ХАЛЫҠ АРБАҺЫ - НАРОДНАЯ ТЕЛЕГА
304 subscribers
81 photos
39 videos
38 links
Ат тартмаһа - арба бармай!
Download Telegram
Рәмзиә Кәримова, Ҡоролтай депутаты:

Бөгөн Баймаҡта эшләнек. Махсус хәрби операцияла һәләк булған егеттәребеҙҙең ата-әсәләре менән осраштыҡ, халыҡты ҡабул иттек. Ҡабул итеүгә килеүселәр араһында минең элекке таныштарым да булып сыҡты. Етем ҡыҙҙар. Әле экоактивист булып йөрөгән Илдар Йомағолов ошо етемдәргә 2012-2015 йылдарҙа өй төҙөгән ине. 18 етем өсөн ике яҡлы 9 өй. Тик йорттар йәшәргә яраҡһыҙ булып сыға, сей ағастан һалынған иҙәндәргә күк төшә, йоҡа брус бүрәнәләр араһындағы ярыҡтан тыш күренеп тора. Ул ваҡытта етемдәр ярҙам һорап беҙҙең
телевидениеға мөрәжәғәт иткәйне. Беҙ рус редакцияһынан коллегам Гөлназ Фәттәхова менән Баймаҡҡа килеп репортаж төшөрҙөк. Материал эфирға сыҡҡас Прокуратура тикшереү башланы. Илдар Йомағоловтың Хөкүмәт бүлгән етемдәр өлөшөн үҙләштереүе асыҡланды, уға йорттарҙы йылытырға ҡушылды. Енәйәт эше ҡуҙғатылғандан һуң өйҙәр тыштан көпләнгән. Әммә хужалар әйтеүенсә, сифатһыҙ ғына гипсокартон менән, әле булһа ла был өйҙәрҙә йәшәрлек тә, һатырлыҡ та түгел, емерелә, эстән серей. Илдар Йомағоловтың Баймаҡ митингынан һуң Башҡортостандан ҡасыуы ғына ҡатмарлыҡтар тыуҙырмаһа , гарантия срогы сыҡмаған йорт хужаларына ярҙам итеп булыр тип уйлайым. Һәр хәлдә етемдәрҙең мөрәжәғәтен Тәфтиш комитетына ла тапшырасаҡбыҙ.
Социаль учреждениелар буйынса ла һорауҙар күп күтәрелде. "Граф күле", "Орленок" лагерҙарын , Баймаҡ музыка мәктәбен төҙөкләндереү, Иҫке Сибайға хоккей ҡумтаһы һб. Уларҙы Айбулат Хажин шәхси контролгә алды. Данир Ғәйнуллин алтынға бай Ишмөхәмәт сельсоветы ерҙәрен "Ирәндек" айырым һаҡланған биләмәһенә индереү менән шөғөлләнәсәк. Бер нисә мөрәжәғәт нигеҙендә Дәүләт Думаһына ҡануни башланғыс менән сығырға ла ниәтләйбеҙ.

Яҙма депутаттың шәхси сәхифәһенән.

PS. Депутаттарға ниһайәт һеҙҙең эшегеҙ комитет ултырышында физкультура эшләү түгел, халыҡҡа хеҙмәт итеү тип аңлатҡандар ахыры.
❄️Халыҡ күҙәтеүҙәре буйынса, 17 февралдә ғәҙәттә гел ҡар яуа. Ҡарап ҡарайыҡ 🤔
🗓️1952 йылдың 17 февралендә Баймаҡ районының Юлыҡ ауылында Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, башҡорт циркына нигеҙ һалыусыларҙың береһе - Миҙхәт Солтангәрәев тыуған.

1973 йылда Өфөлә Башҡорт цирк студияһы асыла. Унда республиканан иң һәләтле башҡорт егет - ҡыҙҙарын конкурс буйынса һайлап алалар. Миҙхәт Сәйфулла улы һыбайлылар төркөмөнә үтә һәм бөтә ғүмерен "Башҡорт егеттәре" атлы цирк труппаһына бағышлай, уның художество етәксеһе була. Ошонда уҡ Дәүләкән районы Исмәғил ауылы ҡыҙы, башҡорт циркының художество - акробатика артисы Римма Рәүеф ҡыҙы менән танышып, өйләнешәләр. Уларҙың улы Ильдар ҙа атаһы менән әсәһенең эшен дауам итеп, үҙен цирк сәнғәтенә бағышлай.

