Башҡорт донъяһы
604 subscribers
5.52K photos
2.19K videos
2 files
1K links
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Төшкө ашығыҙ тәмле булһын!


Талҡанға май ҡушып әүәләп ашарға яратаһығыҙмы, әллә ошолай һөт һәм шәкәр ҡушып, "коктейль" яһап эсәһегеҙме? Ҡайһылай за файҙалы инде үҙебеҙҙең башҡорттоң ризығы 🥰

Видеоны Иҙел Хәкимов төшөргән. Тәүгә күрәм, ғәжәпләндем, ти егет.

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌Уҡыусылар Өфөгә "Тел мөхите"нә йыйылған.

Ошо көндәрҙә мәктәп уҡыусылары өсөн беренсе тапҡыр "Тел мөхите" тигән форум ойошторолған.

🔥 Проекттың төп идеяһы - башҡорт телен дәрес йәки айырым уҡыу предметы ғына түгел, ә аралашыу, ижад итеү һәм фекер алышыу мөмкинлеге биргән тере мөхит булдырыу.

🔹 Өс көн дауамында йәштәр төрлө ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, мауыҡтырғыс лекциялар, сағыу концерттарҙа ҡатнашҡан. Сөнки форум йәштәрҙе башҡорт телен тормошта ҡулланырға этәрә.
🔹 Бының өсөн программаға лидерлыҡ, йәмәғәт алдында сығыш яһау, медиа һәм блог алып барыу, ижад һәм команда менән эшләү буйынса саралар индерелгән.

🔹 Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы директоры Гөлназ Йосопова билдәләүенсә, Башҡортостанда мәктәп уҡыусылары өсөн тап ошондай форматтағы тел форумы тәүге тапҡыр үткәрелә.

💯"Бында балалар башҡорт телен өйрәнеп кенә ҡалмай, ә уны аралашыу, ижад итеү, үҙ фекерен белдереү һәм яңы дуҫтар табыу өсөн ҡуллана. Тел мөхите тап ошондай тере аралашыу аша булдырыла",

— ти Гөлназ Рауил ҡыҙы.

📍 Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары аҡсаһы иҫәбенә тормошҡа ашырылған.
❤1👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
❓ Туған тел уҡытыусылары нимәгә ҡыуанған?
✅ Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән осрашыу һөҙөмтәләренән.

Быйыл Рәсәйҙә беренсе тапҡыр Халыҡтарҙың туған телдәре көнө билдәләнде. Быны Рәсәй Президентының илдәге күптеллелекте, халыҡтарҙың үҙенсәлектәрен һаҡлауға етди иғтибар бүлеүе, тип ҡабул иттек. Глобалләштереү заманында был айырыуса әһәмиәтле.

🔹 Кисә республиканың йәш туған тел уҡытыусылары менән осрашҡанда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров та ошо хаҡта һөйләне. Был ил етәкселегенең бик етди, беҙҙең өсөн мөһим аҙымы, тип билдәләне ул.

🔹 Республика етәксеһе Башҡортостанда туған телдәрҙе, айырыуса башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлауға йүнәлтелгән системалы эш алып барылыуы тураһында белдерҙе. Милли кейем көнө, Ҡурай көнө, Милли бейеү көнө, "Урал батыр" эпосы көнө, яңы музейҙар, төрлө форумдар һәм хатта депутаттарҙан башҡортса доклад һөйләүҙе талап итеү ҙә телебеҙҙе йәшәтеү өсөн.

🔹 Бөгөнгө заманда илебеҙгә ҡаршы асылған мәғлүмәт һуғышында дошман өсөн тел мәсьәләһе - иң "төшөмлөһө". Шуға республикала
"Туған телдәрҙе һаҡлау өлкәһендә йәмғиәтебеҙҙе бүлгеләргә һис бер мөмкинлек бирмәҫтәй грамоталы дәүләт сәйәсәтен булдырырға тырышабыҙ",

- тине Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.

🔹 Осрашыу барышында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, милли балалар баҡсалары тәрбиәселәре, телсе-студенттар һорау бирә алды - береһе лә яуапһыҙ ҡалманы. Республика етәксеһе мөмкин тиклем ярҙам итергә тырышасаҡбыҙ, ҡатмарлы осор мәңгелек түгел, тине.

