Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 "Һәр кеше ауылға тамсы ғына бирһә лә, ауылдар йәшәр кеүек",- ти "Атайсал" программаһында ҡатнашыусылар.
Тағы бер тапҡыр "Ватан көсө - сила Отечества" V Республика форумының "һауаһын һулап" алайыҡ 😉
Видео: Башҡорт донъяһы: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Йырлай-йырлай бешерәһегеҙме шулай?
Видео: Олеся һәм Хәйҙәр Хәмиҙуллиндар.
Төшкө аштарығыҙ тәмле булһын! 🥰
Видео: Олеся һәм Хәйҙәр Хәмиҙуллиндар.
❤3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 "Башҡортостан Башлығы булараҡ минең туранан-тура конституцион бурысым - кеше һәм граждандың хоҡуғын һәм азатлығын тормошҡа ашырыуҙы гарантиялау, республика территорияһында законлылыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү",
- тине Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров депутаттар алдында сығыш яһап.
Бөгөн Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары республика Юғары суды рәйесе Рәил Шәйҙуллинды эшенән ебәреү мәсьәләһен ҡуҙғатты. Был уның ғәмәлдәренә һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте ҡарамағындағы машиналарҙы маҡсатһыҙ ҡулланыуға бәйле асыҡланған факттарға бәйле.
💯 Башҡортостан Республикаһы Башлығы үҙ ҡарашын белдерҙе. Видеоны ҡарағыҙ.
❤3
📌Мәсетле районы энциклопедияһының өсөнсө китабы донъя күргән.
Ошо көндәрҙә Оло Ыҡтамаҡ ауылының Мәҙәниәт йортонда яңы китаптың исем туйы булған.
🔹 Мәсетле районына арналған китап 920 биттән, 1600-ҙән ашыу мәҡәләнән һәм 1300-гә яҡын төҫлө һүрәттән тора. Унда аҡлы-ҡаралы фото юҡ, яһалма зиһен ярҙамында барыһына ла "яңы һулыш" биргәндәр.
🔹 Энциклопедияла тарих, фольклор, йолалар, тәбиғәт объекттарына, ауылдарға арналған мәҡәләләр айырым урын биләй. Уларҙы 100-ҙән ашыу автор әҙерләргә ярҙам иткән. Ауыл халҡы шәхси архивтарынан фотолар һәм иҫтәлектәр менән бүлешеп, эште күтәрмәләһә, ВТБ банкы һәм меценат Владимир Крючков аҡсалата ярҙам күрһәткән.
🔹 Был энциклопедия Мәсетле районына арналған өсөнсө ошондай йыйынтыҡ: беренсеһе Илдар Мөхөтдинов һәм Юлай Ниғмәтуллин тырышлығы менән донъя күргән, икенсеһе - 2010 йылда Юнир Солтанов етәкселегендә райондың 80 йыллығына арнап әҙерләнә.
🔹 Энциклопедияның тәүге даналары район китапханаларына һәм мәктәптәргә таратыласаҡ, шулай уҡ Пионерҙар һәм мәктәп уҡыусылары йорто, музей, Балалар сәнғәт мәктәбе, ауыл биләмәләре хакимиәттәренә, мәҙәниәт һәм мәғариф бүлексәләренә тапшырыласаҡ.
🔹 Тыуған яҡ тарихына арналған китаптың исем туйы Башҡортостан Республикаһы Башлығы иғлан иткән Милли кейем көнөнә тап килеүе тантаналыҡ өҫтәгән: матур концерт ойошторолған.

Был - Башҡортостанда ике телдә - русса һәм башҡортса нәшер ителгән тәүге район энциклопедияһы.
🔹 Мәсетле районына арналған китап 920 биттән, 1600-ҙән ашыу мәҡәләнән һәм 1300-гә яҡын төҫлө һүрәттән тора. Унда аҡлы-ҡаралы фото юҡ, яһалма зиһен ярҙамында барыһына ла "яңы һулыш" биргәндәр.
🔹 Энциклопедияла тарих, фольклор, йолалар, тәбиғәт объекттарына, ауылдарға арналған мәҡәләләр айырым урын биләй. Уларҙы 100-ҙән ашыу автор әҙерләргә ярҙам иткән. Ауыл халҡы шәхси архивтарынан фотолар һәм иҫтәлектәр менән бүлешеп, эште күтәрмәләһә, ВТБ банкы һәм меценат Владимир Крючков аҡсалата ярҙам күрһәткән.
🔹 Был энциклопедия Мәсетле районына арналған өсөнсө ошондай йыйынтыҡ: беренсеһе Илдар Мөхөтдинов һәм Юлай Ниғмәтуллин тырышлығы менән донъя күргән, икенсеһе - 2010 йылда Юнир Солтанов етәкселегендә райондың 80 йыллығына арнап әҙерләнә.
💯 "Ата-бабаларыңдың, ауылыңдың тарихын белмәй тороп, ил тарихын төшөнөп булмай. Был китап мөһим мәғрифәтселек һәм тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Тәү сиратта ул йәштәргә - балаларыбыҙға һәм ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә тәғәйенләнгән",- тине Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин.
🔹 Энциклопедияның тәүге даналары район китапханаларына һәм мәктәптәргә таратыласаҡ, шулай уҡ Пионерҙар һәм мәктәп уҡыусылары йорто, музей, Балалар сәнғәт мәктәбе, ауыл биләмәләре хакимиәттәренә, мәҙәниәт һәм мәғариф бүлексәләренә тапшырыласаҡ.
🔹 Тыуған яҡ тарихына арналған китаптың исем туйы Башҡортостан Республикаһы Башлығы иғлан иткән Милли кейем көнөнә тап килеүе тантаналыҡ өҫтәгән: матур концерт ойошторолған.
❤3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 АУЫЛ МЕНӘН ҺАЙЛАҒАНДАР
Асҡын районы Башҡортостан ауылы халҡы күркәм йоланы дауам итеп, иртәнге сәғәт 8-ҙә күмәкләшеп тауыш биргән. Береһе лә ситтә тороп ҡалмаған 👍
Улар Иҫке Ҡаҙансы ауылындағы 916-сы һайлау участкаһына ҡарай.
🔹 Башҡортостан ауылы халҡы 2025 йылда "Айыҡ ауыл" конкурсының муниципаль этабында районда еңеүсе булған. Бик матур донъя көтәләр, мал-тыуар аҫрайҙар, эштәрен өмәләп башҡаралар, тип яҙа "Йәнтөйәк" гәзите.
Ә һеҙ бараһығыҙмы?

