Башҡорт донъяһы
604 subscribers
5.47K photos
2.19K videos
2 files
1K links
Download Telegram
Хәйерле көндө гүзәл тәбиғәтебеҙгә һоҡланып ҡарауҙан башлайыҡ әле 😍

Нуриман районының иң матур урындарының береһе - Ҡыҙыл ҡая башынан асылған күренештәр был. Сыуаҡ көндәр торһа ла, көҙ һулышы һиҙелә...

📍 Нуриман районы

Фото: Светлана.
❤4
Һайлауға һәр кем үҙ транспортында килә, тип хәбәр итәләр райондарҙан 😀

Һайлауҙың беренсе көнөндә Башҡортостан халҡының 31,89 проценты килгән, тип хәбәр итә Үҙәк һайлау комиссияһы. Айырыуса Нефтекама һәм Салауат ҡалалары, Асҡын, Благовар, Ейәнсура, Салауат һәм Яңауыл райондары әүҙемлек күрһәткән. Башҡалар ҙа ҡалышмай.

Иртәгә лә тауыш биреп өлгөрөргә була, әммә ял тип йоҡлап ятмау хәйерле😉
❤4👍1
📌Башҡорт театрының йөҙөк ҡашы булған актрисаларҙың береһе Гөлли Мөбәрәкованың тыуыуына - 90 йыл.

🔹 Гөлли Мөбәрәкова - СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Почёт, Халыҡтар дуҫлығы һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры.

🔹 Ул 1936 йылда Өфөлә тыуған. Атаһы - СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков, әсәһе - РСФСР-ҙың атҡаҙанған, БАССР-ҙың халыҡ артисы, шағир һәм драматург, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы Рәғиҙә Янбулатова.

🔹 Гөлли Мөбәрәкова актер һөнәрен үҙләштергәс, хеҙмәт юлын Башҡорт дәүләт академия драма театрында башлай һәм ғүмер буйы ошо сәхнәгә тоғро ҡала.

Ул 2019 йылдың 20 февралендә Өфөлә вафат булды.

❤️ Гөлли Арыҫлан ҡыҙы менән һоҡланып, бик күп һәм оҙаҡ һөйләргә була.
Әммә уның тормош иптәше, шағир Рафаэль Сафиндан да арттырып әйтеү мөмкин түгел...


Хоҙай һине, ахыры, һине шулай
Һоҡландырыр өсөн яратҡан.
Яратҡан да, ситтән ҡарап тороп,
Һоҡланғандыр үҙе аҙаҡтан.

Хәтеремдә: мин йәш егет инем,
Һин еткән ҡыҙ инең ул саҡта,
Һиңә күҙем төшөп йөрөй ине.
Тик үҙеңә генә ул хаҡта
Әйтә алманым. Түҙҙем. Тыйылдым.
Буйым етмәҫ кеүек тойолдоң.

Инде хәҙер ир уртаһы булған
Һине күҙләп йөрөгән егеттәр.
Ә һин һаман шул уҡ,
Һаман шул уҡ,
Шул ут күҙҙәр,
Шул уҡ керпектәр.
Тылсымлылар һаман...

Һине күргәс,
Мин тағы ла һиңә уҡталам,
Ялҡын эргәһендә туҡталғандай,
Барып етә алмай, туҡталам.

Мөмкин түгел яҡын бармауы ла,
Барыуыла хәтәр, бик хәтәр...
Инде хәҙер һине күҙләп йөрөй
Миңә ҡусты тейеш егеттәр.

Минең инде йәшем үткән кеүек.
Үтер кеүек шулай күп йылдар,
Һиңә һаман һоҡланырҙар кеүек,
Һиңә һаман ғашиҡ булырҙар.

Хоҙай һине, ахыры, һине шулай
Һоҡланһындар өсөн яратҡан,
Яратҡан да, ситтән ҡарап тороп,
Һоҡланғандыр үҙе аҙаҡтан.
❤4👍1
📌 "Ете батыр: берҙәмлек көсө" конкурсы иғлан ителде.

М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры "Ете батыр: берҙәмлек көсө" тип аталған балалар һүрәттәре конкурсы иғлан иткән. Ул Рәсәйҙә халыҡтар берҙәмлеге йылына арналған һәм балаларҙа, үҫмерҙәрҙә берҙәмлек, дуҫлыҡ, ил халыҡтары мәҙәниәтенә ҡарата ихтирам тәрбиәләүгә арналған.

🔹 5 йәштән 18 йәшкә тиклемгеләр ҡатнаша ала. Һәр кем 1 генә һүрәт тәҡдим итергә тейеш.

🔹 Һүрәттәрҙе "Ете батыр тураһында хикәйәт" спектакле буйынса төшөрөргә кәрәк.

🔹 А4 йәки А3 ҙурлыҡтағы ҡағыҙҙа йәнең теләгән стилдә төшөр.

🔹 Эштәр 2026 йылдың 25 октябренә тиклем ҡабул ителә.

🔹 nmt.konkyrs@yandex.ru электрон почтаһына һүрәттең фотоһын йәки скан-күсермәһен, ғариза һәм шәхси мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә рөхсәт ебәрергә.

🔹 Еңеүселәрҙе 7 ноябрҙә билдәләйҙәр, иң яҡшы эштәр 31 декабргә тиклем театр фойеһында күргәҙмәгә ҡуйыла.

Конкурс положениеһы.

Ҡатнашығыҙ! 💪
❤4👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
❓ Ә һеҙ нимә менән мәшғүлһегеҙ?

"Йәш фермер" Нурсолтан Хөсәйенов велосипед йүнәтә👍
❤3🥰1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала Баймаҡ йәштәре яҡташтары менән бик матур осрашыу үткәргән.
📍 Әйҙәгеҙ әле ошонда кем ҡайһы райондан, яҙып барлап алайыҡ әле 😉
❤5🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Трициклда - һайлауға!

Әбйәлил районы Рысҡужа ауылында 85 йәшлек Хәснә инәй трициклға ултырып, һайлау участкаһына килгән.

Ҡупшы итеп кейенеп ошолай йөрөп килеүе - үҙе бер ҡыуаныс инде олоғайған йәштә 🥰

Видео: Зөһрә Мәһәҙиева.
❤4👍1🔥1
🌿 Бөгөн бик мөһим һөнәр кешеләренең береһе - урман эшселәрен ҡотлауҙан башлайыҡ әле көндө. Сөнки 20 сентябрь - Урман эшселәре көнө.

🌿 Рәсәйҙә күпләп ағас ултыртыу эшенә 1894 йылда нигеҙ һалына. 1966 йылда ҡабул ителгән ҡарарға ярашлы, урмансылар һөнәри байрамын билдәләй башлай. Ә бына 1980 йылғы ҡарар уны сентябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә үткәреү тураһында була. Советтар Союзы тарҡалғас та, был традиция һаҡлана һәм 2000 йылда Рәсәй Президенты указы менән раҫланып ҡуя. Байрамдың тарихы бына шулай.

🌿 Башҡортостан территорияһының 40 процентҡа яҡыны - урман (2026 йылдың 1 ғинуарына ҡарата - 5,7 миллион гектар). Күберәк ҡайын, йүкә, ҡарағай, уҫаҡ, шыршы, имән ағастарынан тора беҙҙең урмандар.

🌿 Республикала урманды һаҡлау өсөн ағас ултыртыу ғына түгел, ә янғын булдырмау системалары ла эшләй - тәүлек әйләнәһенә камералар күҙәтеп тора.

🌿 Башҡортостан урман хужалығы эшсәндәрен республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов ҡотлаған:

💯 "Бурысығыҙға тоғро ҡалыуығыҙ, сабырлығығыҙ һәм тыуған еребеҙ хаҡына көн һайын башҡарған фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ өсөн сикһеҙ рәхмәтемде белдерәм.
Һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхет, һүрелмәҫ энергия һәм уртаҡ эшебеҙҙә яңынан-яңы уңыштар теләйем!"

