Земля батыров
184 subscribers
1.74K photos
341 videos
238 links
Download Telegram
Башҡортостан Бахмутында йәшәгән үҫмер Ватанды һаҡлаусылар өсөн элмәктәр яһай
 
Көйөргәҙе районы Бахмут ауылынан Арыҫлан Әхмәтов – Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының кадет класы уҡыусыһы – Еңеүгә үҙ өлөшөн индерә. Уның ағаһы махсус операция биләмәһендә батырҙарса һәләк булған. Ә ата-әсәһе фронтҡа әүҙем ярҙам итә. Тыуған илде һаҡлаусыларға Арыҫлан да булышырға теләй.
 
Тыуған көнөнә бүләк итеп алған 3D-принтерын үҫмер һалдаттар өсөн элмәктәр эшләү маҡсатында ҡуллана. Әсәһе менән бергә ул «Тыныслыҡ күгәрсене» дизайнын уйлап сығарған. Арыҫлан был тамғаға тәрән мәғәнә һала: «һалдат яраланып, ярҙам көткәндә, бындай элмәк уға үҙен яңғыҙ тоймаҫҡа ярҙам итер, доға уҡырға көс бирер», – ти. Башта муйынсаҡ эшләргә ниәтләйҙәр, әммә Арыҫлан элмәк форматына өҫтөнлөк бирә: «кеҫәһендә ятһын, бәлки утты үҙенә ҡабул итеп, яугир ғүмерен ҡотҡарыр», – ти үҫмер. «Тыныслыҡ күгәрсендәре»нең тәүге партияһы отпускыға ҡайтҡан хәрбиҙәргә тапшырылған ла инде.
 
Арыҫлан – Әхмәтовтарҙың ишле ғаиләһендә өлкән бала. Уларҙың өйөндә илһөйәрлек – һүҙ генә түгел - бында балаларҙы шәхси үрнәк менән тәрбиәләйҙәр. Арыҫландың әсәһе яугирҙар өсөн талисман бәйләй. Хәҙер күберәген матди ярҙам күрһәтәләр.
 
Барыһы ла Еңеү өсөн!
 
Фото: Көйөргәҙе районы башлығы Лира Тереғолованың социаль селтәрҙәренән
 
                                             ***********
Юный житель башкирского Бахмута создает брелоки для защитников Отечества
 
Арслан Ахмедов из села Бахмут Куюргазинского района – ученик кадетского класса МЧС – вносит свой вклад в Победу. Его дядя героически погиб в зоне спецоперации. А родители активно помогают фронту. Захотел помочь защитникам Родины и Арслан.
 
3D-принтер, который мальчик получил в качестве подарка на свой день рождения, теперь он использует для изготовления брелоков для солдат. Вместе с мамой он разработал дизайн «Голубя мира» – Арслан вложил в этот символ глубокий смысл: «Когда солдат ранен и ждет помощи, такой брелок поможет ему не чувствовать себя одиноким, даст силы помолиться». Изначально планировалось сделать кулон, но Арслан настоял на формате брелока: «Пусть лежит в кармане - вдруг он на себя примет удар и спасет жизнь». Первую партию «Голубей мира» уже передали военнослужащим, находящимся в отпуске.
 
Арслан - старший ребенок в большой семье Ахмедовых. Патриотизм в их доме - не просто слово – здесь детей воспитывают на личном примере. Мама Арслана вязала талисманы  для военнослужащих СВО. Сейчас чаще помогают материально.
 
Всё для Победы!
 
Фото: Соцсети/Лира Терегулова, глава Куюргазинского района
🙂 Как получить меры поддержки детям участников СВО от фонда «Защитники Отечества»

Государственный фонд «Защитники Отечества» оказывает помощь детям ветеранов спецоперации. Социальные координаторы фонда помогут устроить ребенка в детский сад и школу, получить путевку на отдых, оформить необходимые документы, получить положенные льготы и выплаты.

Как воспользоваться мерами поддержки, объясняем в карточках. Сохраняйте информацию и делитесь с близкими.

Адреса и телефоны филиалов Государственного фонда «Защитники Отечества» можно найти по ссылке. Ждем и поддержим каждого!

🙂 Оставайтесь на связи с фондом «Защитники Отечества», где удобно: МАКС | ВК | ОК
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусылар һәм ветерандарҙы бушлай IT-белем алырға саҡыралар
 
Ғаризалар ҡабул итеү оҙайтылды – хәҙер уларҙы, белем йүнәлештәренә ҡарап, сентябрҙең 10-нан 29-на тиклем тапшырырға мөмкин!
 
Белем биреү йүнәлештәре һәм ғариза ҡабул итеү ваҡыттары
 
• Low-code платформаларында мәғлүмәт анализлау (10 сентябргә тиклем)
• UX/UI-дизайн нигеҙҙәре (10 сентябргә тиклем)
• Мәғлүмәт хәүефһеҙлегенә инеш (17 сентябргә тиклем)
• Интерфейстар графика дизайны (25 сентябргә тиклем)
• Промпт-инжиниринг (28 сентябргә тиклем)
• «Ростелеком» Асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең программа продукты нигеҙендә IT-проекттар менән идара итеү (29 сентябргә тиклем)
• ИИ ҡоралдарын ҡулланып Python эшләүсе (29 сентябргә тиклем)
 
Уҡыу дистанцион тәртиптә һәм бушлай. МХО ветерандарының Башҡортостан Республикаһы ассоциацияһы документ юлларға һәм ғариза бирергә ярҙам итә. Белешмә өсөн телефон: +7 917 049-14-91. Шулай уҡ Ассоциацияның социаль селтәрҙәге сәхифәһенә https://vk.com/veteranSVO102
һәм МАКС-тағы каналына яҙа алаһығыҙ https://max.ru/channel_VeteranSVO
 
                                                 **********
 
В Башкортостане участников и ветеранов СВО  приглашают на бесплатное IT-обучение
 
Прием заявок продлили – их можно подать от 10 до 29 сентября в зависимости от направления учебы.
 
Направления и сроки подачи заявок:
 
• Анализ данных в low-code платформах — до 10 сентября
• Основы UX/UI-дизайна — до 10 сентября
• Введение в информационную безопасность — до 17 сентября
• Графический дизайн интерфейсов — до 25 сентября
• Промпт-инжиниринг — до 28 сентября
• Управление IT-проектами на базе программного продукта ПАО «Ростелеком» — до 29 сентября
• Python-разработчик с использованием инструментов ИИ — до 29 сентября
 
Обучение проходит дистанционно и бесплатно. Ассоциация ветеранов СВО в Республике Башкортостан поможет оформить документы и подать заявку.
 
Звоните: +7 917 049-14-91 или пишите на страницах Ассоциации в социальных сетях https://vk.com/veteranSVO102  и МАКС https://max.ru/channel_VeteranSVО
Башҡортостанда гвардия капитаны Шамил Сәйфуллин иҫтәлегенә «Герой партаһы» асылды
 
Шамил Камил улы Сәйфуллин махсус хәрби операция бурыстарын үтәгәндә һәләк була. Яҡташтары уның хәтерен үҙе уҡыған Учалы районы Миндәк ауылының 6-сы мәктәбендә мәңгеләштерҙе. «Герой партаһы»н асыу Белем көнөндә үтте. Бында шулай уҡ махсус йыһазландырылған кабинет барлыҡҡа килде. Балаларға заманса интерактив такта менән 11 ноутбук ҡоролмаларын геройҙың ҡатыны Луиза Хәсән ҡыҙы герой тураһында иҫтәлеккә бүләк итте.
 
Батырҙарыбыҙҙың хәтере мәңгелек!
 
Фото: Учалы районы башлығы Руслан Ғиләжетдиновтың социаль селтәрҙәренән
 
                                                         *********
 
В Башкортостане открыли «Парту Героя» памяти гвардии капитана Шамиля Сайфуллина
 
Шамиль Камилевич Сайфуллин погиб в ходе выполнения боевых задач специальной военной операции. Земляки увековечили его имя в родной школе №6 села Миндяк Учалинского района. Открытие «Парты Героя» состоялось в День знаний. Здесь также появился специализированный оборудованный кабинет – современную интерактивную панель и 11 ноутбуков подарила детям супруга Героя, Луиза Хасановна, в память о муже.
 
Вечная память нашим батырам!
 
Фото: Соцсети/Руслан Гилязетдинов, глава Учалинского района
Башҡортостанда ирекмәндәр тәжрибә уртаҡлашты
 
Межгорье ҡалаһы ирекмәндәре делегацияһы Стәрлебаш районында булды. Осрашыуҙың төп маҡсаты — тәжрибә уртаҡлашыу. «Шьем для своих» цехы оҫталары һаҡлағыс пончо тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Ҡунаҡтар үҙендә шундай уҡ әйбер етештереүҙе яйға һалырға йыйына – бының өсөн тегенселәр киҫеү үҙенсәлектәрен, ҡулланылған туҡымалар һәм йыйыу техникаһын ентекләп өйрәнә.
 
Тағы ла бер мөһим ваҡиға – алғы һыҙатҡа йәнә бер нисә техника берәмеген тапшырыу. Стәрлебаш район Диңгеҙ берләшмәһе хәрбиҙәргә үҙ көсө менән мотоцикл төҙөкләндерҙе. Межгорье ирекмәндәре техниканы үҙҙәре менән алып китеп, артабан тура адресатҡа еткереп тапшыра.
 
Барыһы ла Еңеү өсөн!
 
Фото: Стәрлебаш районы башлығы Рөстәм Рахманғоловтың социаль селтәрҙәренән
 
                                                        ***********
 
В Башкортостане волонтеры обменялись опытом
 
Делегация волонтёров из города Межгорье посетила Стерлибашевский район. Главная цель встречи — обмен опытом. Мастерицы цеха «Шьём для своих» провели мастер-класс по пошиву защитных пончо. Гости подробно изучили особенности кроя, используемые материалы и технику сборки, чтобы запустить аналогичное производство у себя.
 
Еще одним важным событием стала передача очередной единицы техники для передовой. Морское собрание Стерлибашевского района своими силами отремонтировали мотоцикл для военнослужащих. Волонтёры из Межгорья забрали технику с собой и лично доставят её прямо до адресата в зону проведения СВО.
 
Всё для Победы!
 
Фото: Соцсети/ Рустам Рахмангулов, глава Стерлибашевского района
Башҡортостанда МХО ветерандары «Фермер мәктәбе»ндә уҡый ала   Яңы ағым октябрҙә асыла, ғаризалар 21 сентябргә тиклем ҡабул ителә. Уҡыу бушлай. Курс 3 ай – 2026 йылдың 5 октябренән декабренә тиклем бара. Ағымда бөтәһе 30 урын. МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары конкурстан тыш уҡырға инә, улар өсөн 15 урын бүленгән.   Уҡытыуҙы Башҡорт дәүләт аграр университеты «Свое фермерство» платформаһы менән берлектә ойошторҙо. Ғәмәли күнегеүҙәрҙе республиканың иң яҡшы фермер хужалыҡтарында үтергә мөмкин.   Был ағымда белем биреү йүнәлештәре:
Йылҡысылыҡ (шул иҫәптән хәләл) ризыҡтарын етештереү һәм ҡымыҙсылыҡ, 
Йәшелсә һаҡлау һәм эшкәртеү.   Курс программаһында – бизнестың финанс моделе, хоҡуҡи нигеҙҙәр, маркетинг, кооперация, ауыл хужалығы продукцияһын етештереү һәм эшкәртеүҙең заманса агротехнологиялары, аграр сәнәғәт комплексы өсөн һанлы сервистар. Тыңлаусыларҙы проект башлау һәм дәүләт ярҙамы алыу йәһәтенән бизнес-план төҙөргә өйрәтәсәктәр.   Проект яҡлағандан һуң ҡайтанан һөнәри әҙерлек алыу тураһында диплом бирелә.   Тулыраҡ мәғлүмәт – Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы сайтында.                                                               


***   В Башкортостане ветераны СВО могут обучиться в «Школе фермера»   Новый поток стартует уже в октябре, заявки принимают до 21 сентября включительно. Участие – бесплатное. Курс длится 3 месяца – с 5 октября по декабрь 2026 года. Всего в потоке – 30 мест. Участники СВО и члены их семей поступают вне конкурса, для них выделено 15 мест.   Обучение организовал Башкирский государственный аграрный университет совестно с платформой «Своё фермерство». Практику можно будет пройти в лучших фермерских хозяйствах республики.   Направления потока:
«Продуктивное коневодство и кумысоделие (в том числе халяль)», 
«Хранение и переработка продукции овощеводства».   В программе курса – финансовые модели бизнеса, правовые основы, маркетинг, кооперация, современные агротехнологии производства и переработки сельскохозяйственной продукции, цифровые сервисы для АПК. Слушателей научат составлять бизнес-планы для запуска проектов и получения господдержки.   После защиты проекта выдадут диплом о профессиональной переподготовке.   Подробности – на сайте Минсельхоза Башкортостана.
Зәк-Ишмәт ауылы мәктәбендә батырлыҡ дәрестәре өсөн бүлмә-музей асылды
 
Көйөргәҙе районында эшләй башлаған музей экспозицияһы «Үткәндәрҙе хәтерләгәндә – киләсәгебеҙ бар» тип атала. Ижади проектҡа башланғыс һалған Салауат Һатыбаев – уҡытыусы һәм «Подвиг» эҙәрмәндәр отряды етәксеһе. Уның тырышлығы һәм директор Әлфиә Рәхимованың ярҙамы менән хәҙер мәктәптә батырлыҡ дәрестәре үткәреү урыны бар.
 
Экспозиция дүрт тематик өлөшкә бүленгән – «Беҙҙең Бөйөк Еңеү» – бында «Подвиг» отрядының эҙәрмән экспедицияларынан ҡайтҡан һирәк артефакттар. Айырым стендтар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға, Көйөргәҙе районынан сыҡҡан Советтар Союзы Геройҙарына, шулай уҡ Зәк-Ишмәт мәктәбен тамамлаған һәм ауыл биләмәһендә йәшәгән МХО яугирҙарына арналған.
 
Бүлмәлә мәғлүмәт зал тирәләй урынлаштырылып тарихтың «динамик картаһына» оҡшатып ҡоролған. Бында архив материалдары һәм биографиялар күп, Ә QR-кодтар ваҡиғалар майҙанына үтеп инергә мөмкинлек бирә.
 
Фото: Көйөргәҙе районы башлығы Лира Тереғолованың социаль селтәрҙәренән
 
                                                      ***
 
Комната-музей для уроков мужества открылась в школе села Зяк-Ишметово
 
Музейную экспозицию, которая заработала в Куюргазинском районе, назвали «Пока мы помним прошлое – у нас есть будущее». Идейным вдохновителем творческого проекта стал Салават Сатыбаев – преподаватель и руководитель поискового отряда «Подвиг». Благодаря его энтузиазму и поддержке директора Альфии Рахимовой теперь в школе есть пространство для ведения уроков мужества.
 
Экспозиция разделена на четыре тематических блока – «Наша Великая Победа» — это уникальные артефакты, которые ребята из отряда «Подвиг» привезли из поисковых экспедиций. Отдельные стенды посвящены участникам Великой Отечественной войны, Героям Советского Союза из Куюргазинского района, а также участникам СВО – выпускникам школы и жителям Зяк-Ишметовского сельского поселения.
 
Пространство организовано так, что информация расположена по периметру зала и превращает его в «динамическую карту» истории. Здесь много архивных материалов и биографий, а QR-коды позволяют посетителю легко погрузиться в детали событий.
 
