AshkadarLive
277 subscribers
5.86K photos
804 videos
3 files
1.54K links
Канал газеты "Ашкадар" г. Стерлитамак
Download Telegram
"Ҡаҙ 2.0" сараһынан күренеш. Кисә ул башланды ғына. Бөгөн тағы ла күңеллерәк булырға итә. Байрамға килегеҙ!
🔥1
Әлеге мәлдә Стәрлетамаҡ ҡалаһының Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһына 30 йыл тулыу айҡанлы дәүләт театр-концерт берләшмәһенең башҡорт драма театрында ҙур концерт бара.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияның тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары Лидия Юлдашева бөгөнгө байрам хаҡында бер нисә һүҙ әйтеп үтте.
- Бөгөнгө сараға беҙҙең гимназияны тамамлаған һәм тормошта ҙур уңыштарға өлгәшкән күп танылған шәхестәр килде, беҙ улар менән бик ныҡ ғорурланабыҙ.
Көтөп алған был сараға ентекле әҙерләндек, ярҙам иткән ата-әсәләргә һәм килгән ҡунаҡтарға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, - тине ул.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
1995 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө гимназияһын асып ебәргән беренсе директор Хөрмәт Хәйрулла улы Ишмырҙин.
19 декабрҙә «Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары» программаһы эфирға сыға

19 декабрҙә Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 12-лә «Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары» программаһы эфирға сыға, тип хәбәр иттеләр Кремлдең матбуғат хеҙмәтенән.

Һәр ваҡыттағыса дәүләт башлығы Владимир Путин тура эфирҙа уҙып барған йылға йомғаҡ яһай, журналистарҙың һәм халыҡтың һорауҙарына яуап бирә.

Һәр кем moskva-putinu.ru (москва-путину.рф) программаһы сайтында, 0–40–40 номерына һәм 8–800–200–40–40 телефоны буйынса СМС йәки ММС-хәбәр ярҙамында һорау бирергә мөмкин. Һорауҙар махсус мобиль ҡушымта аша ла ҡабул ителә.

Рәсәй Президентына текст һәм видеоһорауҙарҙы «Бәйләнештә» һәм «Класташтар» социаль селтәрҙәре аша ебәрергә мөмкин. Программаның рәсми төркөмдәре – vk.com/moskvaputinu һәм ok.ru/moskvaputinu. Бынан тыш, MAX мессенджерында чат-бот менән файҙаланыу мөмкинлеге бар – max.ru/moskvaputinu.

Һорауҙар 4 декабрҙә Мәскәү ваҡыты менән көндөҙгө 3-тән алып 19 декабрҙә программа тамамланғансы ҡабул ителә.
Премьер-министр Башкирии подвел итоги МНБ-2025 в Уфе

Накануне в Уфе завершилась Международная неделя бизнеса — 2025.

За несколько дней республика стала настоящей точкой притяжения для партнеров со всей страны и мира, подчеркнул премьер-министр правительства Башкортостана Андрей Назаров.

В этом году участниками экономического форума в Уфе стали 2500 человек. В столицу республики приехали представители 21 страны и 20 регионов России.