AshkadarLive
252 subscribers
6.06K photos
815 videos
3 files
1.6K links
Канал газеты "Ашкадар" г. Стерлитамак
Download Telegram
9 СЕНТЯБРЬ – ХАЛЫҠ-АРА МАТУРЛЫҠ КӨНӨ😍

Барығыҙҙы ла ошо матур байрам менән тәбрикләйбеҙ! Бәхеткә, шатлыҡҡа төрөнөп, матурлыҡҡа һөйөнөп йәшәгеҙ!💐

Башҡорт халыҡ мәҡәлдәрендә матурлыҡ:
~ Матур - күҙ өсөн, аҡыллы - күңел өсөн.
~ Матурлыҡ - күҙ өсөн, холоҡ - күңел өсөн.
~ Матур сәскә сәнскеле була.
~ Матурлығы хәжәт түгел, аҡылы-тәүфиғы булһын.
1🔥1👏1😍1
Көҙ миҙгеле етһә күбебеҙҙең йыш ҡына кәйефе төшә, шуға ла үлән төнәтмәләрен эсеп ҡарайыҡ🫖

🌿Мелисса борон-борондан йоҡоно тынысландырыусы бик шәп сара булып тора.

🌿Йоҡоһоҙлоҡтан тағы ошондай төнәтмә ярҙам итер. Өс ҡалаҡ мелиссаға 200 мл ҡайнар һыу ҡойоп, ҡапҡас ябып, биш минут  ҡуйып тороғоҙ. Ҡапҡасҡа йыйылған тамсыларҙы төнәтмәгә төшөрөргә кәрәк, сөнки унда эфир майҙары йыйыла. Әҙер төнәтмәне көн буйы бер-ике стакан эсергә.

🌿Стрестан арыныу өсөн  бер ҡалаҡ ҡомалаҡ тубырсығына  бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ҡапҡасын ябып, 10 минут төнәтергә. Әҙер булғас, һөҙөп, көнөнә ике тапҡыр ашар алда яртышар стакан эсергә.

🌿Депрессияға бирелмәҫ өсөн дөйөм кәйефте күтәреүсе төнәтмә.
Дүрт ҡалаҡ һары мәтрүшкәгә бер литр ҡайнар һыу ҡойоп, ике минут ҡайнатырға. Өҫтөнә ҡапҡас ябып, 10 минут тоторға. Һыуынғас һөҙөп, көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан яртышар стакан эсергә.

Табип менән кәңәшләшеү мөһим👩‍⚕️
БӘХЕТ

Бәхет донъя гиҙеп йөрөй һәм юлыңда осраған кешеләрҙең теләктәрен үтәй икән. Бер ваҡыт ул тәрән соҡорға төшөп киткән һәм сыға алмағанлыҡтан, шунда ҡалған. Соҡор янына кешеләр килә лә теләктәрен әйтәләр, ә бәхет уларҙы үтәй икән. Теләктәре үтәлгәс кешеләр китәләр, ә бәхет соҡорҙа ултырып ҡала. Бер көн егет килгән һәм үҙе өсөн һис бер нәмә лә талап итмәйсә уға һорау биргән:

– Бәхет, ә һинең ниндәй теләгең бар?

– Был соҡорҙан сыҡҡым килә, – тигән икән.

Егет уға соҡорҙан сығара ла, үҙ юлы менән китеп барған, ә Бәхет теркелдәп уның артынан киткән.
1👍1🔥1😍1🤝1
☀️Хәйерле иртә, дуҫтар!☀️

Уңышлы эш көнө, күтәренке кәйеф, яҡшы хәбәрҙәр теләп ҡалабыҙ!
1👍1🔥1😍1
Көнләшерлек кейәү🤵🏻

Ҡатнаш көрәш сәнғәте яугиры Джефф Монсон октябрҙә Мәскәү өлкәһенән Екатерина исемле ҡыҙ менән ислам йолалары буйынса никах үткәрәсәген хәбәр итә. Тантана Өфө мәсеттәренең береһендә үтәсәк.

Монсон 2023 йылдың йәйендә Мәскәүҙә Европа мосолман форумы ойошторған Ҡорбан байрамы уңайынан ҡабул итеүҙә ислам динен ҡабул итә.
1👍1🔥1😍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Был Дәүләт ҡурайсылар ансамбленең тәүге клибы. Унда «Ҡағы ташы», «Атлы ғәскәр маршы», «Йәнтүрә маршы» көйҙәре һәм башҡорттарҙың боронғо «Урал» гимны яңғырай.

Бер айҙан ансамблдең беренсе соло концерты була. Музыканттар ҙур программаны октябрҙә, Республика көнөндә үк тәҡдим итәсәк.

Был коллективты ҙур уңыш һәм танылыу көтә. Алға табан барғанда, беҙ үткәндәребеҙҙе һаҡлайбыҙ, тамырҙарыбыҙҙы ныҡ тотабыҙ»

- Был хаҡта үҙенең сәхифәһендә республика башлығы Радий Хәбиров хәбәр итә.
👍21🔥1
🥧 Эремсек менән шарлотка

Ингредиеттар:

Эремсек (Творог)— 200 г
Алма— 2 ҙур
Йомортҡа— 2 шт
Он — 50 гр
Шәкәр — 50 гр
Ҡабартҡыс — 1 балғалаҡ

Әҙерләү:

Йомортҡа менән шәкәрҙе ҡабарғансы туҡырға. Был массаға он һәм ҡабартҡысты ҡушып тағы оҙаҡ ҡына болғатырға. Хәҙер эремсек өҫтәйбеҙ һәм төйөрҙәре бөткәнсегә тиклем туғыйбыҙ. Шунан алмаларҙы шаҡмаҡлап турап өҫтәп ебәрәбеҙ. Булды! Формаға ҡойоп, мейескә оҙатабыҙ ҙа, сәй ҡуябыҙ. 190° 30-40 минут тирәһе бешә был тәмлекәс.

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын! ☕️
😍1
☀️Хәйерле иртә, дуҫтар!☀️

Атҡан таңыбыҙ тик бәхет килтерһен! Һәр кемгә йылмайып-көлөп ҡыуанып ҡына йәшәргә яҙһын! Һәр мәлебеҙ уңыштарға сорналһын, яҡты хыялдарыбыҙ тормошҡа ашһын!
2
5 йыл эсендә башҡортостанда инвестициялар күләме 52 процентҡа артҡан

Тулыраҡ мәғлүмәт ошо һалтанма буйынса:
https://ashkadar.com/news/milli-proekttar/2024-09-11/5-yyl-esend-bash-ortostanda-investitsiyalar-k-l-me-52-protsent-a-art-an-3924769
👏1
Германияла күперҙең ҙур участкаһы йәйәүлеләр зонаһы менән емерелеп төшә

Дрездендта, Германияла, Каролабрюке күперенең йәйәүлеләр зонаһы менән бер өлөшө емерелеп төшә.

Тулыраҡ:
https://ashkadar.com/news/novosti/2024-09-11/germaniyala-k-per-e-ur-uchastka-y-y-y-lel-r-zona-y-men-n-emerelep-t-sh-3924807
😢1
Газ шартлау арҡаһында емерелгән подъезды Стәрлетамаҡта тергеҙә башлайҙар.

Стәрлетамаҡта Артем урамындағы 150-се йорттоң подъезын ремонтлай башланылар, унда көнкүреш газы ағып төшөүе арҡаһында шартлау яңғыраны.

Тулыраҡ:
https://ashkadar.com/news/novosti/2024-09-11/gaz-shartlau-ar-a-ynda-emerelg-n-pod-ezdy-st-rletama-ta-terge-bashlay-ar-3924834
😢1
Өфөлә Рәсәй гражданлығы булған дүрт мигрантты хәрби комиссариатҡа ебәрҙеләр

Рәсәй тәфтиш комитетының Өфө гарнизоны буйынса хәрби бүлеге Өфөлә сит ил граждандарының һәм гражданлыҡ алған кешеләрҙең эш урындарында иҫкәртеү саралары үткәрҙе.

Тулыраҡ:
https://ashkadar.com/news/novosti/2024-09-11/f-l-r-s-y-grazhdanly-y-bul-an-d-rt-migrantty-h-rbi-komissariat-a-eb-r-el-r-3924963
Бөгөн - бөтә Рәсәй айыҡлыҡ көнө!

«Яҡшының эскәне - һыу булыр,
Ямандың эскәне - ыу булыр»("Урал батыр" эпосынан)

Илебеҙҙә айыҡлыҡ көнө ике тапҡыр билдәләнә: 11 сентябрҙә (Рәсәй) һәм 3 октябрҙә (бөтә донъя).

