Башҡорт донъяһы
671 subscribers
1.46K photos
786 videos
1 file
144 links
Download Telegram
ХӘЙЕРЛЕ ИРТӘ! Йән-тәнегеҙгә һаулыҡ, йортоғоҙға ҡот, ғүмерегеҙгә бәрәкәт теләйбеҙ!
📌Салауат Юлаев һәйкәлен 1 мең һумлыҡ купюраға төшөрһөндәр өсөн тауыш бирергә кәрәк, тип яҙғайныҡ инде. Әле һәйкәлебеҙ 2-се урында бара - уның өсөн 39 142 кеше тауыш биргән.

1-се урында 50 250 тауыш менән "Метеор" тиҙйөрөшлө пассажирҙар теплоходы. 3-сө урында Һарытауҙағы Волга йылғаһы аша күпер, уны 17 378 кеше һайлаған.

Тауыш биреү 12 ДЕКАБРГӘ ТИКЛЕМ дауам итә. Әйҙәгеҙ, әүҙемерәк булайыҡ, таныш-белештәргә лә был хаҡта хәбәр итегеҙ.

Башҡортостандың төп символы, Рәсәйҙә һәм Европала иң бейек атлы һәйкәл, өс таяуҙа ғына торған 40 тонналыҡ үҙенсәлекле ҡомартҡы лайыҡлы был еңеүгә! 💚

📌Әйткәндәй, тауыш биреү өсөн теркәлеүҙе электрон почта аша үтеүе уңайлыраҡ һәм тиҙерәк.

https://cbr.ru/cash_circulation/simvoly-dlya-banknot/
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Мәскәүҙең “Алтын Ай” башҡорт бейеүҙәре ансамбле ҡыштың беренсе көнөндә илебеҙҙең баш ҡалаһында матур концерт ҡуйған.

🔘Коллектив репертуарынан күптән таныш “Гөлнәзирә”, “Азамат”, “Ҡара юрға” бейеүҙәрен дә, “Еҙ үксә”, “Шаян ҡыҙҙар” кеүек яңы өйрәнгәндәрен дә башҡарған.

🔘Шулай уҡ саҡырылған ҡунаҡтар - Арсен Кәримов, Хәйҙәр Хәмиҙуллин, Анастасия Бобович, Дарья Миронова сағыу сығыштары менән ҡыуандырған.

🔘Был сара “Мәскәүҙәге башҡорт йәштәр мәҙәни үҙәге” проекты сиктәрендә БР Башлығы грантына бойомға ашырылған.

Видео: Мәскәү һәм Санкт-Петербургтағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Күн кирәм һәм йүкә кирәм менән байҙар-ярлылар ҡулланғанмы, әллә бындай ике төрлө материалдан эшләнеүенең бер ғилләһе булғанмы?

Был турала Бөрйән районының ветстанцияһы эргәһендәге музей ҡомартҡылары миҫалында ауыл хужалығы фәндәре докторы Әғләм Яҡуп улы Шәрипов һөйләй.

🐝Солоҡсоноң эш ҡоралдарына арналған бик мауыҡтырғыс, мәғлүмәтле видеоны БСТ журналисы Гөлсимә Иштанова сәхифәһенән алдыҡ. Рәхмәт уға!
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Ашыҡ" уйынын нисек уйнарға?
"Бәхетнамә" төркөмө видеоһын ҡарағыҙ.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌"Ҡорама - ул антидепрессант, антистресс", - ти Ҡаҙағстанда ҡорама әйберҙәрҙе заманға яраҡлашырған оҫта Ырза Турсынзада.

Ул "Тамға" ижади берекмәһе етәксеһе Зөлфиә Краснова менән ХХ Рәсәй һәм Ҡаҙағстан хеҙмәттәшлеге төбәк-ара форумында һөйләшкән.

