AshkadarLive
247 subscribers
6.07K photos
815 videos
3 files
1.6K links
Канал газеты "Ашкадар" г. Стерлитамак
Download Telegram
❇️ В Башкортостане состоится семейный выходной «Крепость по имени семья»

Республиканский семейный выходной «Крепость по имени Семья» пройдет 28 февраля.
Праздник проводится в рамках Года большой и дружной семьи и в соответствии с задачами нацпроекта «Семья».
Программа включает в себя командные конкурсы, творческие выступления, мастер-классы «Наши мужчины в истории семьи», «Открытка для защитника» и многое другое. Время и место проведения мероприятий можно уточнить по ссылке: https://clck.ru/3S5RF5
👍1
ИҒЛАН

Ауыл ерендә 93 йәшлек инәй менән бергә йәшәргә теләгән әҙәпле мосолман ҡатын-ҡыҙҙы эҙләйем.
Тел.: 8987-604-26-11.
Реклама.
👍1
Ҡәҙерле дуҫтар, белеүегеҙсә 1 март Башҡортостанда “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” көнө булараҡ билдәләнә.

Әйткәндәй, байрам тарихы тиҫтә йылдан ашыу элек нәҡ Стәрлетамаҡта “Етегән” - ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө булараҡ башланғыс алғайны.

Шул уңайҙан 17.00 сәғәттә, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең “дискотека залында” йәштәрҙе Илнур Рамазанов, Илшат Яҙмыш Йәмилев һәм башҡа билдәле башҡарыусылар ҡатнашлығында башҡортса ритайымға саҡыралар. Матур саранан ситтә ҡалмағыҙ!
0+
👍1
Мутлашыусыларҙың сос һәм отҡор икәнен күптәр белә, был турала гәзит уҡысыларыбыҙҙы даими иҫкәртеп тә торабыҙ. Социаль селтәрҙәрҙә лә мәғлүмәт бирәбеҙ.
Ошоға бәйле, мине лә муттар үҙ ҡармағына эләктереп алырға маташа. Миҫал өсөн өс көн эсендә генә булған хәлде бәйән иткем килә һеҙгә. Көнө-төнө шылтыраталар бит тырышып, йәнәһе лә Уралсиб банкы, Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен алыу үҙәге фонды (Фонд ВЦИОМ), риелтор хеҙмәттәре хеҙмәткәрҙәре ниндәйҙер хеҙмәт буйынса минең фекеремде белгеләре килә, һорау алыу үтергә ҡушалар... Хатта МАХ мессенджеры аша ла атай-әсәйҙәр чатында "Привет, это ты на фото" тип яҙып һылтанма ебәреп, шуның аша үтергә ҡушалар.
Әммә, мин яҡындарымды ла иҫкәртеп ҡуйҙым, үҙем дә мәғлүмәт менән "ҡоралланғанмын", уларҙың хәйләһен беләм, ҡармаҡтарына эләкмәҫмен, тип уйлайым, Аллам һаҡлаһын. Ләкин, ошолай тип үҙҙәрен тынысланғандар ҙа ҡайһы саҡ уғры ҡорбандары була бит әле. Шул саҡта аҡылды Алла алғандыр, тибеҙ.

тулыраҡ - https://max.ru/ashkadarstr/AZyZf5-afrE
Фото – скриншот.
- Силәбе өлкәһе делегацияһының Башҡортостанға килеү сәбәбенең береһе - хеҙмәттәшлек тураһында яңыртылған килешеү. Бөгөн төбәк губернаторы Алексей Леонидович Текслер менән ошо документҡа ҡул ҡуйҙыҡ. Сиратта - ентекле юл картаһы тора, унда һәр пункт буйынса аныҡ аҙымдарҙы яҙып үтәсәкбеҙ. Был ябай ҡағыҙ ғына түгел, ул һөҙөмтәле үҙ-ара эш итеү өсөн реаль нигеҙ булып тора, - тип яҙа үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә БР Башлығы Радий Хәбиров. https://t.me/radiyhabirov/12543
2
❇️ Республика юлдарында йөк транспорты хәрәкәте сикләнә

Башҡортостанда яҙғы-йәйге осорҙа төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге юлдарҙа ауыр йөк транспорты хәрәкәте ваҡытлыса сикләнә.

