AshkadarLive
251 subscribers
6.06K photos
815 videos
3 files
1.6K links
Канал газеты "Ашкадар" г. Стерлитамак
Download Telegram
Спорт

ШӘП ЙҮГЕРЕКТӘРҘЕ ЙЫЙҘЫ СТӘРЛЕТАМАҠ

“Башҡоростанда күп кеше ҡатнашлығындағы спорт төрҙәрен үҫтерергә кәрәк”, – тигән бурыс ҡуя Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Стәрлетамаҡта үткән ярыммарафонда Рәсәйҙең 55 ҡалаһынан – Санкт-Петербург, Мәскәү, Ҡазан, Екатеринбург, Новосибирск, Воронеж, Һамар, Түбәнге Новгород, Барнаул, Губаха, Якутск, Ырымбур, Пермь, Саранск, Нижневартовск, Курск, Салауат, Бөрө, Нефтекама һәм башҡа ҡалаларҙан йәмғеһе 1700 кеше ҡатнашты.

Тулыраҡ:
https://vk.com/wall-62246556_45912?access_key=02442de17c24c51ee3


Ҡала хакимиәте матбуғат хеҙмәте фотолары.
3👍2🔥2👏1😍1🤝1
“АҠ ХАЛАТЛЫЛАР” ДИНАСТИЯҺЫ

“Ғаилә – кеше өсөн иң мөһиме. Рәсәй Президенты иғлан иткән Ғаилә йылында ғаиләләргә ярҙам итеү, ғаилә мөнәсәбәттәрен үҫтереү, ғаиләләргә ярҙам итеүҙең хоҡуҡи базаһын үҫтереү өсөн билдәле бер этәргес көс биреләсәк”, – тигәйне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йыл башында. Был ысынлап та шулай икәненә беҙ йыл барышында нығыраҡ инандыҡ.
Хеҙмәт династияһы, ғаилә династияһы тигәндә күҙ алдына иң тәүҙә беҙ бәләкәйҙән ғашиҡ булған уҡытыусылар, табиптар, һатыусылар күҙ алдына баҫа. Сөнки беҙ үҙебеҙ үҫкән ғаиләнән тыш иң тәү күргән һөнәр эйәләре улар бит! Мәктәптә – уҡытыусы, сирләһәк – табип, магазинда – һатыусы тимәксемен. Ә бына ҡалабыҙҙа ихтирам яулаған табиптар ғаиләһе –Поповтарҙы белмәгәндәр һирәктер ул…

Тулыраҡ:

https://vk.com/wall-62246556_45879?access_key=37008692bf72eeba21
🔥4💯21👍1🤝1
☀️Хәйерле иртә, дуҫтар!☀️

Күтәренке кәйеф менән уянығыҙ, көнөгөҙ яҡшы үтер🤩
3🔥2😍1🤝1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Тырышҡан - ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан!

🔥Велосипедсы үҙенең иҫ киткес трюктары менән социаль селтәрҙәрҙе шартлата!🔥

Ул үҙенең оҫталығын видеоға төшөрә, һәм алты сәғәт эсендә 13000000 ҡарау йыя!

Маунтинбайкер Давид Годзиек 10 вагон оҙонлоғондағы хәрәкәт итеүсе поезд өҫтөндә рампалар менән ҡаршылыҡтар һыҙатын үтә. Хәрәкәт тиҙлеге 25 км/сәғ. була, әммә трюкач старт алған урында ҡала🤩
🔥42👍2🤝1
🔥Һөйөнсө!🔥

Стәрлетамаҡта Вокзал урамында манара (вышка) ҡуйылыуы билдәле булды🙏


Стәрлетамаҡ хакимиәте мәғлүмәте буйынса, был бәйләнеште яҡшыраҡ тотоу өсөн терәк.

Профилле ведомстволарҙан рөхсәт бар.
👍3🔥32😍1🤝1
Кемдә нимә, ә Зөлфиә апайҙа робот-саң һурҙырғыс!🤩

«Һайлау-2024» барышында «Рәхмәт» акцияһы буйынса лоторея уйнатылғанын иҫләйһегеҙҙер

Күптәр ҡиммәтле бүләктәр ҙә отто🎁 Еңеүселәр араһында Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Зөлфиә Хөсәйен ҡыҙы Назарова булған. Уға махсус робот пылесос еләккән!

Зөлфиә Хөсәйенова бер һайлауҙарҙы ла ҡалдырғаны юҡ. Быйыл да республикабыҙҙың башлығына тауыш бирергә мотлаҡ барған һәм «Рәхмәт» акцияһына теркәлергә булған. Күп тә үтмәй уға һөйөнөслө яңылыҡ менән шылтыратҡандар. Шундай шәп бүләк артынан Зөлфиә апай Өфөгә юлланған.

“Яңыраҡ туғандарым менән ҡорбан салдыҡ, донъялар имен булһын тип доға ҡылдыҡ. Бәлки шуға мин бындай бәхеткә өлгәшкәмендер. Йыл һайын «Рәхмәт» акцияһын үткәреп торһондар, барыһы ла еңеп ҡалһын” - тине Зөлфиә Хөсәйен ҡыҙы💐
1🔥1
АЛЫҪ ШВАРЦАНАН СӘЛӘМ!

“Ял көндәрендә башҡорт уғы торған Шварца ҡалаһының 950 йыллығында булдыҡ. Мин башҡорттарҙы йыйҙым. Бик шәп булды. Гәзиттең баш битенә эләктек”, - тип сәләм-хат юллаған Германияла йәшәгән яҡташыбыҙ Ирек Байышев.💌

Ә был Шварца ҡалаһындағы Изге Лауренция сиркәүенең көмбәҙендә ҡаҙалып торған уҡты 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан ата-бабаларыбыҙ атҡан, беләһегеҙҙер. 🏹🏹🏹

Шуныһы ғәжәп: уҡты тоҫҡап атҡан урын менән сиркәүҙең бейеклеген ҡарап, ул 100 метр тирәһе осоп барған һәм диаметры 30 сантиметрлыҡ ҡына көмбәҙгә тейгән, тип фаразларға була!🏹

Бына ниндәй мәргән булған бар Европаны таң ҡалдырған һәм француздарҙың ҡоттарын алған “төньяҡ амурҙары” – башҡорттар!

📌ӘЙТКӘНДӘЙ, 1814 йылда атылған был уҡ һаман да шул сиркәү көмбәҙендә тора.
🏹Әммә төп нөсхәһе 1819 йылда уҡ сереп төшкәс, урынына тимерҙән эшләнгәнен беркетеп ҡуялар.
🏹Ә инде ике быуат тирәһе үткәс, милләттәшебеҙ Ирек Байышев башланғысы менән уҡҡа алтын ялатыла.
1🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Вернуть детство.

"«Каждый год ждем сентябрь, чтобы вернуться в Уфу!» - участники фестиваля «Вернуть детство» делятся впечатлениями.
Вот что сказала руководитель делегации Самарской области Анастасия Фомина:"
В Уфе зажглись «Звезды детства»
Конкурс с таким названием прошел в рамках фестиваля «Вернуть детство»
1
☀️Хәйерле иртә, дуҫтар!☀️

Буйың етмәһә лә ынтыл һин уға. Шуға ла бит ул хыял тип атала...
1👍1
🍁Әбейҙәр сыуағы Башҡортостан менән хушлаша!🍂

Ниндәй көндәр яҡынлашып килгәнен, һылтанма аша ҡарағыҙ:
https://ashkadar.com/news/y-m-i-t/2024-09-19/bey-r-syua-y-bash-ortostan-men-n-hushlasha-3935707
👍2
Буласаҡ әсәләр байрам итте

Стәрлетамаҡтағы 1-се клиник дауаханалағы перинаталь үҙәктә йөклө ҡатындар өсөн “Әсәлек ноталары” тип аталған байрам булды.
Пациенттар өсөн был үҙенсәлекле сараны 1-се дауахана етәкселеге ҡала хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте менән берлектә ойошторҙо.
https://ashkadar.com/articles/y-m-i-t/2024-09-18/bulasa-s-l-r-bayram-itte-3934857
2