AshkadarLive
251 subscribers
6.06K photos
815 videos
3 files
1.6K links
Канал газеты "Ашкадар" г. Стерлитамак
Download Telegram
Бөгөн – Халыҡ-ара бөҙрәханасы көнө!💇‍♀

💫13 сентябрҙә ҡулдарында ҡайсы һәм тараҡты тылсымлы таяҡҡа әйләндерә, ижади ҡараштары, таланттары ярҙамында гүзәллек тыуҙыра белгән кешеләр үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй.

Сәстәрҙе ҡарау, тәрбиәләү серҙәрен бергә асыҡлайыҡ:
https://ashkadar.com/news/belm-y-alma-y/2024-09-13/b-g-n-haly-ara-b-r-hanasy-k-n-3928825
😍21👍1💯1
🔥Башҡортостанда «Бейеклек» Акселераторының һуңғы ағымы үтәсәк🔥

Беренсе Акселератор «Бейеклек» хәрәкәтенең Флагман проекты чемпионаттың һуңғы ағымында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итеүҙе аса. Был 12-17 йәшлек уҡыусылар өсөн бөтә Рәсәй буйынса социаль әһәмиәтле башланғыстарҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән программаның бер өлөшө булыу мөмкинлеге.

Тулыраҡ:
https://ashkadar.com/news/y-m-i-t/2024-09-13/bash-ortostanda-beyeklek-akseleratoryny-u-y-a-ymy-t-s-k-3928926
🤝2👍1👏1
Сыҡһам бер көн ишек алдына...
Республикала “Башҡорт ихаталары” программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә. Был йәһәттән бихисап йорт алды ихаталары матурланды ла инде. “Кешеләр подъезға сыҡһа, ихатаға сыҡһа, ә был киңлектәр матур булһа, әлбиттә, беҙҙең республика кешеһенең кәйефе күтәренке, күңеле таҙа буласаҡ. Программаны дауам итәбеҙ!” – тигәйне был йәһәттән республика етәксеһе Радий Хәбиров. “Башҡорт ихаталары”н ғәмәлдә Стәрлетамаҡ миҫалында ла күреп була.

Тулыһынса:
https://vk.com/wall-62246556_45888?access_key=c00017a314cc5f6a60
🔥4👍1🤝1
☀️Хәйерле иртә!☀️

Ялдарығыҙ шәп, һеҙ теләгәнсә үтһен!🙌🏻
2👍1😍1💯1
ТӘМЛЕ ҠОЙМАҠ🥞

Ҡоймаҡ ҡойоу ҙа оҫталыҡ талап итә.
✔️ 2 йомортҡа
✔️ 2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо
✔️ тоҙ семтем генә
✔️ кефир 0.5 л
✔️ һөт 0.5 л
✔️ он 15 аш ҡалағы
✔️ сода
- тулы булмаған сәй ҡалағы 2 йомортҡаны 2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, тоҙ менән, кефир һәм сода ҡушып болғарға. Әҙләп ондо ҡушып туҡырға. Һөттө ҡайнатып сығарырға һәм эҫе көйөнсә әҙләп кенә ҡоймаҡ ҡамырына ҡойоп болғарға. Ҡамырҙы 10-15 минутҡа ҡуйып торорға. Эҫе майлы табала әҙләп кенә ҡойоп йоҡаҡ ҡына ҡоймаҡтар бешереп алырға. Бешкән ҡоймаҡтарҙы эҫеләй генә һары май менән майларға була.
😍21👍1
☀️Хәйерле иртә!☀️

Яңы башланып торған аҙна уңышлы үтһен, дуҫтар!
1
"Билайн" да ташлама буйынса мобиль тарифтар менән мутлашыусыларҙың яңы схемаһы тураһында белдерҙеләр

Компания вәкилдәре һуңғы ваҡытта ташлама буйынса мобиль тарифтар менән мутлашыу осраҡтары йышайғанын иҫкәртә.

Мутлашыусыларҙың ҡулына эләкмәҫ өсөн, киләһе һылтанмала уҡығыҙ:
https://ashkadar.com/news/y-m-i-t/2024-09-16/bilayn-da-tashlama-buyynsa-mobil-tariftar-men-n-mutlashyusylar-y-ya-y-shema-y-tura-ynda-belder-el-r-3930093
🤝1
Билдәле йырсы Рөстәм Ғиззәтуллин бөгөн тыуған көнөн билдәләй!!!🎤🔥💥

Тыуған көнө айҡанлы ихлас тәбрикләп, беҙ уға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, барлыҡ уй-ниәттәренең тормошҡа ашыуын, маҡсаттарына өлгәшеп йәшәүен теләйбеҙ!

Рөстәм Хәниф улының лайыҡтары менән һылтанма аша танышығыҙ:
https://ashkadar.com/news/y-m-i-t/2024-09-16/tyu-an-k-n-men-n-3930149
👍1😍1
Үҙ-үҙеңде еңеү💪

"Үҙ — үҙеңде еңеү " - Өфөлә 10-13 сентябрҙә үткән спорт фестивале шулай тип аталды. Унда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр - Башҡортостан Республикаһының 25 ҡала һәм районынан 130 спортсы ҡатнашты.

Ниндәй һөҙөмтә менән спортсылар ҡайтҡанын, һылтанма аша уҡығыҙ:
https://ashkadar.com/news/y-m-i-t/2024-09-16/e-de-e-e-3930269
🔥1👏1
Иғтибар

17-22 сентябрҙә ҡала биләмәһендә «Бурыс» тип аталған иҫкәртеү сараһы уҙғарыла.

Тулыраҡ:
https://ashkadar.com/news/y-m-i-t/2024-09-16/i-tibar-3930484
👍1🤝1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Беҙ коррупцияға ҡаршы

🚫Коррупция – хәҙерге заман йәмғиәтебеҙҙең мотлаҡ хәл итеүҙе талап итә торған иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе.

Коррупция менән нисек көрәшергә икәнлеген, һылтанма аша уҡығыҙ:
https://ashkadar.com/news/keshe-m-zakon/2024-09-16/be-korruptsiya-a-arshy-3930839
👍2🤝1
Һүрәттә йәшенгә ҡәһүәне таба алаһығыҙмы?
👍3😁1💯1
Запас тупларға ваҡыт!
Ауыл хужалығы йәрминкәләре мәле етте һәм 21, 28 сентябрь, 5, 12 октябрҙә “Стәрлетамаҡ-Арена” спорт Һарайы майҙанында (Коммунистик урамы, 101) ауыл хужалығы йәрминкәләре үтәсәк. Эш режимы 10.00-дән 15.00-гә тиклем.
Унда ауыл тауар етештереүселәре, крәҫтиән һәм фермер хужалыҡтары, шәхси ярҙамсы хужалыҡтар үҙ тауарын һата ала. Көндәр әлегә йылы булыу сәбәпле ит продукцияһын һыуытыу өсөн махсус ҡорамалдар (прилавкалар, витриналар, һыуытҡыстар) булған осраҡта ғына һатырға мөмкин. Аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған тауарҙар менән сауҙа итеүгә юл ҡуйылмай.
Бынан тыш, аҙна һайын шәмбе һәм йәкшәмбе йәрминкәләре Стәрлетамаҡ район-ара базаһы биләмәһендә (Хоҙайбирҙин урамы, 85) үтә. Эш режимы 09.00 сәғәттән 16.00 сәғәткә тиклем.
Йәрминкәләрҙә сауҙа итеү өсөн урындар бушлай бирелә.
2👍2🔥1
☀️Хәйерле иртә, төркөмдәштәр!☀️

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын! 💐
👍2🔥2😍1