AshkadarLive
252 subscribers
6.06K photos
815 videos
3 files
1.6K links
Канал газеты "Ашкадар" г. Стерлитамак
Download Telegram
Өфөлә Рәсәй гражданлығы булған дүрт мигрантты хәрби комиссариатҡа ебәрҙеләр

Рәсәй тәфтиш комитетының Өфө гарнизоны буйынса хәрби бүлеге Өфөлә сит ил граждандарының һәм гражданлыҡ алған кешеләрҙең эш урындарында иҫкәртеү саралары үткәрҙе.

Тулыраҡ:
https://ashkadar.com/news/novosti/2024-09-11/f-l-r-s-y-grazhdanly-y-bul-an-d-rt-migrantty-h-rbi-komissariat-a-eb-r-el-r-3924963
Бөгөн - бөтә Рәсәй айыҡлыҡ көнө!

«Яҡшының эскәне - һыу булыр,
Ямандың эскәне - ыу булыр»("Урал батыр" эпосынан)

Илебеҙҙә айыҡлыҡ көнө ике тапҡыр билдәләнә: 11 сентябрҙә (Рәсәй) һәм 3 октябрҙә (бөтә донъя).

Айыҡлыҡ көнө тәүге тапҡыр 1911 йылдың 11 сентябрендә Санкт-Петербургта үтә. Ул йәмғиәтте берләштерергә, сәләмәт йәшәү рәүеше ҡиммәттәрен күрһәтергә теләгән интеллигенция вәкилдәре ярҙамында ойошторола. 1913 йылда был көн рәсми статус ала. Унда алкоголь һатыу тулыһынса туҡтатыла, бөтә шарап кибеттәре ябыла.

Был башланғыс 1917 йылға тиклем дауам итә. Хәҙерге Рәсәйҙә ул 2005 йылда тергеҙелде, ә 2014 йылда байрамға Бөтә Рәсәй статусы бирелде.
🤝1
☀️Хәйерле иртә, яҡташтар!☀️

Һәр изге эшегеҙ уң булһын!
😍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Республикаһы Башлығының инаугурация тантанаһы

12 сентябрь, 10:00 сәғәттә. Республиканың мөһим сәйәси ваҡиғаһы-Башҡортостан Башлығы вазифаһына инеү тантанаһы.

Тура эфирҙы БСТ, Рәсәй 24, Башҡортостан 24, UTV, Бөтә Өфө телеканалдарында, шулай уҡ Юлдаш радиостанцияһында, ВК һәм Одноклассники социаль селтәрҙәрендә ҡарағыҙ.

Тантананан һуң БСТ телеканалында «Башҡортостан: барыһы ла башлана ғына» фильмы эфирға сыға.
1🤝1
12 сентябрҙә республиканың Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай йортонда Башҡортостандың яңы һайланған Башлығы вазифаһына инеү тантанаһы үтте.

Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов Радий Хәбировҡа Башҡортостан Республикаһы Башлығы танытмаһын тапшырҙы. Бынан Һуң Радий Хәбиров башҡорт һәм рус телдәрендә халыҡҡа, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияларына тоғролоҡ анты бирҙе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе тәҡдим иткән Радий Хәбиров, һайлауҙаҙра 80,21 процен. тауыш йыйып, Башҡортостан Республикаһы Башлығы һайлауҙарында еңеү яуланы.
👍1🤝1
Уже более 150 тысяч жителей республики активно пользуются приложением «Госуслуги.Дом»

Все больше жителей республики стали активно пользоваться мобильным приложением «Госуслуги.Дом».

Большим преимуществом приложения является возможность оплатить коммунальные услуги без комиссии.
Напомним, что приложение создано на базе государственной информационной системы жилищно-коммунального хозяйства («ГИС ЖКХ»). Отдельная регистрация не требуется, авторизоваться можно через подтвержденную учетную запись на портале Госуслуг.

Данные о недвижимости, приборах учета и счетах загрузятся автоматически. В случае отсутствия информации можно подать заявку и управляющая или ресурсоснабжающая организация актуализирует данные. Приложение доступно для скачивания в RuStore, AppStore, Google Play и AppGallery
https://ashkadar.com/news/y-m-i-t/2024-09-12/uzhe-bolee-150-tysyach-zhiteley-respubliki-aktivno-polzuyutsya-prilozheniem-gosuslugi-dom-3927014
👍1
Иртәгә, 13 сентябрҙә, БСТ каналында тура эфирҙа «Сәләм» программаһында «Рәхмәт-2024» акцияһының приздары уйнатыла. Унда QR сайтында теркәлгән бөтә билеттар ҙа ҡатнашасаҡ.

