AshkadarLive
252 subscribers
6.06K photos
815 videos
3 files
1.6K links
Канал газеты "Ашкадар" г. Стерлитамак
Download Telegram
Барыһы ла үҙебеҙҙән тора!
Барыһы ла үҙебеҙҙән тора!
Барыһы ла үҙебеҙҙән тора!
👍1
За каждой иностранной командой чемпионата «ГеоВызов» закреплен волонтер, в совершенстве владеющий английским языком. И это, по сути, тоже целая команда.

Напомним, во II Международном геологическом чемпионате «ГеоВызов» примут участие студенты геологического профиля из 15 регионов России и 10 стран: Китая, ЮАР, Мозамбика, Зимбабве, Эфиопии, Гвинеи, Грузии, Ганы, Узбекистана, Казахстана.

В каждой команде – по семь человек вместе с куратором. Всего ожидается прибытие около 250 участников.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Был егет Евгений Самохвалов, ул "Геовызов" чемпионатында ҡатнаша. Бына ниндәй хистәр биләй уны, тормоштоң ҡәҙерен белегеҙ, ти.

Әйткәндәй, геология буйынса Чемпионаттың әле ҡыҙған мәле, унда ҡатнашырға тип 10 илдән килеп еткәндәр. Тағы ниндәй чемпионат, кемдәр ярыша, ҡайҙан килгәндәр тиһегеҙме - был хаҡта киләһе яҙмаларҙа.
Башҡортостанда иң популяр урындар буйынса юл күрһәтеүсе белешмә барлыҡҡа килде. Уны республиканың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетында Өфөнөң 450 йыллығына ҡарата әҙерләгәндәр.

Туристар, ҡунаҡтар һәм төбәк халҡы ошо электрон белешмә ярҙамында виртуаль экскурсия яһай, Өфөнөң һәм республиканың тарихы, мәҙәниәте һәм иҫтәлекле урындары менән таныша ала.

Йыйынтыҡҡа туристар өсөн яңы асылған урындар ҙа:

* ЮНЕСКО-ның «Янғантау» глобаль геопаркындағы «Салауат ере» тарихи-мемориаль паркы
* Шишмә районындағы Евразия күсмә цивилизациялар музейының сәфәр -үҙәге индерелгән

Белешмә туристар өсөн ҡыҙыҡлы буласаҡ — республикаға эш буйынса йәки сәйәхәт итергә килеүселәр ҙә көнүҙәк мәғлүмәт менән таныша ала.

«Башҡортостан Республикаһы буйынса юл күрһәтеүсе белешмә»не Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының рәсми сайтынан күсереп алырға мөмкин: https://unescorb.ru/tpost/bxj654j411-putevoditel-po-r..

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
👍1
🔨 «Тауарҙы гарантия буйынса ремонтҡа тапшырҙым. Һатыусынан ремонт ваҡытында ҡулланыу өсөн шундай уҡ тауар һорай аламмы?» — «Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы белгестәре яуап бирә.

Ремонт ваҡытына оҡшаш тауар бирелмәгән оҙайлы ҡулланыу тауарҙары исемлеге бар. Был ҡағиҙәне Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте билдәләй.

📝 Исемлеккә:

️ автомобилдәр, прицептар, мотоциклдар һәм башҡа мототехника. Был категорияға инвалидтар өсөн тәғәйенләнгән тауарҙар, ял итеү суднолары һәм йөҙөү саралары инмәй;

️ мебель;

️ гигиена әйберҙәре булараҡ һәм медицина маҡсатында ҡулланылған электр көнкүреш тауарҙары (мәҫәлән, электр ҡырыныу,, сәс бөҙрәләтеү өсөн ҡоролмалар, электр юрған һ. б.);

️ ризыҡ әҙерләү һәм аҙыҡ-түлекте термик эшкәртеү өсөн ҡулланылған электр, газ һәм газ-электр приборҙары.

️ граждандар ҡоралы;

️ ювелир изделиелары инә.


#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
👍1
Шихандар ФАП туйларға әҙерләнә
Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ районында яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу планлаштырыла. 2019 йылдан алып республикала 40-ҡа яҡын ФАП төҙөлдө. Күп осраҡта яңы пункттар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың эш сәфәрҙәре мәлдәрендә халыҡ менән осрашыуҙарҙан һуң төҙөлә башланды.


Рита СӘМИҒУЛЛИНА, Стәрлетамаҡ районы башлығы:
– Был фельдшер-акушерлыҡ пукнты урындағы халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе сиктәрендә кәрәкле звено булып тора. Быға тиклем районда ике фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу тантанаһы үткәйне. Был шулай уҡ “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел звеноны яңыртыу” төбәк программаһы ярҙамында мөмкин булды. Радий Фәрит улына, республика етәкселегенә районға булған иғтибар өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

https://ashkadar.com/news/y-m-i-t/2024-09-03/shihandar-fap-tuylar-a-erl-n-3910374
👍1
Стәрлетамаҡ районында эшҡыуарлыҡ үҫешә
Ошо нигеҙҙә күптән түгел районда эшҡыуарҙарҙың ошо тармаҡты үҫтереүгә булышлыҡ иткән вәкилдәре менән эшлекле осрашыу үтте.
Осрашыу Рәсәй Президенты Владимир Путиндың "Май указдарын" тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторолдо. Бөгөнгө көндә районда 1,5 меңдән ашыу эшҡыуар эшләй. Уларҙың барыһы ла республика һәм райондың иҡтисадын, инвестиция сәйәсәтен үҫтереүгә йәлеп ителгән, социаль өлкәгә лә ҙур өлөш индерә.

