеҙ-хисапһыҙ фәрештәләр ергә төшә. "Был төндә ерҙәге фәрештәләрҙең һаны ваҡ ҡом-таштар һанына ҡарағанда ла күберәк буласаҡ", – тигән Пәйғәмбәребеҙ ﷺ.

❇️ Ҡәҙер төнө Рамаҙан айының һуңғы ун төндәренең береһенә тура килә. Тап ҡасан булыры кешелек өсөн сер. Йыл һайын төрлө төндәргә тура килергә лә мөмкин. Бигерәк тә таҡ төндәрҙә: 21-се, 23-сө, 25-се, 27-се һәм 29-сы төндәрҙә – эҙләгеҙ.
‼️ Ялған аҡсаны кем баҫып сығара?

Былтыр Башҡортостандағы банктар 53 ялған аҡса купюраһын асыҡлаған. Ул 2024 йылға ҡарағанда 20 процентҡа аҙыраҡ, тип хәбәр итә республиканың Милли банкы – Рәсәй Банкының Башҡортостан буйынса бүлексәһе.
Һуңғы биш йылда ялған аҡса күләме 12 тапҡырға кәмегән.
“Беҙҙең төбәктә ялған банкноттар күләме бер нисә йыл дауамында кәмей бара. 2021 йылда республикала 174 ялған аҡса табылһа, 2023 һәм 2024 йылдарҙа улар 65-әр генә асыҡланды. Был купюраларҙың һаҡлағыс комплексы көсәйеүгә һәм ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеү күләменең артыуына бәйле”, – ти Рәсәй Банкы бүлексәһе идарасыһы урынбаҫары Лилиә Яҡупова.

Ялған аҡса яһаусылар, элеккесә, ҙур купюраларҙы эшләргә тырыша. Һуңғы биш йылда асыҡланған “фальшивка”ларҙың 75 проценты – биш мең һумлыҡтар.
Ил буйынса алғанда, әйләнештә булған ялған аҡсалар һаны һуңғы биш йылда алты тапҡырға аҙайған.
Фото: социаль селтәрҙән.

Сығанаҡ - "Башҡортостан" гәзите.
💳2026 йылда пенсионерҙарға түләүҙәрҙе йыл һайын индексациялау, яңынан иҫәпләү һәм күптәр белмәгән өҫтәмә иҫәпләүҙәр ярҙамында арттырыуҙары ихтимал.

Пенсияны арттырыу мөмкинлектәре - иҫәпкә алынмаған стажды, улар ҡарамағында булғандарҙы иҫәпкә алыуҙы һәм, әгәр пенсионерҙың килеме йәшәү минимумынан кәм булһа, төбәк өҫтәмә түләүҙәрен үҙ эсенә аласаҡ.

🗣Эксперттар пенсионерҙарҙы үҙҙәренең иҫәпләүҙәрен тикшерергә һәм тейешле аҡсаны юғалтмаҫ өсөн консультациялар алырға саҡыра.
☀️«Фобос» үҙәге мәғлүмәте буйынса, кесаҙнанан, 12 марттан республикала плюс температураһы урынлаша. 24 мартҡа тиклем көндөҙ ҙә, төндә лә термометр бағанаһы 0-дән +3 градусҡа тиклем күрһәтәсәк.

❄️Әммә сюрприздар бының менән генә бөтмәй әле. 25 мартта йәнә етди һыуытыу көтөлә. Һауа температураһы төндә -12,-15 градусҡаса түбәнәйә. Көндөҙ ҙә һалҡын, -3 градусҡа тиклем.

🌬Һыуыҡтар өс көн, 27 мартҡа тиклем дауам итәсәк. Һәм был быйылғы яҙғы һыуыҡтың һуңғы ағымы буласаҡ. Бынан һуң яҙ тулыһынса үҙ хоҡуҡтарына инәсәк.

🌝🌱Март аҙағына термометр бағанаһы +10 градусҡа тиклем күтәреләсәк. Апрелдә төнгө ҡырау төшөүе көтөлә, ләкин көндөҙ +8 – ҙән +16 градусҡаса йылы буласаҡ. Ә 22 апрелгә йәйге эҫе килә - һауа көндөҙ +26 градусҡаса йылына.

