AshkadarLive
250 subscribers
6.06K photos
815 videos
3 files
1.6K links
Канал газеты "Ашкадар" г. Стерлитамак
Download Telegram
Курскиға Башҡортостандан гуманитар ярҙам килтерелде🙏

«Берҙәм Рәсәй» ҙең урындағы бүлексәләре майҙансыҡтарында Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы әүҙем эш алып барҙы. Йыйылыу нөктәһе «Йешлек Хаус» йәштәр киңлеге базаһында ла эшләй.

Был инде бишенсе гуманитар конвой. Уға миҙгелле кейем, аяҡ кейеме, медикаменттар, шәхси гигиена, түшәк һәм башҡа кәрәк әйберҙәр керә. Барыһы ла 10 тоннаға яҡын тәшкил итә! Изге күңелле кешеләрҙең өлөшө, ауыр ваҡытта беҙҙең егеттәр өсөн бик мөһим ярҙам.

Башҡортостан Курск өлкәһе менән бәйләнеш тота, һәр ваҡыт кәрәкле ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ.
🤝1
«Сити молл» сауҙа үҙәге ҡыйығында ир полицейскийҙы бысаҡ менән яралай…

Кисә сәғәт 23:00 тирәһендә «Сити молл» сауҙа үҙәге хеҙмәткәрҙәре ҡораллы ирҙе күреп ҡала һәм полиция саҡыра. Килгән наряд агрессивты тынысландырырға тырыша, тик ул ҡасырға маташа һәм сауҙа үҙәгенең ҡыйығына менеп етә.

Хоҡуҡ һаҡлаусылар уны уратып алғас, ул уларға бысаҡ менән ташлана һәм берәүһен яралай. Яуап итеп тәртип һаҡсылары табель ҡоралын ҡуллана.

Полиция хеҙмәткәренә һәм бысаҡ менән ташланған иргә медицина ярҙамы күрһәтелә.

Ирҙең шәхесе һәм уның мотивтары асыҡлана.
😢1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Ладыгин урамында газ шартлаған һәм фатир янып киткән.

Шартлау көслө булған, хатта подъездағы ишектәр һәм тәҙрәләр емерелгән.
Халыҡты йорттан сығарғандар. 66 йәшлек ир 18-се дауахананың тән бешеү бүлегенә оҙатылған, 31 йәшлек ҡатындың аяғына ярсыҡ инеп 21-се дауаханаға ебәрелгән.

Фажиғә сәбәптәре асыҡлана.
😢2
Шаймуратовсылар хоҡуғын аҡларға!🙌

Өфөнән 480-нән ашыу уҡыусы рәсәй Федерацияһы Геройы генерал-майор Миңлеғәле шайморатов исемендәге 22 класта уҡый💫

Аслан Бжания Һәм Радий Хәбиров 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы комдивы һәйкәленә сәскәләр һалды һәм балаларға мөрәжәғәт итте. Улар уларға "шайморатовсылар" тип аталыу хоҡуғын аҡларға - яҡшы уҡырға, спорт менән шөғөлләнергә, хәрби күнекмәләрҙе үҙләштерергә, лидер сифаттарын үҫтерергә, ышаныслы иптәштәр булырға теләне🙏
😍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Был шәп ҡыҙ, һеҙҙең кәйефегеҙҙе тағы ла күтәрһен☀️😍
🔥21😍1
Выплата от Стерлитамака за контрактную службу увеличена в два раза: теперь она составляет 400 тыс. рублей

Сумма единовременной выплаты в Стерлитамаке теперь в целом составляет 1 млн 720 тыс. рублей.
Согласно Указу Президента России, участники СВО, заключившие контракт с Министерством обороны России, получат единовременную выплату в сумме 400 тысяч рублей. Для жителей Башкирии предусмотрена выплата в 505000 р., также единовременная выплата от Стерлитамака в сумме 400000 р. Кроме того, при официальном трудоустройстве на предприятие МУП «СтерлитамакВодоКанал» военнослужащий может получить выплаты в размере 200 тыс. р., в Городской дворец культуры – 205 тыс. рублей.Также каждый защитник Родины будет получать зарплату – от 210 тысяч рублей в месяц.
Получить подробную информацию можно по телефонам: 8 (917) 462 89-17; 8 (3473) 20-61-51 – военный комиссариат Стерлитамака и Стерлитамакского района (ул. Худайбердина, 118, каб. 19), 8(917)451-68-79 МУП «СтерлитамакВодоканал», 89874971998 Городской дворец культуры.
🤝1
Дуҫтар, арабыҙҙа телевизорҙан "Любовь и голуби" киноһын ҡарамаған кеше юҡтыр ул. Был романтикаға ҡоролған комедияла нисә быуын тәрбиәләнде!
18, 19 октябрҙә ошо комедияны Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры сәхнәһендә күрергә була хәҙер! 👍🏻

Владимир Гуркиндың әҫәре буйынса билдәле режиссёр Мөсәлим Күлбаев ҡуйған спектаклгә рәхим итегеҙ!

Шулай уҡ беҙҙең "Вконтакте"лағы төркөмгә https://vk.com/ashkadarstr яҙылып һәм Телеграм"дағы каналға https://t.me/strbash ҡушылып ике урынлыҡ саҡырыу билеты ла тотоу мөмкинлеге бар.

