Башҡорт донъяһы
604 subscribers
5.49K photos
2.19K videos
2 files
1K links
Download Telegram
📌 Ҡайһы журналист лайыҡ?

2026 йылда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүә итеүселәрҙең исемлеге билдәле булды.

Бөтәһе 32 кандидат. Бөтә авторҙар ҙа көнүҙәк темаларға яҙған мәҡәләләрен, төшөргән тапшырыуҙарын тәҡдим иткән.

🔹 Тулы исемлек менән ошонда танышырға була.

🔹 Тәҡдим ителгән эштәрҙе ошонда инеп уҡып-ҡарап, үҙ фекереңде белдерергә онотма.

✅ Эштәр буйынса фекерҙәрҙе 2026 йылдың 22 сентябренә тиклем конкурс комиссияһына юлларға кәрәк:

📍 450000, Өфө, Киров урамы, 45, Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, 420 каб. Бәйләнеш: 8 (347) 2180773; 8 (347) 2181688; E-mail: pressarb@bashkortostan.ru;

📍 450079, Өфө, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы, 111-се бүлмә. Телефон (факс): 8 (347) 2764266, E-mail: journalist-rb@yandex.ru.
❤3
📌 БР Милли әҙәбиәт музейы «Ижадында хис һәм тойғо» күргәҙмәһенә саҡыра.

🔹 Күргәҙмә күренекле башҡорт шағиры, йәмәғәт эшмәкәре Риф Тойғондоң тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған һәм Х.Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһында тантаналы асыласаҡ.

🔹 Бында уникаль әйберҙәрҙе күрергә була: шағирҙың һөнәри юлын сағылдырған шәхси документтары һәм таныҡлыҡтары, ҡулъяҙмалар һәм баҫмалар, быуат ярымдан ашыу осорҙо үҙ эсенә алған фотоархив.

🔥 Һуңынан Ырымбур өлкәһенең таланттары әҙерләгән бай концерт тамашаһы буласаҡ!
РӘХИМ ИТЕГЕҘ!


📍 Х.Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында (Өфө ҡалаһы, Гоголь урамы, 58)
🔹 19 сентябрь, сәғәт 15:00

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Беҙҙең яҡтың ҡыҙҙары ла шулай -
Тәбиғәттән үрнәк алалар:
Яратмаһа, ҡыштай һалҡын була,
Яратһалар - йәйҙәй ҡайнарҙар.

Әнғәм АТНАБАЕВ.

Видео: guzaldance.studio
❤2🥰1
❓ Мең ырыуы атамаһы ҡайҙан килеп сыҡҡан?

Мең ырыуы көньяҡ-көнбайыш башҡорттарының Дим буйы төркөмөнә ҡараған төрлө сығышлы этник берләшмә.

📍 Мең башҡорттары XVII-XIX быуаттарҙа Дим йылғаһының үренән тамағына тиклем ерҙәрҙе биләгән. Шулай уҡ Өршәк йылғаһы, Ҡандракүл һәм Асылыкүл араһында, Сәрмәсән йылғаһы үрендә аҫаба ерҙәре була.

✅ ХVIII быуаттағы сығанаҡтарҙа мең ырыуының 17-гә яҡын бүлеме күрһәтелгән.

Тарихсы Рәил Кузеев мең ырыуының 7 төп ырыу бүлемен билдәләй:
🔹 мең
🔹ил-күл-мең
🔹 ҡыбау мең
🔹 ҫарылы-мең (һарайлы-мең).
Айырым ырыу бүлемдәре нәҫелде башлаусы ырыу башлыҡтары исемен элекке атамаға ҡушыу юлы менән хасил була: аҙнай-ил-күл-мең, илсекәй-ил-күл-мең.

🔸 XIV быуатта меңдәр ҡытайҙар менән тығыҙ бәйләнештә була. Мең ырыуы Тимуридтар дәүләте эшмәкәрлегендә ҡатнаша, XVIII-XIX быуаттарҙа Коканд ханлығында хакимлыҡ иткән династияға мең ҡәбиләһе кешеләре нигеҙ һала. XVII йәшәгән Хива хакимы Әбүл Ғази Баһадур-хан үҙе төҙөгән шәжәрәгә Мең исемен индергән.

🔸 Мең ырыуы риүәйәттәрендә ата-бабалары Монголия, Алтай яғында йәшәүе күрһәтелә. Төклө-ата, Сәсле-ата, Ҡорсоба-ата тигән батырҙары боланан һуң яңы ерҙәргә күсеп килә, тиелә.

🔥 Мең ырыуы атамаһы "Ҡисса-и Сыңғыҙхан" дастанында әйтелеүенсә, Урҙас бейҙең "Мең һаҙаҡлы" тигән ҡушаматына бәйле, тип аңлатыла. Урҙас бейҙең Санаҡлы тигән икенсе исеме лә булған һәм ул Мавеннахрҙа һандыҡ ҡылған.

