Башҡорт донъяһы
604 subscribers
5.5K photos
2.19K videos
2 files
1K links
Download Telegram
Бына ҡояш көлтә-көлтә
Алтын нурын ергә сәсә,
Сабыйҙарҙың ни ҡайғыһы -
Үрҙә - ҡояш, ерҙә - әсә.

Кәтибә КИНЙӘБУЛАТОВА.

🍁 Хәйерле иртә, уңышлы эш һәм уҡыу аҙнаһы теләйбеҙ!

Фото: интернеттан.
❤4
📌 Ҡытайҙарҙы хайран иткән беҙҙекеләр!

"Селтәр" башҡорт милли кейеме халыҡ студияһы Рәсәй делегацияһы составында Ҡытайға барып ҡайтҡан. Унда 4-12 сентябрҙә Циньхуандао ҡалаһында "Алтын майҙан" II Халыҡ-ара традицион мәҙәниәттәр фестивале үткән.

Беҙҙекеләр башҡорт кейемдәре, көнкүреш әйберҙәре күргәҙмәләре, милли аш-һыу алып барған һәм башҡорт йолалары, бейеүҙәрен күрһәткән. Кейеҙ әйберҙәр эшләү һәм туҡымаларға башҡорт биҙәктәрен төшөрөү серҙәре менән дә бүлешкәндәр.

🔥 Һөҙөмтәлә, "Селтәр" халыҡ студияһы түбәндәге номинацияларҙа 1-се дәрәжә лауреаты:

🔹 биҙәү-ҡулланма сәнғәте.

🔹 "Киске уйын" - башҡорт халыҡ уйындарын, думбыра һәм ҡумыҙ, йыр-бейеү күрһәткәндәр.

🔹 "Ҡымыҙсылар" бейеүе һәм Дим башҡорттарының шаян бейеүе хореографияһы - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гүзәл Мамина етәкселегендә.

🔹 Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ художество кәсептәре оҫтаһы Фатима Хәйретдинованың "Тархан ҡатыны" үҙенсәлекле костюмы - фестивалдә иң яҡшыһы тип табылған.

Афариндар! 👏

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤4
📌 "Патриот" паркындағы рухи-ағартыу үҙәге 4 ноябрҙә асыласаҡ.

Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге "Патриот" хәрби-патриотик паркында быйыл төҙөлә башлаған рухи-ағартыу үҙәген 4 ноябрҙә асырға ниәтләйҙәр.

Уны Рәсәйҙең атҡаҙанған төҙөүсеһе Рәбис Сәлихов проекты буйынса һалалар.

💯 "Минең "Патриот" паркында һәләк булған яугирҙарыбыҙ иҫтәлегенә арнап ҙур булмаған сиркәү һәм мәсет ҡуйыу идеям бар ине. Был ниәтте бойомға ашырып булыуына ҡыуанам",

- тине Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров "Ватан көсө – сила Отечества" V Республика форумында.
❤4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Илһамлан ❣️

Урал тауҙары амбассадоры, билдәле сәйәхәтсе яҡташыбыҙ Олег Чагодаев Еләкташ башына менгәндә бик матур күренешкә тап булған: Илдан Ғәниев "Уралым" йырын башҡарған.
❤6
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Судьяларҙы бүтән ташымаясаҡтар

Һуңғы арала Өфө ҡалаһының элекке мэры Ратмир Мәүлиевҡа бәйле ғәжәйеп хәбәрҙәр ишетәбеҙ һәм тәфтишселәрҙең яңынан-яңы осраҡтарҙы асыҡлауын беләбеҙ.
 
❗ Шуларҙың береһе – Башҡортостан Юғары суды судьяларын Ҡаҙанға муниципаль автомобилдәрҙә йөрөтөүгә бәйле булды. Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәләрҙең береһендә республика Башлығы Радий Хәбиров был автомобилдәрҙе ҡаланан тартып алып, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Башҡортостан бүлексәһе ҡарамағына тапшырырға ҡушты. Һәм бына бөгөнгө кәңәшмәлә ул тағы ла ошо хаҡта иҫкә төшөрҙө.
 
🔹 Баҡтиһәң, был судьялар законһыҙ ҡала-ара сәйәхәттәрҙә йышыраҡ М 007 МР 02 дәүләт номерылы Hyundai Staria машинаһы ҡулланған, ә ул Өфөнән МХО-ла ҡатнашҡан яугирҙарҙы ташыу өсөн тәғәйенләнгән булған. Республиканың Контроль-иҫәп палатаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, судьяларҙың 136 тапҡыр юл йөрөүе бюджетҡа 3,3 млн һумға барып баҫҡан.
 
💯 “Мин судьялар араһында мобилизацияланғандарҙы күрмәнем. Ә нишләп уны тапшырмайбыҙ?”

