❇️ Путин подписал закон о пенсии детям, родившимся через 300 дней после смерти отца
Дети, рожденные с помощью вспомогательных репродуктивных технологий спустя более чем 300 дней после смерти отца, чей биоматериал использовался для зачатия ребенка, будут получать пенсию в размере от 7,7 тыс. рублей до 21,1 тыс. рублей.
Согласно закону, ежемесячная пенсия для таких детей составит 7 689,83 рубля, для инвалидов с детства I группы и детей-инвалидов выплата должна быть выше - 21 177,59 рублей в месяц, 17 648,24 рубля в месяц предлагается выплачивать, в частности, инвалидам I группы и инвалидам с детства II группы, инвалиды III группы смогут получать 7 500,53 рубля в месяц.

Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар! Һеҙҙе иң күңелгә үтеп инерлек һәм йылы байрамдарҙың береһе – Әсә көнө менән ихлас ҡотлайым!
Һәр беребеҙҙең яҙмышында иң изге һәм яҡты нәмә әсә исеме менән бәйле. Ул беҙгә яңы тормош
бирә. Әсәйебеҙ тәүге аҙымдарыбыҙҙы һәм
һүҙҙәребеҙҙе хәтерләй, уның мөхәббәте беҙгә көс һәм ышаныс бирә, тормош ауырлыҡтарын еңеп
сығырға һәм уңышҡа ышанырға ярҙам итә.
Көндәлек мәшәғәттәрҙә беҙ ҡайһы берҙә әсәйҙәребеҙгә рәхмәт әйтергә онотабыҙ. Әсә көнө - быны эшләү өсөн бик яҡшы сәбәп. Беҙгә күпме
йәш булыуы мөһим түгел – әсәйҙең һөйөүе, изге һүҙе һәм аҡылы балаға ла, өлкәнгә лә кәрәк.
Күп балалы әсәйҙәргә һәм тәрбиәгә алынған балаларға үҙ йөрәген асҡандарға айырым рәхмәт
һүҙҙәрен еткерергә теләйем. Күңел йылылығыҙ һәм шәфҡәтлелегегеҙ өсөн рәхмәт.
Ҡәҙерле әсәйҙәр, балаларығыҙ көн һайын һеҙгә шатлыҡ бүләк итһен, ә яҡындарығыҙҙы һөйөү һәм иғтибар менән уратып алһын. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм үҙ-ара аңлашыу теләйем.
Эмиль ШӘЙМӘРҘӘНОВ,
Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы.

Әлеге мәлдә "Ҡайынҡай" шифаханаһында инвалидтар көнөнә бағышланған ҙур сара бара. Бында бөгөн оҫталыҡ дәрестәре, табиптар менән консультациялар, курорт процедураларын күрһәтеү, концерт, уйындар, ярыштар һәм башҡа күп нәмә менән бихисап әүҙем зоналар эшләй.
Шәрипов Артёмдың әсәһе Шәрипова Гөлнара, Фәйзуллина Эвелинаның өләсәһе Ғәфиева Зөлфиә һәм Фәйзуллина Римма бөгөнгө сара хаҡында бер нисә һүҙ әйтте һәм ойоштороусыларға рәхмәттәрен еткерҙе.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлсөм Бикбулатова башҡарған йыр махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан республика егеттәренә арнала.
Рәхмәт, Гөлсөм!
Рәхмәт, Гөлсөм!
❇️ Башҡортостанда киң мәғлүмәт сараларында республиканың дәүләт телдәрен һәм унда йәшәгән халыҡтарҙың телдәрен үҫтереүҙе иң яҡшы яҡтыртыу конкурсы старт алды.
Конкурста республика гәзит-журналдары, ҡала, район гәзиттәре, электрон киң мәғлүмәт саралары редакциялары, шулай уҡ айырым авторҙар ҡатнаша ала. Конкурсҡа 2025 йылдың 1 ғинуарынан 2025 йылдың 22 декабренә тиклем баҫылған материалдар тәҡдим ителә.
Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары Агентлығында ғаризалар ҡабул ителә башланы. Эштәрҙе 2025 йылдың 23 декабренә тиклем электрон адресҡа ебәрергә мөмкин: gainetdinova.n@bashkortostan.ru, телефон 8 (34-72) 18-07-72).

❇️ "Кадрҙар барыһын да хәл итә", - тигән һүҙҙәрҙе барыһы ла беләлер. Уның дауамы ла бар: "Кем киләсәк тураһында уйлай, шул кадрҙар тәрбиәләй".
"Башҡортостан геройҙары" тап ошо хәҡиҡәткә таянып ойошторолған программа. Киләсәктә ул тағы ла дауам итәсәкме, ҡатнашыусыларҙың пландары ниндәй - Вәлитов-TV каналының яңы сығарылышын ҡарағыҙ.

