AshkadarLive
247 subscribers
6.07K photos
815 videos
3 files
1.6K links
Канал газеты "Ашкадар" г. Стерлитамак
Download Telegram
Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!
Илебеҙ тыныслығы һағында торған ир-егеттәребеҙгә ныҡлы һаулыҡ һәм ғаилә именлеге теләйбеҙ. Бөгөн беҙ тыныс йәшәһен өсөн көрәшкән яугирҙарыбыҙға имен-аман Еңеү менән әйләнеп ҡайтырға яҙһын.
🔥2
Тыныс тормошта, хәрби бурысын үтәгәндә йәки фажиғәле шарттарҙа һәләк булған яугирҙар һәйкәле — ил именлеге өсөн ғүмерен биргән батырҙарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү урыны. Ул хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ҡаһарманлығын, фиҙаҡәрлеген һәм яуаплылығын хөрмәтләү, шулай уҡ йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү өсөн бик мөһим.
Бөгөн тыныс тормошта һәләк булған яугирҙар һәйкәленә сәскә һалыу тантанаһы үтте.
Сарала Йәш гвардия, Беренселәр хәрәкәте, Еңеү ирекмәндәре ағзалары, кадеттар ҡатнашты.
👍2
🤲ӨС КЕШЕ ДОҒАҺЫ

Пәйғәмбәребеҙ салләллаһу ғәләйһи вә сәлләм былай тип әйткән:

«Өс кешенең доғаһы кире ҡағылмаҫ, йәғни ҡабул булыр.
Улар:

🤲 ғәҙел батша,

🤲 ураҙа тотоусының ифтар ваҡытында ҡылған доғаһы,

🤲 золом ителгән (насарлыҡ күргән) кешенең доғаһылыр..."
👍2
Башҡортостан муниципалитеттары вәкилдәре «КЕСЕ ВАТАН – РӘСӘЙ КӨСӨ» форумының төбәк көндәрендә ҡатнашты. Саралар 2026 йылдың 19-20 февралендә Иркутск ҡалаһында үтте.

Уның темаһы булып «Тотороҡло үҫеш: муниципалитеттарҙың экологик коды» торҙо.

Саралар сиктәрендә ҡатнашыусылар тәжрибә уртаҡлашты, асыҡ диалог форматында федераль эксперттарға һорауҙар бирҙе, белем биреү мастер-лекцияларына йөрөнө һәм Байкал ярҙарында тормошҡа ашырылған экологик проекттар менән танышты.
ЯҘ “ӨЛГӨЛӨ БАШҠОРТ ҒАИЛӘҺЕ”НӘН БАШЛАНА!

Ҡәҙерле дуҫтар, белеүегеҙсә 1 март Башҡортостанда “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” көнө булараҡ билдәләнә. Әйткәндәй, байрам тарихы тиҫтә йылдан ашыу элек нәҡ Стәрлетамаҡта “Етегән” - ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө булараҡ башланғыс алғайны. Шуға байрам сиктәрендә ҡалабыҙҙа йыл да Төбәк-ара “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсын йомғаҡлау ҙа үҙе бер матур йола булып тора.


Быйыл был ваҡиға айырыуса мәғәнәгә эйә, сөнки Рәсәйҙә 2025 йыл Халыҡтар берҙмәлеге йылы, ә Башҡортостанда - Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителде. Ә байрамдың төп ойоштороусыһы - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы быйылғы йылды Башҡорт ғаиләһе йылы тип иғлан итте.

Байрам сиктәрендә быйыл бер нисә сара ҡаралған. Улар барыһы ла 1 март Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә үтә.

Сараларға килгәндә, 12.00 сәғәттә... тулыраҡ - https://max.ru/ashkadarstr/AZyPGQ2VHr4
😍2
🚒Стәрлетамаҡ янғын һүндересүселәре иң яҡшылары
🔥💧Ҡалабыҙ янғын һүндереүселәре юл-транспорт ваҡиғаларында авария-ҡотҡарыу эштәрен үткәреү буйынса ярыштарҙа иң яҡшылары булды.
Стәрлетамаҡта 40-сы янғын һүндереү-ҡотҡарыу часы базаһында ярыштар үткәрелде, уның барышында автомобиль транспортында авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә авария-ҡотҡарыу эштәрен үткәреү буйынса 14 янғын һүндереү-ҡотҡарыу отряды араһында иң яҡшы командалары билдәләнде. 👇
https://ashkadar.com/news/y-m-i-t/2026-02-24/st-rletama-yan-yn-nderes-sel-re-i-ya-shylary-4590637
Хәҙер эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын( "больничный"ҙы) онлайн ябырға мөмкин.
Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы үҙенең чат-бот max.ru/rb_k_vrach... функцияһын киңәйтте. Хәҙер республикала йәшәүселәргә табипҡа онлайн-консультацияға яҙылыу ғына түгел, ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын дистанцион рәүештә ябыу мөмкинлеге лә барлыҡҡа килде.
Яңы сервис «МАХ» милли мессенджеры базаһында эшләй.

Онлайн-консультацияларға яҙылыу нисек башҡарыла?

https://ashkadar.com/articles/ishettege-me-le/2026-02-24/h-er-bolnichnyy-y-onlayn-yabyp-bula-4590628
❇️ А вы знали, что Марина Цветаева переехала в Башкирию, чтобы спасти своего возлюбленного?

Собрали для вас ТОП-7 удивительных фактов о башкирском следе в судьбе Цветаевой.

В 1911 году 18-летняя поэтесса сбежала из Коктебеля на Усень-Ивановский завод (ныне село в Белебеевском районе), чтобы спасти своего возлюбленного Сергея Эфрона от туберкулеза. Ей было 18, ему — 17. Она повезла его лечить кумысом, и это сработало!

Именно в Башкирии, а не в Москве или Европе, появился первый памятник Марине Цветаевой! Его установили в 1992 году, к 100-летию поэтессы, у здания лесничества.
https://vk.com/wall-62246556_53800
🔥2