AshkadarLive
250 subscribers
6.06K photos
815 videos
3 files
1.6K links
Канал газеты "Ашкадар" г. Стерлитамак
Download Telegram
Күптән көлгәнем юҡ ине шулай
Сабый һымаҡ ғәмһеҙ, ҡайғыһыҙ...
Көттөм,
Өмөт иттем,
Ҡайтарыр тип,
Ҡайтмаҫ егермемә ҡайһы ҡыҙ?
Ул һин булдың!..
Килдең егермеңдә,
Ҡабатланмаҫ яҙҙы килтерҙең,
Оноттороп минең бар ғәмемде,
Бар күңелдән мине көлдөрҙөң.

Көлдөм!...
Көлдө тау ҙа,
Көлдө һыу ҙа,
Көлдө ай ҙа күктә тәгәрәп.
Тик беҙҙең туй ине был яҙғы төн,
Беҙҙең туйға тағы кем кәрәк?

Айҙы саҡырҙыҡ беҙ яныбыҙға,
Йондоҙҙарҙы, аҡҡош юлдарын.
Етегәндең алтын ижауынан
Бергә эстек беҙ яҙ моңдарын.

Ҡулдарыңдан ыуып төшөрҙөм дә
Иртә яҙҙың һуңғы һалҡынын,
Көлдөм ғәмһеҙ!.. Һәм иҫерҙем эсеп
Күҙҙәреңдең зәңгәр ялҡынын.

«Ете ҡыҙ»ҙай ойоп, талғын ғына
Бейегәндә ал таң елдәре,
Төш кенәлер был, тип ҡурҡтым мин.
Төш кенә бит ҡайтмаҫ өндәрем!..

Ни бирәйем һиңә был өн өсөн,
Ни генә һуң булһын бүләгем?!
Йырым ҡалһын ҡапҡа төбөгөҙҙә,
Йырымда бит минең йөрәгем...

Рәми Ғарипов
🔥3😍1
«Ашҡаҙар» гәзите йәнә шәп бүләктәр уйната😍 Был юлы Илгиз Абдрахмановтың концертына билеттар!💥

Һылтанма аша күсеп, билеттар отоғоҙ:
https://vk.com/wall-62246556_46324
🔥1
Бөгөн "Сода" ҡала мәҙәниәт йортонда шәп күргәҙмә һәм "Работница" йәш хеҙмәткәрҙәр конкурсы үтте!👏🏻

Әлдә бындай яҡшы саралар ҡалабыҙҙа үтеп тора🤩
👍1🔥1
Ҡабаҡтан ҡайнатма🎃

Баҡсағыҙҙа ҡабаҡ уңып, ҡайҙа ҡуйып бөтөрөргә икән, тип баш ватаһығыҙҙыр? Ҡабаҡтан бит нимә генә яһамайҙар, хатта бик тәмле ҡайнатма ла ҡайнатырға була😋 Әйҙәгеҙ, бергәләп эшләп ҡарайыҡ әле🧑‍🍳

Рецепт:
https://ashkadar.com/news/y-m-i-t/2024-10-17/aba-tan-aynatma-3970372
😍1
Башҡортостанда халыҡ-ара спорт форумы старт алды🏆


💪Республикабыҙҙа спорт тураһында 10 ҡыҙыҡлы факт һөйләйбеҙ:
https://ashkadar.com/news/novosti/2024-10-17/bash-ortostanda-haly-ara-sport-forumy-start-aldy-3970923
🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
«Рәсәй – спорт державаһы» XII халыҡ-ара форумы сиктәрендә Көрәш һарайы алдындағы күргәҙмә😍

Атмосфера башҡорт мәҙәниәтенең матурлығын күрһәтә
😍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
💥Стәрлетамаҡ ҡалаһында йылда уҙғарылған популяр бәйгеләребеҙҙең береһе - «Эшсе» (Работница) нисек үткән икән?

