📌 500 бейеүсе "Берҙәмлек бейеүе"н башҡарҙы.
Кисә, Милли кейем көнөндә, Башҡортостан Хореография сәнғәте эшмәкәрҙәре берлеге Өфөлә ҙур флешмоб ойошторҙо. Ул Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналды.
Улар араһында Стәрлетамаҡ, Салауат, Сибай, Нефтекама, Учалы ҡалалары, Ҡырмыҫҡалы, Дәүләкән һәм Баймаҡ районының Урғаҙа ауылынан килеүселәр булған.
Ҡатнашыусылар төрлө халыҡтарҙың милли кейемдәрендә сығыш яһаны. "Берҙәмлек бейеүе"ндә ете төрлө бейеүҙән өҙөк башҡарҙылар: башҡорт, урыҫ, татар, мари, мордва, сыуаш һәм чечен.
📍 Тиҙҙән тағы ике мөһим сара көтөлә, тип хәбәр итә Республиканың Хореография сәнғәте эшмәкәрҙәре берлеге:
🔹 20 октябрҙә халыҡ бейеүен һаҡлауға һәм үҫтереүгә арналған конференция ойошторола;
🔹 21 октябрҙә Милли бейеү көнөнә арналған байрам концерты үтә. Был иҫтәлекле көн 2025 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров указы менән булдырылды һәм Фәйзи Ғәскәровтың тыуған көнөндә билдәләнә.
Фото: Эдуард Дилмөхәмәтов.
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja

🔥 Флешмобта 27 профессиональ һәм үҙешмәкәр коллективтан 500-ҙән ашыу бейеүсе ҡатнашты.
Улар араһында Стәрлетамаҡ, Салауат, Сибай, Нефтекама, Учалы ҡалалары, Ҡырмыҫҡалы, Дәүләкән һәм Баймаҡ районының Урғаҙа ауылынан килеүселәр булған.
Ҡатнашыусылар төрлө халыҡтарҙың милли кейемдәрендә сығыш яһаны. "Берҙәмлек бейеүе"ндә ете төрлө бейеүҙән өҙөк башҡарҙылар: башҡорт, урыҫ, татар, мари, мордва, сыуаш һәм чечен.
📍 Тиҙҙән тағы ике мөһим сара көтөлә, тип хәбәр итә Республиканың Хореография сәнғәте эшмәкәрҙәре берлеге:
🔹 20 октябрҙә халыҡ бейеүен һаҡлауға һәм үҫтереүгә арналған конференция ойошторола;
🔹 21 октябрҙә Милли бейеү көнөнә арналған байрам концерты үтә. Был иҫтәлекле көн 2025 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров указы менән булдырылды һәм Фәйзи Ғәскәровтың тыуған көнөндә билдәләнә.
Фото: Эдуард Дилмөхәмәтов.
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Республикаһы Флагы төҫөндә ҡурай 🩵🤍💚
Илмир Юлдашбаев атлы уҙаман эшлэгэн уны. Йәштәр афарин инде 👍

"Торайыҡ-торайыҡ" тибеҙ торнаға оҡшатып, хәйерле йәкшәмбе, йәмәғәт🥰
Бөгөн Бөтә донъя торна көнө икән🪽
Башҡорттарҙа был ҡошто борондан изге, тип иҫәпләгәндәр, беләһегеҙҙер.
💯 Хатта Х быуатта йәшәгән Әхмәт ибн Фаҙлан яҙмаларында башҡорттар торналарға табыналар, тигән мәғлүмәт бар.
Торна - үҫәргән, бөрйән, ҡаңлы, ҡара-табын, ғәйнә ырыуҙарының изге ҡошо. Башҡа башҡорт ырыуҙарында ла шундай ҡараш йәшәй.
🪽 Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына ҡара торна индерелгән. Был ҡош Хәйбулла районы Маҡан һыуһаҡлағысы биләмәһендә осраған.

Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Башҡортостандан тай боксы буйынса беренсе донъя чемпионы Зарина Исламова менән бик матур интервью. Тулыраҡ ошонда
❤5
📌"Үтәгән уйындары" республика фестивале үткән.
Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылында ойошторолған "Ҡабаҡ" бренд байрамы республика кимәленә күтәрелгән һәм "Үтәгән уйындары" булараҡ, быйыл төрлө район халҡын туплаған. Үтәгәндә күрше ауылдарҙан ғына түгел, Ғафури, Архангел, Шишмә, Ауырғазы райондарынан да йыйылғандар.
🔹 "Ҡабаҡ" байрамына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Айрат Искәндәров әйтеүенсә, был төбәктә тупраҡ шул тиклем уңдырышлы. Ауыл халҡы электән ер эшкәрткән, Совет заманында иген һәм шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү буйынса алдынғылар булған. Әйткәндәй, Башҡорт АССР-ының беренсе Социалистик Хеҙмәт Геройы Банат Батырова ла Үтәгән килене.
🔹 Егәрле үтәгәндәр Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың һәр ауылдың үҙенең бренд байрамы булырға тейеш, тиеүен дә иҫәптә тотоп, 2022 йылдан "Ҡабаҡфест" ойоштора. Бында ҡабаҡтың ниндәй генә төрө һәм ниндәй ҙурлыҡтағыһы, унан әҙерләнгән ризыҡтың ниндәйе генә юҡ!
Байрамдан һуң, арба-арба йыйылған ҡабаҡтар Өфө хосписына хәйриә ылауы менән оҙатылған.

📌 «Үҙ ғаиләм» ирекмәндәре яугирҙар өсөн экипировка тегә һәм гуманитар ярҙам йыя.
Өфөлә «Үҙ ғаиләм» ирекмәндәр цехы ағзалары маскировка селтәрҙәре бәйләй, экипировка тегә һәм уны алғы һыҙыҡҡа үҙҙәре алып бара.
2023 йылда социаль селтәрҙәрҙә берләшеүҙән башланған ирекмәндәр штабы тураһында "Яңылыҡтар" тапшырыуында.

📌 "Алтын уҡ" фестиваленең абсолют чемпионына - ер участкаһы бүләк иткәндәр.
Ошо көндәрҙә Өфө эргәһендә "Алтын уҡ" фестивале ойошторолған һәм унда традицион яндан уҡ атыуҙан тыш, беренсе тапҡыр һыбай уҡ атыу буйынса ярыш ойошторолған.
Иң шәп уҡ атыусы һыбайлы Рушан Хәсәнов булып сыҡҡан һәм уға фестивалдең төп бүләге - Ҡырмыҫҡалы районынан ер участкаһына сертификат тапшырылған🔥
Ошо көндәрҙә Өфө эргәһендә "Алтын уҡ" фестивале ойошторолған һәм унда традицион яндан уҡ атыуҙан тыш, беренсе тапҡыр һыбай уҡ атыу буйынса ярыш ойошторолған.
Иң шәп уҡ атыусы һыбайлы Рушан Хәсәнов булып сыҡҡан һәм уға фестивалдең төп бүләге - Ҡырмыҫҡалы районынан ер участкаһына сертификат тапшырылған🔥
❤4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Милли кейем көнөндә Өфөләге флешмоб күренештәре🔥
500-ҙән ашыу бейеүсе йыйылған.
500-ҙән ашыу бейеүсе йыйылған.
❤4
📌 Ҡытайҙарҙы хайран иткән беҙҙекеләр!
"Селтәр" башҡорт милли кейеме халыҡ студияһы Рәсәй делегацияһы составында Ҡытайға барып ҡайтҡан. Унда 4-12 сентябрҙә Циньхуандао ҡалаһында "Алтын майҙан" II Халыҡ-ара традицион мәҙәниәттәр фестивале үткән.
Беҙҙекеләр башҡорт кейемдәре, көнкүреш әйберҙәре күргәҙмәләре, милли аш-һыу алып барған һәм башҡорт йолалары, бейеүҙәрен күрһәткән. Кейеҙ әйберҙәр эшләү һәм туҡымаларға башҡорт биҙәктәрен төшөрөү серҙәре менән дә бүлешкәндәр.
🔥 Һөҙөмтәлә, "Селтәр" халыҡ студияһы түбәндәге номинацияларҙа 1-се дәрәжә лауреаты:
🔹 биҙәү-ҡулланма сәнғәте.
🔹 "Киске уйын" - башҡорт халыҡ уйындарын, думбыра һәм ҡумыҙ, йыр-бейеү күрһәткәндәр.
🔹 "Ҡымыҙсылар" бейеүе һәм Дим башҡорттарының шаян бейеүе хореографияһы - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гүзәл Мамина етәкселегендә.
🔹 Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ художество кәсептәре оҫтаһы Фатима Хәйретдинованың "Тархан ҡатыны" үҙенсәлекле костюмы - фестивалдә иң яҡшыһы тип табылған.
Афариндар! 👏