🔸 Мендәр Аҡһаҡ Тимер менән яуҙарҙа Туҡтамыш яҡлы була.

🔸 Мең этнонимы нуғай, ҡырғыҙ һәм үзбәктәрҙә осрай.

📍 Мең ырыуы башҡорттары нигеҙләгән ауылдар хәҙерге Әлшәй, Ауырғазы, Бишбүләк, Благовар, Благовещен, Дәүләкән, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә, Стәрлетамаҡ, Өфө, Шишмә райондарында урынлашҡан. Татарстандың Сарман һәм Туҡай райондарында ла ҫарылы-мең ырыуы вариҫтары йәшәй.

🔹 Мең ырыуынан арҙаҡлы шәхестәр күп. Уларҙың Рус дәүләтенә ҡушылыуҙан ҙур роль уйнаған ырыу башлығы Ҡәнзәфәр бей. Арҙаҡлы мәғрифәтсе-шағир Мифтахетдин Аҡмулла, билдәле дипломат Кәрим Хәкимов, шағир Төхвәт Йәнәби, яҙыусы Әхиәр Хәкимов, шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре Рәшит Шәкүр, философия фәндәре докторы, профессор Фәнил Фәйзуллин һәм башҡа бик күп күренекле шәхестәр биргән ырыу ул, мең.

Һүрәт: яһалма зиһен.
❤3👍1
📌АЛМАСТАЙ НЫҠ

Ғафури районы Абдулла ауылынан Мәстүрә һәм Әхәт Аҙнабаевтар алмас туйҙарын - бергә йәшәүҙәренә 60 йыл тулыуҙы билдәләгән.

💯 "Улар бар ғүмерен тыуған ауылына бағышлаған. Әхәт Рәхмәтулла улы колхозда тракторсы булып эшләй, Мәстүрә Ғирфан ҡыҙы - һауынсы. Ҙур хужалыҡ тоталар, биш бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Бөгөн улар - 12 ейән һәм 5 бүләнең бәхетле олатай-өләсәһе. Ысын бәхет ошо инде!"

- тип яҙған Аҙнабаевтар тураһында Ғафури районы хакимиәте башлығы Венер Вәхитов.

Матур парҙы был күркәм байрам уңайынан Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башлығы Миңнира Шәйәхмәтова тәбрикләгән һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтан ҡотлау ҡағыҙын һәм иҫтәлекле бүләк тапшырған.

Һоҡланғыс ғаиләгә ныҡлы һаҡлыҡ, оҙон ғүмер, балалар ҡыуанысын теләйбеҙ!❤
❤3👍1
Хәйерле көн ☀️

Был аҙна аҙағында бөтә ил өсөн мөһим көндәр -
депутаттар һайлайбыҙ. Кисә Рәсәй Президенты Владимир Путин халыҡҡа мөрәжәғәт итте һәм мотлаҡ һайлауҙа ҡатнашырға, илде тарҡатырға теләгән көстәргә ҡаршы торорға саҡырҙы.

🔹 Белеүегеҙсә, 18, 19, 20 сентябрҙә РФ Дәүләт Думаһына, Башҡортостандың Ҡыҙыл һайлау округында (Әбйәлил районы һәм Баймаҡ районының бер өлөшө) БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлау, Өфө ҡала советы, шулай уҡ ҡайһы бер район һәм ауыл биләмәләре депутаттарын һайлау үтә.

🔥 Республикабыҙҙа инде йолаға әүерелгән "Рәхмәт" акцияһы ла ойоштороласаҡ.

📍 Тик быйыл бер аҙ үҙгәрештәр бар: бүләк уйнатыу юҡ, ташламалар ҡаралған.

🔹 Һайлау участкаһына килгән һәр кемгә купон тапшырыла, уны күп тапҡыр файҙаланырға мөмкин. Бер ниндәй ҙә шәхси мәғлүмәттәр ҡалдырыу талап ителмәй. Купонда күрһәтелгән QR-код ярҙамында акцияның сайтына үтеп, партнерҙарҙың тулы исемлеге менән танышырға була.

Киләсәгебеҙҙе үҙебеҙ һайлайыҡ! 🇷🇺
❤4👍3🔥2👎1
📌 Башҡортостан Башлығында ҡунаҡта

Күмертау ҡалаһынан башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы һәм ҡурайҙа уйнаусы малай Әнүәр Вәхитов Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың эш бүлмәһендә булды.

🔹 Был теләген ул республика етәксеһе III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында ҡатнашыусылар менән осрашыуҙа еткергәйне. Һуңынан Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан исеменән сығыш яһаған коллективтарҙы бүләкләүҙә Әнүәр ҡурайҙа уйнаны.

🔹 Әле Әнүәр Вәхитов 6-сы класта уҡый. Күп балалы ғаиләнән, төрлө ижади конкурстарҙа ихлас ҡатнаша, йырлай, ҡурайҙа һәм ҡумыҙҙа уйнай.

💯 "Мин быны тиккә генә эшләмәйем. Был осрашыуҙарҙы беҙҙең киң күләмле һөнәри йүнәлеш биреү эшенең бер өлөшө тип иҫәпләргә була. Бындай йәштәр - республика киләсәге. Ваҡыт үтеү менән Әнүәр ҙә Башҡортостандың идара итеү командаһының бер өлөшө булырға теләһә, ҡыуанасаҡмын",

- тине Радий Хәбиров.
❤3🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 "Һәр кеше ауылға тамсы ғына бирһә лә, ауылдар йәшәр кеүек",

- ти "Атайсал" программаһында ҡатнашыусылар.

Тағы бер тапҡыр "Ватан көсө - сила Отечества" V Республика форумының "һауаһын һулап" алайыҡ 😉

Видео: Башҡорт донъяһы: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Йырлай-йырлай бешерәһегеҙме шулай?
Төшкө аштарығыҙ тәмле булһын! 🥰


Видео: Олеся һәм Хәйҙәр Хәмиҙуллиндар.
❤3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 "Башҡортостан Башлығы булараҡ минең туранан-тура конституцион бурысым - кеше һәм граждандың хоҡуғын һәм азатлығын тормошҡа ашырыуҙы гарантиялау, республика территорияһында законлылыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү",

- тине Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров депутаттар алдында сығыш яһап.

Бөгөн Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары республика Юғары суды рәйесе Рәил Шәйҙуллинды эшенән ебәреү мәсьәләһен ҡуҙғатты. Был уның ғәмәлдәренә һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте ҡарамағындағы машиналарҙы маҡсатһыҙ ҡулланыуға бәйле асыҡланған факттарға бәйле.

💯 Башҡортостан Республикаһы Башлығы үҙ ҡарашын белдерҙе. Видеоны ҡарағыҙ.
❤3
📌Мәсетле районы энциклопедияһының өсөнсө китабы донъя күргән.

Ошо көндәрҙә Оло Ыҡтамаҡ ауылының Мәҙәниәт йортонда яңы китаптың исем туйы булған.
Был - Башҡортостанда ике телдә - русса һәм башҡортса нәшер ителгән тәүге район энциклопедияһы.


🔹 Мәсетле районына арналған китап 920 биттән, 1600-ҙән ашыу мәҡәләнән һәм 1300-гә яҡын төҫлө һүрәттән тора. Унда аҡлы-ҡаралы фото юҡ, яһалма зиһен ярҙамында барыһына ла "яңы һулыш" биргәндәр.

🔹 Энциклопедияла тарих, фольклор, йолалар, тәбиғәт объекттарына, ауылдарға арналған мәҡәләләр айырым урын биләй. Уларҙы 100-ҙән ашыу автор әҙерләргә ярҙам иткән. Ауыл халҡы шәхси архивтарынан фотолар һәм иҫтәлектәр менән бүлешеп, эште күтәрмәләһә, ВТБ банкы һәм меценат Владимир Крючков аҡсалата ярҙам күрһәткән.

🔹 Был энциклопедия Мәсетле районына арналған өсөнсө ошондай йыйынтыҡ: беренсеһе Илдар Мөхөтдинов һәм Юлай Ниғмәтуллин тырышлығы менән донъя күргән, икенсеһе - 2010 йылда Юнир Солтанов етәкселегендә райондың 80 йыллығына арнап әҙерләнә.

💯 "Ата-бабаларыңдың, ауылыңдың тарихын белмәй тороп, ил тарихын төшөнөп булмай. Был китап мөһим мәғрифәтселек һәм тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Тәү сиратта ул йәштәргә - балаларыбыҙға һәм ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә тәғәйенләнгән",

- тине Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин.

🔹 Энциклопедияның тәүге даналары район китапханаларына һәм мәктәптәргә таратыласаҡ, шулай уҡ Пионерҙар һәм мәктәп уҡыусылары йорто, музей, Балалар сәнғәт мәктәбе, ауыл биләмәләре хакимиәттәренә, мәҙәниәт һәм мәғариф бүлексәләренә тапшырыласаҡ.

🔹 Тыуған яҡ тарихына арналған китаптың исем туйы Башҡортостан Республикаһы Башлығы иғлан иткән Милли кейем көнөнә тап килеүе тантаналыҡ өҫтәгән: матур концерт ойошторолған.
❤3