AshkadarLive
247 subscribers
6.07K photos
815 videos
3 files
1.6K links
Канал газеты "Ашкадар" г. Стерлитамак
Download Telegram
Ваҡыт - рәссам

Алтмыштан һуң, бынағайыш,
Ваҡыт хәтәр уйнаҡлай.
Күрмәй ҡалаң, ҡәләм тотоп
Йөҙҙәремә сыймаҡлай.

Минең йөҙҙө әллә инде
Дәфтәр бите тип белә.
Күҙ осонда берәү түгел,
Алты "ҡаҙ эҙе" килә.

Маңлайыма әллә нисә
Поезд юлдарын һыҙған.
Асылған икән таланты,
Рәссамдар кеүек ҡыҙған.

Шул биғәләш рәссам шайын
Тотоп алырмын тимә.
Поезд менән түгел, үҙе
Самолёт менән елә.
Рәшиҙә Рәис.
👍2
Батырҙарҙың үлгән көнө булмай...

Бөгөн данлыҡлы 112-се башҡорт атлылар дивизияһы командиры, генерал-майор, Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатовты иҫкә алабыҙ. Ул 1943 йылдың 23 февралендә Луганск өлкәһендә батырҙарса һәләк була.
👍2
Дрондарға идара итеү операторы булыу ауырмы, ул ниндәй шарттарҙа эшләй, һөнәргә ниндәй талаптар ҡуйыла?

Туймазы районынан Марат Абдуллин (исем-шәрифе үҙгәртеп алынды) махсус хәрби операцияла “Башҡортостан” полкы взводтарының береһендә сержант дәрәжәһендә пилотһыҙ осоу аппараттары отделениеһы командиры булып хеҙмәт итә. Уның һөнәре, хеҙмәте, контузия алыуы һәм башҡалар хаҡында тулыраҡ сайтта уҡый алаһығыҙ. 👇
https://ashkadar.com/news/y-m-i-t/2026-02-23/h-erge-zamanda-pilot-y-osou-apparattary-t-rl-lk-l-r-k-r-k-4584644
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🌟 Владимир Путин Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотланы

Рәсәй Президенты "Беҙ Ватан йылъяҙмаһындағы һәр хәрби битте ҡәҙерләп иҫкә алабыҙ", "Быйыл Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы тип иғлан ителде. Элек-электән төрлө милләт һәм дин кешеләре ил һаҡлауға дәррәү күтәрелгән, ошондай татыулыҡ менән ғорурланабыҙ" тине ул сығышында.
2
Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!
Илебеҙ тыныслығы һағында торған ир-егеттәребеҙгә ныҡлы һаулыҡ һәм ғаилә именлеге теләйбеҙ. Бөгөн беҙ тыныс йәшәһен өсөн көрәшкән яугирҙарыбыҙға имен-аман Еңеү менән әйләнеп ҡайтырға яҙһын.
🔥2
Тыныс тормошта, хәрби бурысын үтәгәндә йәки фажиғәле шарттарҙа һәләк булған яугирҙар һәйкәле — ил именлеге өсөн ғүмерен биргән батырҙарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү урыны. Ул хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ҡаһарманлығын, фиҙаҡәрлеген һәм яуаплылығын хөрмәтләү, шулай уҡ йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү өсөн бик мөһим.
Бөгөн тыныс тормошта һәләк булған яугирҙар һәйкәленә сәскә һалыу тантанаһы үтте.
Сарала Йәш гвардия, Беренселәр хәрәкәте, Еңеү ирекмәндәре ағзалары, кадеттар ҡатнашты.
👍2
🤲ӨС КЕШЕ ДОҒАҺЫ

Пәйғәмбәребеҙ салләллаһу ғәләйһи вә сәлләм былай тип әйткән:

«Өс кешенең доғаһы кире ҡағылмаҫ, йәғни ҡабул булыр.
Улар:

🤲 ғәҙел батша,

🤲 ураҙа тотоусының ифтар ваҡытында ҡылған доғаһы,

🤲 золом ителгән (насарлыҡ күргән) кешенең доғаһылыр..."
👍2
Башҡортостан муниципалитеттары вәкилдәре «КЕСЕ ВАТАН – РӘСӘЙ КӨСӨ» форумының төбәк көндәрендә ҡатнашты. Саралар 2026 йылдың 19-20 февралендә Иркутск ҡалаһында үтте.

Уның темаһы булып «Тотороҡло үҫеш: муниципалитеттарҙың экологик коды» торҙо.

Саралар сиктәрендә ҡатнашыусылар тәжрибә уртаҡлашты, асыҡ диалог форматында федераль эксперттарға һорауҙар бирҙе, белем биреү мастер-лекцияларына йөрөнө һәм Байкал ярҙарында тормошҡа ашырылған экологик проекттар менән танышты.