📌 Ҡурайҙы донъяға танытҡан Башҡортостандың халыҡ артисы, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ҡурайсыбыҙ Йомабай ИҪӘНБАЕВТЫҢ тыуыуына 135 йыл.
🔹 Йомабай Мөтиғулла улы 1891 йылдың 21 сентябрендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Исмәғил ауылында (хәҙерге Хәйбулла районы Үрге Смаҡ ауылы) тыуған.
🔹 Түңгәүер башҡорто. Иҫәнбаевтар нәҫеле мөһабәт кәүҙәле булған, Йомабай Мөтиғулла улына ла бирелгән был.
🔥 Ул 17 йәшендә 200-ҙән ашыу халыҡ көйҙәрен башҡара алған, уларҙың риүәйәттәрен һәм тарихын яҡшы белгән.
🔹 1920 йылда партияға алына, ауыл советы рәйесе була. 1921 йылда продналог менән ҡәнәғәтһеҙлектә ғәйепләнә, 1923 йылда амнистияға эләгеп, кире ҡайта.
🔹 Ошо уңайҙан Йылайыр кантонына мөрәжәғәт итәләр һәм башҡарма комитет рәйесе Айнулла Бикбов Йомабай Иҫәнбаевҡа наказ биреп ебәрә.
🔹 Париж өсөн әҙерләнгән концертты тәүҙә Мәскәүҙә күрһәтәләр - һоҡланмаған кеше ҡалмай! Ә инде 1925 йылдың июнендә совет артистары юлға сыға: Парижда 11 концерт ҡуйырға тейештәр.
🔥 Йомабай Иҫәнбаевтың үлән ҡурайҙы сәхнәлә ҡырҡып, уйып, шунда уҡ "Байыҡ" башҡорт халыҡ көйөн башҡарып ебәреүе барыһын да хайран итә. Концерттарҙың береһендә француз ҡатыны ҡурайсыға ҡиммәтле балдағын сисеп, бүләк итә хатта. "Париж аҙналығы" гәзитенең 1925 йылдың 31 июлендәге һанында Йомабай Иҫәнбаев һәм башҡа совет артистарының сығышы тураһында матур мәҡәлә баҫылып сыға.
🔹 Ошо йылдан Йомабай Мөтиғулла улы Башҡорт күсмә драма театры ҡурайсыһы булып эшләй, "Салауат батыр", "Ҡарағол", "Ашҡаҙар" һәм башҡа спектаклдәрҙә уйнай.
🔹 1927 йылда Бөтә донъя музыкаль күргәҙмәлә ҡатнаша һәм Германия, Голландия, Бельгия, Швеция ҡалаларында була.
📍 Майндағы Франкфурт ҡалаһында РСФСР-ҙың халыҡ артисы, 60-тан ашыу телдә йырлаған совет йырсыһы Ирма Яунземға ҡушылып, ҡурай уйнай. Йырсының "Кеше ҡояш артынан бара" тип аталған китабында ҡурайсы менән бер сәхнәлә төшкән фотоһы баҫылып сыҡҡан. Һуңыраҡ Ғата Сөләймәновҡа яҙған хатында Ирма Яунзем Йомабай Иҫәнбаев тураһында оло хөрмәт менән яҙа, бик матур кеше ине, ти.
🔹 1929 йылда Йомабай Иҫәнбаев тыуған яғында "Һарыкүл" колхозын ойоштора, беренсе рәйесе була. 1940 йылда Әхмәтзәки Вәлиди менән бәйләнештә ғәйепләнеп, ҡулға алына һәм Омск төрмәһенә ебәрелә.
🔹 1942 йылда фронтҡа китә. Курск дуғаһында һуғыша. 1943 йылда Воронеж эргәһендә батырҙарса һәләк була.
💯 1991 йылда Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға "Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы" тигән маҡтаулы исем бирелә.
✅ Бына шундай ғәжәйеп талант эйәһенең тыуыуына быйыл 135 йыл.
Ҡасандыр ҡурайыбыҙҙы донъя кимәлендә танытып, профессиональ уйнау сәнғәтенә нигеҙ һалған шәхестең эше бөгөн дә йәшәй һәм үҫешә: Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров указы буйынса 2024 йылда Башҡортостан Ҡурайсылар дәүләт ансамбле һәм Ҡурай көнө булдырылды. Ә инде ҡурайҙың ниндәйе генә юҡ: үлән ҡурайҙы һаҡлап ҡына тоталар, шпон ҡурай бар, 3D-принтерҙа баҫылған йыйылма ҡурайҙы ла эшләйҙәр.
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja

📍 1925 йылда Башҡортостан Үҙәк башҡарма комитетына халыҡ мәғарифы комиссары А.В. Луначарскийҙан хат килеп төшә: Парижда асыласаҡ Бөтә донъя биҙәү-ғәмәли сәнғәт күргәҙмәһенә ҡурайсы кәрәк, тиелә.

❤3👍1👎1🥰1
❓ Башҡорт теленең яһалма зиһендә үҫеше ҡыҙыҡһындырамы?
✅ 30 сентябрҙә «Башҡортостан телдәре һәм мәҙәни мираҫы: мәғлүмәттәр йыйыу һәм уларҙы ЯЗ өлкәһендә ҡулланыу мөмкинлектәре» тигән презентация сессияһы үтә.
Сарала телдәр һәм мәҙәни мираҫ буйынса мәғлүмәт туплау, уларҙы цифрлаштырыу һәм яһалма зиһен технологияларын үҫтереүҙә ҡулланыу мөмкинлектәре тураһында һөйләшеү була, тип хәбәр итә Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы.
📅 30 сентябрь
⏰ 15:00
📍 Өфө ҡалаһы, Заки Вәлиди урамы, 32/2Б, Геном үҙәге
⚠️ Алдан теркәлеү мөһим. Ҡатнашыусылар һаны сикләнгән.
🔗 Теркәлеү өсөн һылтанма.

❤1
#тел_тере_шишмә
🔥 Башҡорт телендә төрлө күренештәрҙе һүрәтләү өсөн ул ниндәй генә һүҙ юҡ!
Бына беҙҙең ҡарамаҡҡа бик ҡыҙыҡлы күренгән бер нисә шундай һүҙҙе иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ.
❓ Тағы ниндәй һүҙҙәр бар?
✅ Яҙығыҙ!
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
🔥 Башҡорт телендә төрлө күренештәрҙе һүрәтләү өсөн ул ниндәй генә һүҙ юҡ!
Бына беҙҙең ҡарамаҡҡа бик ҡыҙыҡлы күренгән бер нисә шундай һүҙҙе иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ.
❓ Тағы ниндәй һүҙҙәр бар?
✅ Яҙығыҙ!
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Наҙ бөркөлгәндәй был видеонан🥰
Видео: Раушан Сөләймәнов менән Нәркәс Хәмитова башҡара.

Бөтә донъя автомобилһеҙ көн икән бөгөн, 22 сентябрь ❌🚘✅🚲
Бөгөн донъя илдәрендә халыҡ йәйәү йөрөүгә, велосипед йә йәмәғәт транспортына күсә. Сөнки һулар һауабыҙҙың бысраныуының 70 проценттан ашыуы - транспорт өлөшөнә төшә.
🔹 Автотранспорт планетабыҙҙы ғына түгел, кешенең үҙен дә юҡ итә икән - донъяла көн дә 3 меңдән ашыу кеше аварияла һәләк була һәм һәр минут һайын яңы транспорт эшләп сығарылып тора.
🔹 Беренсе тапҡыр был көн 1973 йылда Швейцарияла үтә - яғыулыҡҡа ҡытлыҡҡа бәйле килеп тыуа ул. 2000 йылдар башына төрлө илдәр ҡушыла. Хәҙер донъяның 2 мең ҡалаһында йәшәүсе 100 миллиондан ашыу кеше был акцияла ҡатнаша.
❓ Йәмәғәт, бер көн машинаһыҙ юл йөрөргә кәрәк. Булдырабыҙмы?