💯 "Беҙҙең бөгөнгө осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың иңендә илебеҙ киләсәге өсөн ҙур яуаплылыҡ ята. Улар балаларҙа әсә һәм ата теленә ҡарата һөйөү, башҡа халыҡтар һөйләшкән телдәргә ихтирам тәрбиәләй. Был оҙаҡ йылдарға тыныслыҡ һәм татыулыҡ нигеҙе",

- ти Радий Хәбиров.
❤2
МИЛЛИ КЕЙЕМ

Милли кейем – ул халҡымдың
Сағылышы, йөҙө.
Оҫта ҡулы, көс-ҡеүәте,
Сәсәнлеге, һүҙе.
Ҡыҙҙарының гүзәллеге,
Ир-атының сәме.
Ағинәйҙәр аҡылы ла,
Аҡһаҡалдар ғәме.
Милли кейем – ул халҡымдың
Ҡабатланмаҫ йәме.
Бал-ҡорото, сәксәгенең,
Ҡымыҙының тәме.
Меңдәр янында танытҡан
Рух осошо, йәне.
Һаҡла, халҡым, үҙ йөҙөңдө,
Һис таплама, йәме!
Милли кейем – ул халҡымдың
Еҙ ҡурайҙар моңо.
Уралтауы, Шүлгәнташы,
Аҡ ҡылғандар сыңы.
Һомайғоштоң ҡөҙрәте лә,
Аҡбуҙаттың һыны.
Быуаттарҙан ауаз һалған
Ата-баба тыны.
Киләсәккә бурысыбыҙ –
Беҙ һаҡлайыҡ уны.
Милли кейем – бөйөк биҙәк,
Онотмайыҡ шуны!

Айзилә МОРТАЕВА.

Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнө менән! ❤️
Был байрам 2020 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров указы буйынса булдырылды.

Фото: Аделия Lulu Weightless.
❤2
📌 "Ватан көсө - Сила Отечества" форумы башланды.

Бишенсе тапҡыр үткәрелгән форум меңдән ашыу кешене берләштерҙе.

🔹 Бында "Атайсал" проектында ҡатнашыусылар: меценаттар, ирекмәндәр, МХО геройҙары, әүҙем йәштәр, Башҡортостан яҙмышына битараф булмаған барлыҡ яҡташтар илдең төрлө төбәктәренән йыйылды.

🔹 Форумда 8 тематик майҙансыҡ эшләй һәм улар яҡташтар ойошмаларын көсәйтеү, МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам, мәҙәни код һәм туған телде һаҡлау, урындағы башланғыстарҙы һәм йәштәрҙе хуплау кеүек мөһим мәсьәләләргә бағышлана.

🔹 "Атайсал" проекты 2021 йылдан Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән бойомға ашырыла.

Ул Башҡортостанда тыуып-үҫкән һәм тыуған төйәгенә ярҙам итергә теләгән кешеләрҙе берләштерә.

🔹 Юбилейлы форум үҙәгендә илде берләштергән теләк - "Бөтәһе лә Еңеү өсөн".
❤2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Башҡортса яңы фильм сыҡҡан!

"Фәрзәнә көнбайышҡа бара" фильмының рәсми трейлерын киң тамашасы иғтибарына тәҡдим иттеләр.

Фильм 2025 йылдың декабренән бөгөнгәсә төрлө махсус сараларҙа күрһәтелгән. Уны бөгөнгәсә уҡыусылар, студенттар, сәнғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре ҡараған, Өфө һәм Астана ҡалалары тамашасылары баһалап өлгөргән.

💯 "Ошоға тиклем фильм буйынса эш дауам итте. Монтажлау бүлмәһенә инеп, ҡабаттан ҡараныҡ, камиллаштырҙыҡ. Хәҙер киләһе этап башлана. Бөгөн беҙ "Фәрзәнә көнбайышҡа бара" фильмының тәүге рәсми трейлерын тәҡдим итәбеҙ - прокатҡа сығырҙан алда фильмға киң ҡараш",

- тип яҙған авторҙар.