Данлы башҡорт циркы Советтар Союзының бөтә республикаларын урап сыға, шулай уҡ Бельгия, Германия, Ҡытай, Монголия, Төркиә буйлап гастролдәрҙә йөрөй.

Миҙхәт Солтангәрәев хаҡлы ялға сыҡҡас Башҡортостанда һыбайлы милли спорт төрҙәрен тергеҙеүгә ҙур өлөш индерә, республика әһәмиәтендәге мәҙәни саралар өсөн ат өҫтөндә төрлө трюктар күрһәтеүгә ҡоролған театрлаштырылған тамашалар ҡуя.

Фотола Римма һәм Миҙхәт Солтангәрәевтар.
💚Көйәрмәндәрҙе көйҙөргән уйын тамам.
Локомотив - Салауат Юлаев
3️⃣-0️⃣
🗓️1920 йылдың 18 февралендә Хәйбулла районында БАССР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, данлы бейеүсе Мөхәмәт Иҙрисов тыуған.

Мөхәмәт Иҙрисов Баймаҡ руднигында эшләгәндә үҙешмәкәр түңәрәккә йөрөй. 1941 йылда республика үҙешмәкәрҙәр смотрында уңышлы сығыш яһағандан һуң уны Мәскәүҙә үткән башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашырға саҡыралар. Артабан Фәйзи Ғәскәров йәш һәләтле егетте ансамблгә эшкә саҡыра.

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында М. Иҙрисов фронт бригадаһы составында алғы һыҙыҡтарҙа сығыш яһай.

Ул атаҡлы "Байыҡ" бейеүен беренсе булып башҡарған легендар шәхес. Башҡорт бейеү сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Уның башҡарыуындағы "Өс туған", "Бүләк", "Йылға янында" бейеүҙәре образды асыу һәм башҡарыу оҫталығы эталоны.

М. Иҙрисов 1953 йылда Бухареста үткән IV Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале һәм 1960 йылда Мәскәүҙә үткән Бөтә Союз эстрада артистары конкурсы лауреаты.
👍1
❄️19 февраль һыуыҡ булһа, март йылы булыр.
🗓️1981 йылдың 19 февралендә Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артискаһы Гөлсинә Ғәлим ҡыҙы Мәүлекәсова тыуған.

1999 йылда ул Р. Нуреев исемендәге хореография училищеһында Леонора Ҡыуатова класын тамалай. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһында 1996 йылда эш башлай. 2000 йылдан театр солисткаһы.

Башҡорт балеты примаһы Италия, Мысыр, Португалия, Таиланд, Франция, Бразилия, Ҡытай, Бөйөк Британия, Германия, Испания сәхнәләрендә сығыш яһай
💚Тырыштылар - килеп сыҡманы.
Динамо (Мәскәү) - Салауат Юлаев
2️⃣-1️⃣
❄️Ҡош ҡабарынһа - көн боҙолоуға, етәксе ҡабарынһа - эш уже боҙолған 😂
🗓️1891 йылдың 20 февралендә хәҙерге Учалы районының Көсөк ауылында дәүләт эшмәкәре, хәрби етәксе Муса Мортазин тыуған.

1912 йылда Муса Мортазин хәрби хеҙмәткә алына. Беренсе донъя һуғышы башланғас фронтҡа ебәрелә һәм күрһәткән батырлығы өсөн кесе ефрейтор дәрәжәһен бирелә.

1917 йылда тыуған яғына әйләнеп ҡайта һәм сәйәси эшмәкәрлеген башлай. Мәскәүҙә үткән Беренсе Бөтә Рәсәй мосолмандары съезында ҡатнаша. 1918 йылда Башҡортостандың ваҡытлыса революцион советына ағза итеп һайлана. 1919 йылда ул Беренсе башҡорт кавалерия полкын төҙөүҙә ҡатнаша. 1921-1922 йылдарҙа Башҡорт АССР хәрби комиссары, үҙәк башҡарма комитеты рәйесе.

