AshkadarLive
250 subscribers
6.06K photos
815 videos
3 files
1.6K links
Канал газеты "Ашкадар" г. Стерлитамак
Download Telegram
Матурлыҡ❄️❄️❄️
😍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Исеменә күрә - есеме!🙌🏻

Стәрлетамаҡ ҡалаһының яңы башлығы менән танышабыҙ🤩
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Республика Башлығы Радий Хәбиров 3 декабрҙә БСТ, «Рәсәй 24», «Башҡортостан 24», «Вся Уфа», «Сәләм», UTV телеканалдары һәм «Юлдаш» радиостанцияһы тура эфирында халыҡтың көнүҙәк һорауҙарына яуап бирә.
🤝1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан ҡотҡарыусылары боҙ аҫтына ҡолаған этте ҡотҡарҙы🙏🏻

Барыһы ла яҡшы тамамланды! Ҡотҡарыусыларға баш эйергә генә ҡала👏🏻
👍4👏1
Салауат Юлаев һәйкәле өсөн тауыш бирәйек!💪🏼

Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәле 1000 һумлыҡ аҡсала һынланыуы бар. Үҙәк банк яңы аҡсала урын алыу ихтималы булған объекттар исемлеген баҫтырҙы. Унда Волга буйының 25 иҫтәлекле урыны ингән. 1000 һумлыҡтың алғы яғында Түбәнге Новгород Кремленең Никольск башняһы буласаҡ, ә артҡы яғына ошо 25 объекттың береһе тауыш биреү юлы менән һайлап алынасаҡ. Үҙәк банк былтыр яңы меңлек сығарғайны, әммә ундағы һүрәт менән буталсыҡ тыуҙы. Һәм эште туҡтатып торҙолар. Быйыл ул яңынан ҡарала. Әле банк сайтында тауыш биреү башланды. Ул 29 ноябрҙән 12 декабргәсә бара.
Әйҙәгеҙ Салауат Юлаев һәйкәлен еңеүсе итәйек!
📌Тауыш бирегеҙ ошонда: https://cbr.ru/cash_circulation/simvoly-dlya-banknot/1000/
🔥1
👨‍🎓Бөгөн, 3 декабрҙә, Рәсәйҙә Юристар көнө билдәләнә.

Юрист профессияһының төп маҡсаты – законлы ғәҙеллек булдырыу. Донъяла шул тиклем яуаплы, хөрмәтле, абруйлы, шул уҡ ваҡытта ҡатмарлы һөнәрҙәр күп түгел. Закондарҙың мотлаҡ үтәлеше, дәүләттең йәшәйеше һәм хоҡуҡи ойошторолоуы тап судьялар һәм адвокаттарҙан, прокурорҙар һәм приставтарҙан тора.

Бала хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендә юристар ҙур роль уйнай: бәлиғ булмаған балаларға һәм уларҙың законлы вәкилдәренә хоҡуҡтары тураһында консультациялар бирә, документтар әҙерләүҙә ярҙам итә, билдәләнгән осраҡтарҙа бәлиғ булмағандарҙың хоҡуҡтарын судта яҡлай.

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Бөтә кешеләр именлегенә законды яҡлау өсөн ҡарарҙарҙа көс, зирәклек һәм ғәҙеллек теләйбеҙ!
👏1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🐟Был балыҡ ҡоролоҡ башланыу менән анабиозға тала, уның хатта бөтә өлөштәре кибеп бөтә, әммә һыу килеү менән кире терелә.

Мөғжизә эйеме?
1
Ҡалабыҙҙа туҡталыш павильондары яңыра

💥Яңы туҡталыш павильондарын урынлаштырыу һәм иҫкеләрен яңыға алмаштырыу эштәре дауам итә.

Был хаҡта - https://ashkadar.com/news/y-m-i-t/2024-12-03/alaby-a-tu-talysh-pavilondary-ya-yra-4034365
😁1
Ҡалтасыла - ҡот осҡос янғын сыҡты!

Краснохолмский ауылында ике ҡатлы йорттоң беренсе ҡатындағы фатирҙа ут сыҡҡан.

