Башҡорт донъяһы
604 subscribers
5.52K photos
2.19K videos
2 files
1K links
Download Telegram
📌 Сибайҙар Ырымбур музейында

Ошо көндәрҙә Ырымбур губернаторының тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында "Мираҫ" тип аталған күргәҙмә асылған.
Унда Сибай тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы ҡомартҡылары ҡуйылған.

🔹 Күргәҙмәлә 130 үҙенсәлекле ҡомартҡы күрһәтелгән, улар араһында башҡорт халҡының этнография, көнкүреш һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлгөләре бар.

🔹 Был турала "ғорурланып хәбәр итәм" тип яҙған Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Озерцов. Ул күргәҙмәнең башҡорт халҡының тарихы һәм мәҙәниәте менән танышыу, һаҡлау өсөн мөһимлеген билдәләгән.

💯 "Яҡташтар, әгәр Ырымбурҙа йәшәһәгеҙ, күргәҙмәне мотлаҡ барып ҡарағыҙ! Ул 4 октябргә тиклем Совет урамы, 28-се йорт адресы буйынса эшләй. Ата-бабаларыбыҙ мираҫы йәшәүен, кешеләрҙе берләштереүен һәм тыуған ер өсөн ғорурлыҡ уятыуын дауам итһен!"

- тип яҙған Сергей Вениаминович.

❓ Ырымбур яғынан төркөмдәштәр бармы? 🔥 "Мираҫ"ты күрмәй ҡалмағыҙ!
❤2
📌 Атҡа мәҙхиә яҙғандар

Әбйәлил районынан "Талисман" төркөмө Президент мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында "Ат тоғролоғона мәҙхиә" ("Ода верности коню") тип аталған клип төшөргән.

Был проекттың беренсе өлөшө генә. Ижади коллектив эшен дауам итә.

Ошонда ҡарағыҙ
❤1🥰1
🍁 Бына шундай көн дә бар икән, рәсми билдәләнмәй, әлбиттә. Ә шулай ҙа кәйефтәрҙе күтәрергә, төрлө сәскәләргә һоҡланырға, матур гөлләмәләр йыйырға һәм бүләк итергә бер шәп сәбәп.

Аллы-гөллө гөл-сәскәләргә күмелгән тормош юлы үтегеҙ - һәр көнөгөҙ бәхетле, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан ғына торһон ❤️
❤2
📌 Кисә Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет кәңәшмәһе үткән.
Өлкәнең алдынғы эшмәкәрҙәренә республика етәксеһе Радий Хәбиров дәүләт наградалары тапшырған.


🔹 Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеров һәм билдәле кинорежиссер Айнур Асҡаровҡа Салауат Юлаев ордены тапшырылған.

🔹 Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрының балет артистары Сергей Бикбулатов һәм Софья Сәйетова, сәхнә оҫтаһы Руслан Хәбибуллинға Башҡортостандың халыҡ артисы исеме бирелгән.

🔹 Карикатуралар төшөрөү оҫтаһы Камил Буҙыҡаев һәм рәссам Вәкил Шәйхетдинов "Башҡортостандың халыҡ рәссамы" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған.

🔹 Популяр йәш йырсы Арыҫлан Тимеров (Baby Ti) "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы" исеме бирелде.

🔹 Ә бына Күмертауҙан Фаил Кәримов, Сибайҙан Гүзәл Сыңғыҙова, Өфөләге Ә. Исҡужин исемендәге Балалар сәнғәт мәктәбенең думбыра уҡытыусыһы Гөлсәсәк Шәһәрғазина - "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре".

Ҡотлайбыҙ! 👏
❤1🥰1
📌 36 йылдан һуң башҡорт теле йәнә винил пластинкаларында!

Эйе, был оҙайлы тынлыҡты AY YOLA төркөмө "боҙҙо": "Урал батыр" тип аталған дебют альбомын винилға яҙҙырып сығарҙы. Быға тиклем башҡорт телендәге тулы форматтағы пластинка 1990 йылда сыҡҡан булған.

🔹 Бөйөк "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосына нигеҙләнгән 12 йыр тупланған бында.

🔥 Винил пластинкалар һанаулы ғына: бөтәһе 600 дана - алтын, аҡ һәм ҡара төҫтә, һәр береһе 200-шәр.

🔹 Һәр пластинка менән башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә йыр һүҙҙәре яҙылған сағыу китапсыҡ һалынған.

🔹 Һәр төҫлө пластинканың тәүге 33 данаһында төркөм ағзаларының ҡултамғалары ҡуйылған постер бар.

MTRM-0072025

Ошонда һатып алырға мөмкин: recordsman.shop/shop/

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Төшкө ашығыҙ тәмле булһын!


Талҡанға май ҡушып әүәләп ашарға яратаһығыҙмы, әллә ошолай һөт һәм шәкәр ҡушып, "коктейль" яһап эсәһегеҙме? Ҡайһылай за файҙалы инде үҙебеҙҙең башҡорттоң ризығы 🥰

Видеоны Иҙел Хәкимов төшөргән. Тәүгә күрәм, ғәжәпләндем, ти егет.

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌Уҡыусылар Өфөгә "Тел мөхите"нә йыйылған.

Ошо көндәрҙә мәктәп уҡыусылары өсөн беренсе тапҡыр "Тел мөхите" тигән форум ойошторолған.

🔥 Проекттың төп идеяһы - башҡорт телен дәрес йәки айырым уҡыу предметы ғына түгел, ә аралашыу, ижад итеү һәм фекер алышыу мөмкинлеге биргән тере мөхит булдырыу.

🔹 Өс көн дауамында йәштәр төрлө ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, мауыҡтырғыс лекциялар, сағыу концерттарҙа ҡатнашҡан. Сөнки форум йәштәрҙе башҡорт телен тормошта ҡулланырға этәрә.
🔹 Бының өсөн программаға лидерлыҡ, йәмәғәт алдында сығыш яһау, медиа һәм блог алып барыу, ижад һәм команда менән эшләү буйынса саралар индерелгән.

🔹 Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы директоры Гөлназ Йосопова билдәләүенсә, Башҡортостанда мәктәп уҡыусылары өсөн тап ошондай форматтағы тел форумы тәүге тапҡыр үткәрелә.

💯"Бында балалар башҡорт телен өйрәнеп кенә ҡалмай, ә уны аралашыу, ижад итеү, үҙ фекерен белдереү һәм яңы дуҫтар табыу өсөн ҡуллана. Тел мөхите тап ошондай тере аралашыу аша булдырыла",

— ти Гөлназ Рауил ҡыҙы.

📍 Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары аҡсаһы иҫәбенә тормошҡа ашырылған.
❤1👏1