🎬 Фильм ысын тарихи ваҡиғаларға нигеҙләнеп төшөрөлгән: 1944 йылда Башҡортостандан меңәрләгән баш һыйыр малын фашистарҙан ҡотҡарылған Украинаға ҡыуып алып баралар.

📍 Фильм Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында төшөрөлгән.

🔹 Ҡуйыусы режиссеры - Булат Йосопов
🔹 Ҡуйыусы операторы - Валерий Просвиров.
❤2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Байрам менән! 🎉

Видео:интернеттан.
❤2
📌 БЕРГӘ ЕҢӘСӘКБЕҘ!

"Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондының Башҡортостан буйынса филиалы вәкилдәре, махсус хәрби операция яугирҙары, уларҙың ата-әсәләре, ошо эште райондарҙа етәкләүселәр тап шулай тип аталған кәңәшмәгә йыйылды.

"Атайсал" республика проектының "Ватан көсө - Сила Отечества" форумы сиктәрендә был кәңәшмә дүртенсе йыл рәттән ойошторола. Бөгөн дә иң күп кеше нәҡ ошонда тупланған.

💯 "Беҙҙә ирекмәндәр, ҡаһармандарса һәләк булғандарҙың ата-әсәләре, яҡындары, алғы һыҙыҡтан йәрәхәтләнеп ҡайтҡан яугирҙарыбыҙ, илебеҙҙәге ижтимағи йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Бөтәһе лә битараф булмаған кешеләр һәм улар илебеҙҙең киләсәге, тыныслығы өсөн фиҙаҡәр хеҙмәт итә. Форум сиктәрендә шулай уҡ беҙ дин әһелдәре, үҙебеҙҙең ярҙам итеүсе партнерҙарыбыҙ менән киләсәккә маҡсаттар ҙа билдәләнек. Иң мөһиме, бына ошондай ҡатмарлы һәм ябай булмаған осорҙа илебеҙҙә һәр бер кеше үҙе алдында яуаплылыҡ тойорға тейеш. Ә ул яуаплылыҡ илгә терәк булыуыңдан, фиҙаҡәр хеҙмәтеңдән һәм кешеләргә битараф булмауыңдан тора. Бөгөн беҙ шуны тағы бер тапҡыр дәлилләнек. Ватандың көсө - кешеләрҙә, кешеләребеҙ көслө булһа, илебеҙ ҙә көслө",

- ти Башҡортостандың "Ватанды һаҡлаусылар" фонды етәксеһе, Дәүләт Думаһы депутаты Гөлнур Ҡолһарина.

Бөтә нәмә матди ярҙамдан тормай. Тыуған төйәгебеҙгә рухи көс биргән, йәш быуынды тәрбиәләгән, яҡташтарына күңел йылыһы бүләк иткән шәхестәребеҙ булыуы менән бәхетлебеҙ.
❤2
📌 Өфөлә әбейҙәр сыуағы

Дуҫтар, ялдар етте һәм баш ҡалала ваҡытығыҙҙы нисек үткәрергә белмәйһегеҙме?
12 сентябрҙә Өфөлә үтәсәк сараларҙың береһе, бәлки, күңелегеҙгә хуш килер😉

✅ "Тамыр - мәҙәниәт берләштерә" тип аталған фестиваль Өфөнөң Совет районында йәшәүселәрҙе һәм ҡунаҡтарын "Рәсәй халыҡтары бейеүҙәре" концерты менән ҡыуандырмаҡсы. Шулай уҡ шоппер (муҡса) һәм матрешка уйынсыҡтарын биҙәү буйынса оҫталыҡ дәресе лә үтәсәк.
📍 И. Якутов исемендәге паркта, башлана сәғәт 12:00. Бушлай.

✅ Өлкән йәштәгеләр өсөн "Әбейҙәр сыуағы" тип аталған фестиваль ойошторола. Уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойоштора.
Бында кәсепселәр йәрминкәһе, концерт, уйындарҙан тыш кәңәш алырға ла була: Мәшғүллек үҙәге һәм Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәгенең Өфө филиалы льготалар, эшкә урынлашыу һәм социаль программаларға ҡағылышлы һорауҙарға яуап табышасаҡ.
📍 "Нефтехимиктар" паркында, башлана 10:00. Инеү бушлай.