Фото - яһалма интеллект.
❇️ Башҡортостан Башлығының оператив кәңәшмәһенән төп темалар

Өфө эргәһендәге «Забелье-2» биҫтәһендә киләсәктә 100 мең ғаилә фатирлы буласаҡ. Йәғни был үҙе бер ҡала. Әле унда һыу, канализация системалары төҙөлә. 8,5 млрд һумлыҡ объекттарҙы ваҡытында тапшырырҙарына шик юҡ.

Башҡортостандың Республика балалар клиник дауаханаһы Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип табылды. Уның уникаллеге катамнез системаһына бәйле – дауаланғандан һуң пациенттарҙы телемедицина ярҙамында күҙәтәләр. Рәсәйҙә бындай система башҡа ерҙә юҡ.

Башҡортостан Башлығы «Бәләкәй принцессалар балы» хәйриә сараһын һәр районда үткәрергә ҡушты. XI класты тамамлаусылар ғына ла 16,5 меңдән ашыу – был 2008 йылдағы юғары тыуым эҙемтәһе.

Республиканың юғары һәм урта һөнәри белем биреү йорттарында бюджет урындары ла 3,2 процентҡа артты. Уларҙың дөйөм иҫәбе — 17 424.

Радий Хабиров Башҡортостан яугирҙары менән аралашыуы хаҡында һөйләне. Әлеге ваҡытта подразделениеларҙың төп ихтыяжы – FPV-дрондар.

Ҡар ирей башлау менән, юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямай башлаясаҡтар.
Ҡаланың "Юл-йәшелләндереү эштәре ремонт-төҙөлөш идаралығы"ның элекке директоры Рөстәм Камалов Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм йәшәйеште тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.
1👏1
❇️ В Башкортостане ветерану СВО провели цикл пластических операций

Первую пластическую операцию Вячеславу Андрееву из Стерлитамака сделали в Уфе в декабре 2025 года. Вторую – буквально на днях.

Проведение пластических операций стало возможным на основании соглашения, которое заключил республиканский филиал Госфонда «Защитники Отечества» с одной из клиник пластической хирургии.

– Благодаря врачам и фонду «Защитники Отечества» у меня появилась возможность снова обрести уверенность в себе, – поделился Вячеслав Андреев.
⚠️Стәрлетамаҡ ҡала полицияһы киң таралған мутлашыу схемаһы тураһында хәбәр итте.

⚠️Уҙған аҙнала Стәрлетамаҡта 14 дистанцион мутлашыу осрағы теркәлгән. Зыяндың дөйөм суммаһы 2,5 миллион һум тәшкил итә.

⚠️Һуңғы ваҡытта йыш таралған ниндәй мутлыҡ схемаһы һуң ул?

⚠️Енәйәтселәр АРК-файл менән СМС-хәбәрҙәр ебәрә. Хәбәрҙәр ҡыҙыҡлы йәки борсоулы текст менән оҙатыла: "Ҡара әле, фотола һин түгелме? йәки Уны иҫләйһеңме? Кисәюл фажиғәһендә һәләк булған.

⚠️Әгәр шул сМС-хәбәрҙе асып ҡараһаң телефонға зарарлы программа автоматик рәүештә ҡуйыла. Ул мутлашыусыларға телефонығыҙға алыҫтан идара итергә мөмкинлек бирә. Һөҙөмтәлә, енәйәтселәр банк ҡушымталарына инеп, аҡсағыҙҙы урлай һәм ҡоролма хужаһы исеменә онлайн-кредиттар ала.

⚠️Бер ваҡытта ла мессенджерҙарҙа киңәйтелгән файлдар буйынса үтмәгеҙ, мәҫәлән apk. Ошондай хәбәрҙәрҙе шунда уҡ юйығыҙ.
Әгәр файлды танышығыҙ ебәрһә, уға ғәҙәти бәйләнеш аша шылтыратып, уның телефоны аша уғрылар идара итеүен хәбәр итегеҙ.
https://max.ru/ashkadarstr/AZzcd86RKzc