– тип һораны Радий Хәбиров.
 
🔹 Өфө хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәрипов әле бер машина Фонд ҡарамағына тапшырылған, ҡалғандары тәфтиш сараларында ҡатнаша һәм эштәр тамамланғас та, республика етәксеһенең талабы үтәләсәк, тип яуап бирҙе.
 
💯 “Микроавтобусты алдыҡ, Минһажев урамында автотуҡталҡала тора. Бөгөн Талбазыға сығабыҙ, “Ватанды һаҡлаусылар”ҙың юрдесанты була. Еңел машинаны көтәбеҙ”,

- тине “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Башҡортостан филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤2
📌 Башҡортостандың иң йәш ҡалаһына - 35 йыл!

Ағиҙел ҡалаһы 19 сентябрҙә үҙенең 35 йыллығын билдәләй.

🔹 Сөнки 1991 йылдың 16 сентябрендә Башҡорт АССР-ның Юғары Советы Президиумы указына ярашлы, ул рәсми рәүештә республика ҡарамағындағы ҡалаға әүерелә.

🔹 Ә инде тарихы бер тиҫтә йылға алдараҡ - 1980 йылда башлана, бында эшселәр ҡаласығы төҙөлә һәм ҙур атом электр станцияһы ҡалҡып сығырға тейеш була.

🔹 Бөгөн Ағиҙел - заманса, киң урамдары, йәшел парктары куп булған ҡала.

💯 "19 сентябрҙә килегеҙ. Әйҙәгеҙ, ҡаланың йәше һандарҙа түгел, ә беҙҙең уға ҡарата һөйөүебеҙҙә һәм алға барырға ынтылышта булыуын дәлилләйек!"

- тип саҡырыу ташлаған Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте башлығы Денис Ирназаров.

Ҡала көнөндә Үҙәк майҙанда донъяға билдәле AY YOLA төркөмө сығыш яһаясаҡ🔥

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһенә юғары исем бирелде.

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының "Шатлыҡ" 3-сө һанлы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Альбина Шәрипованы федераль кимәлдәге педагогтар конкурсында еңеү яулауы менән тәбрикләне.

🔥 Уға "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исем бирелде.

💯 "Хөрмәтле Радий Фәрит улы, республиканың бырлыҡ педагогтары исеменән мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында туған телдәрҙе өйрәтеү өсөн шарттар булдырыуығыҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Ысынында, был уғата мөһим һәм шуға күрә беҙ ил буйынса иң алдынғы урындарҙа. Һәм йәнә шуны раҫланыҡ",

- тине Альбина Илдус ҡыҙы.

Ҡотлайбыҙ! 👏
❤3
"Урман - биҙәк. Тик бер-ике йылда кейеп туҙҙырып, яңыһын алмаштыра торған күлдәк түгел ул, изге ер биҙәге. Ә ер - мәңгелек. Шуға күрә уның биҙәген уңдырмау өсөн айырыуса һаҡ ҡыланырға кәрәк",

- тип яҙған Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин.

🌲 Шуға был көндәрҙә, 15-17 сентябрҙә, Рәсәй урман көндәре акцияһы барыуы айырыуса әһәмиәтле.

🌿 Рәсми рәүештә байрам 1977 йылда булдырылған һәм башта урмансыларҙың һөнәри байрамы була, һуңынан дөйөм хәрәкәткә әүерелә.

🌿 Акцияның төп маҡсаты - урмандарҙы һаҡлау һәм тергеҙеүгә булышлыҡ итеү.

💯 Башҡортостанда ағас ултыртыу йыл да ҙур күләмдә атҡарыла.

🌿 Әйтәйек, быйылғы яҙ ғына ла 14 миллиондан ашыу үҫенте ултыртыуға әҙерләнгән.

🌿 Ағасты "Йәшел Башҡортостан", "Хәтер баҡсаһы", "Урманды һаҡлайыҡ" кеүек киң йәйелдерелгән акциялар сиктәрендә лә, айырым башланғыстар буйынса ла ултырттылар.

🌿 Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, йыл да республика питомниктарында 50 миллиондан ашыу төрлө ағас үҫентеләре әҙерләнә. Ағас ултыртыу акциялары көҙ ҙә дауам итәсәк.

📍 Ҡолсоғаҙыташ, Белорет районы.

Фото: Анна Черницова

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤3
❓Мәктәптәрҙә тарихты нисек өйрәнәләр?

Быйылғы уҡыу йылынан республика мәктәптәрендә өр-яңы дәреслек "Тыуған яғыбыҙҙың тарихы. Башҡортостан Республикаһы" буйынса уҡыта башлайҙар, тип хәбәр иткәйнек инде.

Уның йөкмәткеһе тураһында БСТ каналының һәм Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең уртаҡ проекты - "Тарих навигаторы" тапшырыуының сираттағы сығарылышында авторҙарҙың береһе Рәмил Рәхимов һөйләй.
❤3
📌 Бөгөн башҡор журналисы, публицист, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге, Ким Әхмәтйәнов исемендәге премиялар лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Әбйәлил районының почётлы гражданы Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ 85 йәшлек күркәм ғүмер байрамын билдәләй.

🔹 Марсель Әҡсән улы 1941 йылдың 15 сентябрендә Әбйәлил районы Ҡалмаҡ ауылында (хәҙер юҡ) тыуған. Бала сағы Ҡаҙмаш ауылында үтә.

🔹 14 йәшенән "Осҡон" район гәзитендә мәҡәләләре донъя күрә башлай.

🔹 Мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетына филология факультетына уҡырға инә - журналист булыу хыялы көслө була.

🔹 Юғары белем алғандан һуң, 1965 йылда Әбйәлил районына "Осҡон" гәзитенә бүлек мөхәррире булып эшкә ҡайта. Бер йылдан баш мөхәррир урынбаҫары булып үрләй. Ә 1967 йылдан - баш мөхәррир.

🔹 1969 йылдан Марсель Ҡотлоғәлләмов "Совет Башҡортостаны" гәзитенең мәғлүмәт бүлеге етәксеһе булып эшләй.

🔹 1976 йылда КПСС Үҙәк комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбенең журналистика бүлеген тамамлай. Өс йыл КПСС-тың Башҡортостан төбәк комитеты секторы мөдире булып эшләп, кире "Совет Башҡортостаны"на ҡайта - баш мөхәррир урынбаҫары булып.

🔹 Ә 1986 йылдағы Башҡорт АССР-ның Телевидение һәм радио тапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәре, Башҡорт телевидениеһының баш мөхәррире.

🔹 1990 йылда яңы булдырылған "Башҡортостан хәбәрҙәре" ("Известия Башкортостана") гәзитенең баш мөхәррире итеп тәғәйенләнә. 1999 - 2003 йылдарҙа - Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары министры урынбаҫары була.

🔹 Марсель Әҡсән улы башҡорт һәм рус телдәрендә берҙәй яҡшы яҙған журналист. Ул көн һайын яҙам, ти торғайны. Марсель Ҡотлоғәлләмовтың публицистик мәҡәләләрен көтөп алған быуын әле лә журналистың осло ҡәләмен хәтерләйҙер. Утыҙҙан ашыу китап авторы ла ул.

🔹 Тормош иптәше, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Сания Ғөзәйер ҡыҙы менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, ярты быуаттан ашыу бергә ғүмер кисергәндәр.

💯 Марсель Ҡотлоғәлләмов - намыҫына таянып яҙған журналист, уның үткер фекере һәр заманда үҙенең уҡыусыһын һәм тыңлаусыһын тапты. Бөгөн дә китаптары иғтибарға лайыҡ.

Ҡотлайбыҙ! 🌹
❤3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Серле Ирәмәл 💙

Видео: Илнур Байегетов.
❤2🔥1
📌 "Театр палитраһы" күргәҙмәһе - театр серҙәрен аса.

Өфөлә Б. Йосопова исемендәге Актерҙар йортонда яңы күргәҙмә эшләй. Унда республика театрҙары сценографтарының эштәре тупланған.

🔹 Бында бөтәһе лә сәхнә биҙәлешенә ҡағылышлы - сәхнә кейемдәре, реквизиттар, афишалар, театр ҡурсаҡтары, үҙенсәлекле "монтаж журналдары" һ.б.

📍 Күргәҙмә 16 сентябрҙә сәғәт 15:00-дә тантаналы асыла. Ул 2026 йылдың 30 ноябренә тиклем эшләйәсәк.
Инеү бушлай.



💯 Әйткәндәй, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Актерҙар йортон капиталь төҙөкләндереү көтөүе тураһында хәбәр итте. Яңыраҡ ул бинаның тышҡы күренеше буйынса проекттарҙы халыҡҡа күрһәтте.
❤3
📌"Башҡортостан геройҙары"на дипломдар тапшырылды.

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров беренсе "Башҡортостан геройҙары" кадрҙар программаһында ҡатнашҡан һәм яңы һөнәри әҙерлек үткән уҙамандарға тантаналы рәүештә дипломдар тапшырҙы.

🔥 Программала ҡатнашҡан 64 кеше араһынан 54-е тантанаға шәхсән килде.