1922 йылда Мәскәү юғары хәрби-педагогика мәктәбенә уҡырға ебәрелә. 1924 йылда М. Фрунзе исемендәге Хәрби академияла белем ала. 1935 йылда Муса Мортазинға комбриг дәрәжәһе бирелә. Юғары хәрби таһыллығы өс тапҡыр Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән билдәләнә.
Берәү ҙә уны ҡыҫманы. Уның быуыны "донъя балалары" рәтенән. Бары теләк һәм ҡыйыулыҡ ҡына булһын - хәҙер башҡортмо, татармы, сыуашмы, яҡутмы һин - һис мөһим түгел - бөтә ишектәр ҙә асыҡ. Тиңдәр араһында тиң булыр өсөн белемең, һәләтең, тырышлығың һәм ынтылышың ғына булһын.

Шуны дәлилләп, урыҫтар ҙа башҡортса һөйләшкән төпкөл генә Бөрйән районы егете үҙе мәктәпте тамамлағас та сит илдәргә сығып китә. Брейк-дансҡа ғашиҡ үҫмер, бынан ун биш йылдар самаһы элек, әле Төркиә йә Мысырҙағы ял беҙҙең халыҡ өсөн ярайһы һирәк күренеш булған саҡта, Ҡара, Ҡыҙыл диңгеҙ буйындағы ял йорттарында аҡса эшләй. Өфөгә ҡайтҡас, яйлап ҡына үҙ урынын эстрадала таба. Теремек хәрәкәтле репер заманса ритмдары менән популярлыҡ яулай. Үҙе әйткәнсә заказдары күп: дискотекаларҙа сығыш яһай, гастролдәр, корпоративтар. Республиканың төп театрында хатта роль дә бирәләр. Юғары сәнғәт өлгөһө булмаһа ла, йәштәр ҡушылып "һелкенгәс" эфирҙа ла йырҙары яңғырап тора. Блогер булараҡ та аҡсаһы тамып торғандыр.
Һөҙөмтә - ҙур ғына йорт алырға килем туплаған. Йырында йырланғанса, "ҡыйғас ҡаш, ирен ҡыҙыл башҡорт ҡыҙы"нан кәләш алған, былтыр ҡыҙы тыуған.

Килешегеҙ, был һүрәтләмә ҡыҫылып ҡына хөрт йәшәгәндәр өлөшөнә оҡшамаған.
Үкенескә ҡаршы, үҙ көсө менән төҙөгән тормошон күҙ асып йомған арала үҙ ҡулы, үҙ һүҙе менән емерҙе ул. Ирҙәрсә һалҡын аҡыл менән эш итәһе урынға, эмоцияларға бирелеп еңмеш ҡатындар ише илай-илай башҡа һыймаҫлыҡ нәмәләр һөйләп ташланы. Күрәһең, хайп сиген ныҡлап үтеүен, ҙур хата эшләүен үҙе шунда уҡ аңланы. Башҡортостанды ғына түгел, Рәсәйҙе ташлап ҡасты.
Артабан интернет селтәренә һалған видеояҙмалары шулай уҡ көйһөҙ һәм тотороҡһоҙ кәйефенә иш. Ҡыҙынан ғәфү үтенеү һәм үкенес, инстадуҫтарынан аҡсалата ярҙам һорап бахырланыу, үҙ яғыма ҡайтһам тип һағышланыу, йортон аҡса биреп үтескә алып тороусылар эҙләү... Аһа, уны онотмағандар икән дә, дискотекала уның йырына йәштәрҙең бейегәнен күреп йәнә илһамланыу. Һөҙөмтәлә - яңы клип.

Булып үткән ваҡиғаларға тәрән аҡыл менән анализ яһар өсөн ваҡыт ярайһы етерлек булды. Хатаһын, тап интернет селтәре аша Рәсәйҙә йәшәгән башҡа милләт вәкилдәрен күтәрелергә саҡырыуҙың ҙур яңылышлыҡ булыуын ысын егеттәрсә танырға кәрәк ине. Шуның урынына егет һаман ҡырмыҫҡа иләүенә таяҡ тыға, был үҙенең артынан башҡаларҙы упҡынға һөйрәүгә тиң
Алтын ай битен сабата менән ҡаплап булмай тиҙәр. Әгәр хаҡлы булһаң, ваҡыт үҙе раҫлар. Әлегә башҡаларҙы ҡазаларҙан һаҡла. Ситтә, йә ситлектә нужа һурпаһы һемергәнсе, өйҙәрендә яҡындары, әсәйҙәре һәм бесәйҙәре менән сәй эсеүсе башҡорттарҙы хәстәрләйек.
1
❄️Эт ҡарҙа аунаһа, тышта буран сыға, ир урамда аунаһа, өйҙә буран була🙊
🔥2😁1
🗓️1941 йылдың 21 февралендә Салауат районының Тирмән ауылында билдәле башҡорт шағиры Сафуан Әлибай тыуған.

Мәктәпте тамамлағас колхозда, тимер юлында, китапханала эшләй. Һуңынан район газетаһына эшкә урынлаша.

1966 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамалай. Һуңынан "Башҡортостан пионеры" газетаһында эшләй.

1995-1998 йылдарҙа Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана директоры, 1998 - 2002 йылдарҙа "Ағиҙел" журналы баш мөхәррире.

Сафуан Әлибай лирик шағир, шулай уҡ балалар өсөн бик күп шиғырҙар ижад итә. Башҡорт ижадсылары араһында Мостай Кәримдән һуң икенсе булып ЮНЕСКО-ның Г. Х. Андерсен исемендәге Халыҡ-ара Мактаулы дипломына лайыҡ була.
👍1
❄️Әле Өфөлә - 22 градус һалҡын. Ысынында - 26 градус һыуыҡ кеүек тойола. Зато ҡар яумай һәм буран юҡ тип жкх хеҙмәткәрҙәре йоҡо туйҙыра.
1
🗓️1922 йылдың 22 февралендә Мәсетле районының Һөләймән ауылында Бөйөк Ватан һуғышы яугире, партизандар отряды командиры Вафа Әхмәҙуллин тыуған.

Ул 1940 йылда хеҙмәткә алына. Ул "Бейек Татр" исемле партизандар отрядын ойоштора, был хәрәкәт 36 хәрби бәрелештә ҡатнаша. 1945 йылда уға Чехословакияның почетлы гражданины исеме бирелә. Һуғыш тамамланғас та Вафа Әхмәҙуллин бер аҙ Украинаның Ужгород өлкәһендә эске эштәр бүлеге начальнигы урынбаҫары булып эшләй.

Тыуған яғына ҡайтҡас хеҙмәт юлын тулыһынса уҡытыусылыҡ эшенә бағышлай. Бөйөк Ватан һуғышы геройының хәрби ҡаһарманлығы тураһында рус һәм башҡорт телдәрендә бер нисә әҙәби һәм документаль әҫәр ижад ителгән.

2023 йылдың йәйендә республикала Вафа Әхмәҙуллин исемендәге разведчиктар ротаһы төҙөлдө. Бөгөн ул "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкы составында махсус хәрби операцияла ҡатнаша.
*Зөһрә Бураҡаева, Башҡортостан кинематографистар союзы рәйесе, йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы (ВКлагы шәхси сәхифәһенән алынды)*:
... Бик ҙур проблемаларҙы бер яҙма менән генә сикләп булмай, ваҡыт та аҙ - иртәгә беҙҙең ҙур сара.
Эстән ҡайнаған фекерҙәремде теҙеп яҙырмын, сөнки яҙыр кәрәк, өндәшмәй ҡалырға ярамай. Дәүләт мәғлүмәт саралары өндәшмәһен әйҙә, улар аптырата ғына түгел, шаҡ ҡатыра әлегә. Берәүҙәре бөтөнләй шым ултыра. Коллегалары булған Лариса Хашим ҡыҙына бысраҡ өйгәндә, бер кем яҡлашып та яҙмай. Башҡорт юлдаш телевиденияһында беҙҙең Ҡоролтай ултырышы тураһында ике репортаж сыҡты. Икеһендә кемдәр ҡорғандыр? Бына ошо мәлдә, ысынлап та, бик ҡаты һүҙ әйтке килә Унда күтәргән проблемаларҙы асыу юҡ, ун биш минут (!) Риф ағайҙы хөрмәт итеп тыңлап ултырҙыҡ, регламент өс минут ине. Ул ултырышта бик ҙур проблемалар күтәрелде. Ә халыҡ өсөн нимә сығарып күрһәттеләр?!.
"Йәшлек" йәштәр проблемаларын уртаға һалып һөйләшер урынына нимә эшләй? Бар ваҡиғаларҙан һуң Майикмәкте бейетеп, меңәрләгән лайк һәм иң әшәке комментарийҙарҙы йыйып ята. Аңлы рәүештә ошолай эшләүҙәренә таң ҡалам.
Әлегә ошолай.

Р.S. Ғөмүмән "Йәшлек" гәзите интернет киңлегендә үҙ кимәлен һаҡлар өсөн Майикмәккә генә таяна шикелле. Социаль селтәрҙәрен ҡарап сыҡһаң, быны тотош редакция сәйәсәте тип баһаларға мөмкин. Ни өсөн шулай? Сөнки ҡыҙыҡ күреп Майикмәкте подписчиктары ҡарай. Ә социаль селтәрҙәрҙәге әүҙемлеккә - подписчиктар һәм лайктар һанына редакцияға айлыҡ премия бүлеүселәр ҡарай тиҙәр. Ә һан һәм сифат араһына мотлаҡ тигеҙлек билдәһе ҡуйып булмағаны, күрәһең, береһен дә ҡыҙыҡһындырмай. Ярай, социаль селтәрҙәрҙең үҙ ҡағиҙәһе икән. Ә ни өсөн көн ҡаҙағындағы темалар буйынса аналитик мәҡәләләр гәзит биттәрендә баҫылмай? Мотлаҡ артҡа ут ҡапҡанын көтәләр. Ә ут ҡапҡас тағы нимәлер көтәләр?
2
❄️Тышта 23-28 градус һалҡын .Ҡалайтаһың - ҡыш бит.
Иң мөһиме - күк йөҙө аяҙ булһын! Ир-егеттәребеҙ эштәрен тамамлап тиҙерәк имен һау әйләнеп ҡайтһындар! Ватан һаҡсылары көнө менән!
1
Бөгөн башҡорт халҡының данлы улы, легендар генерал, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың һәләк булған көнө.
Башҡортостан дәүләт архивы уның сығышына бәйле һорауҙарға яуап биргән мәҡәлә баҫтырған. https://archive.bashkortostan.ru/presscenter/news/606487/
1
🗓️1948 йылдың 23 февралендә Мишкә районының Оло Шаҙы ауылында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, билдәле драматург Флорид Миңнулла улы Бүләков тыуған.

Флорид Бүләков әҙәбиәткә 20-се быуаттың 80-се йылдарында килә. Драматург бер нисә тиҫтә пьеса ижад итә. Улар республика, Рәсәй һәм сит ил сәхнәләрендә ҡуйыла.

1995 йылда Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡуйылған "Бибинур, эх, Бибинур" спектакле өсөн Рәсәй дәүләт премияһына лайыҡ була.

Флорид Бүләков беренсе башҡорт сериалы - "Ай ҡыҙының" сценарий авторы.
🗓️25 февраль — Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө, был дата 2002 йылдан алып билдәләнә.

1990 йылда республиканың Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә һәм уның рәсми атрибуттары – Дәүләт флагы, гербы, гимны булдырыла.

1992 йылдың 25 февралендә, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы республиканың исемен үҙгәртеү тураһындағы закон ҡабул итә, уға ярашлы, Башҡортостан Республикаһы тип үҙгәртелә, республика дәүләтселегенең рәсми символдарының береһе — яңы флаг раҫлана.

Башҡортостан Республикаһы дәүләт флагы авторҙары - Урал Мәсәлимов менән Ольга Асабина.
❄️Бөгөн көн ни тиклем һыуыҡ булһа, йәй шул тиклем эҫе булыр.