✅ Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында башҡорт милли кейеме белгесе, биҙәүестәр эшләү оҫтаһы Иҙел Хәкимов үҙенең оҫталыҡ дәресен үткәрә.
📍 Гоголь урамы, 28/1.
📞 Алдан яҙылыу өсөн һәм һорауҙар булһа: 8 (347) 272-65-65, 89273019009
❤2
Юҡтан бер нәмә лә бар булмай бит,
Буштан ғына тыумай мөғжизә.
Мөғжизәләр тыуа бай күңелле,
Алтын ҡуллы халыҡ бар ерҙә.

Рәмил ҠОЛ-ДӘҮЛӘТ.

📍 Баймаҡ районы


Фото: Лилиә Байморатова.
❤4
📌 "Ғорурланырға тағы бер сәбәп бар",

- тип ҡыуаныслы хәбәр менән уртаҡлашҡан Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.

🔹 Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының "Шатлыҡ" 3-сө һанлы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Альбина Шәрипова "Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы" Бөтә Рәсәй конкурсында еңгән. Ул илдең мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларының 46 тәрбиәсеһе араһында иң яҡшыһы, тип танылған.
Альбина Илдус ҡыҙы был балалар баҡсаһында 2013 йылдан эшләй, үҙе лә күп балалы әсә - тормош иптәше менән 3 бала үҫтерәләр.

🔹 Шулай уҡ был Бөтә Рәсәй конкурсының "Быуындар бәйләнеше өсөн" номинацияһында Өфөнөң 10-сы Белем биреү үҙәгенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйсән Хәсәнова еңеү яулаған.

💯 "Педагогтарҙы был уңыштары менән ҡотлайым!"

- тип яҙған Радий Хәбиров.

Беҙ ҙә ҡушылабыҙ, афариндар! 👏

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Атайсал гимны яңғыраны

Әлшәй районынан Альбина Йыһангирова "Атайсал" проектының гимнын ижад иткән.

🔥 Ул йырҙың һүҙҙәре һәм көйө районда үткән "Атайсал" форумынан ҡайтып килешләй үҙенән үҙе тыуҙы, ти. Арабыҙҙа шундай кешеләр барлығын күреп, уларҙың тыуған ере өсөн шундай эштәр атҡарыуын белеп, илһамланған автор.

Гимнды "Атайсал" проекты сиктәрендә үткән V "Ватан көсө - сила Отечества" республика форумында Альбина Йыһангирова һәм Әлшәй районы халҡы башҡарҙы.

Шәп бит?

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤4
📌 500 бейеүсе "Берҙәмлек бейеүе"н башҡарҙы.

Кисә, Милли кейем көнөндә, Башҡортостан Хореография сәнғәте эшмәкәрҙәре берлеге Өфөлә ҙур флешмоб ойошторҙо. Ул Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналды.

🔥 Флешмобта 27 профессиональ һәм үҙешмәкәр коллективтан 500-ҙән ашыу бейеүсе ҡатнашты.

Улар араһында Стәрлетамаҡ, Салауат, Сибай, Нефтекама, Учалы ҡалалары, Ҡырмыҫҡалы, Дәүләкән һәм Баймаҡ районының Урғаҙа ауылынан килеүселәр булған.

Ҡатнашыусылар төрлө халыҡтарҙың милли кейемдәрендә сығыш яһаны. "Берҙәмлек бейеүе"ндә ете төрлө бейеүҙән өҙөк башҡарҙылар: башҡорт, урыҫ, татар, мари, мордва, сыуаш һәм чечен.

📍 Тиҙҙән тағы ике мөһим сара көтөлә, тип хәбәр итә Республиканың Хореография сәнғәте эшмәкәрҙәре берлеге:

🔹 20 октябрҙә халыҡ бейеүен һаҡлауға һәм үҫтереүгә арналған конференция ойошторола;

🔹 21 октябрҙә Милли бейеү көнөнә арналған байрам концерты үтә. Был иҫтәлекле көн 2025 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров указы менән булдырылды һәм Фәйзи Ғәскәровтың тыуған көнөндә билдәләнә.

Фото: Эдуард Дилмөхәмәтов.

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤4