Я учу башкирский язык
1.63K subscribers
1.17K photos
41 videos
2 files
351 links
Download Telegram
Ярмарка — Йәрминкә

— 21 и 22 октября в Уфе пройдут сельскохозяйственные ярмарки

— 21 һәм 22 октябрҙә Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре үтәсәк
👍5
Медведь — Айыу

— В национальном парке запечатлели встречу медведя с необычным зверьком

— Милли паркта айыуҙың ғәҙәти булмаған хайуан менән осрашыуын төшөргәндәр
5
Снег — Ҡар

— В Башкирии ожидаются дожди со снегом

— Башҡортостанда ҡар ҡатыш ямғырҙар көтөлә
6
Пожарный — Янғын һүндереүсе

Пожарный и очевидец спасли мужчину из горящего дома

Янғын һүндереүсе һәм ғәҙәттән тыш хәлгә шаһит булған кеше янғын ялмаған йорттан ир кешене ҡотҡарған
3
Косуля — Ҡоралай

— В Башкирии заметили косулю на водопое

— Башҡортостанда һыу буйында ҡоралай күргәндәр
👍31
Ломать — Емереп

— В Уфе на форуме «Ломая барьеры» представили кинофильм «Смотри как я»

— Өфөлә «Ҡаршылыҡтарҙы емереп» форумында «Минең кеүек ҡара» кинофильмы күрһәтелде
4
Движение — Хәрәкәт

Движение по Шакшинскому мосту в Уфе вновь будет перекрыто

— Өфөлә Шаҡша күпере буйлап хәрәкәт йәнә ябыласаҡ
👍3
Новый — Яңы

— По Уфе начали курсировать новые башкирско-белорусские троллейбусы

— Өфө буйлап яңы башҡорт-белорус троллейбустары йөрөй башланы
👍3
Помощь - Ярҙам

- В Кумертау побывал «Поезд помощи» филиала фонда «Защитники Отечества»

- Күмертауҙа «Ватан һаҡсылары» фонды филиалының «Ярҙам поезы» булып китте
🔥5
Заморозки - Ҡырау

- На Башкирию надвигаются заморозки

- Башҡортостанда ҡырау төшөүе көтөлә
7
Мечеть - Мәсет

- В Дёмском районе Уфы отмечают десятилетие мечети «Мадина»

- Өфөнөң Дим районында «Мәҙинә» мәсетенең ун йыллығын билдәләйҙәр
7
Луна - Ай

- Жители Башкирии смогут полюбоваться «кровавой» луной

- Республика халҡы ҡыҙыл айға ҡарап һоҡлана ала
4
Ждем ваши ответы в комментариях🙌
6
Гололед - Боҙлауыҡ

- Прогнозируется небольшой снег, в отдельных районах гололед

- Бер аҙ ҡар яуыуы, айырым райондарҙа боҙлауыҡ булыуы фаразлана
6👍3
Стая - Туп

- Потянул легкий ветерок, начало пригревать солнце, в небе появились птичьи стаи

- Еңелсә ел иҫте, ҡояш йылыта башланы, күктә ҡош туптары күренде
🥰4👍32
Передача - Тапшырыу

- Последние новости, значимые события и факты – все это будет освещать местная башкирская передача

- Һуңғы яңылыҡтар, мөһим ваҡиғалар һәм факттар – быларҙың барыһын да урындағы башҡорт телендәге тапшырыу яҡтыртасаҡ
👍8🔥2
Сад - Баҡса

- На территории дома-музея имеется сад, где растут яблоня и сирени

- Йорт-музей биләмәһендә алма һәм сирен үҫкән баҡса бар
5🥰2😁2👍1
Лед - Боҙ

- Кроме катков, в Уфе заливают лед в спортивных хоккейных коробках

- Һырғалаҡтарҙан тыш, Өфөлә хоккей майҙансыҡтарында ла боҙ туңдыралар
👍42👏1
Зарплата - Эш хаҡы

- В Башкортостане назвали размер среднемесячной зарплаты и пенсии

- Башҡортостанда уртаса айлыҡ эш хаҡы һәм пенсия күләмен атанылар
👍5👏2
Пишите свои ответы в комментариях😊
👍8🔥1