“Осрашыуҙа беҙ бизнесты үҫтереү мәсьәләләрен, дәүләт ярҙамы сараларын, шулай уҡ башланғыстарҙы, эшҡыуарҙар осраған ауырлыҡтарҙы тикшерҙек.

Эшҡыуарҙар уларҙың үҫеше менән ихлас ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙы, уларға ярҙам итергә әҙер булыуыбыҙҙы һәм үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек итергә ынтылыуыбыҙҙы күрҙе", - тип билдәләне сара аҙағында Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы Рита Сәмиғуллина.
👍1
Нахимов урамында эштәр тамам
Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты буйынса ҡала юлдарын ремонтлау бара ине.
Ошо көндәрҙә эштәр тамамланды. Унда быйыл 7,36 саҡрым оҙонлоҡтағы 12 юл норматив хәлгә килтерелде.
Рөстәм Ғәзизов, ҡала башлығы:

- Стәрлетамаҡта «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проектын тормошҡа ашырыу 2019 йылда башланды. Был ваҡыт эсендә 70 км оҙонлоғондағы 80-дән ашыу ҡала юлы ремонтланды, ике ҡулсалы юл сиселеше реконструкцияланды һәм ер аҫты йәйәүлеләр үткәүеле ремонтланды. Транспорт-эксплуатация күрһәткестәренә норматив талаптарға тап килгән юлдар оҙонлоғо өлөшө күрһәтелгән осорҙа 37,8 проценттан 77,7 процентҡа тиклем артты. Был эштәр республика Башлығы Радий Хәбиров ҡушыу буйынса башҡарылды.
Директор ғына түгел, ғалим да!
Харис Зәбих улы Әбдрәхимовтың исеме киң йәмәғәтселеккә яҡшы таныш. Бына хәҙер тиҫтәгә яҡын йылдар инде ул Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе директоры йөгөн тарта.
Әле күптән түгел генә уның “Башҡорт теленең метрологик лексикаһы” тип аталған китабы донъя күрҙе. Ғилми йыйынтыҡта үлсәү берәмектәренә лексик-семантик, функциональ анализ яһала.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү тураһында хәстәрлек күрә, уны һанлаштырыу буйынса күп эштәр алып бара.
Ул шулай уҡ, 17 ғинуарҙа үткән “Туған телдәр сәғәте”ндә киләсәккә бурыстарҙы билдәләп, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһына ярҙам, Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант, полилингваль гимназиялар селтәрен үҫтереү, дәүләт һәм муниципаль власть органдарында кәңәшмә ваҡытында республиканың дәүләт телдәрендә сығыш яһау, туған телде үҫтереү буйынса китаптар сығарыу кеүек мөһим мәсьәләләрҙе күтәреп сыҡҡайны. Республика етәксеһенең идеяһы, тапҡыр яңғыраған һүҙҙәре тормошҡа ашырыла, тимәк.
👏1
Күгәрсенде гөрләткәндәр Эстәрленең йәштәре!
Күптән түгел Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында уҙғарылған “Рух майҙаны” сараһы сиктәрендә “Квиз” уйында беҙҙең Стәрлетамаҡ ҡала йәштәре командаһы беренсе урын алып ҡайтты. Стәрлетамаҡ йәштәр командаһын ҡотлайбыҙ!
Әйткәндәй, телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүсе әлегеләй саралар республикала ныҡлап 2019 йылдан башлап ойошторола.

Бындай саралар аша йәштәр телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтерә, уның нескәлектәрен өйрәнә, йәштәр үҙҙәре әйтеүенсә, әле лә, мәҫәлән, еңеү еңел бирелмәгән, беренсе урын алыр өсөн Башҡортостандың тел донъяһын, мәҙәниәтен, сәнғәтен, әҙәбиәтен, һынлы сәнғәтен тағы бер тапҡыр байҡап сығырға кәрәк булған.
– Ошондай уйын аша ла телебеҙ тарала. Ғөмүмән, башҡорт теленә иғтибар төрлө йәһәттән бүленә. Технологиялар ярҙамында үҫтереү, мәктәп дәресендә, гранттар, әлегеләй уйындар – былар барыһы ла, әлбиттә, Радий Хәбиров хәстәрлеге менән тормошҡа ашырыла, – тип билдәләп китте команда, ҡала йәштәре ҡоролтайы етәксеһе Рөстәм Батталов.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Первый день соревнований участники чемпионата "ГеоВызов" начали с зарядки со звездой.

А провёл ее Ерохин Виктор, главный тренер по Тхэквондо ICTF по Республике Башкортостан, Чемпион России и Мира, КМС, черный пояс 1 дан.
1