AshkadarLive
247 subscribers
6.06K photos
815 videos
3 files
1.6K links
Канал газеты "Ашкадар" г. Стерлитамак
Download Telegram
Яҡташыбыҙ - Беренсе канал йондоҙо!

27 февралдә Краснохолмский ауылынан уҡытыусы «Поле чудес» сығарылышында еңеү яуланы.

Алена Яныбаева 22 йыл стажы булған инглиз теле уҡытыусыһы, Краснохолмск ҡалаһының 1-се мәктәбендә эшләй. Күптән түгел ул беренсе каналда легендар «Поля чудес» шоуында ҡатнашты.

Алена Яныбаева «Поле чудес» та тамашасыларҙы үҙенең уйыны менән генә түгел, ә мари телендәге дәртле таҡмаҡтары менән дә яуланы. Алена Яныбаеваға телестудияла уның яҡын кешеләре - ире Сергей һәм ҡыҙҙары Дарья Һәм Полина ярҙам итте.

Уйын финалында Алена Геннадьевна 3000 балл йыйҙы, бүләккә ноутбук һайланы һәм суперуйында уйнауҙан баш тартты.

Фото - СӘЛӘМ телеканалы.
👏1
❇️ Башҡортостан биатлонсылары – Рәсәй кубогы призерҙары

Башҡортостандың ике спортсыһы биатлон буйынса Рәсәй кубогының финал этабында призлы урын яуланы.

Биатлон буйынса Рәсәй кубогы Златоуст ҡалаһында уҙҙы. Эдуард Латипов ир-егеттәр араһында масс-стартта көмөш призер булды, ә Антон Бабиков финишҡа өсөнсө булып килде.
👏1
Боец с позывным «Карат» рассказал о службе оператором БПЛА и мотивации жить
В зоне специальной военной операции сегодня решаются судьбы, и главным оружием зачастую становится не только меткость, но и зоркость. Боец с позывным «Карат» сегодня служит во взводе БПЛА.
https://ashkadar.com/news/y-m-i-t/2026-03-03/boets-s-pozyvnym-karat-rasskazal-o-sluzhbe-operatorom-bpla-i-motivatsii-zhit-4599867
👍1
Башҡортостандың "Алға" иҡтисади зонаһына яңы инвестор килде

"ГТ-Энергия" компанияһы "Алга" иҡтисади зонаһында теркәлгән һәм тәбиғи газдан электр генераторҙары һәм газ поршень ҡоролмалары сығарырға планлаштыра.
Төҙөлөшкә 320 миллион һум бүленгән, 19 эш урыны булдырыласаҡ. Ишембай районында проект ҡеүәте йылына 114 берәмек булған беренсе майҙансыҡта етештереү планлаштырыла.
Продукция Рәсәйгә һәм сит илдәргә оҙатыласаҡ. Иҡтисади зонаның резиденты статусы һалым һәм таможня льготалары бирә, ә үҫешкән инфраструктура проектты тормошҡа ашырыуҙы тиҙләтә.
📌Бөгөн - Халыҡ-ара яҙыусылар көнө
📜🖌
Беҙҙең гәзитебеҙ яҙыусылар һәм уҡыусылар менән тығыҙ бәйләнештә.
Барлыҡ яҙыусыларҙы профессиональ байрамдары менән ҡотлайбыҙ!🎉 Һеҙ беҙгә бик ҡәҙерле! Беҙҙең гәзитебеҙ менән хеҙмәттәшлек иткәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт!

Төркөмдәштәребеҙ! Ә һеҙ ниндәй авторҙарҙы яратып уҡыйһығыҙ?Комментарийға яҙығыҙ!

📝📕3 марта — Всемирный день писателя

Дорогие авторы, от всей души поздравляем вас с праздником!🎉 Спасибо, что дарите нам столько увлекательных и важных историй!
Милые читатели, а вам в этот день желаем почаще находить «своих» авторов, творчество которых будет откликаться в ваших сердцах.
🔥1
Мөлкәт һалымдары буйынса МХО яугирҙары өсөн льготалар.
👍1
Бөгөн яҙҙың өсөнсө көнө булыуға ҡарамаҫтан, һауа торошо бөтөнләй ҡышҡыса - буранлай, ҡар яуа. Коммуналь хеҙмәттәр өсөн эштәр күбәйҙе: юлдарҙы һәм тротуарҙарҙы таҙарталар, юлдарҙы боҙлауыҡҡа ҡаршы материалдар менән эшкәртәләр. Ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов белдереүенсә, унан береһе лә ситтә ҡалырға тейеш түгел. Бөгөн, 3 марта, ҡала хакимиәтендә әлеге мәсьәлә буйынса ҡала активы менән кәңәшмә үткәрелгән.

- Ҡалабыҙҙың предприятиеларына, ойошмаларына һәм учреждениеларына, эшҡыуарҙарға мөрәжәғәт итәм: әйҙәгеҙ, эргә-тирәләге биләмәләрҙе ҡарҙан таҙартырға сығайыҡ һәм бергәләп халҡыбыҙ өсөн файҙалы эш башҡарайыҡ. Әлбиттә, ҡала хакимиәте лә, һәр ваҡыттағыса, ҡаланың төрлө өлөшөн таҙартыу эштәренә йәлеп ителәсәк.

Йәмәғәт һәм эргә – тирәләге биләмәләрҙе таҙартыу - ул, тәү сиратта ... тулыраҡ - https://max.ru/ashkadarstr
👍1
Стәрлетамаҡта Стәрле йылғаһы ярында үҫмерҙең үле кәүҙәһе табылған.

Февралдә Стәрлетамаҡта йылға ярында үҫмерҙең кәүҙәһе табылған. Был хаҡта 3 мартта үткән оператив кәңәшмәлә үҙ доклады барышында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығының Федераль янғынға ҡаршы хеҙмәтенең 14-се эҙләү-ҡотҡарыу отряды начальнигы Вячеслав Ефремов һөйләне.

Уның һүҙҙәренсә, 19 февралдә 4:16 сәғәттә Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә ҡатындан хәбәр килә, ул үҙенең бәлиғ булмаған улының, ҡалабыҙ колледждарҙың береһендә белем алған икенсе курс студентының барлыҡ шәхси әйберҙәрен ҡалдырып, төннә өйҙән сығып китеүе тураһында хәбәр итә.

Шул уҡ көндө, тип өҫтәне Вячеслав Ефремов, 21:30 сәғәттә үҫмерҙең үле кәүҙәһен Стәрле яр буйы буйлап Шафиев урамындағы 15-се йорт янында табалар. Кәүҙәһен сығарғандар. Хәл-ваҡиғаның сәбәптәре тураһында хәбәр ителмәй.
❇️ Башҡортостанда көслө ҡар яуыуы көтөлә

Айырым райондарҙа боҙлауыҡ, юлдарҙа көрт, тайғаҡ булыуы фаразлана.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы киләһе тәүлеккә һауа торошо тураһында хәбәр итте. Бөгөн төндә республикала урыны менән көслө ҡар яуыуы, айырым райондарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Көндөҙ республиканың көньяғында елдең секундына 15 метрға тиклем көсәйеүе көтөлә.
Шаршамбы, 4 мартта, башлыса ҡар, төндә урыны менән көслө ҡар яуыуы, айырым райондарҙа боҙлауыҡ, юлдарҙа көрт, тайғаҡ булыуы фаразлана. Һауа температураһы төндә -2, -7°, төньяҡта -12°, көндөҙ +2, -3°, төньяҡта -8°.
Төндә һәм иртән юлдарҙың айырым участкаларында ҡар яуыуы, томан төшөүе фаразлана.
Стәрлетамаҡтың почётлы гражданы Василий Никитич Шик 95 йәшен билдәләй

Стәрлетамаҡтың почетлы гражданы, техник фәндәр кандидаты һәм «Авангард» заводының элекке директоры Василий Никитич Шикка 95 йәш тулды.

https://ashkadar.com/articles/y-m-i-t/2026-03-03/st-rletama-ty-pochyotly-grazhdany-vasiliy-nikitich-shik-95-y-shen-bild-l-y-4600657
👍2
❇️ В Башкирии три трассы закрыли до утра среды

В Башкирии продолжается снегопад. Три региональные трассы будут закрыты до 9 часов утра 4 марта.

- Уфа - Инзер - Белорецк с 67 по 222 км по Архангельскому и Белорецкому районам,

Стерлитамак – Белорецк – Магнитогорск с 229 км по 275 км по Белорецкому и Абзелиловскому районам,

- Бирск – Тастуба – Сатка с 0 км по 180 км по Бирскому, Мишкинскому, Караидельскому, Дуванскому районам.
БЫЛ ОЛИМПИАДА БДИ-ҒА ӨҪТӘМӘ БАЛЛ БИРӘ

Беҙҙең төбәктән 250 уҡыусы теоретик этапта ҡатнашты.

https://ashkadar.com/articles/common_material/2026-03-04/roshim-olimpiada-ynda-atnash-a-bdi-a-ball-t-l-4601163
"Бөгөн Өфөлә төбәк туҡланыу операторҙарының Өсөнсө Республика форумын үткәрәбеҙ. Яңы алымдар, яңы ҡарарҙар һәм технологиялар тураһында фекер алышабыҙ. Мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында эҫе туҡланыу – балалар һаулығы нигеҙе. Был темаға ҙур иғтибар бүлеүҙе дауам итәйек", тип яҙа социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә БР Башлығы Радий Хәбиров. https://t.me/radiyhabirov/12578
❇️ Позывной «Башкир»: халыҡ шағирәһе Лариса Абдуллинаның МХО батырҙары хаҡында китабы донъя күрҙе

Позывной «Башкир»
Алло! Алло!
Һиңә шылтыратам,
Ишетелә микән әйткәнем.
Ғорур сәләм тапшырырға ине,
Юҡ, еткереү түгел өй ғәмен.

Позывнойың һинең “Башкир” булғас,
Мөмкинмө ни өнһөҙ ҡалырға?
Халҡым намы – иң сал ҡалаларҙа!
Халҡым даны күскән моң-йырға!

Тоғролоҡ һәм намыҫ маяғылай,
“Башкир” позывнойы яуҙарҙа.
Иңдәреңә исем бурыс һалған,
Асылыңа дарман ауҙарған!

Бик ҡеүәтле беҙҙең ватаныбыҙ,
Нигеҙе лә уның боронғо.
Доға ҡылыу ата-бабаларға –
Мең-мең сауап!
Мең ҡат урынлы!

Был дәүләтте нисәмәләр быуат
Төҙөгәндәр рухи көс менән.
Таштарына һеңгән бабам ҡаны
Илгә һөйөү тигән хис менән!

Шуға күпме дошман ташланһа ла,
Аллаһымдың етә әмере!
Бер минутта Ерҙән юҡҡа сығыр
Донъя баҫҡан дәжжәл ғәскәре.

Тылда хәлдәр беҙҙең төрлөсә ул,
Төрлө яҡлап һынау был ҡыштар.
Рус егете булып та бит һин
Позывнойың “Башкир” һуғышта.

https://vk.com/wall-62246556_53997
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
❇️ Школа «Хазина» в селе Аскарово Абзелиловского района стала 12-й семье флагманских, полилингвальных учреждений образования. В торжественном открытии в режиме ВКС принял участие и Глава Башкортостана Радий Хабиров. Теперь у детей появился свой современный дворец знаний со стадионом, школой искусств и лингафонными кабинетами, и что важно, с возможностью учиться в первую смену.
1
❇️ Наши университеты — в элите Приволжья!

По итогам рейтинга вузов Приволжского федерального округа за 2026 год, составленного экспертами Агентства RAEX, наши университеты продемонстрировали высокие результаты. Два ведущих вуза республики вошли в топ-20 лучших учебных заведений округа.

Башкирский государственный аграрный университет (БГАУ) поднялся на 6-ю строчку рейтинга. Хочу особо отметить, что по научным показателям БГАУ занимает 2-е место во всем округе! Это прямое доказательство того, что аграрная наука в республике развивается мощными темпами.
Башкирский государственный педагогический университет им. Акмуллы (БГПУ) закрепился на 13-й позиции. Наши будущие учителя и педагоги показывают блестящие результаты в работе с обществом — здесь вуз вошел в четверку лучших в ПФО.
Всего в рейтинге представлено 52 вуза округа.
Башҡортостанда өс йүнәлештә иртәнгә тиклем йәнә юл ябылған

5 мартта иртәнге сәғәт 9 ға тиклем ҡар яуыуы сәбәпле өс төбәк юлы буйлап йөк һәм пассажирҙар транспорты хәрәкәте ябылған:

📍 Кропачево - Мәсәғүт- Әчит (Салауат, Дыуан, Мәсетле райондарында);

‼️Малаяҙ, Үрге Ҡыйғы, Яңы Балаҡатай, Ункурда (Салауат, Ҡыйғы, Балаҡатай райондарында);

📍 Бөрө - Таҙтүбә - Һатҡы (Ҡариҙел, Дыуан, Ҡыйғы райондарында).
Стәрлетамаҡта Гоголь урамы яҡлап "Яр буйы" биҫтәһенә ингән юл ике көнгә ябыла.

Стәрлетамаҡта Гоголь урамы яғынан "Яр буйы" биҫтәһенә инеү урыны ваҡытлыса ябыла. Был хаҡта «Стәрлетамаҡ һыу каналы» МУПы хәбәр итә.

Ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошма мәғлүмәте буйынса, ябыу 7 мартта иртәнге сәғәт 8-ҙән 9 мартта 23.00 сәғәткә тиклем планлаштырыла. Сәбәбе - биҫтәлә һыу ағыҙыу селтәрҙәре төҙөү. Участканы Суханов урамы яғынан урап үтергә мөмкин.
Махсус хәрби операция, демография, йәштәр һәм балаларҙы тәрбиәләү төп тема булып ҡала.

Бөгөн Өфөлә уҙған Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы коллегияһында шулай тип белдерелде.

"Бөгөн хәрби бәрелештәрҙән тыш, иҡтисади һәм мәғлүмәти һуғыш бара. Балаларҙың зиһенен яулау өсөн көрәшәләр. Ялған мәғлүмәт күп. Беҙҙең журналистарға был фронтта көслө булырға кәрәк”, - тине Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Искәндәр Әхмәтвәлиев.

Бөгөн унға яҡын коллегабыҙ фронтта хәрби бурысын үтәй. Ике һөнәрҙәшебеҙ Бөрөнән Венер Йыһаншин һәм Дмитрий Кузнецов алғы һыҙыҡта батырҙарса һәләк булды. 2025 йылда Башҡортостанда Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып хәрби журналистар тураһында закон ҡабул ителде.

“2025 йыл Башҡортостан матбуғат баҫмалары өсөн уңышлы булды. Газета һәм журналдар тиражын һаҡлап ҡалды”, - тине "Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина.

Тулыраҡ
- https://max.ru/ashkadarstr/AZy5m3HtTXc