Фото: Соцсети/Лира Терегулова, глава Куюргазинского района
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Рөстәм Ишмәев, ҡушаматы Ишмай – МХО яугиры, Башҡортостандан. «Башҡортостан» полкының Сергей Зорин исемендәге танк батальоны өлкән механик-водителе.
 
Ваҡиғаларҙың береһе. Ут һыҙатында хәрби бурыстарҙы үтәгән ваҡытта фронттың билдәле бер участкаһында беҙҙең танк зыян күрә. Ефрейтор Ишмәев артиллерия уты һәм дрон һөжүме аҫтында хәрби машинаны ти7 арала хәүефһеҙ урынға эвакуациялай. Ул аныҡ һәм дөрөҫ эш итә.
 
Батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Рөстәм Ишмәев «МХО-ла ҡатнашыусы» миҙалы һәм Луганск Халыҡ Республикаһының дәүләт наградаһы – «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнде.
 
Башҡортостан – геройҙар ваҡыты!
 
                                                       ****
 
Рустем Ишмаев, позывной Ишмай – участник СВО из Башкортостана, старший механик-водитель танкового батальона имени Сергея Зорина полка «Башкортостан».
 
Один из эпизодов. Во время огневой задачи на определённом участке фронта был повреждён наш танк. Ефрейтор Ишмаев под артиллерийским огнём и атаками дронов сумел быстро эвакуировать боевую машину в безопасное место. Действовал он чётко и правильно.
 
За героизм и храбрость Рустем Ишмаев награждён медалью «Участнику СВО» и госнаградой ЛНР – медалью «За отвагу».
 
Башкортостан – это время героев!
Тоҫҡаусы,ефрейтор Илнур Үлмәҫбаев дошман техникаһына ниндәй «күстәнәс» ебәргән? Дошман блиндажын юҡ итер боеприпастарҙы сержант Сәлих Шәрипов «ни хаҡҡа» килтергән?
 
Башҡортостан батырҙарының МХО бурыстарын үтәгәндә күрһәткән батырлыҡтары тураһында ҡыҙыу мәғлүмәттәрҙе яҡташыбыҙ, хәрби хәбәрсе – Журналист ҡушаматлы яугир еткерә.
 
Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы данлыҡлы артиллерист Мөғин Нагаев исемен йөрөткән «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкының гаубица-артиллерия дивизионы, махсус хәрби операция шарттарында дошман пилотһыҙ аппараттар, контрбатарея һөжүмен әүҙем ҡулланғанда, хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәй, юғары һөнәри оҫталыҡ һәм сыҙамлыҡ күрһәтә.
 
Барыһы ла Еңеү өсөн!
 
Артиллеристар тураһында фронт яҙмаларын тәү сығанаҡта – «Йәшлек» газетаһы биттәрендә уҡығыҙ.
МХО биләмәһенә Рәсәй Почтаһы аша посылка һалырға мөмкин
 
Махсус хәрби операцияға саҡырылған хәрбиҙәргә посылка бушлай ҡабул ителә. Ебәреүҙәр һаны буйынса сикләүҙәр юҡ, әммә һәр посылканың ауырлығы 10 килограмдан артмаҫҡа тейеш.
 
МХО биләмәһенә посылка ебәрер өсөн уны почта бүлексәһенә асыҡ килеш алып килергә, һалынған әйберҙәрҙең һанын күрһәтеп, ике данала исемлеген төҙөргә, уның береһен посылка эсенә һалырға, икенсеһен үҙеңә ҡалдырырға кәрәк. Почта операторы посылкаға һалынған әйберҙәрҙе исемлек менән сағыштырып теркәй һәм ҡумтаны төрөп, хеҙмәт скотчы менән мөһөрләй.
 
Хәрби хеҙмәткәрҙәргә иҫерткес эсемлектәр, аккумуляторҙар, пауэрбанктар, литийлы батареялар, гильза, дары (шул иҫәптән металл төргәктә йәки шешәләрҙә), ҡарап билдәләп булмаған әйберҙәр (мәҫәлән, маркаһыҙ һауыттар), Рәсәй почтаһы сайтында тыйылған тип билдәләнгән исемлектәге башҡа әйберҙәрҙе ебәрергә ярамай.
 
Сикләүҙәр бар: бер посылкала дарыуҙар 10 төргәктән, шыйыҡсалар – 2 литрҙан артыҡ булмаҫҡа тейеш.
 
Посылка тышына адресаттың исем-шәрифен (төп килештә), ғәскәри частың биш һанлы номерын һәм адресын – Мәскәү ҡалаһы, 103400 тип яҙырға кәрәк.
 
                                                          *******
 
В зону СВО можно отправить посылку через Почту России
 
Посылку военнослужащему, призванному в зону специальной военной операции, примут бесплатно. Ограничений по количеству отправлений нет, но вес каждой посылки не должен превышать 10 кг.
 
Чтобы отправить посылку в зону СВО необходимо принести её в отделение почты в открытом виде. Составить опись вложения с перечислением предметов и их количества в двух экземплярах. Положить один экземпляр описи внутрь посылки, второй оставить себе. Оператор сверит содержимое с описью и опечатает коробку служебным скотчем.
 
Военнослужащим нельзя пересылать алкоголь, аккумуляторы, пауэрбанки, литиевые батарейки, гильзы, порох (в том числе в металлической упаковке или бутылках), предметы, которые нельзя визуально идентифицировать (например, немаркированные ёмкости), другие запрещенные предметы из списка на сайте Почты России.
 
Есть ограничения – лекарства можно отправлять не больше 10 упаковок в одной посылке, жидкости – не более 2 литров.
 
На упаковке надо написать ФИО получателя (в именительном падеже), пятизначный номер войсковой части и адрес – г. Москва, 103400.
МХО батырҙары тураһында – Айгиз Ғарипов
 
Ул көндәрҙә зәңгәр күк ҡараға әйләнә, һауа – шыр төтөнгә. Ерҙең аҡтарылыуынан ул күсәренән ысҡыныр кеүек тойола. Тәүлектәр әйләнәһенә дауам иткән ҡот осҡос яуҙар.
Махсус хәрби операцияның иң ауыр, ҡатмарлы йүнәлештәрендә ҡорос көнләшер сыҙамлыҡ менән ныҡлыҡ күрһәткән батыр – Учалы егете, мотоуҡсылар бүлексәһе командиры Айгиз Ғарипов алғы һыҙаттағы алыштарҙа  2022 йылдан башлап ҡатнаша.  
 
Бөгөн Айгиз Ғарипов – тимер юлы цехында юлсы-монтер. МХО ветераны футбол командаһында уйнай. Ә өйҙә батырҙы һөйгәне, ике балаһы көтә. Ошо уның өсөн баһалап бөткөһөҙ ҙур бәхет, иң юғары награда.
 
Левый ҡушаматлы яугирҙың ҡаһарманлығы тураһында тасуирлап – «Йәшлек»тәр яҙған. https://ye102.ru/articles/care/2026-09-04/i-yu-ary-nagrada-mer-4802243
 
Фото: Баныу Ҡаһарманова
 
                                                    *******
 
Истории участников СВО – Айгиз Гарипов
 
В те дни голубое небо стало черным, воздух – превратился в сплошной дым. От грохота взрывов, казалось, Земля сорвется со своей оси. Страшные бои длились сутки напролёт.
 
Наш батыр – уроженец Учалинского района, командир мотострелкового отделения Айгиз Гарипов, проявил стальной характер на самых сложных направлениях спецоперации. На передовой он находился с 2022 года.
 
Сегодня Айгиз Гарипов - монтёр железнодорожных путей. Ветеран СВО играет в составе футбольной команды. А дома батыра ждет любимая супруга, двое детей. И это бесценно – настоящее счастье, высшая награда.
 
О подвиге воина с позывным Левый: https://ye102.ru/articles/care/2026-09-04/i-yu-ary-nagrada-mer-4802243
 
Фото: Бану Кагарманова
Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ҡатындарына Республика Башлығы Гранты иҫәбенә ярҙам күрһәтеләсәк
 
Октябрьский ҡалаһында «Күҙгә күренмәгән тыл: МХО-ла ҡатнашыусы ҡатындары берләшмәһе» проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы Грантына лайыҡ булды. Хәҙер Марина Плеханова етәкселегендәге «Сәләмәт йәшә» коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһында ирҙәре Ватанды һаҡлаған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн махсус ярҙам мөхите ойошторола.
 
Яугир ҡатындары өсөн ике айлыҡ комплекслы программа ҡаралған – ул физик сәләмәтлекте тергеҙеү, һөнәри психологик ярҙам һәм бер-береңә терәк булыуҙы күҙ уңында тотҡан ныҡлы берләшмәгә инеү мөмкинлеге бирә.
 
                                                      *******
 
В Башкортостане на Грант Главы республики поддержат жен участников СВО
 
В городе Октябрьском проект «Невидимый тыл: сообщество жён участников СВО» стал обладателем Гранта Главы Республики Башкортостан. Теперь в АНО «Живи здоровым» под руководством Марины Плехановой организуют особую поддерживающую среду для женщин, чьи мужья защищают Родину.
 
Супруги бойцов смогут пройти комплексную двухмесячную программу – это физическое восстановление, профессиональная психологическая поддержка и возможность стать частью крепкого сообщества взаимопомощи.
МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары оҙайтылған көн төркөмдәренә тәү сиратта ҡабул ителергә хаҡлы
 
Ташламанан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың, МХО ветерандарының, һәләк (вафат) булған, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы гражданлыҡ ҡануниәтенә ярашлы үлгән тип иғлан ителгәнгә тиклем билдәһеҙ юғалған яугирҙарҙың балалары файҙалана ала.
 
«Оҙайтылған көн» хеҙмәтен бушлай файҙаланыр өсөн бала уҡыған мәктәп хакимиәтенә ғариза менән мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ғаризаға хәрби комиссариаттан белешмә ҡушып бирергә. Документтарҙы шулай уҡ Күп функциялы үҙәктең балиғ булмаған бала уҡыған урыны буйынса офисында тапшырырға мөмкин. Ҡабул ителгән документтар Башҡортостан Республикаһының тейешле муниципаль берәмеге хакимиәтенә ебәрелә.
 
Офис адрестары һәм эш тәртибе Күп функциялы үҙәктең рәсми сайтында https://mfcrb.ru/offices
/ Кәрәкле документтар исемлеге: https://mfcrb.ru/services/details/zachislenie-v-pervoocherednom-poryadke-bez-oplaty-detey-uchastnikov-spetsialnoy-voennoy-operatsii-v-1/
 
                                              *************
 
Дети участников СВО вправе на первоочередное зачисление в группы продленного дня
 
Льготой могут воспользоваться дети:
-         действующих участников СВО;
-         ветеранов СВО;
-         погибших (умерших);
-         безвестно отсутствующих до дня объявления их умершими в соответствии с гражданским законодательством Российской Федерации
 
Для получения бесплатной «продлёнки» можно обратиться с заявлением в администрацию школы, где учится ребёнок. К заявлению приложить справку из военного комиссариата. Документы можно также подать в офисе МФЦ по месту прохождения обучения несовершеннолетнего ребенка. Принятые документы будут направлены в соответствующую Администрацию муниципального образования Республики Башкортостан.
 
Адреса и режим работы офисов размещены на официальном сайте МФЦ https://mfcrb.ru/offices/  Перечень необходимых документов: https://mfcrb.ru/services/details/zachislenie-v-pervoocherednom-poryadke-bez-oplaty-detey-uchastnikov-spetsialnoy-voennoy-operatsii-v-1/