📌 Студент ҡолағына - конкурста ҡатнаш!
"Башҡорт аты" ғилми-тикшеренеү институты Башҡорт дәүләт аграр университеты менән берлектә һәм республиканың Ауыл хужалығы министрлығы ярҙамында "Йылҡысылыҡта инновациялар" конкурсын ойоштора.
✅ Төп номинациялар:
🔹 Зоотехния
🔹 Ветеринария
Еңеүселәргә - аҡсалата бүләк
📍 Ҡатнашыу өсөн ғаризаны 2026 йылдың 13 октябренә тиклем bashkortigry@mail.ru электрон почтаһына ебәрергә.
Тулыраҡ ошонда .

Конкурс урта һөнәри һәм юғары уҡыу йорттары студенттарының йылҡысылыҡ өлкәһендәге башланғыстарын хуплауға йүнәлтелгән.Ғилми ҡаҙаныштарҙы етештереү өлкәһендә ҡулланылышҡа индерергә лә булышлыҡ итеүҙе күҙ уңында тота.
✅ Төп номинациялар:
🔹 Зоотехния
🔹 Ветеринария
Еңеүселәргә - аҡсалата бүләк
📍 Ҡатнашыу өсөн ғаризаны 2026 йылдың 13 октябренә тиклем bashkortigry@mail.ru электрон почтаһына ебәрергә.
Тулыраҡ ошонда .
❤1
📌 AY YOLA төркөмө премьер-министрҙың Почет билдәһе менән бүләкләнде.
Ә төркөмдөң менеджерҙары һәм матбуғат хеҙмәткәренә Башҡортостан Хөкүмәтенең Почет грамотаһы бирелде.
Әйткәндәй, AY YOLA тиҙҙән "Аманат" тигән яңы йырына төшөрөлгән клипты халыҡ иғтибарына тәҡдим итәсәк. Һәм яңыраҡ ҡына улар винил пластинкаға яҙҙырылған беренсе альбомын сығарҙы.
Ә төркөмдөң менеджерҙары һәм матбуғат хеҙмәткәренә Башҡортостан Хөкүмәтенең Почет грамотаһы бирелде.
Әйткәндәй, AY YOLA тиҙҙән "Аманат" тигән яңы йырына төшөрөлгән клипты халыҡ иғтибарына тәҡдим итәсәк. Һәм яңыраҡ ҡына улар винил пластинкаға яҙҙырылған беренсе альбомын сығарҙы.
❤1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 "ӨФӨ - ҡаламдың атамаһын булдырған өс түңәрәк. Картиналарым тыуған ҡала",
- ти йәш рәссам Зәлифә Һибәтова.
Ул Рәсәй Рәссамдар берлеге ағзаһы.
❤1
📌"... Башҡорттар ыҫмалалы һыуҙы ҡуллана... ауыҙ боҙолғанда һәм тамаҡ шешкәндә сайҡатыу һәм эсеү өсөн генә түгел, ә нефттең үҙен дә бик ҡәҙерләп йыялар һәм шуны күп осраҡтарҙа халыҡ дауаһында ҡулланалар",
- тип яҙған XVIII быуатта Башҡортостан буйлап сәйәхәт иткән Петр Паллас.
📍 Әйткәндәй, бөгөн уның тыуыуына теүәл 285 йыл тулды. Петр Симон Паллас немец һәм Рәсәй ғалимы, тәбиғәт фәндәре белгесе, сәйәхәтсе, энциклопедист. 1767-1810 йылдарҙа Рәсәйгә эшкә килә һәм илдең төрлө байлыҡтарын, халыҡтарын һәм уларҙың телен, көнкүрешен өйрәнә.
🔹 Паллас 1769-1770 йылдың ҡышын һәм яҙын Өфөлә үткәрә. Уның ошо осорҙағы тикшереүҙәре 5 томлыҡ хеҙмәтенең икенсе өлөшөнә индерелгән: ҡала, уның халҡы, хужалығы, тәбиғәте тураһында тәфсирләп яҙа. Әлбиттә, был ерҙәрҙә балсыҡ, алебастр булыуын да телгә ала. Аттар, күн эшкәртеү һәм башҡаһын да онотмай.
🔹 Өфөгә яҡын ерҙәрҙә ҡуян һәм һыуһар күп, ти. Ҡыр ҡаҙҙары барлығын һәм хатта ниндәй бөжәктәр күреүен дә тасуирлай. Ҡатнаш урман һәм ниндәй үләндәр үҫеүенә лә иғтибар итә.
🔹 Хәҙерге Иглин районы биләмәләренән үткәндә, халыҡтың милли кейемен, көнкүрешен билдәләп китә. Халыҡ ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә, тип яҙа:
"ҡайһы берҙәр төрлө урындарҙа урманда 400-гә яҡын умарталыҡ тота һәм йыл һайын 40 йәки унан артыҡ бот бал йыя".
🔹 Ҡайһы бер башҡорттар һунарсылыҡ менән, ҡайһылары ер эшкәртеп, иген үҫтереп йәшәй, ти.
🔹 Ләмәҙ ауылына барып еткәс, Паллас башҡорт зыяратын һәм Твердышевтың беренсе казармаһын ҡарай.
🔹 Шулай уҡ Пётр Паллас Янғантауҙа ла була. Был ғәжәйеп күренеште үҙ күҙҙәре менән күреп, китаптарында яҙа.
❤1
📌 "Икмәк, торт һәм бәлеш фестивале"нә рәхим итегеҙ!
Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында бренд байрамына әүерелгән, тиһәң дә була, матур сара үтәсәк. Быйыл ул Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арнала.
Әгәр ҙә иң яҡшы ҡамыр серен белһәгеҙ, иң татлы торт йә телде йоторлоҡ бәлеш бешерһәгеҙ - был фестиваль һеҙҙең өсөн. Әлбиттә, был тәмлекәстәр менән һыйланырға яратыусыларға ла өлөш сығарырҙар, моғайын😋
📍 Ҡамыр аштарына оҫталарҙы өс номинацияла баһалаясаҡтар:
🔹 "Ҙур һәм татыу ғаилә икмәге" - берҙәмлек һәм ҡунаҡсыллыҡ символы;
🔹 "Традицион бәлеш" - борондан килгән ризыҡтарыбыҙға дан;
🔹 "Ғаилә торты" - байрамға йәм өҫтәр тәмлекәс.
❓ Ҡайҙа һәм ҡасан?
✅ 2026 йылдың 26 сентябрендә Район Мәҙәниәт йортонда сәғәт 10:00-дә башлана.
Ҡатнашыусыларҙың ғаризалары 22 сентябргә тиклем ҡабул ителгән.

Беҙгә күҙ ҡыҙҙырыр тәмлекәстәрҙе һәм оҫта хужабикәләрҙе күтәрмәләп, барырға ғына ҡала 😉
❤1
❓ Актерҙар йортона ниндәй ярҙам күрһәтеләсәк?
Был мәсьәлә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Владимир Машков менән осрашыуы барышында күтәрелде. Улар бөгөн Союздың Үҙәк аппаратында күреште.
🔹 Өфөләге Б. Йосопова исемендәге Актерҙар йортона төҙөкләндереү-тергеҙеү эштәре яһау һәм бинаны техник яҡтан яңыртыу - төп тема булды. Яҡтар был эштә хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙе.
🔹 Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров та театр эшмәкәрҙәре менән бергә эшләргә теләген белдереп, "артист - ул халыҡ күңеле", тип билдәләне.
🔥 Шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте РФ Театр эшмәкәрҙәре союзының Өфөләге Актерҙар йортон яңыртыуға йүнәлтелгән проекттарына ярҙам итергә әҙер, тине.
🔹 Осрашыу һөҙөмтәһендә Актерҙар йортона төҙөкләндереү-тергеҙеү эштәренең ентекле юл картаһын эшләү, проектты оҙатыусы ведомство-ара эш төркөмө булдырыу һәм хеҙмәттәшлекте дауам итеү буйынса килештеләр.

💯 "Театр коллективтарына иғтибарығыҙ һәм ярҙамығыҙ өсөн ысын күңелдән рәхмәтемде белдерәм. Улар һеҙҙә иҫ китерлек: һәр труппа үҙенсәлекле, үҙенең ижади үҙенсәлеге һәм илһамландырғыс көсө бар. Бөгөн донъя яһалма интеллект йоғонтоһонда тиҙ үҙгәрә. Әммә тирә-яҡта яһалма нәмәләр артҡан һайын, кешеләр төп нөсхәнең ҡиммәтен нығыраҡ тоя. Театр — ул кешенең ысын һис-тойғоһо һәм тере һүҙҙең бөйөк көсө һаҡланған уникаль йәнле киңлек. Беҙҙең ил — күп милләтле. Нәҡ ошо мәҙәниәттәрҙең, телдәрҙең һәм йолаларҙың гармониялы төрлөлөгөндә беҙ берҙәм булып ҡалабыҙ",- тине Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Владимир Машков.
🔹 Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров та театр эшмәкәрҙәре менән бергә эшләргә теләген белдереп, "артист - ул халыҡ күңеле", тип билдәләне.
🔥 Шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте РФ Театр эшмәкәрҙәре союзының Өфөләге Актерҙар йортон яңыртыуға йүнәлтелгән проекттарына ярҙам итергә әҙер, тине.
🔹 Осрашыу һөҙөмтәһендә Актерҙар йортона төҙөкләндереү-тергеҙеү эштәренең ентекле юл картаһын эшләү, проектты оҙатыусы ведомство-ара эш төркөмө булдырыу һәм хеҙмәттәшлекте дауам итеү буйынса килештеләр.
❤1
📌 Иртән генә клиптары сығасаҡ, тип яҙғайныҡ, бына рәхим итеп ҡарағыҙ!
https://vkvideo.ru/video-229033973_456240964?list=f73273fe5875bc0eee

Был донъяның матурлығын күрә алыу - оло бер байлыҡ😍 Ә инде ошо һәләтен юғалтҡан кешеләргә ярҙам итеү - баһалап бөткөһөҙ сауаплы ғәмәлдер.
💯 Һәм быны Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты белгестәренән дә яҡшыраҡ үтәүселәр юҡтыр - республика ғына түгел, бөтә Рәсәйҙән һәм хатта сит илдәрҙән йылына 40 меңдән ашыу ауырыу дауалана бында.
🔹 Институт 50 урындан торған Өфө күҙ дауаханаһы нигеҙендә 1901 йылда булдырыла. Ә инде 1926 йылда Башҡортостан трахоматоз ғилми-тикшеренеү институты ойошторола һәм фәнни үҙәккә нигеҙ һалына.
🔹 Бында алдынғы технологиялар ҡулланыла, институт хеҙмәткәрҙәре донъя кимәлендә әһәмиәтле асыштар яһай, яңы уйлап тапҡан алымдарын патентлай. Мәҫәлән, яңы тыуған сабыйҙарҙың күҙҙәренә лә операция яһала, ҡара ҡылауҙы дауалауға - айырым иғтибар.
Ә һеҙ, ҡәҙерле төркөмдәштәр, бөркөттәй үткер күҙле булығыҙ 😉

Бөгөн, 23 сентябрҙә, меңәрләгән кешегә донъя йәмен күреп йәшәү мөмкинлеге биргән ойошма үҙенең 100 йыллығын билдәләй. 🎉
🔹 Институт 50 урындан торған Өфө күҙ дауаханаһы нигеҙендә 1901 йылда булдырыла. Ә инде 1926 йылда Башҡортостан трахоматоз ғилми-тикшеренеү институты ойошторола һәм фәнни үҙәккә нигеҙ һалына.
🔹 Бында алдынғы технологиялар ҡулланыла, институт хеҙмәткәрҙәре донъя кимәлендә әһәмиәтле асыштар яһай, яңы уйлап тапҡан алымдарын патентлай. Мәҫәлән, яңы тыуған сабыйҙарҙың күҙҙәренә лә операция яһала, ҡара ҡылауҙы дауалауға - айырым иғтибар.
Ҡояш яҡтыһын һәм төҫтәр сағыулығын бүләк иткән табип-ғалимдарҙы ҡотлайбыҙ һәм яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ!
Ә һеҙ, ҡәҙерле төркөмдәштәр, бөркөттәй үткер күҙле булығыҙ 😉
❤1
📌 Иҫке төрки телендә ма ур яҙыу оҫталығына өйрәнергә теләһәгеҙ, был шәмбелә "Турахан" визит-үҙәгенә барығыҙ 😉
2026 йылдың 26 сентябрендә сәғәт 16:00-дә публицист һәм БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Шамил Вәлиев оҫталыҡ дәресе үткәрә. Ул ата-бабаларыбыҙ 1926 йылға тиклем ҡулланған ғәрәп-фарсы иҫке төрки яҙмаһын башлап өйрәтәсәк.
📝 Ҡәләм, ҡара, ҡағыҙ, методик материалдар әҙер.
📍 Урындар һаны сикле. Сара донъяуи, ғәрәп телен өйрәнеүгә мөнәсәбәте юҡ. Төрки телдәрҙе белеү талап ителмәй. Дәрес ике сәғәтлек, рус телендә үтә.
☎️ Алдан яҙылыу өсөн телефон: 8(917)487-53-76

📌 Бөгөн башҡорт театр сәнғәтенең ике йондоҙо үҙенең күркәм ғүмер байрамдарын билдәләй.
🎉 Башҡорт опера йырсыһы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Хәмиҙулла Ишбулдинға 80 йәш.
🔹 Хәмиҙулла Әбдрәхим 1946 йылдың 23 сентябрендә Үзбәк ССР-ының Брич-Мулла ауылында тыуған. 1978 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлап, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының опера труппаһына эшкә килә.
🔹 Хәмиҙулла Ишбулдин диплом спектаклендә Заһир Исмәғилевтың «Салауат Юлаев» операһындағы төп партияны башҡара. Хәмиҙулла Әбдрәхим улы Заһир Исмәғилевтың «Аҡмулла» һәм «Ҡаһым түрә» спектаклдәрендә беренсе булып Батус-бай һәм Илмырҙа ролдәрен уйнай.
📍 Әйткәндәй, «Ҡаһым түрә» операһының либреттоһын Ишмулла Дилмөхәмәтов ижад иткән.
🎉 Икенсе юбилярыбыҙ - Башҡортостандың халыҡ артисы, М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актрисаһы Шәүрә Дилмөхәмәтова-Әхмәҙуллина. Ул да нәҡ 23 сентябрҙә тыуған, әммә 1961 йылда.
🔹 Ул билдәле ижади ғаилә Әнисә һәм Ишмулла Дилмөхәмәтовтар ғаиләһендә тыуған. Мәктәпте тамамламаҫ элек Шәүрә Ишмулла ҡыҙы Өфө дәүләт сәнғәт институтының әҙерлек бүлегендә уҡый башлай һәм бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ юғары уҡыу йортона инә.
🔹 1983 йылда З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлап, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшкә килә. Шунан 1992-2004 йылдарҙа Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры сәхнәһендә уйнағандан һуң, кире республиканың төп театрына ҡайта.
🔹 Шәүрә Ишмулла ҡыҙы бик күп онотолмаҫлыҡ образдар тыуҙырған актриса.
Аҫыл башҡорт сәнғәт әһелдәрен ҡотлайбыҙ һәм ныҡлы һаулыҡ, илһам шишмәләре бер ҡасан да ҡоромаһын, тип теләйбеҙ! ❤️

❤2