🙏🏻Таксист пенсионерҙы мутлашыусыларҙан аралаған
Салауатта мутлашыусылар 76 йәшлек ҡатынды билдәле схема ярҙамында алдап, "ФСБ" исеменән ҡурҡытып, ҡул аҡсаһын Силәбегә "тикшереүгә" ебәреүгә инандырған.
Шулай ул аҡсаһын мендәр эсенә йәшереп, башҡа әйберҙәр менән ҡуша таксисҡа тапшырған.
Таксист Ирина Скорнякова хәлде дөрөҫ баһалап (әйберҙәре тикшергәндә аҡса төргәктәре икәнлеген аңлап), полицияға мөрәжәғәт иткән.
💯 Уның уяулығы арҡаһында пенсионерҙың аҡсаһы кире үҙенә әйләнеп ҡайтҡан. Ҡыйыулығы өсөн Ирина Скорнякованы МВД Рәхмәт хаты менән бүләкләгән.

❇️ БАГСУ-ла асыҡ ишектәр көнө үтәсәк
Ул 5 декабрҙә 14:00 сәғәттә була.
Был көндө абитуриенттар, уларҙың ата-әсәләре һәм теләгән һәр кем Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының белем биреү программалары менән таныша, белем алыу һәм һөнәри үҫеш мөмкинлектәре тураһында белә ала.
Академия бөгөн: 18 юғары белем биреү программаһы; 15 000 юғары белем биреү программаларын тамамлаусылар; 150 өҫтәмә һөнәри белем биреү программаһы; 5 000 өҫтәмә белем биреү программаларын тыңлаусылар.
Сара Академияның төп корпусында үтә. Адресы: Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 40-сы йорт.

“Ҡаҙ 2.0” фестивале программаһы
5 ДЕКАБРЬ
16.00-19.00 Сауҙа майҙансығы һәм гастрозона эшләйәсәк.
6 ДЕКАБРЬ
16.00-18.00 Сауҙа; һөнәрселек; йәштәр; гастрозона; спорт майҙансыҡтары эше.
10.00-16.30 “Кадрҙа ҡаҙ” фотокүргәҙмә-конкурсы (тауыш биреү, бүләкләү).
10.00-15.00 Йәш һөнәрселәр йәрминкәһе (Карл Маркс урамы, 88).
10.00-10.15 Байрамды театрлаштырылған-хореографик асыу.
10.30-11.30 Ризыҡтарҙы ауыҙ итергә саҡырыу. Ҡаҙҙан иң яҡшы ризыҡты һайлау.
12.00-12.30 “Ҡауырһындағы мөғжизә” балалар карнавалы.
13.00-13.30 “Ҡош баҙары”. Балалар өсөн уйын программаһы.
14.00-14.20 “Нисек ир кеше ҡаҙҙы бүлгән”. Татыу ғаиләләрҙе хөрмәтләү.
15.00-15.40 Ҡаҙ каруселдәре. Күңел асыу программаһы.
16.00-16.30 Мендәр менән көс һынашыу буйынса уйын чемпионаты.
16.30-17.30 Барлыҡ ярыштарҙа һәм конкурстарҙа еңеүселәрҙе бүләкләү һәм концерт.

Республика башлығы менән оператив кәңәшмәнән иң мөһиме:
🤳🏼 Радий Хәбиров менән тура бәйләнешкә килгән һорауҙар өҫтөндә эш әле лә дауам итә. Дөйөм алғанда, республика башлығына 6 355 мөрәжәғәт килгән, 2 400 һорау хәл ителгән дә инде. 3 919 мәсьәлә буйынса ҡарарҙар әҙерләнә.
🏆 «Ауыл тренеры» республика программаһы сиктәрендә 5 тренер 1 миллион һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде. Улар Ишембай, Туймазы, Учалы, Яңауыл һәм Дыуан райондарының спорт мәктәптәрендә эшләй.
🏙️ Өфөнөң Дим районы биләмәһен мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә индереүҙәре ихтимал. Район майҙанында 40-тан ашыу архитектура ҡомартҡыһы бар, улар буйынса берәмләп эшләүгә ҡарағанда тотош биләмәне мәҙәни мираҫ тип таныу урынлыраҡ һанала. Был тәжрибә әлегә Черниковка биҫтәһендә һыналған.
⛰️ Быйыл Башҡортостандың тәбиғәт парктары 269 мең ярым турист ҡабул иткән. Был һан уҙған йылға ҡарағанда 67 процентҡа күберәк.
🎣 Республиканың Экология министрлығы МХО ветерандарын браконьерҙар менән көрәшкә йәлеп итә. Хәрбиҙәр дрондар ярҙамында рөхсәтһеҙ эш иткән һунарсы һәм балыҡсыларҙы эҙләргә ярҙам итә.
🗄️ Башҡортостандың Милли архивы тулыһынса һанлы форматҡа күсерелгән. Архив кәштәләрендә 187 мең тарихи документ һаҡлана, һәр береһенең электрон күсермәһе яһалған. Был йәһәттән Башҡортостан – илдә алдынғы төбәктәр рәтендә.