AshkadarLive
250 subscribers
6.06K photos
815 videos
3 files
1.6K links
Канал газеты "Ашкадар" г. Стерлитамак
Download Telegram
Табиптар иртәнге ашҡа сосиҡа ашамаҫҡа тәҡдим итте. Яман шеш менән ауырып китеүе ихтимал😱

Белмәй ҡалмағыҙ!👉👉👉https://ashkadar.com/news/y-m-i-t/2024-11-13/tabiptar-irt-nge-ash-a-sosi-a-ashama-a-t-dim-itte-4005489
😢1
Башгидрометүҙәк синоптиктары алдағы көндәрҙә Башҡортостанда ҡар яуыуын фаразлай❄️

🌡️Бөгөн, 13 ноябрҙә, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы, айырым райондарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Ел көнбайыштан, талғын. Һауа температураһы көндөҙ +1, -4 градус.

🌬️14 һәм 15 ноябрҙә лә бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан, талғын. Температура төндә -1, -6, көндөҙ +1, -4 градус.
Бөгөн – Бөтә донъя изгелек көнө

Әйткәндәй, йыл һайын 13 ноябрҙә күп илдәрҙә Бөтә донъя изгелек көнөн билдәләү изге йолаға әүерелгән.

Халҡыбыҙҙа изгелек хаҡында бик  матур мәҡәлдәр ҙә бар:
«Изгелек ҡыл да һыуға һал, балыҡ күрер, балыҡ күрмәһә, халыҡ күрер»
«Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ»

Уйлап ҡараһаң,  изгелек эшләү бик ябай, ул аҡса менән үлсәнмәй, ҡайһы берҙә  күп ваҡыт һәм көс тә талап итмәй.  Хатта таныш булмаған кешегә йылмайыу ҙа мөғжизә тыуҙыра ала.  Изге эштәр барыбыҙҙың да кәйефен күтәрә.

https://ashkadar.com/news/y-m-i-t/2024-11-13/b-g-n-b-t-don-ya-izgelek-k-n-4006264
Юл булыр тип өмөтләнәбеҙ🙏

Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы нигеҙендә республика бюджетынан субсидиялар бүлеү күҙ уңында тотола. Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ҡала яны урамы (34-46-сы йорттар) халҡы ла программала ҡатнашыу өсөн тауыш бирә.

Тулыраҡ:
https://ashkadar.com/news/y-m-i-t/2024-11-13/yul-bulyr-tip-m-tl-n-be-4005881
Стәрлетамаҡта «Нива» машинаһы Махсус хәрби операция зонаһына ебәрелде

Уны битараф булмаған Сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары сафҡа индереп оҙатты.

Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә теләүселәр түбәндәге телефон һандары буйынса шылтыратып белешә ала: 8 (917) 462 89-17; 8(3473) 20-61-51 – Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районының хәрби комиссариаты (Хоҙайбирҙин урамы, 118, 19-сы бүлмә).

Сайтта уҡығыҙ - https://ashkadar.com/news/y-m-i-t/2024-11-13/st-rletama-ta-niva-mashina-y-mahsus-h-rbi-operatsiya-zona-yna-eb-relde-4006478
💫Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән йылы осрашыу

Ошо көндәрҙә “Башҡортостан сода компанияһы”, предприятиелар, бизнес һәм ҡала граждандары менән берлектә әҙерләнгән гуманитар ярҙамды ебәреүгә ҡағылышлы мәсьәләләр тураһында фекер алыштыҡ.

Тулыраҡ - https://ashkadar.com/news/y-m-i-t/2024-11-13/mahsus-h-rbi-operatsiyala-atnashyusylar-men-n-yyly-osrashyu-4006653
Беҙҙең төркөмдә шәп розыгрыш!🤩 Кереп ҡатнаша һал: https://vk.com/wall-62246556_46838
ХАЛҠЫМ ХАҠЫНДА🎶

Була алһам ине моңло ҡурай,
Урман, далаларҙың хуш еҫе,
Була алһам ине сәсән бер тел,
Урал тауҡайҙарҙың күк төҫө,
Һөйләр инем һеҙгә, көйләр инем
Бар үткәнен башҡорт иленең,
Бар киңлеген халҡым күңеленең,
Бар хикмәтен әсәм теленең.
Көсөм етмәҫ быға, хисем етмәҫ.
Тик хаҡ әйтәм халҡым хаҡында:
Бейеклек юҡ тыуған тауҙарымда,
Бөйөклөк бар кескәй халҡымда.
Һәр башҡортом минең йырсы булыр,
Ат атланып сыҡһа тауҙарға,
Һәр башҡортом минең батыр булыр,
Ҡорал алып сапһа яуҙарға...

Рәми Ғарипов
🔥2👍1
🎉РОЗЫГРЫШ ЕҢЕҮСЕЛӘРЕ БИЛДӘЛЕ!💥

🎭Мостай Кәрим исемендәге йәштәр театры Стәрлетамаҡта күрһәткән «Килә яуа, килә яуа» спектакеленә 6 билет уйнаттыҡ!

Кем еңгәнен һылтанма аша ҡарағыҙ:
https://vk.com/wall-62246556_46854
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау буйынса Күҙәтеү советының 31 октябрҙәге кәңәшмәһенә әҙерләнгән презентацияла һәйкәлдең 2022 йылдағы торошо сағылыш тапҡан. Бөгөнгөһө тағы ла борсоулыраҡ…
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🤗Ялдарығыҙ күңелле һәм файҙалы үтһен!

Юлай Ҡасимовтан шәп клип🤩
🔥2👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Хоккей матчында йәш ғаилә гендер-пати ойошторҙо🥰

🏒Буласаҡ ата-әсәләр «Лада» «Салауат Юлаев» командаһына ҡаршы уйынын ҡарарға киләләр.

Ҡалған көйәрмәндәр шатлыҡлы мәл менән уртаҡлаша һәм парҙы алҡыштарға күмә👏🏻
👍2🔥1😍1
💫💫💫Ял итеп алайыҡ әле, дуҫтар!
Һүрәттә 7 кеше һәм 3 хайуанды табығыҙ
👍3🔥1
Илья Столетов, яҡташыбыҙ, музыкант махсус хәрби операция биләмәһендә ҡат-ҡат үҙенең концерттары менән яугирҙәребеҙҙең рухын күтәреп торған йырсы батырҙарыбыҙға арнап клип төшөргән.
https://ashkadar.com/news/y-m-i-t/2024-11-15/nebo-lyubvi-ilya-stoletov-pavilon-4009824
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Илья Столетов, яҡташыбыҙ, музыкант махсус хәрби операция биләмәһендә ҡат-ҡат үҙенең концерттары менән яугирҙәребеҙҙең рухын күтәреп торған йырсы батырҙарыбыҙға арнап клип төшөргән.
https://ashkadar.com/news/y-m-i-t/2024-11-15/nebo-lyubvi-ilya-stoletov-pavilon-4009824
👍3
🇷🇺Сираттағы гуманитар ярҙам әҙерләнә

Стәрлетамаҡ медицина колледжы преподавателдәре һәм студенттары сираттағы ҙур гуманитар ылау әҙерләп, еңеүгә үҙ өлөшөн индерҙе.

Был турала тулыраҡ сайтта - https://ashkadar.com/news/y-m-i-t/2024-11-15/siratta-y-gumanitar-yar-am-erl-n-4009956
👍1🔥1
⚡️«Географик диктант - 2024»

⚡️Халыҡ-ара яҡтыртыу диктанты - «Географик диктант - 2024» Стәрлетамаҡ ҡалаһының балалар баҡсалары, мәктәптәр, колледждар, юғары уҡыу йорттары һәм башҡа ойошмалар базаларында ағымдағы йылдың 16-17 ноябрендә үтә.

Тулыраҡ сайтта - https://ashkadar.com/news/2024-11-15/geografik-diktant-2024-4010781
🔥2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өйгә ҡайтырға тартып торған үҙ кешеләрегеҙ булһын 🏡

Видеола Тимур Ямалов🎸
👍3😍1
💐Әсәйҙәр көнөнә арналған конкурста тауыш биреү иғлан ителде🎉

Беҙ гәзитебеҙҙең төркөмөндә Әсәйҙәр көнөнә арналған конкурсын ойоштороу тураһында хәбәр иткәйнек.

Әле беҙ махсус ҡушымта аша тауыш биреү ойошторабыҙ. Өс еңеүсене - 7 декабрь сәғәт 21:30 иғлан итәсәкбеҙ📆

❗️Иҫкәртмә❗️
Тауыш биргәндә беҙҙең “Телеграмм"ға ҡушылырға: https://t.me/strbash
"Бәйләнештә"ге төркөмө дуҫы булырға: https://vk.com/ashkadarstr

Тауыш биреү өсөн һылтанма: https://vk.com/wall-62246556_46912
Стәрлетамаҡта Карл Маркс урамындағы өс фатирлы йорт яна🧯

Янғын һүндерелгән. Зыян күреүселәр юҡ. Ваҡиға сәбәбе асыҡлана.
😢1