Ошо һөйләшеүҙән өҙөк тәҡдим итәбеҙ.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
ДЕКАБРЬ АЙЫНА ҺЫНАМЫШТАР

1 декабрь – әгәр ҡыштың беренсе көнөндә ҡара ҡарға күрһәгеҙ, ҡыш йылы булыр.
2 декабрь – аяҙ һауа ҡыштың һалҡын килеүе тураһында һөйләй. Әгәр был көндө ҡар төшһә, ғинуарға тиклем сатнама һыуыҡтар көтмәгеҙ.
3 декабрь көндө ҡар яуһа, 3 июндә көслө ямғыр яуа. Әгәр киреһенсә булһа, йәй иртә килер.
4 декабрь – күктә болоттар күп булһа, бер аҙҙан һыуытасаҡ. Буран йылы һәм ҡарһыҙ ҡыш башланыуы тураһында һөйләй.
5 декабрь көндө бик ныҡ һалҡын булһа, тимәк, оҙаҡламай бурандар башланыр.
6 декабрь көндө ҡар төшһә, һыуыҡтар булыр. Әгәр был көндө епшек икән, Яңы йылға тиклем ҡыш көтмәгеҙ
7 декабрь күктә йондоҙҙар балҡып торһа, һауа торошо кинәт үҙгәрер. Әгәр был көндө йондоҙҙар атылһа, ҡышын ҡар аҙ яуа, ә мартта көслө һыуыҡтар килер.
8 декабрь көндө мөрйәнән сыҡҡан төтөнгә иғтибар итәләр. Әгәр ул өҫкә күтәрелһә, тиҙҙән ҡар яуыр. Таралып китһә, елле булыр.
9 декабрь – әгәр был көндө болоттар ергә һалынып торһа, бер аҙҙан һыуыҡтар етер.
10 декабрь көндө эт һәм бесәйҙәр үҙҙәрен ғәҙәттәгенән тынысыраҡ тотһа, ҡаты һыуыҡ һәм ыжғыр буран көтөгөҙ.
11 декабрь көндө бесәй тырнанһа, һыуыта. Эт өрөп, шыңшый икән, бик көслө һыуыҡтар киләсәк.
12 декабрь көндө әҙерәк болотлап торһа, һыуыта. Көн томанлы икән, тиҙҙән көслө ел һәм буран булыр.
13 декабрь көндө ҡар яуһа, ул ерҙә йөҙ көн ятыр.
14 декабрь – ҡаурый-ҡаурый ҡатламлы болоттар һыуыҡтар тураһында киҫәтә.
15 декабрь көндө ямғыр яуһа, ул 40 көн буйына дауам итә.
16 декабрь көндө балыҡсылар яҡшы табыш менән ҡайтһа, ҡыш йылы килер.
17 декабрь көндө ағас ботаҡтарында ҡар ята икән, ҡыш һалҡын килер.
18 декабргә тиклем бер тапҡыр ҙа һыуыҡтар булмаған икән, тимәк, тиҙ арала епшек ҡар бураны булыр.
19 декабрь – бесәйҙәр ауыҙ-моронон тәпәйе менән ҡаплап йоҡлаһа, тиҙ арала көслө һыуыҡтар килер.
20 декабрь – бесәйҙәр һыу эсһә, көслө яуым-төшөм булыр.
21 декабрь ҡояш ғәҙәттәгенән иртәрәк сыҡһа, ҡар яуа.
22 декабрҙә көн аяҙ булып, ҡар яуһа – йылы ҡышҡа ишара.
23 декабрҙәге буран – көслө һыуыҡтар билдәһе.
24 декабрь – ҡоштар түбән осһа, ел көсәйер. Көньяҡтан иҫкән ел көндөң йылыныуы тураһында һөйләй.
25 декабрь – киләһе йылдың уңышлы килеү-килмәүен белеү өсөн был көндө сейә ботағы киҫеп, уны ер һалынған сүлмәккә ултыртҡандар. Ул Раштыуаға япраҡ ярһа, йыл уңышлы килә тип һаналған.
26 декабрҙән башлап 12 көн һыуыҡ була икән, ҡыш сатнама һалҡын килер.
27 декабрь – төндә ағастарҙы бәҫ һарыһа, ҡыш һыуыҡ килә. Иртәнге сатнама һыуыҡ тиҙ арала көслө ел һәм ҡар бураны буласағын иҫкәртә.
28 декабрь көндө йылы була икән, тимәк, көслө һыуыҡтар ҡыш аҙағында ғына киләсәк.
29 декабрҙәге һалҡын әсе ел Раштыуа һалҡындарының дауамлы булыуы хаҡында иҫкәртә. Болотло, елле көн – кинәт йылытыуға.
30 декабрҙә ҡар яуһа, Яңы йыл төнө һалҡын булыр.
31 декабрь көндө иларға һәм күңелһеҙләнергә ярамай, юғиһә йыл буйы шундай кәйеф оҙата барасаҡ.

Ә һеҙ тағы ниндәй һынамыштар беләһегеҙ?

"Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы" төркөмөнән.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бына ҡайҙа ул ҡолаҡ итен ашаусы😁
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Яратҡан театрыбыҙҙың бөгөн тыуған көнө!❤️

Беренсе көндәрҙән үк башҡорт театр сәнғәтен үҫтереүгә ең һыҙғанып тотонған һәм бөгөн дә был эште оло яуаплылыҡ менән атҡарған коллективты ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Театр тамашасылары өсөн бына ошондай матур ғына "кино" төшөргән.

📌Әйҙәгеҙ әле, беҙ ҙә бер ҡыҙыҡлы "бүләк" эшләйек!

М. Ғафури исемендәге БАДТ менән беренсе тапҡыр нисә йәштә танышыуыбыҙ, 1-се ҡараған спектакль ниндәй булыуы тураһында хәтирәләр менән бүлешеп алайыҡ.

Яҙығыҙ! 😉
📌Салауат Юлаев Ордены менән драма артисы ӘМИРОВ Алмас Хәҙис улы бүләкләнде.

📌“Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы" тигән маҡтаулы исем менән драма артисы ҠАҺАРМАНОВА Римма Рәсүл ҡыҙы бүләкләнде.

📌«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән драма артисы Хәйруллина Минзәлә Ғәйнетдин ҡыҙы бүләкләнде.

Бөгөн М. Ғафури исемендәге Башкорт академия драма театрының күп кенә хеҙмәткәрҙәренә маҡтаулы исемдәр бирелде, Почет ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары тапшырылды.

Ошо уңайҙан барлыҡ тамашасылар исеменән тәбрикләйбеҙ һәм яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ!🌹🌹🌹
Хәйерле ҡышҡы иртә, дуҫтар! Ҡасан ап-аҡ ҡарҙар яуҙырып ысын ҡыш килеүен көткән арала матур шиғыр уҡып алайыҡ. Көндәрегеҙ уңышлы үтһен!

Әйткәндәй, был Наталия Протас төшөргән фотоһүрәттәрҙә республикабыҙҙың ҡайһы төбәге сағылыш тапҡан, йә, кем әйтер?

ҠЫШ

Ерҙең өҫтө ап-аҡ, ап-аҡ,
Эй, ҡар яуған да яуған.
Яландар, ҡырҙар, урмандар
Шул ҡар аҫтында ҡалған.
Эштән арып ятҡан кеүек,
Тынғандар инде ҡырҙар.
Мамыҡ юрғанға төрөнөп,
Хәл йыя төҫлө улар.
Ҡояш та ялда шикелле,
Йылытмай ерҙең өҫтөн.
Сығып ҡырҙарҙы ҡарай ҙа
Тиҙ генә ята төҫлө.
Ә елдәр йөрөй маһайып,
Ыжғыра ла һыҙғыра.
Ер өшөһөн тигән кеүек,
Ҡырҙарҙы пыр туҙҙыра.
Яланғас ҡала ер йөҙө,
Һалҡындан китә туңып.
Ә ҡояш хәлһеҙ шикелле,
Йылыта алмай уны...

Назар НӘЖМИ.