🔹 Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был программа ил Президенты Владимир Путин тәҡдиме менән башланған "Геройҙар ваҡыты" федераль проектына нигеҙләнеп ойошторолдо.
🔹 "Башҡортостан геройҙары"на Рәсәйҙең 40-тан ашыу төбәгенән 2 меңдән ашыу махсус хәрби операция яугиры ғариза ебәрҙе. Шуларҙың 70-е финалға үтте, ә уҡыуҙы тулыһынса 64 кеше тамамлай алды.

🔹 Әйтергә кәрәк, был программа һөҙөмтәләре менән дә ҡыуандыра: 23 ҡатнашыусы республиканың власть органдарында һәм төрлө ойошмаларында эш башлаған.

💯 "Һеҙ ауыр һынауҙар үттегеҙ. Хәҙер һеҙҙең алда алған белемдәрегеҙҙе һәм тәжрибәгеҙҙе, шулай уҡ ихтыяжығыҙҙы, ныҡышмалыҡты, һәр төрлө ауырлыҡтарҙы еңеп сыға белеүегеҙҙе тыуған республикағыҙ мәнфәғәтенә йүнәлтеү бурысы тора",

- тине Радий Хәбиров.

📍 Йыл аҙағында "Башҡортостан геройҙары" программаһының икенсе тулҡыны башланасаҡ, тип хәбәр итте рәсми сығанаҡ.

Уңыштар!✊

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤3
Хәйерле көн, төркөмдәштәр 🌻
Ә беләһегеҙме бөгөн ниндәй көн?


Халыҡ-ара озон ҡатламын һаҡлау көнө 🩵

🔹 Ул 1987 йылда Монреаль протоколына ҡул ҡуйған көнгә тура килә - 16 сентябрь һәм 1995 йылдан алып билдәләнә.

🔹 "Һауаны һаҡла: үҙеңде һаҡла - озон ҡатламын һаҡла"

тигән девизы бар.

🔹 1987 йылда 36 ил, шул иҫәптән Рәсәй, озон ҡатламын юҡ итеүсе матдәләрҙе етештереүҙе сикләү, йәки тулыһынса туҡтатыу тураһында документҡа ҡул ҡуйҙы.

🔹 Был үткән быуаттың 80-се йылдарында яһалған асыштарға бәйле: Антарктида тапҡырында озон 2 тапҡырға кәмегән.

🔹 Озонды хлор окисе йоҡарта. Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә, озон ҡатламына йоғонто яһаған химик матдәләр асыҡланған һәм күбеһен етештереүҙән баш тартҡан.

🔹 Озон ҡатламы Ер өҫтөнән 10-40 км бейеклектә, стратосферала урынлашҡан. Ул бөтә тереклекте Ҡояштың зыянлы ультрафиолет йоғонтоһонан һаҡлай.

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤3
📌 Ҡайһы журналист лайыҡ?

2026 йылда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүә итеүселәрҙең исемлеге билдәле булды.

Бөтәһе 32 кандидат. Бөтә авторҙар ҙа көнүҙәк темаларға яҙған мәҡәләләрен, төшөргән тапшырыуҙарын тәҡдим иткән.

🔹 Тулы исемлек менән ошонда танышырға була.

🔹 Тәҡдим ителгән эштәрҙе ошонда инеп уҡып-ҡарап, үҙ фекереңде белдерергә онотма.

✅ Эштәр буйынса фекерҙәрҙе 2026 йылдың 22 сентябренә тиклем конкурс комиссияһына юлларға кәрәк:

📍 450000, Өфө, Киров урамы, 45, Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, 420 каб. Бәйләнеш: 8 (347) 2180773; 8 (347) 2181688; E-mail: pressarb@bashkortostan.ru;

📍 450079, Өфө, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы, 111-се бүлмә. Телефон (факс): 8 (347) 2764266, E-mail: journalist-rb@yandex.ru.
❤3
📌 БР Милли әҙәбиәт музейы «Ижадында хис һәм тойғо» күргәҙмәһенә саҡыра.

🔹 Күргәҙмә күренекле башҡорт шағиры, йәмәғәт эшмәкәре Риф Тойғондоң тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған һәм Х.Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһында тантаналы асыласаҡ.

🔹 Бында уникаль әйберҙәрҙе күрергә була: шағирҙың һөнәри юлын сағылдырған шәхси документтары һәм таныҡлыҡтары, ҡулъяҙмалар һәм баҫмалар, быуат ярымдан ашыу осорҙо үҙ эсенә алған фотоархив.

🔥 Һуңынан Ырымбур өлкәһенең таланттары әҙерләгән бай концерт тамашаһы буласаҡ!
РӘХИМ ИТЕГЕҘ!


📍 Х.Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында (Өфө ҡалаһы, Гоголь урамы, 58)
🔹 19 сентябрь, сәғәт 15:00

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤3