AshkadarLive
247 subscribers
6.07K photos
815 videos
3 files
1.6K links
Канал газеты "Ашкадар" г. Стерлитамак
Download Telegram
🌞 Киләһе өс көн ниндәй булыр?

❄️❄️Шәмбе, 21 февралдә, ҡар яуыуы дауам итәсәк. Төндә урыны менән буран сығыуы көтөлә, юлдарҙы ҡар һырынтыһы ҡаплай, тайғаҡ. Ел көньяҡ-көнсығыштан, талғын, көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -10….-15°, көндөҙ -5°-10°.

Йәкшәмбе, 22 февралдә, урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көнбайыштан һәм төньяҡ-көнбайыштан, талғын. Төндә һауа температураһы -12...-17 градусҡаса, аяҙытҡанда -22°-ҡа тиклем һыуыта. Көндөҙ -7°…..-12°, таулы райондарҙа -2°-ҡа тиклем булыуы көтөлә.

Дүшәмбе, 23 февралдә, төндә термометр бағанаһы -17...-22°-ҡа тиклем түбәнәйә, көндөҙ -9°-14 °.

🚗Юлдарҙың ҡайһы бер урындарында томан төшә, күреүсәнлек кәмей. Һаҡ булығыҙ!
👍1
❇️ 21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө.

Ер йөҙөндә юғалып барған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу маҡсатында 1999 йылда ЮНЕСКО 21 февраль - Халыҡ-ара туған телдәр көнө, тип иғлан итте. Ер шарында йәшәүсе халыҡтар 6 меңгә яҡын телдә аралаша, үкенескә ҡаршы, уларҙың күптәре юғалыу сигендә.
Башҡортостан - йөҙҙән ашыу милләт вәкиле йәшәгән күп милләтле төбәк. Республикабыҙҙа башҡорт, рус, татар, сыуаш, мари, украин, мордва, немец һәм башҡа милләт вәкилдәре дуҫлыҡта һәм татыулыҡта йәшәй.

Һәр милләт өсөн туған теле - иң яҡын, иң ғәзиз тел, туған башҡорт телебеҙҙе ҡәҙерләйек, һаҡлайыҡ.
2
Туған телем минең, аҫылым,
Балҡып ҡына китер асылым,—
Башҡортсалап берәү өндәшһә,
Бер туғаны кеүек һөйләшә.

Башҡорт теле — тыуған илгенәм,
Иркәләп тә һөйөр елгенәм.
Әсәм ҡулдарының наҙы ул,
Күңелемдең шаулы яҙы ул.

Башҡорт телем минең — сабырлыҡ,
Инәйҙәрҙән ҡалған таһыллыҡ,
Башҡорт теле — минең тамырым,
Селләләрҙә көткән ямғырым.

Башҡорт теле — минең улғынам,
Киләсәккә илтер юлғынам.
Башҡорт теле — минең киләсәк,
Килер быуындарға бирәсәк.

Башҡорт телем минең, аҫылым,
Балҡып ҡына китер асылым,—
Башҡортсалап берәү өндәшһә,
Йәнем ирей.
Телем, мең йәшә!!!!

Гөлназ Ҡотоева.
1
255 лет – таков общий семейный стаж династии экскурсоводов Бельтеневых – Косаревых – Ахметшиных. Расскажу о них сегодня, в Международный день экскурсовода, в моей рубрике #ЖЗЛ_Башкортостан.

Основатель династии – Борис Павлович Бельтенев, профессор Санкт-Петербургского университета, проводил экскурсии по Эрмитажу, Русскому музею и Петербургу. Его супруга Ольга Ефимовна окончила Мариинскую гимназию и Бестужевские курсы, работала в Смольном.

Их сын Ефим Борисович трудился главным геологом в Хабаровском геологоуправлении, проводил экскурсии и экспедиции по Хабаровскому краю. Дочь Елизавета Борисовна с супругом приехала работать на Урал старшим геофизиком Башкирского геологического управления. Проводила беседы-экскурсии об истории, природе, искусстве, мифах.
 
Обе дочери Елизаветы Борисовны Бельтеневой – Ольга Викторовна Косарева и Ирина Викторовна Ахметшина – продолжили семейную традицию.
 
Ольга Викторовна – педагог Уфимского училища искусств, проводила экскурсии для студентов-музыкантов. Её супруг Александр Михайлович Косарев – кандидат геолого-минералогических наук, вулканолог, организовывал экскурсии для учёных со всего мира. Их дочь Елена Косарева – руководитель ансамбля «Апрель», во время конкурсных поездок организует экскурсии по городам для учащихся.

Ирина Викторовна – наставник и член жюри конкурса «Уфа-туристическая». Ещё с институтских времён она проводила экскурсии по Пушкину, Павловску, Ленинграду, Эрмитажу для иностранных гостей и студентов. Начиная с 1980-х годов, читала лекции об искусстве, проводила экскурсии, разрабатывала туристические маршруты. Дети Ирины Ахметшиной вложили своё сердце в развитие отрасли.

Булат Ахметшин – кандидат химических наук, преподаватель кафедры неорганической и технической химии в УУНиТ, автор профориентационных экскурсий. Алла Ахметшина – кандидат филологических наук, директор Центра гостеприимства УУНиТ. Эксперт по аттестации экскурсоводов при Министерстве предпринимательства и туризма Башкортостана. Разработчик многочисленных туристических маршрутов и проектов, а также курсов и методик подготовки гидов-переводчиков-экскурсоводов.

Поздравляю эту замечательную семью и всех экскурсоводов с профессиональным праздником. И снова приглашаю всех жителей Башкортостана и других регионов путешествовать по нашей республике.

Всего у нас разработано более 700 маршрутов. Особой популярностью пользуются научно-популярные, промышленные, горные, пешие и сплавные. В федеральный реестр экскурсоводов и гидов-переводчиков Министерства экономического развитии России включена информация о 99 аттестованных экскурсоводах.

Всем удачи!
🐎Кисә, 21 февралдә, Торатау итәгендә Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советы башланғысы менән ат фестивале үткән.

Унда Урман-Бишҡаҙаҡ, Яр-Бишҡаҙаҡ, Ҡарайған, Сәлих, Әптек ауылы ир-егеттәре ҡатнашҡан. Шул уҡ ваҡытта шоу сиктәрендә славян халыҡтарының Масленица байрамы ла ойошторолған, ҡунаҡтарҙы тәмле ҡоймаҡтар һәм эҫе сәй менән һыйлағандар.

Фестивалдә беренсе урынға Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы лайыҡ булған. Икенсе урында – Сәлих ауылы, өсөнсө урында – Ҡарайған ауылы. Дүртенсе урынды әптектәр яулаһа, бишенсе урынды Яр-Бишҡаҙаҡ егеттәре алған.

💫 Әйткәндәй, иң йәш ҡатнашыусылар – Әптек ауылы үҫмерҙәре. Ысын батырҙар – Ватан һаҡсылары үҫә.
👍2
❇️ Трое лицеистов из Башкирского лицея-интерната №3 и ученик школы №33 имени Суханова из Стерлитамака завоевали призовые места в финале Национальной технологической олимпиады по профилю «Ядерные технологии»

Финал олимпиады начался с предметного тура по физике и информатике. В командном инженерном туре участники моделировали виртуальные ядерные реакторы, диагностируя сбои и обеспечивая их штатную работу — анализировали параметры топлива, теплообменников и систем управления.

«Одиннадцатиклассники из лицея-интерната №3 в составе команды „Пушистики2.0“ — Шамиль Зарипов, Радмир Уразгильдин— и Дамир Уляев из школы №33 стали призёрами. А Данияр Ахметшин из БЛИ №3 выступил за команду „The Nuclear Four" и также завоевал призовое место», — рассказали в Башкирском лицее-интернате №3 Стерлитамака.
👍2
🇷🇺Һеҙҙең рухи көс менән ғорурланабыҙ!

Хөрмәтле хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм ветерандар!
Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан ихлас ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ!

Был байрам батырлыҡ, намыҫ һәм хәрби бурысына тоғролоҡ символы булып тора. Унда төрлө тарихи осорҙарҙа үҙҙәрен аямай тыуған ерен яҡлаусыларға һәм бөгөнгө көндә лә Ватаныбыҙ һағында тороусыларға
тәрән рәхмәтебеҙ сағыла.

Был көн айырым мәғәнәгә һәм хискә тулы. Әлеге ваҡытта ла, еңеүселәр быуынының данлы традицияларын дауам итеп, ҡыйыу егеттәребеҙ махсус хәрби операция биләмәһендә бурыстарын батырҙарса үтәй, сыҙамлылыҡ, бер ҙә ҡурҡып тормайынса ысын
патриотизм күрһәтә. Беҙ уларҙың рухи көсө менән ғорурланабыҙ һәм еңеүгә ихлас ышанабыҙ.

Ватаныбыҙҙы һаҡлаусыларҙың барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, ҡаҡшамаҫ ихтыяр һәм ышаныслы ярҙам, тыныслыҡ һәм именлек теләйем! Байрам менән!


Эмиль ШӘЙМӘРҘӘНОВ, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы.
👍2
🥶Башҡортостанда төнгө һыуыҡтар тағы бер нисә көнгә тотҡарланасаҡ

🌬Башгидромет фаразы буйынса, бөгөн, 23 февралдә, республикала һиҙелерлек яуым-төшөм булмаясаҡ. Һауа температураһы көндөҙ -7, -12°, таулы райондарҙа -2°тиклем.

☃️Иртәгә, 24 февралдә, яуым-төшөм көтөлмәй. Төндә -13, -18°, көньяҡ буйынса -20, -25° һалҡын булыуы көтөлә, көндөҙ -6, -11°, көнсығыш буйынса -1°тиклем.

🌥Шаршамбы, 25 февралдә, һауа торошо үҙгәрмәйәсәк.

Ә.Мансурова фотоһы.
👍2
📌 "Әр-Рахим" йәмиғ мәсетенең төҙөлөшө системалы рәүештә алып барыла һәм рәсми күҙәтеү аҫтында, тип белдергән Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин.


"Әр-Рахим" йәмиғ мәсетенең төҙөлөшө масштаблы һәм яуаплы проект, ул БР мосолмандары Диниә назараты һәм "Иман-Башҡортостан" фонды менән бойомға ашырыла. Барлыҡ ойоштороу, финанс һәм төҙөлөш эштәре үҙәкләштерелгән, асыҡ һәм ғәмәлдәге закон сиктәрендә үтәлә.
Был проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың шәхси күҙәтеүендә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алабыҙ. Республика етәкселеге, был йүнәлештәге структуралар һәм яуаплы ойошмалар мөһим рухи һәм архитектура бинаһын төҙөп бөтөүгә йүнәлтелгән эҙмә-эҙлекле эш алып бара.
Бөгөнгө көндә Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты һәм "Иман-Башҡортостан" фонды тарафынан халыҡтан аҡса йыйыу тураһында бер ниндәй ҙә рәсми иғлан булманы",

- тип яҙған Айнур Бирғәлин. Тулыраҡ беҙҙең МАХ каналында - https://max.ru/ashkadarstr
👍2
Ваҡыт - рәссам

Алтмыштан һуң, бынағайыш,
Ваҡыт хәтәр уйнаҡлай.
Күрмәй ҡалаң, ҡәләм тотоп
Йөҙҙәремә сыймаҡлай.

Минең йөҙҙө әллә инде
Дәфтәр бите тип белә.
Күҙ осонда берәү түгел,
Алты "ҡаҙ эҙе" килә.

Маңлайыма әллә нисә
Поезд юлдарын һыҙған.
Асылған икән таланты,
Рәссамдар кеүек ҡыҙған.

Шул биғәләш рәссам шайын
Тотоп алырмын тимә.
Поезд менән түгел, үҙе
Самолёт менән елә.
Рәшиҙә Рәис.
👍2
Батырҙарҙың үлгән көнө булмай...

Бөгөн данлыҡлы 112-се башҡорт атлылар дивизияһы командиры, генерал-майор, Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатовты иҫкә алабыҙ. Ул 1943 йылдың 23 февралендә Луганск өлкәһендә батырҙарса һәләк була.
👍2
Дрондарға идара итеү операторы булыу ауырмы, ул ниндәй шарттарҙа эшләй, һөнәргә ниндәй талаптар ҡуйыла?

Туймазы районынан Марат Абдуллин (исем-шәрифе үҙгәртеп алынды) махсус хәрби операцияла “Башҡортостан” полкы взводтарының береһендә сержант дәрәжәһендә пилотһыҙ осоу аппараттары отделениеһы командиры булып хеҙмәт итә. Уның һөнәре, хеҙмәте, контузия алыуы һәм башҡалар хаҡында тулыраҡ сайтта уҡый алаһығыҙ. 👇
https://ashkadar.com/news/y-m-i-t/2026-02-23/h-erge-zamanda-pilot-y-osou-apparattary-t-rl-lk-l-r-k-r-k-4584644
👍2