AshkadarLive
247 subscribers
6.06K photos
815 videos
3 files
1.6K links
Канал газеты "Ашкадар" г. Стерлитамак
Download Telegram
Юлдар, юлдар, оҙон булһа булһын, тик емерек кенә булмаһын!

Нәҡ шулай, юлдар тигеҙ, хәүефһеҙ булһын өсөн Стәрлетамаҡ Юл ремонт-төҙөлөш идаралығы хеҙмәткәрҙәре даими рәүештә асфальтты ремонтлап тора.

https://ashkadar.com/articles/common_material/2026-02-26/yuldar-yuldar-o-on-bul-a-bul-yn-tik-emerek-ken-bulma-yn-4594615
🔥1
Пилотһыҙ системаларҙың яңы ғәскәрҙәренә тиҙ ҡарарҙар ҡабул итә белгән, үткер, аҡыллы кешеләр теләп килә. Йәш кешеләр өсөн перспективалы эш менән шөғөлләнеү - ҙур хыялдарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеге ул .

8 (927) 310-39-33; 8 (987) 601-46-30; 8 (927) 310-39-33; 8 (993) 058-09-14; 8 (917) 451-68-79 телефон һандары буйынса шылтырат.

Шулай уҡ контракт буйынса хеҙмәт итеү тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Стәрлетамаҡ ҡалаһының хәрби комиссариатында (Хоҙайбирҙин урамы, 118, каб. 19) алырға мөмкин.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дуҫтар! Яңыраҡ "Ашҡаҙар" гәзитенең 35 йыллыҡ юбилейына арналған ҙур тамаша үтте. Ошо саранан репортажды һәм ғөмүмән гәзитебеҙ тураһында махсус тапшырыуҙы БСТ каналы әҙерләп күрһәтте.
🔥21
Әлеге мәлдә ҡалабыҙҙың "Сода" мәҙәниәт һарайында һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы яраҡлаштырыу һәм реабилитациялау буйынса ғилми-практик конференцияһы бара.
👍1
ҠЫШҠЫ ШАЙМОРАТОВ УЙЫНДАРЫ

Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһының 23-сө полилингваль күп профилле мәктәбендә, “Ҡышҡы Шайморатов уйындары” үткәрелде. Был матур сараға республикабыҙҙың төрлө район һәм ҡалаларынан саҡырылған уҡыусылар килде. Улар араһында Хәйбулла, Белорет, Баҡалы, Иглин, Стәрлебаш, Архангел, Йылайыр райондары һәм Салауат, Өфө, Күмертау ҡалалары мәктәптәре лә бар ине. Бөтәһе 16 мәктәп ҡатнашты.

https://ashkadar.com/articles/common_material/2026-02-26/ysh-y-shaymoratov-uyyndary-4597114
❇️ Март айына намаҙ уҡыу ваҡыты.
👍1
Башҡорт ғаиләһе көнө менән!

Ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән 2017 йылдан үткәрелә. Республикабыҙ өлгөлө ғаиләләре менән дан тота.

Барыһы ла ғаиләнән башлана. Яҡыныңа хәстәрлек, телгә һөйөү, олоно ололау, кесене ҡурсалау ҙа иң тәүҙә ғаиләнән.

Һәр ғаиләлә сабый тауышы тыңмаһын, ел дауылдар урап үтһен, татыулыҡ һәм именлектә йәшәйек. Имен, татыу, ырыҫлы, мөхәббәтле булһын ғаиләләр! Байрам менән!

📷 Фотола Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Айгөл Сәйфуллина тормош иптәше һәм балалары менән.

 🚀 Беҙ МАХ каналында: max.ru/ashkadarstr
👏1
❇️ Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә

1 марттан Рәсәйҙә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты үҙгәрә – айҙың 10-сы көнөнән 15-енә күсерелә. Мәҫәлән, февраль өсөн 15 марттан да һуңға ҡалмайынса түләргә кәрәк.
Төҙәтмәләр индерелгәнсе торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн һәр айҙың 10-сы көнөнә тиклем түләү мотлаҡ ине.
Шәхси иҫәп приборҙары күрһәткестәрен элеккесә һәр айҙың 25-нән дә һуңға ҡалмайынса тапшырыу талап ителә.
❇️ Яҡташыбыҙ Артур Собханғолов – донъяның иң яҡшы 10 боксеры иҫәбендә

Өфөнән Артур Собханғолов донъяның иң яҡшы боксерҙары халыҡ-ара рейтингында тәүге унау иҫәбенә инде. Рейтинг BoxRec порталында баҫылған, тип хәбәр итә республиканың бокс федерацияһы.
BoxRec порталы мәғлүмәттәре буйынса, Собханғолов Олимпия уйындары еңеүсеһе Энди Круз, донъяның көслө боксерҙары Лукас Бахди (Канада), Баходур Усманов (Үзбәкстан) һәм башҡалаларҙы уҙып китеп, 10-сы урынды биләй. Артурҙың иҫәбендә – 11 еңеү (5-һе – нокаут). 13 февралдә ул 10 раундлы алышта Верджил Виторҙы (Филиппин) техник нокаут менән еңде.

Артур Собханғолов һүҙҙәренсә, киләһе алышты ул 25 апрелдә Өфөлә үткәрә.
👍1