Шарттары ябай: төркөмдә торорға, каналға ҡушылырға, ошо яҙма менән үҙегеҙҙең сәхифәлә бүлешергә (репост) һәм комментарийҙа ҡатнашам тип яҙырға ғына кәрәк! Яҙманы уйын аҙағына тиклем һаҡлағыҙ. Еңеүсене
Рандомайзер програмаһы ярҙамында 18 октябрь15. 00 сәғәткә тиклем билдәләйәсәкбеҙ. Еңеүсе билет һатып алып өлгөргән саҡта, кире ҡайтарырға мөмкин. Билеттар, әйткәндәй, әҙ ҡалған тиҙәр.
1️⃣2️⃣
👍31
Кешелеккә тоғролоҡ. Хикәйә. Мөнир ҠУНАФИН

– Иҙрис, бер тапҡыр ғына хыянат итергә ирек бир, – Нәфисә төшкө аш мәлендә ҡапыл иренә ҡараны. – Түҙерлек әмәлем ҡалманы. Рөхсәт ит, зинһар. Ашыҡмай ғына ашап ултырған ир был хәбәрҙәнме, әллә эргәһендә осоп йөрөгән һағыҙаҡтан ҡотолоу өсөнмө, тәүҙә ҡалағын өҫтәлгә ҡуйҙы, шунан ҡулдары менән һелтәнеп бөжәкте ҡыуҙы. Яңынан ҡалағына теймәне. Ҡалҡынды. Ярһыманы. Ҡатынына мөлдөрәп ҡараны. Был ҡараштан Нәфисә лә ҡалҡынды...

Дауамы:
https://ashkadar.com/news/azabi/2024-10-16/keshelekk-to-rolo-hik-y-m-nir-unafin-3968699
👍1
Күптән көлгәнем юҡ ине шулай
Сабый һымаҡ ғәмһеҙ, ҡайғыһыҙ...
Көттөм,
Өмөт иттем,
Ҡайтарыр тип,
Ҡайтмаҫ егермемә ҡайһы ҡыҙ?
Ул һин булдың!..
Килдең егермеңдә,
Ҡабатланмаҫ яҙҙы килтерҙең,
Оноттороп минең бар ғәмемде,
Бар күңелдән мине көлдөрҙөң.

Көлдөм!...
Көлдө тау ҙа,
Көлдө һыу ҙа,
Көлдө ай ҙа күктә тәгәрәп.
Тик беҙҙең туй ине был яҙғы төн,
Беҙҙең туйға тағы кем кәрәк?

Айҙы саҡырҙыҡ беҙ яныбыҙға,
Йондоҙҙарҙы, аҡҡош юлдарын.
Етегәндең алтын ижауынан
Бергә эстек беҙ яҙ моңдарын.

Ҡулдарыңдан ыуып төшөрҙөм дә
Иртә яҙҙың һуңғы һалҡынын,
Көлдөм ғәмһеҙ!.. Һәм иҫерҙем эсеп
Күҙҙәреңдең зәңгәр ялҡынын.

«Ете ҡыҙ»ҙай ойоп, талғын ғына
Бейегәндә ал таң елдәре,
Төш кенәлер был, тип ҡурҡтым мин.
Төш кенә бит ҡайтмаҫ өндәрем!..

Ни бирәйем һиңә был өн өсөн,
Ни генә һуң булһын бүләгем?!
Йырым ҡалһын ҡапҡа төбөгөҙҙә,
Йырымда бит минең йөрәгем...

Рәми Ғарипов
🔥3😍1
«Ашҡаҙар» гәзите йәнә шәп бүләктәр уйната😍 Был юлы Илгиз Абдрахмановтың концертына билеттар!💥

Һылтанма аша күсеп, билеттар отоғоҙ:
https://vk.com/wall-62246556_46324
🔥1
Бөгөн "Сода" ҡала мәҙәниәт йортонда шәп күргәҙмә һәм "Работница" йәш хеҙмәткәрҙәр конкурсы үтте!👏🏻

Әлдә бындай яҡшы саралар ҡалабыҙҙа үтеп тора🤩
👍1🔥1
Ҡабаҡтан ҡайнатма🎃

Баҡсағыҙҙа ҡабаҡ уңып, ҡайҙа ҡуйып бөтөрөргә икән, тип баш ватаһығыҙҙыр? Ҡабаҡтан бит нимә генә яһамайҙар, хатта бик тәмле ҡайнатма ла ҡайнатырға була😋 Әйҙәгеҙ, бергәләп эшләп ҡарайыҡ әле🧑‍🍳

Рецепт:
https://ashkadar.com/news/y-m-i-t/2024-10-17/aba-tan-aynatma-3970372
😍1
Башҡортостанда халыҡ-ара спорт форумы старт алды🏆


💪Республикабыҙҙа спорт тураһында 10 ҡыҙыҡлы факт һөйләйбеҙ:
https://ashkadar.com/news/novosti/2024-10-17/bash-ortostanda-haly-ara-sport-forumy-start-aldy-3970923
🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
«Рәсәй – спорт державаһы» XII халыҡ-ара форумы сиктәрендә Көрәш һарайы алдындағы күргәҙмә😍

Атмосфера башҡорт мәҙәниәтенең матурлығын күрһәтә
😍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
💥Стәрлетамаҡ ҡалаһында йылда уҙғарылған популяр бәйгеләребеҙҙең береһе - «Эшсе» (Работница) нисек үткән икән?

Видеояҙманы ҡарап алығыҙ🤩
👍2