Айыҡлыҡ көнө тәүге тапҡыр 1911 йылдың 11 сентябрендә Санкт-Петербургта үтә. Ул йәмғиәтте берләштерергә, сәләмәт йәшәү рәүеше ҡиммәттәрен күрһәтергә теләгән интеллигенция вәкилдәре ярҙамында ойошторола. 1913 йылда был көн рәсми статус ала. Унда алкоголь һатыу тулыһынса туҡтатыла, бөтә шарап кибеттәре ябыла.

Был башланғыс 1917 йылға тиклем дауам итә. Хәҙерге Рәсәйҙә ул 2005 йылда тергеҙелде, ә 2014 йылда байрамға Бөтә Рәсәй статусы бирелде.
🤝1
☀️Хәйерле иртә, яҡташтар!☀️

Һәр изге эшегеҙ уң булһын!
😍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Республикаһы Башлығының инаугурация тантанаһы

12 сентябрь, 10:00 сәғәттә. Республиканың мөһим сәйәси ваҡиғаһы-Башҡортостан Башлығы вазифаһына инеү тантанаһы.

Тура эфирҙы БСТ, Рәсәй 24, Башҡортостан 24, UTV, Бөтә Өфө телеканалдарында, шулай уҡ Юлдаш радиостанцияһында, ВК һәм Одноклассники социаль селтәрҙәрендә ҡарағыҙ.

Тантананан һуң БСТ телеканалында «Башҡортостан: барыһы ла башлана ғына» фильмы эфирға сыға.
1🤝1
12 сентябрҙә республиканың Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай йортонда Башҡортостандың яңы һайланған Башлығы вазифаһына инеү тантанаһы үтте.

Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов Радий Хәбировҡа Башҡортостан Республикаһы Башлығы танытмаһын тапшырҙы. Бынан Һуң Радий Хәбиров башҡорт һәм рус телдәрендә халыҡҡа, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияларына тоғролоҡ анты бирҙе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе тәҡдим иткән Радий Хәбиров, һайлауҙаҙра 80,21 процен. тауыш йыйып, Башҡортостан Республикаһы Башлығы һайлауҙарында еңеү яуланы.
👍1🤝1
Уже более 150 тысяч жителей республики активно пользуются приложением «Госуслуги.Дом»

Все больше жителей республики стали активно пользоваться мобильным приложением «Госуслуги.Дом».

Большим преимуществом приложения является возможность оплатить коммунальные услуги без комиссии.
Напомним, что приложение создано на базе государственной информационной системы жилищно-коммунального хозяйства («ГИС ЖКХ»). Отдельная регистрация не требуется, авторизоваться можно через подтвержденную учетную запись на портале Госуслуг.

Данные о недвижимости, приборах учета и счетах загрузятся автоматически. В случае отсутствия информации можно подать заявку и управляющая или ресурсоснабжающая организация актуализирует данные. Приложение доступно для скачивания в RuStore, AppStore, Google Play и AppGallery
https://ashkadar.com/news/y-m-i-t/2024-09-12/uzhe-bolee-150-tysyach-zhiteley-respubliki-aktivno-polzuyutsya-prilozheniem-gosuslugi-dom-3927014
👍1
Иртәгә, 13 сентябрҙә, БСТ каналында тура эфирҙа «Сәләм» программаһында «Рәхмәт-2024» акцияһының приздары уйнатыла. Унда QR сайтында теркәлгән бөтә билеттар ҙа ҡатнашасаҡ.

«Зур Рәхмәт» бүләктәре араһында: өс фатир, автомобиль, дүрт квадроцикл, Сочи ҡалаһына юллама, Башҡортостан ял базаһына ғаилә туры.

"Был акцияның һуңғы уйыны. Барыбыҙға ла уңыштар теләйбеҙ. Тура эфирҙа осрашырбыҙ, 8.00 сәғәттә телевизорҙы ҡабыҙығыҙ», - тип уртаҡлашты ойоштороу комитеты вәкиле Регина Кадырова.
👍2🔥1🤝1
☀️Хәйерле йома иртәһе менән!☀️

Һәр көн - бүләк, ҡыуанып ҡабул итәйек!
😍21😁1