🚨https://ashkadar.com/news/y-m-i-t/2024-12-03/altasyla-ot-os-os-yan-yn-4034033
😢1
🌈🌈🌈3 декабрь календарҙа Халыҡ-ара инвалидтар көнө булараҡ билдәләнгән. Был көн мөмкинлектәре сикләнгән, әммә алсаҡ, ихлас күңелле, изгелекле һәм көслө ихтыярлы кешеләр кеүек үк үҙенсәлекле дата.

https://ashkadar.com/news/y-m-i-t/2024-12-03/b-g-n-haly-ara-invalidtar-k-n-4034639
🤝1
👏Күп ҡырлы талант эйәһе, рәссам, архитектор, билдәле голливуд фильмдарының декорацияһын эшләүсе, сит илдә йәшәһә лә тамырҙарын бер мәлгә лә онотмаусы ҡыҙ - Айгөл Абызгилдина. Уның проекттары, уңыштары хаҡында яҙып сыҡҡайныҡ инде. Был юлы Айгөлдөң күгәҙмәһе тураһында бәйән итмәксебеҙ.

📍Тулыраҡ - https://ashkadar.com/news/y-m-i-t/2024-12-03/ayg-d-k-rg-m-end-bash-ort-kolority-4034838
1😍1
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен дөрөҫ үтәмәгән өсөн штрафтар хаҡы арта

Штрафтар уртаса 1,5 тапҡырға артасаҡ.

Был хаҡта: https://ashkadar.com/news/y-m-i-t/2024-12-03/yul-h-r-k-te-a-i-l-ren-d-r-t-m-g-n-s-n-shtraftar-ha-y-arta-4034031
😢1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🔥Бөгөн!🔥
Республика Башлығы Радий Хәбиров БСТ, «Рәсәй 24», «Башҡортостан 24», «Вся Уфа», «Сәләм», UTV телеканалдары һәм «Юлдаш» радиостанцияһы тура эфирында халыҡтың көнүҙәк һорауҙарына яуап бирә.
👍1
Йәнә мутлашыу факттары теркәлә....

Тулыраҡ - https://ashkadar.com/news/y-m-i-t/2024-12-03/y-n-mutlashyu-fakttary-terk-l-4035093
😢1
"Радий" исемле яугир ярҙам күрһәтеүҙең ни тиклем мөһим булыуын һөйләне

«Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто журналистары командировканан ҡайтҡан яугирҙәре менән осрашты һәм аралашты. Улар араһында бик ҡыҙыҡлы кеше — «Радий» позывниклы яҡташыбыҙ бар ине.
Тулыраҡ:
https://ashkadar.com/news/respublika-ulyshy/2024-12-03/radiy-isemle-yaugir-yar-am-k-r-te-e-ni-tiklem-m-im-bulyuyn-yl-ne-4035168
🔥1
Депутаттар инвалид балаларға икешәр пенсия түләргә тәҡдим итте.
Бер йәки ике ата-әсәһен юғалтҡан I һәм II төркөм инвалид балаларға инвалидлыҡ һәм ҡараусыһын юғалтыу буйынса пенсия түләргә тәҡдим итәләр.
"Рәсәйҙә инвалидлыҡ буйынса социаль пособиеларҙың бик түбән булыуын танырға кәрәк, һәм балалар бер йәки ике ата-әсәһен юғалтҡас, уларҙың йәшәү кимәле бик түбәнәйә. Был хаҡта граждандар үҙҙәренең мөрәжәғәттәрендә яҙа, хатта иң ябай һәм төп ихтыяждарҙы тәьмин итеү өсөн инвалидлыҡ буйынса бер генә социаль пенсия етмәй», — тиелә «Известия»ла булған документта.
Тулыраҡ сайтта уҡығыҙ https://ashkadar.com/news/y-m-i-t/2024-12-03/deputattar-invalid-balalar-a-ikesh-r-pensiya-t-l-rg-t-dim-itte-4035172?
👏1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🚨Һаҡ булығыҙ, боҙлауыҡ!

Күпме авариялар боҙлауыҡ, иғтибарһыҙлыҡ һәм тиҙлекте арттырыу арҡаһында була.
😢2