Иртә менән бөтә ауыл халҡы - туғыҙ йорттан 21 кеше гармунға ҡушылып йырлай-йырлай, башҡаларҙың кәйефтәрен күтәреп, бергәләшеп тауыш бирергә барған.🔥
🔹 Башҡортостан ауылы халҡы 2025 йылда "Айыҡ ауыл" конкурсының муниципаль этабында районда еңеүсе булған. Бик матур донъя көтәләр, мал-тыуар аҫрайҙар, эштәрен өмәләп башҡаралар, тип яҙа "Йәнтөйәк" гәзите.
Ә һеҙ бараһығыҙмы?
❤4
📌 Мәҙәниәт эшмәкәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырылған.
Кисә "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында бер төркөм мәҙәниәт һәм сәнғәт әһелдәре Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы дәүләт наградалары менән бүләкләнгән. Улар араһында шаршау артында ҡалған һәм тамашасыға күренмәһә лә, эше үтә әһәмиәтле хеҙмәткәрҙәр, район һәм ауыл мәҙәниәт йорттары белгестәре лә булған.
✅ "Башҡортостандың халыҡ артисы" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булдылар:
🔹Артур Ҡунаҡбаев - М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артисы,
🔹Хәсән Усманов - билдәле йырсы, Республика инженер лицей-интернаты педагогы,
🔹 Алик Зәйләлов - Туймазы дәүләт татар драма театры артисы.
🔸 14 кешегә "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы",
🔸 3 кешегә "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт хеҙмәткәре",
🔸 26 кешегә "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" маҡтаулы исемдәре бирелде.
Шулай уҡ ведомстволарҙың Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Лайыҡлы баһа алған яҡташтарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ! 👏👏👏

❤4👏1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Был икһеҙ-сикһеҙ дала Башҡортостандың ҡайһы районында тип уйлайһығыҙ? 🥰
Видео: Айназ.
Видео: Айназ.
❤3👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Ленин паркында моңло фонтан буласаҡ.
Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров
- тип яҙған.
Төҙөкләндерелгән Ленин исемендәге паркта ике яҡтылыҡлы-моңло фонтан буласаҡ🔥
Паркты Республика көнөндә асырға ниәтләйҙәр, әле төҙөлөш эштәре осланып килә.
Фидан Ғафаровтың "Өфө йүкәләре" матур яңғырай, эйе бит?😇

"Серҙе сисәм",

❤4👍1
📌Морат туғайын үҫтереү проектын эшләйәсәктәр.
🔹 19 сентябрҙә "Шүлгәнташ" музейында йәш архитекторҙар менән осрашыу ойошторола.
🔹 "Архтамға" бюроһы һәм "Шүлгәнташ" музейы саҡырған Мәскәү архитектура мәктәбе төҙөүселәре Морат туғайы биләмәһен үҫтереү буйынса проект әҙерләү алдынан халыҡ менән осраша.
🔥 Белгестәр Морат туғайы биләмәһенең тарихын, мәҙәниәтен өйрәнергә, урындағы халыҡ һәм эшҡыуарҙарҙың фекерен ишетергә теләй. Мәскәү архитектура мәктәбе магистранттары өсөн был курс эш буласаҡ, ә республика бойомға ашырыу өсөн әҙер бер нисә сифатлы проект аласаҡ.
🔹 Ошо уңайҙан Бөрйән районы халҡын, эшҡыуарҙарҙы фекер алышыуға саҡырғандар.
📍 Осрашыу 19 сентябрҙә сәғәт 14:30-ҙа "Шүлгәнташ" музейында үтә.

Хәйерле көндө гүзәл тәбиғәтебеҙгә һоҡланып ҡарауҙан башлайыҡ әле 😍
Нуриман районының иң матур урындарының береһе - Ҡыҙыл ҡая башынан асылған күренештәр был. Сыуаҡ көндәр торһа ла, көҙ һулышы һиҙелә...
📍 Нуриман районы
Фото: Светлана.

Һайлауға һәр кем үҙ транспортында килә, тип хәбәр итәләр райондарҙан 😀
Һайлауҙың беренсе көнөндә Башҡортостан халҡының 31,89 проценты килгән, тип хәбәр итә Үҙәк һайлау комиссияһы. Айырыуса Нефтекама һәм Салауат ҡалалары, Асҡын, Благовар, Ейәнсура, Салауат һәм Яңауыл райондары әүҙемлек күрһәткән. Башҡалар ҙа ҡалышмай.
Иртәгә лә тауыш биреп өлгөрөргә була, әммә ял тип йоҡлап ятмау хәйерле😉
❤4👍1