Әлеге мәлдә "Ҡайынҡай" шифаханаһында инвалидтар көнөнә бағышланған ҙур сара бара. Бында бөгөн оҫталыҡ дәрестәре, табиптар менән консультациялар, курорт процедураларын күрһәтеү, концерт, уйындар, ярыштар һәм башҡа күп нәмә менән бихисап әүҙем зоналар эшләй.
Шәрипов Артёмдың әсәһе Шәрипова Гөлнара, Фәйзуллина Эвелинаның өләсәһе Ғәфиева Зөлфиә һәм Фәйзуллина Римма бөгөнгө сара хаҡында бер нисә һүҙ әйтте һәм ойоштороусыларға рәхмәттәрен еткерҙе.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлсөм Бикбулатова башҡарған йыр махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан республика егеттәренә арнала.
Рәхмәт, Гөлсөм!
Рәхмәт, Гөлсөм!
❇️ Башҡортостанда киң мәғлүмәт сараларында республиканың дәүләт телдәрен һәм унда йәшәгән халыҡтарҙың телдәрен үҫтереүҙе иң яҡшы яҡтыртыу конкурсы старт алды.
Конкурста республика гәзит-журналдары, ҡала, район гәзиттәре, электрон киң мәғлүмәт саралары редакциялары, шулай уҡ айырым авторҙар ҡатнаша ала. Конкурсҡа 2025 йылдың 1 ғинуарынан 2025 йылдың 22 декабренә тиклем баҫылған материалдар тәҡдим ителә.
Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары Агентлығында ғаризалар ҡабул ителә башланы. Эштәрҙе 2025 йылдың 23 декабренә тиклем электрон адресҡа ебәрергә мөмкин: gainetdinova.n@bashkortostan.ru, телефон 8 (34-72) 18-07-72).

❇️ "Кадрҙар барыһын да хәл итә", - тигән һүҙҙәрҙе барыһы ла беләлер. Уның дауамы ла бар: "Кем киләсәк тураһында уйлай, шул кадрҙар тәрбиәләй".
"Башҡортостан геройҙары" тап ошо хәҡиҡәткә таянып ойошторолған программа. Киләсәктә ул тағы ла дауам итәсәкме, ҡатнашыусыларҙың пландары ниндәй - Вәлитов-TV каналының яңы сығарылышын ҡарағыҙ.

🙏🏻Таксист пенсионерҙы мутлашыусыларҙан аралаған
Салауатта мутлашыусылар 76 йәшлек ҡатынды билдәле схема ярҙамында алдап, "ФСБ" исеменән ҡурҡытып, ҡул аҡсаһын Силәбегә "тикшереүгә" ебәреүгә инандырған.
Шулай ул аҡсаһын мендәр эсенә йәшереп, башҡа әйберҙәр менән ҡуша таксисҡа тапшырған.
Таксист Ирина Скорнякова хәлде дөрөҫ баһалап (әйберҙәре тикшергәндә аҡса төргәктәре икәнлеген аңлап), полицияға мөрәжәғәт иткән.
💯 Уның уяулығы арҡаһында пенсионерҙың аҡсаһы кире үҙенә әйләнеп ҡайтҡан. Ҡыйыулығы өсөн Ирина Скорнякованы МВД Рәхмәт хаты менән бүләкләгән.

❇️ БАГСУ-ла асыҡ ишектәр көнө үтәсәк
Ул 5 декабрҙә 14:00 сәғәттә була.
Был көндө абитуриенттар, уларҙың ата-әсәләре һәм теләгән һәр кем Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының белем биреү программалары менән таныша, белем алыу һәм һөнәри үҫеш мөмкинлектәре тураһында белә ала.
Академия бөгөн: 18 юғары белем биреү программаһы; 15 000 юғары белем биреү программаларын тамамлаусылар; 150 өҫтәмә һөнәри белем биреү программаһы; 5 000 өҫтәмә белем биреү программаларын тыңлаусылар.
Сара Академияның төп корпусында үтә. Адресы: Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 40-сы йорт.

“Ҡаҙ 2.0” фестивале программаһы
5 ДЕКАБРЬ
16.00-19.00 Сауҙа майҙансығы һәм гастрозона эшләйәсәк.
6 ДЕКАБРЬ
16.00-18.00 Сауҙа; һөнәрселек; йәштәр; гастрозона; спорт майҙансыҡтары эше.
10.00-16.30 “Кадрҙа ҡаҙ” фотокүргәҙмә-конкурсы (тауыш биреү, бүләкләү).
10.00-15.00 Йәш һөнәрселәр йәрминкәһе (Карл Маркс урамы, 88).
10.00-10.15 Байрамды театрлаштырылған-хореографик асыу.
10.30-11.30 Ризыҡтарҙы ауыҙ итергә саҡырыу. Ҡаҙҙан иң яҡшы ризыҡты һайлау.
12.00-12.30 “Ҡауырһындағы мөғжизә” балалар карнавалы.
13.00-13.30 “Ҡош баҙары”. Балалар өсөн уйын программаһы.
14.00-14.20 “Нисек ир кеше ҡаҙҙы бүлгән”. Татыу ғаиләләрҙе хөрмәтләү.
15.00-15.40 Ҡаҙ каруселдәре. Күңел асыу программаһы.
16.00-16.30 Мендәр менән көс һынашыу буйынса уйын чемпионаты.
16.30-17.30 Барлыҡ ярыштарҙа һәм конкурстарҙа еңеүселәрҙе бүләкләү һәм концерт.

Республика башлығы менән оператив кәңәшмәнән иң мөһиме:
🤳🏼 Радий Хәбиров менән тура бәйләнешкә килгән һорауҙар өҫтөндә эш әле лә дауам итә. Дөйөм алғанда, республика башлығына 6 355 мөрәжәғәт килгән, 2 400 һорау хәл ителгән дә инде. 3 919 мәсьәлә буйынса ҡарарҙар әҙерләнә.
🏆 «Ауыл тренеры» республика программаһы сиктәрендә 5 тренер 1 миллион һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде. Улар Ишембай, Туймазы, Учалы, Яңауыл һәм Дыуан райондарының спорт мәктәптәрендә эшләй.
🏙️ Өфөнөң Дим районы биләмәһен мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә индереүҙәре ихтимал. Район майҙанында 40-тан ашыу архитектура ҡомартҡыһы бар, улар буйынса берәмләп эшләүгә ҡарағанда тотош биләмәне мәҙәни мираҫ тип таныу урынлыраҡ һанала. Был тәжрибә әлегә Черниковка биҫтәһендә һыналған.
⛰️ Быйыл Башҡортостандың тәбиғәт парктары 269 мең ярым турист ҡабул иткән. Был һан уҙған йылға ҡарағанда 67 процентҡа күберәк.
🎣 Республиканың Экология министрлығы МХО ветерандарын браконьерҙар менән көрәшкә йәлеп итә. Хәрбиҙәр дрондар ярҙамында рөхсәтһеҙ эш иткән һунарсы һәм балыҡсыларҙы эҙләргә ярҙам итә.
🗄️ Башҡортостандың Милли архивы тулыһынса һанлы форматҡа күсерелгән. Архив кәштәләрендә 187 мең тарихи документ һаҡлана, һәр береһенең электрон күсермәһе яһалған. Был йәһәттән Башҡортостан – илдә алдынғы төбәктәр рәтендә.

5 һәм 6 декабрҙә Стәрлетамаҡта «Ҡаҙ 2.0» фестивале үтә. Ул урындағы колорит, йолалар һәм ижад байрамына әүереләсәк. Ҡунаҡтарҙы урындағы аш-һыу һәм фермер продукттары менән гастрономия зонаһы, һөнәрселәр изделиелары менән сауҙа йәрминкәһе, фестиваль тематикаһында әүҙем уйындар һәм флешмобтар менән спорт һәм йәштәр майҙансыҡтары, ҡаланың ижади коллективтары ҡатнашлығында концерт программаһы, балалар карнавалы һәм конкурстар көтә.
Ҡала башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов барыһын да ҡышҡы фестивалдең бер өлөшө булырға саҡыра.

В связи с проведением фестиваля «Гусь 2.0» 6 декабря с 8:00 до 19:00 будет перекрыто дорожное движение по ул.Худайбердина (чётная сторона, одностороннее движение, вдоль сквера им. Салавата Юлаева) на участке от улицы Мира до улицы Карла Маркса. Схема прилагается.
Участникам дорожного движения рекомендуется быть предельно внимательными и заранее определять маршрут следования, используя по возможности объездные пути.
По информации отдела по взаимодействию с общественными институтами. Узнавайте о самых актуальных новостях у нас в МАХ https://max.ru/ashkadarstr

Ағиҙел буйлап яңынан йөк һәм пассажир караптарын ебәрергә теләйҙәр. Башҡортостандың төп йылғаһы ҡабаттан транспорт артерияһына әйләнә алырмы?
Радий Хәбиров эш сәфәре менән Ташкентта. https://t.me/radiyhabirov/11903
Telegram
Радий Хабиров
Начинаем работу в Ташкенте.
Как и всегда в международных поездках, у нас насыщенная рабочая программа. Мы приехали решать конкретные задачи, обсуждать совместные проекты. Один из ключевых – строительство совместного технопарка «Бекабад» в Ташкентской области.…

📝Ҡыш бабайға хат яҙығыҙ
Башҡортостанда почта бүлексәләрендә Яңы йыл почтаһы эшләй башлай🎊
Яңы йылға Ҡыш бабайҙан бүләк алғығыҙ киләме? Ошо араларҙа был эште башҡарып ҡуйығыҙ. Хатты ошо адресҡа төбәп һалығыҙ: 162390, Вологда өлкәһе, Бөйөк Устюг, Ҡыш бабай йорто.
💌Яуап алғығыҙ килһә, конверт тышына тулы адресығыҙҙы ла яҙығыҙ.

Дәүләт Думаһында үҫмерҙәрҙең питбайкын тартып алыу юлдары ҡарала
Парламентта балаларға бындай төр транспортты һатыуға бәйле закон проекты тикшерелә. “Питбайктарҙы спорт мәктәбенән белешмә булғандарға ғына һатыу хуплана. Үҫмерҙәр мотоциклда махсус майҙансыҡтарҙа ғына йөрөргә тейеш”, - тип белдерә депутаттар. Быйыл республикала авто- йәки мототранспорт рулендә 2 мең үҫмер тотолған. Уларҙың ҡайһы берҙәре иҫерек булған. Дәүләт автоинспекцияһынан ошо турала белдерәләр. Транспорт менән идара иткән балалар ҡатнашлығында 70-кә яҡын авария теркәлгән, 7 баланың ғүмере өҙөлгән. Бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында юл ҡазаларын иҫкәртеү маҡсатында Башҡортостанда “Рулгә ултырма, малай” тигән кампания ойошторолдо.

✅Янғынға ҡаршы махсус режим осоронда янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған, кешеләрҙең ғүмере һәм һаулығына хәүеф тыуҙырған объекттарҙа мәҙәни-киң күләмле саралар үткәреү, шулай уҡ махсус йыһазландырылған урындарҙан тыш асыҡ ут тоҡандырыу тыйыла.
‼️Ҡасан үтә һуң махсус режим?
Ашҡаҙар гәзитенең МАХ каналына яҙылығыҙ - https://max.ru/ashkadarstr

Ҡасан ҡыш булыры билдәле
Дүшәмбе, 8 декабрҙә, республиканың үҙәк райондарында... https://ashkadar.com/news/y-m-i-t/2025-12-03/asan-ysh-bulyry-bild-le-4491482

Өҫтәмә ял итеү мөмкинлегенән файҙаланырға була
Айына 4 йәки йылына 48 көн өҫтәмә ял алырға мөмкин. Тулыраҡ уҡырға - https://ashkadar.com/news/y-m-i-t/2025-12-03/t-m-yal-ite-m-mkinlegen-n-fay-alanyr-a-bula-4491518