AshkadarLive
247 subscribers
6.07K photos
815 videos
3 files
1.6K links
Канал газеты "Ашкадар" г. Стерлитамак
Download Telegram
Ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов:

"Халыҡ-ара туған телдәр көнө алдынан “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре” тураһында БР законын тормошҡа ашырыу буйынса Комиссияһының сираттағы ултырышы уҙҙы. Беҙ телдәрҙе һаҡлау тураһында һөйләү генә түгел, ә ошо юҫыҡта аныҡ аҙымдар яһау мөһим икәнлеген яҡшы аңлайбыҙ.

Һәр тел – халыҡты асыҡларға, ҡалабыҙҙың һәм республикабыҙҙың, дәүләтебеҙҙең мәҙәниәтен байытырға ярҙам иткән беренсе тел. Был мәсьәләгә юғары кимәлдә ҙур иғтибар бирелеүе осраҡлы ғына түгел. Ағымдағы йыл, белеүегеҙсә, Рәсәй Президенты тарафынан Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы тип иғлан ителде. Туған телдәрҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә лә ҙур иғтибар бирәсәкбеҙ.

Бөгөн беҙ ҡалабыҙ тормошоноң төрлө өлкәләрендә Телдәр тураһында республика законының нисек тормошҡа ашырылыуы; вывескалар һәм алтаҡталарҙа, урам исемдәренең дөрөҫ яҙылышын тикшереү менән шөғөлләнгән Комиссия эше һөҙөмтәләре; ошо өлкәлә ҡағиҙә боҙған өсөн ҡаралған штраф санкциялары:"

Тулыраҡ МАХ каналында уҡырға мөмкин.
Рамаҙан айына сәхәр һәм ифтар ваҡыттары 🌙 Мәғлүмәт 2026 йылғы "Башҡортостан дини календары"нан алынды, Өфө ваҡыты.
Насколько оправдано задержание министра культуры Башкирии
 
Сегодня в СМИ появилась новость под громкими заголовками о задержании министра культуры Башкортостана, которой инкриминируется превышение должностных полномочий.

На фоне информационного шума и нападок отдельных ресурсов, отойдя от домыслов, давайте обратимся к фактам ее биографии, реальных достижений и оценке сделанного для культурной отрасли республики.
 
▪️Профессиональный путь и достижения до назначения министром культуры Башкирии

Под руководством Амины Шафиковой, возглавляющей ведомство с 2012 года, Министерство культуры Башкортостана вошло в число самых эффективных госструктур культуры России.
Амина Ивниевна, родившаяся в деревни Иргизлы Бурзянского района, благодаря профессионализму и многолетнему труду сумела завоевать признание среди творческой общественности, не раз прославляя республику и в качестве успешного музыканта – пианиста, и как наставник молодежи, и в качестве министра культуры.

На протяжении многих лет занималась преподавательской деятельностью. Начиная от преподавателя став профессором кафедры специального фортепиано академии, а впоследствии и ректором Уфимской государственной академии искусств.

Напомним, что ей присвоены почётные звания: заслуженная артистка Республики Башкортостан, народная артистка Республики Башкортостан. Она лауреат Государственной республиканской молодёжной премии им. Ш. Бабича,
I Республиканского конкурса им. Н. Сабитова, Международного конкурса пианистов «Musical de France», Международного конкурса «Надежды, таланты, мастера», дипломант Международного конкурса пианистов «PianelloVal Tidone».
 
▪️Поддержка СВО: личная позиция и активные действия

Команда Министерства культуры Башкортостана и лично Амина Шафикова сумели консолидировать деятелей культуры республики вокруг патриотической повестки и решения организационных вопросов по поддержке СВО:
- организованы регулярные выезды творческих коллективов к бойцам на передовую для поддержки боевого духа. Амина Шафикова лично сопровождала несколько таких бригад;
- министр и руководители учреждений культуры взяли шефство над семьями работников отрасли, участвующих в СВО;
- все творческие мероприятия в республике адаптированы под задачи формирования патриотизма и сохранения духовно-нравственных ценностей.

В данном контексте отметим, что выполнение задач на местах по вопросам поддержки СВО, требует от руководителей зачастую неоднозначных решений, которые при желании можно трактовать в ту или иную сторону. Фактически, сейчас все руководители находятся в состоянии выбора между соответствовать «букве» или «духу» закона.

Очевидно, что Шафикова сделала выбор в пользу реального выполнения задач по поддержке наших военнослужащих.
 
▪️Федеральное признание и знаковые проекты Минкульта Башкортостана

Министерство культуры РФ неоднократно отмечало республиканские проекты как успешные практики.

Среди таких примеров VI Всемирная фольклориада, ежегодная международная книжная ярмарка «Китап-байрам», всероссийский фестиваль игр и игрушек «Айда играть», форум «АРТ-Курултай», Дни армейской культуры.

Причем все мероприятия организованы на высоком уровне и в сжатые сроки.
Кроме того, Амина Шафикова выстроила эффективный диалог с национальной интеллигенцией. Под её руководством ведётся системная работа по развитию культурной инфраструктуры: от кинематографа до музейного дела.

Поддержка кинематографистов и гранты Главы республики сегодня создают условия для роста профессионального сообщества и продвижения «башкирского кино», востребованного за пределами региона.

Как пример личной помощи в раскрытии молодых талантов вспомним, что Амина Шафикова в свое время поддержала музыканта Рината Рамазанова, организовавшего этно-группу «Аргымак». Сейчас он солист широко известной башкирской фолк-группы AY YOLA.

Открыты новые музеи: «Шульган-Таш», музей музыки им. Ф. Шаляпина, музей полярников им. В. Альбанова. Ожидается создание Евразийского музея кочевых цивилизаций, визит-центр которого уже открыт в Чишминском районе.
 
Продолжение в следующем посте ⬇️
1😁1
Күңелһеҙ хәбәр алдыҡ...

Башҡорт шағиры, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Зәйнәб Биишева һәм Фәтих Кәрим исемендәге премиялар лауреаты Зөфәр Вәлит оҙаҡ ауырығандан һуң 78-се йәшендә арабыҙҙан китте.

🌷🌷Беҙ МАХ каналында: https://max.ru/ashkadarstr
❇️ Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылының рәсми логотибы раҫланды

– Ул республиканың һәм тотош илдең традицион нигеҙе булған ныҡлы күп быуынлы ғаиләне кәүҙәләндерә. – Башҡортостанда 2026 йылды Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан итеү – ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, йәмғиәттең гармониялы үҫеше өсөн шарттар булдырыу өсөн тағы бер мөмкинлек. Тематик йылдың төп маҡсаты – ғаиләнең, ҙур һәм дуҫ, күп балалы һәм күп быуынлы ғаиләләрҙең абруйын күтәреү, – тип һөйләне республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова.
❇️ Башҡортостанда Рамаҙан айында саҙаҡа (нисәб, фытыр һәм зәҡәт) күләме билдәләнде

Республика мосолмандарының Диниә назараты мәғлүмәте буйынса, фытыр саҙаҡаһының нисәбе быйыл 120 мең һум тәшкил итә. Был, әгәр мосолмандың мөлкәте ошо сумманан күберәк булһа, ул фытыр түләргә тейеш тигәнде аңлата. Хәйер мохтаждарға ғына бирелә.
Фытыр саҙаҡаһының минималь күләме – 200 һум. Ә зәҡәт түләй алырлыҡ мөмкинлеге булғандарға – 1 200 һум.
Йәшенә, һаулығына бәйле ураҙа тота алмағандарға фидиә (аҡсалата компенсация) түләргә кәрәк. Ул ҡалдырылған һәр көн өсөн 400 һум тип билдәләнгән.
👍1
БАШҠОРТ ТЕЛЕН БЕЛЕҮ ГЕНӘ ЕТМӘЙ, УҒА ҒАШИҠ БУЛЫРҒА КӘРӘК!

https://ashkadar.com/articles/common_material/2026-02-19/bash-ort-telen-bele-gen-etm-y-u-a-ashi-bulyr-a-k-r-k-4584826
👍1
В этом году начнется реконструкция Госцирка в Уфе. Того самого, что стал типовым проектом для восьми цирков по всему СССР. Давайте проследим за судьбой одного из них — донецкого цирка «Космос».
❗️ ️Өфөлә йәшәүсе ҡатын мутлашыусыларға 8,5 миллион һум тотторған

54 йәшлек балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, ҡыҙына килемде «законлаштырырға» ярҙам итергә тырышып, мутлашыусыларға 7,5 миллион һум (шәхси аҡсаһы һәм фатирҙы залогҡа һалып, кредитҡа алған аҡса) бирә.

Аферисттар, ҡыҙының картаһынан аҙ ғына күсереп алыуҙан башлап, ҡатынды аҡсаны кире ҡайтарыу һәм кредит рейтингын яҡшыртыу өсөн «һалым» һәм «лицензия» түләргә күндерә. Уғрылыҡ ниәте «өҫтәмә хаҡҡа һалымды арттырыу» өсөн тағы ла 355 мең һум аҡса күсереү талабынан һуң асыҡлана. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.
‼️Иғтибар көслө ел тураһында иҫкәртеү

‼️Иртәгә, 20 февралдә, көндөҙ республиканың көньяҡ һәм көнсығыш райондарында секундына 26 метрға тиклем еткән көслө ел, көслө ҡар яуыуы, урыны менән буран сығыуы, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ булыуы көтөлә.

⛔️Республика халҡынан һәм ҡунаҡтарын иғтибарлы һәм һаҡ булырға саҡыраюбыҙ, алығ юлға сыҡмай торорға кәңәш итәбеҙ!

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған осраҡта 112 һандары буйынса шылтыратығыҙ. Ә.Мансурова фотоһы.
❇️ Башҡортостандың идара итеү командаһында яңы кадрҙар:

Алексей Касьянов республиканың премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде;

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығы начальнигы вазифаһын Владимир Горин башҡарасаҡ. Эдуард Иҙрисов артабан Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғынға ҡаршы оборона ғилми-тикшеренеү федераль институтын етәкләй;

Александр Бурдо Башҡортостан Башлығы ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнде. Быға тиклем ул Росгвардияның республика буйынса идаралығы начальнигы вазифаһын биләне;

Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, 15 йыл был вазифала эшләгәндән һуң, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға күсте. Министр итеп быға тиклем беренсе урынбаҫар булып эшләүсе Ольга Кабанова тәғәйенләнде.