«Зур Рәхмәт» бүләктәре араһында: өс фатир, автомобиль, дүрт квадроцикл, Сочи ҡалаһына юллама, Башҡортостан ял базаһына ғаилә туры.

"Был акцияның һуңғы уйыны. Барыбыҙға ла уңыштар теләйбеҙ. Тура эфирҙа осрашырбыҙ, 8.00 сәғәттә телевизорҙы ҡабыҙығыҙ», - тип уртаҡлашты ойоштороу комитеты вәкиле Регина Кадырова.
👍2🔥1🤝1
☀️Хәйерле йома иртәһе менән!☀️

Һәр көн - бүләк, ҡыуанып ҡабул итәйек!
😍21😁1
Стәрлетамаҡтан полиция лейтенанты «Халыҡ участковыйы» конкурсында ҡатнаша

Бөтә Рәсәй «Халыҡ участковыйы» конкурсының беренсе этабы старт алды. Стәрлетамаҡтан унда полицияның участка вәкиле, полиция лейтенанты Эмиль Радик улы Салауатов ҡатнаша.

Конкурс өс этапта үтәсәк. Беренсеһе төбәк кимәлендә үткәрелә. Тауыш биреү 11-20 сентябрҙә үтә. Аҙаҡтан беренсе еңеүселәр билдәләнә, икенсе этапҡа берешәр ҡатнашыусы ғына үтә.
Икенсе этапта 7 октябргә тиклем участка полиция вәкилдәре — конкурстың беренсе этабында еңеүселәр тураһында мәғлүмәт әҙерләнәсәк. Онлайн-тауыш биреү 7 октябрҙән 16-на тиклем Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министрылығының рәсми сайтында уҙасаҡ.

Стәрлетамаҡта Ҡатнашыусы Эмиль Радикович өсөн һылтанма буйынса тауыш бирергә мөмкин - https://02.мвд.рф/-народный-участковый-2024/.

Сығанаҡ: «Стәрлетамаҡ Хакимиәте» Telegram-каналынан.
1👍1🤝1
Милли кейем көнө менән!

Башҡортостан Республикаһында милли кейем көнө 13 сентябрҙә билдәләнә. Был байрам халыҡтарҙың йолаларына, тарихына һәм мәҙәниәтенә тағы бер тапҡыр мөрәжәғәт итергә, үҫеп килгән быуында халыҡ мәҙәниәте — ул байлыҡ һәм ҡиммәт икәнен аңларға мөмкинлек бирә.

#МиллиКейемКөнө2024 #ДеньНациональногоКостюма2024
#Ашкадаргазета
#городСтерлитамак
2😍1
«Аҡса тураһында – ябай ғына» III Республика конкурсы старт ала

Башҡортостанда киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль медиала финанс грамоталылығы мәсьәләләрен иң яҡшы яҡтыртыуға «Аҡса тураһында – ябай ғына» III Республика конкурсы иғлан ителде.

Конкурс менән яҡыныраҡ һылтанма аша танышып була:
https://ashkadar.com/news/belm-y-alma-y/2024-09-13/a-sa-tura-ynda-yabay-yna-iii-respublika-konkursy-start-ala-3928014
😍1🤝1
Халыҡты нимә борсой?

Аралашып йәшәүгә ни етә?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәләрендә һәр саҡ ҡала һәм райондарҙың хакимиәт башлыҡтарына предприятиеларға йөрөп, етәкселәр, хеҙмәт коллективтары вәкилдәре хеҙмәткәрҙәр вәкилдәре менән осрашыуҙар үткәреүҙе талап итә. Был йәһәттән Стәрлетамаҡ ҡалаһында республика етәксеһе талабы тулыһынса үтәлә.

Тулыһынса:
https://vk.com/wall-62246556_45868?access_key=6c22f0fa73ca3423c9
🔥2👍1🤝1
Ял көндәрендә Башҡортостанда йылы һауа торошо көтөлә

Ял көндәрендә республикала йылы һауа торошо һәм әбейҙәр сыуағы көтөлә. Синоптиктар фаразынса, бөгөн, 13 сентябрҙә, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көнсығыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +18,+23° тиклем күтәрелә.
Шәмбе, 14 сентябрь, шулай уҡ яуым-төшөмһөҙ. Ел көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +4,+9°, көнсығыш райондарҙа 0,-2-гә тиклем һалҡынайтып, ҡырау төшөүе мөмкин, көндөҙ +18,+23°.

Йәкшәмбе, 15 сентябрҙә, яуым-төшөмһөҙ. Ел көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +5,+10°, көндөҙ +18,+23°.
🔥21👍1
Милли кейем көнө менән!

Башҡорт милли кейеме кескәйҙәргә лә бик килешеп тора😍
🔥2👍1👏1😍1