Видеояҙманы ҡарап алығыҙ🤩
👍2
Афарин, яҡташ!💯👏💥

Башҡортостан егете, боксер Артур Собханғолов "IBA чемпоиндары төнө" турнирында еңеү яуланы! Яҡташ чемпионды ҡотлайбыҙ!🔥🔥🔥
👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡта бәләкәй дауыл сыҡҡан🌪️

Видеоны ҡарарға тәҡдим итәбеҙ
1
Афариндар!

35-се мәктәп уҡыусылары фронт өсөн маскировка әҙерләргә ярҙам итә🙏

https://ashkadar.com/news/y-m-i-t/2024-10-21/afarindar-3976378
1👍1
Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы итеп Эмиль Шәймәрҙанов тәғәйенләнде.
Эмиль Шаймарданов назначен главой администрации Стерлитамака.

Родился 12 февраля 1991 года в городе Стерлитамаке Республики Башкортостан. В 2013 году закончил ФГБОУ ВО «Башкирский государственный университет» по специальности "Юриспруденция" с присвоением квалификации "Юрист". В 2016 году закончил ФГБОУ ВО «Башкирский государственный университет» по направлению подготовки "Государственное и муниципальное управление" бакалавриат. В 2020 году закончил ФГБОУ ВО «Российская академия народного хозяйства и государственной службы при президенте Российской Федерации» по направлению подготовки "Государственное и муниципальное управление", магистратура.
👍1🔥1
Стәрлетамаҡта йәшәүсе ҡатын "Поле Чудес"та булды🤩

Дарыухана мөдире Лилиә Капитонова тәүге өс уйынсы иҫәбендә була. Ул проекттың алыштырғыһыҙ алып барыусыһы Леонид Якубовичҡа: бауырһаҡ, бал, үләнле сәй һәм милли баш кейеме - бурек алып килде🎁
👍1👏1
“Еңеү поезды” Башҡортостанға килә🚆

Республикабыҙҙың баш ҡалаһында уны күреп була!🤗

Тулыраҡ:
https://ashkadar.com/news/y-m-i-t/2024-10-21/e-e-poezdy-bash-ortostan-a-kil-3977535
👍1
Еңеүселәр «Берёзка» шифаханаһына юллана💥

«Иң яратҡан олатай-өләсәйем» конкурсы тамам!
Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылынан Наилә һәм Сәйфулла Хәйбуллиндар еңеүсе тип танылған🎉
Ихлас ҡотлайбыҙ!👏🏻

https://ashkadar.com/news/y-m-i-t/2024-10-22/e-e-sel-r-beryozka-shifahana-yna-yullana-3978007
👍3😍1
Чех балыҡсыһы ил тарихында иң ҙур йәйен тотҡан👍

Гигант балыҡтың оҙонлоғо 2,64 метр тәшкил итә🐋

Билдәле балыҡсы Якоб йәйгеһен үк был йәйенде күрә, әммә хәйләкәр тәрәнлеккә ҡаса. Шул ваҡыттан алып балыҡсы был балыҡты тоторға маҡсат ҡуя

Һәм бына, ниһайәт, теләге тормошҡа аша. Якоб йәйендең ҙур булыуын аңлай. Ир-егеттең элекке рекордынан 3 сантиметрға оҙонораҡ.

https://ashkadar.com/news/y-m-i-t/2024-10-22/cheh-baly-sy-y-il-tarihynda-i-ur-y-yen-tot-an-3978031
🔥2
В МВД России рассказали, как защитить свои счета от кибермошенников
Читайте подробную инструкцию. Сведения о дебетовых и кредитных картах ПИН-код карты – четырехзначная комбинация цифр, выдаваемая в конверте одновременно с изготовленной банковской картой. Его можно изменить, обратившись в отделение банка или позвонив на горячую линию.
https://ashkadar.com/news/y-m-i-t/2024-10-22/v-mvd-rossii-rasskazali-kak-zaschitit-svoi-scheta-ot-kibermoshennikov-3978566
🤝1