Бәләкәй саҡта магазиндә һатыусы булып эшләге килә ине, сөнки мин һатыусылар өсөн барыһы ла буш тип уйлай инем, туйғансы тәм том ашап, сок эсергә була тип, Әһә, хыял тормошка ашты, һатыусы булып эшләйем, тик буйынан буйы буш тәм том ашап торған юк әле, былайҙа недосдача сыға..
Сәләм. Көҙ көнө сит өлкәлә булғанда интернет селтәре аша бер ҡыҙ менән таныштым. Республикаға ҡайтҡан көнө үк осрашырға барҙым. Ныҡ оҡшаттым ул ҡыҙҙы. Ул мине лә. Ҡасандыр башҡа ғашиҡ булмаҫмын тип уйлаған инем. Ул ҡыҙ мине ныҡ әсир итте. Осраша башланыҡ. Киләсәккә пландар ҡора торған инек. 4 ай осраштыҡ. Тик үҙемдең алйотлоғом арҡаһында ташлаштыҡ. Ташлаштыҡ тип, үҙем ташланым. Дуҫ егет тә әйтте инде, ниңә ундай шәп ҡыҙҙы ташлайһың, аҙаҡ үкенәсәкһең тине. Тиҙ генә онотормон тип уйлағайным, килеп сыҡманы. Ысынлап та хәҙер үкендерә. Ныҡ. Хәҙер аралашмайбыҙ ҙа. Нишләп кенә шул хәтлем алйотмын икән? Ул мине ғәфү итмәйәсәк тә. Шуныһын әйткем килә, яҡындарығыҙҙы бушҡа рәнйетмәгеҙ, яндарығыҙҙа булғанда ҡәҙерен белегеҙ.
❤1
Йәш кенә ғаилә, ирем миңә матур һүҙҙәр әйтмәй башлағас, ниңә әйтмәйһен тигәәс, былай тине: Мин һине кәләш итеп алғас, тимәк яратам, матур һүҙҙәр ишетеп шашаып китерһең - тине.
Мин ней аптырап торманым, бешеренмәй башланым, ике көндән, матур сәскәләр, матур һүҙҙәр менән ғәфү үтенеп кайтып инде эшенән, асыҡҡан бахыркайым..
ps кыззарга на заметку..Ярҙам итә.
Мин ней аптырап торманым, бешеренмәй башланым, ике көндән, матур сәскәләр, матур һүҙҙәр менән ғәфү үтенеп кайтып инде эшенән, асыҡҡан бахыркайым..
ps кыззарга на заметку..Ярҙам итә.
🤡3
Куп кена ишетерга була бит инде машина хатып алам тип алданып калгандарын акса алдан кусереп, бына шуга кура хезга бер нама айтам але, бына шундай алдаузар мн тормала ултырган кешелар занимаются например берай сайтка обьявление куйаларза шап кена машинанын фотолары мн арзан хакка и звонить иткан кешеларзе алдай башлайзар вот машина шунда шунда аксанын кусерза иртага барып ал тип и тока кусерхан гега абонент не абонент и т.д. улар бик тонкий психологтар ышанмас ерзан ышандырып куялар...шуга кура хак булыгыз!!!машинаны барып уз кузегез мн курмаенсаи купля продажа тозомаенса акса бирмагез!!!
👍3
Йәнем көйөп йөрөнөм –йөрөнөм дә яҙырға булдым. Ир-егеттәр нимә тип яуапларҙар икән???
Яҡын иптәш ҡыҙымдың( подругамдың) ире миңә бәйләнеп маташты!!! Вопще аптыраҡ! Ирҙәр бот араһындағы баштары менән генә уйлайҙармы ул?!
Ҡыҫҡаһы, ҡатыны Өфөлә больницала ята балаһы менән, был беҙгә килде: “Был в вашем доме по делам, решил заехать” тей. Мин улым менән өйҙә инем,мин кейәүҙә түгелмен,айырылғанмын. Уны –быны уйламай сәй ҡуйҙым,сәй эсереп сығарайым әле тип. Ярай,сәй эстек,телефон номерымды алды,тағы ла без задних мыслей бирҙем номерымды. Яҡын иптәш-ҡыҙ, балалар бергә уйнай, ҡунаҡҡа ла барғаныбыҙ бар. Тел төбөнән аңлашыла башланы, был миңә үҙенең йомошон яйлап ҡына предлагать итә башланы. Эй,йәнеп көйҙө!!! «Весна на тебя так дурно влияет»тип шаяртыуға бороп сығарып ебәрҙем тегене.
Уның менән генә бөтмәне әле ул! Икенсе көн шылтыратыуҙар,мәғәнәһеҙ смстар!!! Игнорировать итеп кенә ҡотолдом! Ары нисек аралашырға? Күргем дә килмәй уны! Элек хөрмәт меән ҡарай инем....
Яҡын иптәш ҡыҙымдың( подругамдың) ире миңә бәйләнеп маташты!!! Вопще аптыраҡ! Ирҙәр бот араһындағы баштары менән генә уйлайҙармы ул?!
Ҡыҫҡаһы, ҡатыны Өфөлә больницала ята балаһы менән, был беҙгә килде: “Был в вашем доме по делам, решил заехать” тей. Мин улым менән өйҙә инем,мин кейәүҙә түгелмен,айырылғанмын. Уны –быны уйламай сәй ҡуйҙым,сәй эсереп сығарайым әле тип. Ярай,сәй эстек,телефон номерымды алды,тағы ла без задних мыслей бирҙем номерымды. Яҡын иптәш-ҡыҙ, балалар бергә уйнай, ҡунаҡҡа ла барғаныбыҙ бар. Тел төбөнән аңлашыла башланы, был миңә үҙенең йомошон яйлап ҡына предлагать итә башланы. Эй,йәнеп көйҙө!!! «Весна на тебя так дурно влияет»тип шаяртыуға бороп сығарып ебәрҙем тегене.
Уның менән генә бөтмәне әле ул! Икенсе көн шылтыратыуҙар,мәғәнәһеҙ смстар!!! Игнорировать итеп кенә ҡотолдом! Ары нисек аралашырға? Күргем дә килмәй уны! Элек хөрмәт меән ҡарай инем....
Мына иребез берәй ҡатындар арахында булха, дыу кубабыз, ух, хин, берэйенэ караганхындыр эле, фэлэн-фэсмэтэн. Ирзэр менэн тыныс кына сыгарып ебэрэбез. Минеке санаторийга барзы. Телефондан катындар менэн йоромэ тип тыкып кына торам. Бер мэл был эйтэ: уф, ниндэй катындар, мында бер ир бэйлэнеп хэлде боторзо, пришлось тукмарга ти. Хэзер ситкэ сыкха, ирзэрзэн конлэщэм. Вот заман эй...
🤣3
Тормош иптэшем менэн дуслашып йорогэн вакытта, хэр байрамга булэк эшлэй торгайны. Гаилэ короп йэшэй башлагас, "аксаны юк-барга тыкмайык,булэк алма акса юкта" тип тыйзым. Хэзер аксага бик мохтаж да тугелбез, эммэ ирем булэк эшлэмэй. "Минэ булэк бир" тип эйтэ алмайым
🤣1
Кейәүҙәмен 3 балам бар.Иремдән внимание етмәй.Бер эмоциялар юҡ.Романтиканы күргән дә юҡ.Күҙгә ҡарап,битемде усына алып бер яратам тип әйтһәсе.Музыка тоҡандырып бер ҡосаҡлашып бейеһәк ине.Ярата ул мине,беләм.Тик хистәрен белгертә белмәй.Яғымлы һүҙҙәр ҙә әйтә белмәй 😩 йәшәй байлағанда бер етешһеҙлегенә ихтибар итмәнем.Үҙемдең һөйөүем икебеҙгә ашып етә ине.Хәҙер хәлем бөттө.Үҙемә внимание етмәй 😢.Иремә әйтһәм,хыялый ти.Бөтә кеше беҙҙең кеүек йәшәй ти.Ул ниндәй кеше икән,ҡайҙан тапҡанмын уны.Өйҙә тик ултырам,бер ергә лә бергәләп йөрөмәйбеҙ.Әллә мине кешегә күрһәтергә ҡурҡа.Былай төҫ башым матур,ҡурҡыныс түгелмен.Ҡыҙғаныу тураһында һүҙ ҙә юҡ.
❤2
хазер ислаемда , элек 7–8 кластарза укыганда ярлы гына йашай инек , усмер балага кейем еткера алмайзар ине . Минен мактапка кейа торган формам и тоштан киска барганда кейерга бер акхыл салбарым менан квзыл футболкам гына була торгайны . Светлый ке йемдар тиз быстрый бит инде кон аша тейерлек йыуа инем , кайхы сак кибеп олгормайза хыу килеш кейеп кита инем. Трикотаж футболкаи азагына хузылып киткайне сапсим . Башкаларзын кейегеуена кузем кыза торгайны. Хазер инде куптан узем эшлап та укыпта йоройом. Телаган айберемде алып кейам .Аллага шокор. Лакин шул хузылган футболка менан агарып тузган салбар исемдан сыкмай
Улым уҫеп бөттө. Куптэн хөйҙермәй ҙә, йыуынғанда арҡаһын да ышҡытмай. Бер генэ ҡыуаныс: ғәләмәт ҡолағын соҡоғанды ярата. Мунса төшкән хайын , ҡолағымды таҙарт әле, тип инәлә. Ваҡыт булмай йә онотоп кителхә, аҙна буйы хәтергә төшөрөп йөрөй. Шунан алдыма халып алып тороп таҙартам. Ул ләззәтләнеп ята (миңә ҡалһа, ҡолағыма берәухен дә яҡын ебәрмәҫ инем). Ваҡыт юҡта йән көйөп китә, ҡасанға хәтлем соҡотторасакхын, кәләш алғас та, ҡартайғас тамы, тиһәм, эйе, ти. Кәңәш бирегеҙ, киленде унғанмы, матурмы тип тугел, ҡолаҡ таҙартырға яратамы тип эҙләйемме икән? Теге, ней, ирен ирҙәрҙән ҡыҙғанған ҡатын, если что.
Серҙәштәр! Мин дә кәңәш һорарға булдым. Миңә 35 йәш, балам бар, ирем менән күптән айырылдым. Октябрь айында бер ир менән таныштым, кәләш алмаған 36 йәшлек. Ноябрҙә бергә йәшәй башланым, эсергә яратыңҡырай, ҡырҙа эшләп ҡайта ун бишәр көн. бер тапҡыр ҙа аҡса биргәне булманы. Февраль уртаһында бирҙе бит был ун мең аҡсаһын. Мин ул аксаны стенкага китап араһына һалып ҡуйҙым. 8 мартҡа пальто алырһың тигән ине. Аҙна ваҡыт үткәндән һуң аҡса юҡҡа сыҡты, дуҫыма долгҡа бирҙем тип аңлатты. Әрләштем: Нимә эшләп кәңәшләшмәй, һорауһыҙ алдың?-тип. Бер-нисә көн элек был ир әйтә: Ҡыйын миңә эсемдә тотоп йөрөүе, ул аҡсаны игровой автоматта оттом, - ти. Мин ныҡ йәнем көйҙө, башҡаса йәшәмәйем тип араны өҙөргә булдым. Шунан ул өсөнсө көн ҡайтмай, туғандарында эсеп йөрөй. Мин дөрөҫ эшләнемме икән??? Уйлауым буйынса, бер уйнаған кеше ул ғәҙәтен ташлай алмайҙыр... Анон
❤1
Серҙәштәр!!!!!!))))Минең шундай сер тип әйтһәм дә була инде, бына икенсегә бәпәй булғандан һуң минең ҡулыма әллә нимәләр сыға башланы, врачҡа барған инем, экзема тип диагноз ҡуйҙылар(((( Был проблема бер йыл элек башланды, лечение алдым да ул, тик ул бөтмәне, ҡулымда, күбәйеп тә барған һамаҡ(((Посуда, кер, иҙәнде тик перчаткала ғына йыуам, бәлки һеҙҙең арағыҙҙа ошо ауырыуға, тип әйтәйемме икән тарыусылар барҙыр. Кәңәш бирегеҙсе әле))Унан ҡотолоп буламы икән ул?Мазь һөртөп кенә йөрөйөм әлегә, Зинһар аноним ит инде)
Мин иҫләйем һине ҡартатай, һәр көн! Балаларыма ла һинең турала һөйләйәсәкмен алла бирһә! Рәхмәт һиңә ошо яҡты донъяға, күгебеҙ тыныс булғанға! Дуҫтар, ветерандарҙы 9 майҙа ғына иҫләмәйек, ә һәр ваҡыт иҫтә тотайыҡ!
Тышта шул хәтем матур көн.Булмәлә бер үҙем.Тәҙрә эргәһенә тороп илайым.Йәшәгем килмәй.Ошо дүртенсе этаждан ыргырга ине тигән уйҙар.Юк....Ата-әсәйем,ирем...Улар тураһында уйлар кәрәк..Тормош дауам итә.9 ай эсемдә йөрөткән бәпесемде юғалттым(((эхххх белһәгеҙ ине.Нисек йәшәгеләр килмәгәнен!Купме илағанымлыр иөләмәйем.Йоҡлап киткәнем.Уянғанымда икенсе кроватта бер катын илап ултыра ине.Тороп уның эргәһенә бардым.8 айлык булған.Икебеҙҙең дә ҡайғы.Ҡосаҡлашып илайбыҙ... 3 йыл утте.Онотолмай. .. 9 ай эсендә алып йөрөгән бәпесең бит.
Сихыр тигәнде укыгас яҙып утәйем инде уҙем менән булган хәлде. Кулга диплом алғас эшкә урынлаштым. Ләкин нисек кенә тырышһамда бөтәһелә кире булып тик тора. Уйланып төндәрен йөклап булмай..... хатта постелдә яттым. Туғандарым мине бер көслө гена муллага(курәҙәсе тиһәңдә була) алып барҙылар. Шунда мине өшкөрөп,өшкөрөп былай тине-"һине нык сихырлағандар. Бер аҙ вакыт уткәс шәбәйерһең тине. Аллаға шөкөр шәбәйҙемдә. Нисек кенә булмаһын уҙегеҙҙең тормошоғоҙ кирегә тәгәрәй икән, мотлаҡ муллаларға барыгыҙ!
Без балакай сакта апайым менан нык шук инек...Бер заман, оласайден тыуган конона, буляк бирерга булдык- соланда ултырган хандыгын асып, унан яулык сыгардык та, тыуган Конон менан тип тырып тапшырып куйзык.Оласай рахматтарен айтеп, яулыкты кире шул хандыкка халып куйды. Эй, шатланып колган булабыз узебез, буляк эшланек тип!!! Бисуралар. Хазер ислахан, жалко оласайде.
Беҙ бит башҡорттар сәй эсергә яратабыҙ, ә эҫе көндәре арып инһәң инде, самауырҙы эсеп бөтмәйсе тормайбыҙ.
Шулай итеп, ҡартатайым (мәрхүм) бер йәй Өфөгә эш буйынса киткән. Бөтөргәнме, бөтмәгәнме, бер ашханаға тамаҡ туйҙырырға ингән. Инеп, 10 (ун!!!) стакан сәй алып, ашарға бутҡа, икмәк-фәлән алып, ашхана эшселәрен, ашап ултырға кешеләрҙе аптыратып сығып киткән икән. ))
Шулай итеп, ҡартатайым (мәрхүм) бер йәй Өфөгә эш буйынса киткән. Бөтөргәнме, бөтмәгәнме, бер ашханаға тамаҡ туйҙырырға ингән. Инеп, 10 (ун!!!) стакан сәй алып, ашарға бутҡа, икмәк-фәлән алып, ашхана эшселәрен, ашап ултырға кешеләрҙе аптыратып сығып киткән икән. ))
Йыр яратам!йырларгала яратам,мономда бар,тауышымда.шулайза йырлай алмайым,йырзын койо башлана ,хуззарена етха куплетын йырлайымда кушымтахында тамак тобона килеп тойолала илайымда ебарам.юлдаштала берай монлорак йыр булха куззарга йаш тула.улымда мина окшаган.бер йашена оласаларен сакыргайнык,бер оласахе нык монло йырлай,йырлап ултыра,кузенан йаштаре ага.йырзын хуззаренда онотмай.ул инай зур кайгы курган ирела,бер-бер артлы ике улы мархум булган.инай йырлай башлауы була улым илай башлай,шундай хыгылып илай ,хатта инайзар йырламайынса кайтып киттелар.безга ни булган икан?нина кенел шулай йомшак икан?алела юлдашта йыр агыла:гумер бирхан раббым хаулыкта бир,сирле кеше хыухыз ускан гол..илата,а минен йырлагы кила...
Минең ике улымдың араһы йәш ярым ғына. Олоһона иркәләү бик етмәгәндер инде минән. Бер көн атаһына: атай, әйҙә тығын бер инәй алайыҡ. Береһе мине яратыр икенсеһе ҡустымды -тей. Бик йәл булып китте улым.
Егетемә: һинән 8 мартҡә итек көткәйнем бүләккә, сәскә генә түгел тинем. Тураһын әйттем инде, ныҡ кәрәк сөнки, үҙемдең аҡса етмәй. Ярай алырмын тине теге, тик икенсе көнгә аҡса бирмәне, онотҡан кеүегерәк ҡиәфәттә. Минең ныҡ йән көйҙө, үҙ-үҙемә итек алмайынса осрашмайым тип һүҙ бирҙем. Бер шылтыратҡанда-эш эҙләп ултырам әле дополнительный, моғайын, кисен иҙән йыуа башлармын. тинем. Психланды. икенсе көндө апайҙарыма киттем тип алдаштым. Һуңынан еҙнәй бер егет менән таныштырам тип әйтә тип әйттем. Нишләп егетең бар икәнлеген әйтмәйһең тине был, нисек әйтәйем, апайым вот егетең или ирең булһа, был итектә йөрөмәҫ инең тип әйтте. Хәҙер һинең турала әйтһәм, апайым һине күргәнсе үк яратмаясаҡ, хөрмәт булмаясаҡ тинем. Дүртенсе көнгә кискеһен телфондан ныҡ әрләштем, итек тигән һүҙ әйтмәһәм дә, яратмайһың мине, һаулығымда ҡайғыртмайһың тинем. Ул да ҡаты ғына яуаптар бирҙе, мин, уны юғалтыуҙан ҡурҡһам да, үҙемдекен тыҡыным. Һәм, ниһайәт, бишенсе көнгә, алды бит итек!!!!!! Мин ҡыуанғанға үҙе ҡыуана инде. Тик мин хәҙер ҡурҡып торам әле ул, һәр бер нәмәне Шәхерезада әкиәтендәге һымаҡ етмеш төрлө хәйлә менән ала башлаһам, стерваға әйләнеп китермен ул? Ғүмер буйы шулай ҡырҡ сүрәткә инергә тейешме ни ҡатын-ҡыҙ? Или же просто миңә жадина эләккән? Аноним.
👎1🤡1
Бер танышымдың килене ҡытайҙарҙың теплицаһында ялланып эшләп йөрөй икән.Бер көндө был балаларымды һыйлап алайым әле тип , ике
килолай ҡыяр йыйып алған икән.Быны күреп китаец:
--Нишләп һин үҙеңә общий түтәлдән алаһың,ул бит ағыулы.Беҙ үҙебеҙгә ашарға айырым үҫтерәбеҙ,-ти икән
килолай ҡыяр йыйып алған икән.Быны күреп китаец:
--Нишләп һин үҙеңә общий түтәлдән алаһың,ул бит ағыулы.Беҙ үҙебеҙгә ашарға айырым үҫтерәбеҙ,-ти икән