Тейешле ҡарарға хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған.
Яҙғы осорҙа ваҡытлыса сикләү ағымдағы йылдың 1 апреленән 30-на тиклем 6 тоннанан ашыу ауырлыҡтағы йөк транспорты өсөн ғәмәлдә була. Бынан тыш, 20 майҙан 31 авгусҡа тиклем күп тонналы фураларға һауа температураһы 32 градустан юғары булғанда йөрөү тыйыла. Трассаларҙа үлсәү контроле эшләйәсәк.
Төбәк әһәмиәтендәге юлдар исемлегендә ваҡытлыса йөрөү тыйылған 41 участка, муниципаль-ара әһәмиәттәге юлдар исемлегендә иһә 84 участка бар. Тулы исемлек менән һылтанма буйынса https://npa.bashkortostan.ru/49014/ танышырға мөмкин.
Йома көнө мөбәрәк булһын! Доғаларҙа булайыҡ, дин ҡәрҙәштәр!

- Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.
- Әлхәмдүлилләәһи Раббил-гәәләмиин.
-Вәс-саләәтү вәс-сәләәмү гәләә расүүлинә Мүхәммәдин вә гәләә әәлиһи вә әсхабиһи әҗемәгыйн.
- Йә, Раббым!
-Ауырыусыларға - дауа бир, мохтаждарға - яҡшы ризыҡ бир, аҙашҡандарға - тура юл күрһәт, әйлеләргә - ярҙам ит, бәләгә төшкәндәргә - сығыу юлын күрһәт!
- Йә, Раббым!
- Бала-ейәндәргә, киләсәк быуындарға дин тотоу, һиҙайәт бир.
- Өгөт-нәсихәт биреү һәм итәғәттә үҫеп, уларға беҙҙән хәйерлерәк быуын булырға яҙһын!
- Йә, Раббым!
-Ғаилә ҡормағандарға - яҡшы хәләл ефеттәр, балаһы булмағандарға - изге балалар бир.
- Аллааһүммә раббәнәә әҙилә миңзәлә мубарак әңтә э-э-эй хайрул миңзилә.
- Әй, изгелекле, мәрхәмәтле Раббым!
- Ерҙәр ҙә, күктәр ҙә Һинең әмереңде буйһона.
- Бөтә һөйөнөстәр һәм хәсрәттәр Һинең ҡулыңда.
- Теләгән бәндәләреңә һәм теләгән ерҙәргә Һин бәрәкәттәр индерәһең.
- Теләһәң, ул бәрәкәттәрҙе ала ла алаһың.
Хәбәр итеү системаһы тикшерелә

4 мартта бөтә Рәсәй буйынса халыҡты иҫкәртеү системаһы тикшереләсәк.

Өфө ваҡыты буйынса 10:43-тән 10:44-кә тиклем телевидение һәм радиотапшырыуҙар һүндерелә. Граждандар оборонаһын һәм Ғәҙәттән тыш хәл тураһында хәбәр итеү системаһын тикшереү — планлы рәүештә.

Эфирҙы һүндереү ваҡытлыса характерҙа һәм тик тикшереү маҡсаттарына ғына буласаҡ.
Оскар Ситдиҡов: МХО ҡатнашыусыһы статусы "индульгенция" булырға тейеш түгел

Башҡортостан Республикаһы Юғары хәрби комиссариаты ветерандары Ассоциацияһы рәйесе, Батырлыҡ ордены кавалеры Оскар Ситдиҡов ветерандарға һәм төбәк халҡына мөрәжәғәт менән сығыш яһап, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы статусын көнкүреш конфликттарында баҫым яһау сараһы булараҡ файҙаланмаҫҡа саҡырҙы.

Уның һүҙҙәренсә, йәмғиәттә "мин МХО ҡатнашыусыһымын" тигән һүҙбәйләнеш сираттарҙа, бәхәстәрҙә һәм хатта ваҡиғалар йыйылмаларында яңғыраған осраҡтар йышайған. Оскар Ситдиков билдәләүенсә, ветерандарҙың хоҡуҡтарын боҙоуҙар тикшереүҙе талап итә. Бының менән профилле структуралар, шул иҫәптән Ассоциация, юридик хеҙмәттәр һәм күҙәтеү органдары шөғөлләнә.

Беҙ МХО биләмәһенә сираттарҙа тупаҫ итеп ҡыланыу йәки ниндәйҙер юғары хоҡуҡҡа эйә булыу өсөн, беҙгә ҡағиҙәләрҙән тыш урын биреүҙе талап итеү өсөн түгел, ә Тыуған илебеҙҙе яҡларға барҙыҡ, мөрәжәғәттә әйтелә.

Фото - "Башинформ" агентлығы.
Башҡортостанда юлдарҙағы соҡорҙарҙы ремонтлау эше әүҙемләшә.
👍1