AshkadarLive
252 subscribers
6.06K photos
815 videos
3 files
1.6K links
Канал газеты "Ашкадар" г. Стерлитамак
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандан биш проект уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы

Калугала үткән «Бәләкәй ҡалаларҙы һәм тарихи ауылдарҙы үҫтереү» Бөтә Рәсәй форумы сиктәрендә IX Бөтә Рәсәй уңайлы ҡала мөхитен булдырыу проекттары конкурсында еңеүселәр билдәле булды. Рәсәй Төҙөлөш министрлығының федераль гранттарына республиканан биш проект лайыҡлы тип табылды.
Тулыраҡ видеояҙмала.

📌 2019 йылдан Башҡортостандан конкурста ҡатнашыу өсөн 73 ғариза ебәрелгән, 34 проект еңеү яулаған. Республика конкурста еңеүсе проекттар һаны буйынса Рәсәй төбәктәре араһында Татарстан һәм Мәскәү өлкәһенән һуң 3-сө урынды биләй. Был проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 4 миллиард һум йүнәлтелгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Гюрза» позывнойлы осоусы аппараттар батальоны штабы начальнигы ни өсөн хәрби комиссариаттарға әҙер яугирҙәр килә икәне хаҡында һөйләй.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, РФ оборона министрлығы менән килешеү төҙөгәндәр Башҡортостандан бер юлы 1 205 000-гә тиклем һәм унан һуң ай һайын 210 меңдән ашыу эш хаҡы ала.

Тулыраҡ: 8(917)462-89-17, 8(3473)20-61-51 телефон һандары буйынса.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Эфиопия Федератив Демократик Республикаһынан “Геовызов” чемпионатында ҡатнашыусы ҡыҙ Башҡортостанға ҡайнар сәләм ебәрә.
“Сәләм, минең исемем Адиссалем Дамте, мин Эфиопиянан. Мин һәм минең командам беҙҙең университетты күрһәтәбеҙ. Беҙ ғалимдар һәм бына 3-сө уҡыу йылыбыҙҙы уҡып бөттөк тә инде. Чемпионатта ҡатнашырға саҡырғанығыҙ өсөн рәхмәт. Чемпионат ашакүп нәмәне белербеҙ тип ышанам һәм был бик шәп тәжрибә буласаҡ.Саҡырыуығыҙ өсөн йәнә бер тапҡыр рәхмәт, оҙаҡл май Өфөлә күрешербеҙ әле”.
🔥1🎄1
Өлгөрҙөгөҙме?
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
3 сентябрҙә Рәсәйҙә терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө билдәләнә.

2004 йылдың сентябрендә Бесланда булған фажиғәле ваҡиғалар менән бәйле был көн. Был видео йөҙҙәрсә кешенең ғүмерен ҡотҡара алған ябай, әммә бик мөһим ҡағиҙәләрҙе үтәү кәрәклеген иҫкә төшөрә.
Барыһы ла үҙебеҙҙән тора!
Барыһы ла үҙебеҙҙән тора!
Барыһы ла үҙебеҙҙән тора!
👍1
За каждой иностранной командой чемпионата «ГеоВызов» закреплен волонтер, в совершенстве владеющий английским языком. И это, по сути, тоже целая команда.

Напомним, во II Международном геологическом чемпионате «ГеоВызов» примут участие студенты геологического профиля из 15 регионов России и 10 стран: Китая, ЮАР, Мозамбика, Зимбабве, Эфиопии, Гвинеи, Грузии, Ганы, Узбекистана, Казахстана.

В каждой команде – по семь человек вместе с куратором. Всего ожидается прибытие около 250 участников.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Был егет Евгений Самохвалов, ул "Геовызов" чемпионатында ҡатнаша. Бына ниндәй хистәр биләй уны, тормоштоң ҡәҙерен белегеҙ, ти.

Әйткәндәй, геология буйынса Чемпионаттың әле ҡыҙған мәле, унда ҡатнашырға тип 10 илдән килеп еткәндәр. Тағы ниндәй чемпионат, кемдәр ярыша, ҡайҙан килгәндәр тиһегеҙме - был хаҡта киләһе яҙмаларҙа.
Башҡортостанда иң популяр урындар буйынса юл күрһәтеүсе белешмә барлыҡҡа килде. Уны республиканың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетында Өфөнөң 450 йыллығына ҡарата әҙерләгәндәр.

Туристар, ҡунаҡтар һәм төбәк халҡы ошо электрон белешмә ярҙамында виртуаль экскурсия яһай, Өфөнөң һәм республиканың тарихы, мәҙәниәте һәм иҫтәлекле урындары менән таныша ала.

Йыйынтыҡҡа туристар өсөн яңы асылған урындар ҙа:

* ЮНЕСКО-ның «Янғантау» глобаль геопаркындағы «Салауат ере» тарихи-мемориаль паркы
* Шишмә районындағы Евразия күсмә цивилизациялар музейының сәфәр -үҙәге индерелгән

Белешмә туристар өсөн ҡыҙыҡлы буласаҡ — республикаға эш буйынса йәки сәйәхәт итергә килеүселәр ҙә көнүҙәк мәғлүмәт менән таныша ала.

«Башҡортостан Республикаһы буйынса юл күрһәтеүсе белешмә»не Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының рәсми сайтынан күсереп алырға мөмкин: https://unescorb.ru/tpost/bxj654j411-putevoditel-po-r..

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
👍1
🔨 «Тауарҙы гарантия буйынса ремонтҡа тапшырҙым. Һатыусынан ремонт ваҡытында ҡулланыу өсөн шундай уҡ тауар һорай аламмы?» — «Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы белгестәре яуап бирә.

Ремонт ваҡытына оҡшаш тауар бирелмәгән оҙайлы ҡулланыу тауарҙары исемлеге бар. Был ҡағиҙәне Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте билдәләй.

📝 Исемлеккә:

️ автомобилдәр, прицептар, мотоциклдар һәм башҡа мототехника. Был категорияға инвалидтар өсөн тәғәйенләнгән тауарҙар, ял итеү суднолары һәм йөҙөү саралары инмәй;

️ мебель;

️ гигиена әйберҙәре булараҡ һәм медицина маҡсатында ҡулланылған электр көнкүреш тауарҙары (мәҫәлән, электр ҡырыныу,, сәс бөҙрәләтеү өсөн ҡоролмалар, электр юрған һ. б.);

️ ризыҡ әҙерләү һәм аҙыҡ-түлекте термик эшкәртеү өсөн ҡулланылған электр, газ һәм газ-электр приборҙары.

️ граждандар ҡоралы;

️ ювелир изделиелары инә.


#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
👍1