- тип яҙған Марат Искәндәр улы.

Беҙ ҙә ҡотлауҙарға ҡушылабыҙ һәм йәшел хазинабыҙҙы һаҡлағанығыҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ 💚
❤4🥰2👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Ағиҙелгә - 35!
Кисә Ағиҙел ҡалаһында бик матур байрам саралары ойошторолған - Ҡала көнө үткән.


🔹 Байрамды "Ағиҙелдә йүгерәбеҙ" сараһы менән башлап ебәргәндәр.
🔹 Шунан "Йәшел Башҡортостан" акцияһы сиктәрендә ағас ултыртыуҙа ҡатнашҡандар.
🔹 Ә кискеһен һатыу итеү нөктәләре, балаларға уйындар, төрлө тамаша ойошторолған.
Һәм әлбиттә, сағыу концерт - AY YOLA төркөмө сығыш яһаған.🔥

Видео: Альбина Ханнанова.
❤4❤‍🔥3🔥3
📌 Һайлауҙың өсөнсө көнө

Бөгөн һайлауҙың өсөнсө көнө һәм Башҡортостанда 3250 участка һайлау комиссияһы әүҙем эшләй.


🔹 Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала 2026 йылдың 1 июленә ҡарата 2 955 278 һайларға тейеш кеше иҫәпләнгән.
🔹 19 сентябрҙең кисенә ҡарата шуларҙың 54,64 проценты тауыш биргән.

🔹 Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров та ғаиләһе менән "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында урынлашҡан 109-сы һайлау участкаһында Рәсәй Дәүләт Думаһының туғыҙынсы саҡырылыш депутаттарын һайлауҙа ҡатнашҡан.

🔹 Өфө ҡалаһының Дим, Калинин һәм Совет райондары халҡы иң әүҙеме.
🔹 Шулай уҡ Ағиҙел, Күмертау, Нефтекама һәм Салауат ҡалаларында ла күптәр һайлаған.
🔹 Ә бына Асҡын, Балтас, Бишбүләк, Благовар, Борай, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Илеш, Ҡыйғы, Миәкә, Салауат, Тәтешле, Федоровка һәм Саҡмағош райондарының 60 проценттан ашыу халҡы ике көн эсендә тауыш биргән.

Өс көндөң һөҙөмтәләре иртәгә иртән алдан әйтеләсәк, ә Дәүләт Думаһына һайлауҙың дөйөм йомғағын октябрь башында иғлан итергә тейештәр.
❤3🔥2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Иғтибар! Математиканы яҡшы белеүсе балалар һәм уларҙың ата-әсәләре, һеҙҙең өсөн шәп яңылыҡ.

Белеүегеҙсә, Өфөлә республика математика лицей-интернаты төҙөлә. Әле бына уның бинаһын тыштан көпләү эштәре бара.

❗ 2026 йылдың 1 октябренән лицейға уҡырға инеүселәр араһында беренсе контроль эштәре һәм осрашып һөйләшеү башлана.

🔹 2027 йылдың 1 сентябренә 6 кластан алып иң аҡыллы һәм һәләтле 360 уҡыусы яңы белем усағына уҡырға киләсәк.

💯 "Беҙ улар өсөн шәп шарттар булдырабыҙ - лицейҙың үҙенең паркы, ике спорт залы, яҡшы китапханаһы, юғары кимәлдәге ҡунаҡханаһы буласаҡ. Һәм шулай уҡ ентекле һайлап алынған уҡытыусылары. Мин попечителдәр советын етәкләйем һәм был мәсьәлә менән шәхсән шөғөлләнәсәкмен",

- тине Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.

Математика лицей-интернатын төҙөү башланғысын Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙе хупланы. Был республика һәм илдең интеллектуаль элитаһын тәрбиәләй торған алдынғы белем усағы буласаҡ👍
❤2👏2👍1🔥1