AshkadarLive
251 subscribers
6.06K photos
815 videos
3 files
1.6K links
Канал газеты "Ашкадар" г. Стерлитамак
Download Telegram
2024 йылдың ғинуарынан оҙайлы сроклы һаҡлыҡ программаһы эшләй башлауын беләһегеҙме?

Был нимәне аңлата?

Граждандарға киләсәктә өҫтәмә килем алырға йәки «хәүефһеҙлек мендәрен» булдырырға мөмкинлек бирә. Программала ҡатнашыу ирекле
👍1
Йәшеллеккә күмәйек ҡаланы!

“Республикала ағас үҫентеләре ултыртыу эштәре дауам итергә тейеш. Шырпы оҙонлоғондағы түгел, ҙур, үҫеп китерлек ағастар ултыртырға кәрәк”, – тигәйне үҙенең бер сығышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

28 сентябрь һәм 5 октябрҙә ҡалала дөйөм өмә һәм ағас үҫентеләре ултыртыу ойошторола. Сара 10.00 сәғәттә башлана. Ул “Экология” милли проектына ярашлы, “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә үтәсәк.
Ҡала халҡын көҙгө өмәгә саҡырып ҡалабыҙ, үҫентеләр һәм кәрәкле эш ҡоралдары менән тәьмин итәсәкбеҙ.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлеге.
👍1
🚫Өфөлә пенсионерҙы алдаған сит ил кешеһе ҡулға алынған🚫

Полиция хеҙмәткәрҙәре пенсионерҙы алдаған 23 йәшлек сит ил гражданын ҡулға алған.
Йәш кеше ҡатындан бер миллион һумдан ашыу аҡса ала.

Дауамы сайтта:
https://ashkadar.com/news/novosti/2024-09-25/f-l-pensioner-y-alda-an-sit-il-keshe-e-ul-a-alyn-an-3944042
👍1
Обсудили вопросы модернизации производства

Сегодня по инициативе городской Общественной палаты и экологического совета администрация города организовала встречу с представителями АО «БСК» по вопросу общественных обсуждений проектной документации «Производство эмульсионного поливинилхлорида. Расширение производства 1,2-дихлорэтана».

Подробнее:
https://ashkadar.com/news/y-m-i-t/2024-09-25/obsudili-voprosy-modernizatsii-proizvodstva-3944152
👍2
Стәрлетамаҡ ҡалаһының 33-сө урта мәктәбендә яңыртылған стоматология кабинеты асылды👏🏻
👍1
Аҡтырнаҡ🐶

Борон заманда бик алыҫ ерҙәрҙә йәшәгән ти изге күңелле һәм эшһөйәр халыҡ. Улар ер йөҙөндә иң бәхетлеләре булған, тиҙәр. Әммә, көтмәгәндә бәлә килә – үләндәр кибеп, яландар бушап ҡала. Кешеләргә һәм хайуандарға аҙыҡ кәмей. Артабан нисек йәшәргә икән тип уйлай башлайҙар. Ҡор йыйып, барыһы ла бер ҡарарға килә – был ерҙәрҙән күсеп китергә.

Уңдырышлы ерҙәрҙе һәм тәмле һыулы йылғаларҙы табыу өсөн халыҡ араһынан батыр егет һайлап алына. Алыҫ юлға сыға егет. Оҙаҡ бара батыр. Хәле бөтә, арый...үҙ тыуған халҡының аманатын эшләй алмаҫ тип ҡурҡа. Шунда Ер Әсә уны йәлләп, ярҙамға аҡыллы, ғәйрәтле һәм оло йөрәкле этте ебәрә. Эттең бер айырым билдәһе - аҡ тырнаҡтары була. Есеменә тура килтереп, егет уға Аҡтырнаҡ тип исем ҡуша.

Дауамы:
https://vk.com/wall-62246556_46007
👍2
😅Һеҙҙең дә кактус тәҙрә йыуамы
👍2
Башҡортостан полиция бүлеге начальнигы ришүәт (взятка) алыуҙа тотолған

Өфөнөң совет район суды тәфтишсенең үтенесе Буйынса октябрьскийҙың полиция бүлеге начальнигы Илнур Абдуллинды ай ярымға ҡулға алды.

Тулыраҡ:
https://ashkadar.com/news/keshe-m-zakon/2024-09-26/bash-ortostan-politsiya-b-lege-nachalnigy-rish-t-vzyatka-alyu-a-totol-an-3946310
👍1
🚫За прошедшие сутки жители республики потеряли более 9 миллионов рублей🚫

В дежурные части органов внутренних дел республики поступило 26 сообщений, связанных с мошенничеством.

Подробнее:
https://ashkadar.com/news/y-m-i-t/2024-09-26/za-proshedshie-sutki-zhiteli-respubliki-poteryali-bolee-9-millionov-rubley-3946350
👍1
Һинең өләсәйең/олатайың “Березка” шифаханаһында ял итәсәк!💯🔥👏
Хөрмәтле дуҫтар! “Ашҡаҙар” гәзите, 1 октябрь – өлкән йәштәгеләр көнө айҡанлы, яңы “Минең яратҡан өләсәйем (олатайым)!” исемле конкурс иғлан итә!
Конкурста ҡатнашыу өсөн үҙегеҙҙең өләсәйегеҙ, олатайығыҙ йәки икеһе тураһында ла бер юлы мәғлүмәт, фото, үҙегеҙҙең телефон номерын ебәрергә кәрәк. Хатта атайығыҙ яғынан да, әсәйегеҙ яғынан да бер юлы олатай-өләсәйҙәр тураһында һөйләргә мөмкин.
Заявкалар 1 октябрҙең 12.00 сәғәтенә тиклем ҡабул ителә. Мәғлүмәтте ирекле рәүештә төркөмгә хәбәр итеп (сообщение) ебәреү һорала.
Конкурста ҡатнашыу өсөн район-ҡалалалар буйынса сикләү юҡ. Йәки бөтә Башҡортостандан кешеләр ҡатнаша ала!
Төп бүләк – Стәрлетамаҡ ҡалаһында урынлашҡан “Березка” шифаханаһына юллама!
Белешмә өсөн телефон:8-917-769-60-50. 12+
👍1