Башҡорт донъяһы
604 subscribers
5.52K photos
2.19K videos
2 files
1K links
Download Telegram
📌 Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең филармония артистары Ростов өлкәһендә Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар алдында сығыш яһаған.

Ижади коллектив менән осрашыу "Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ" патриотик акцияһы сиктәрендә үткән. Артистар "Салауат Юлаев" батальоны хәрбиҙәре өсөн бай программа әҙерләгән: йырсылар ҙа, бейеүселәр ҙә алҡыштарға күмелгән.
❤2
📌 Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев Рәсәй халыҡтары телдәре көнөндә Мәскәүҙә сығыш яһаған.

🔹 Кисә Мәскәүҙәге "Рәсәй" Милли үҙәгендә иҫтәлекле көнгә арналған төп саралар ойошторолған. Унда Башҡортостан исеменән Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев ҡатнашҡан.

🔹 Илдең төрлө төбәктәренән йыйылған уҡыусылар һәм уҡытыусылар алдында Хөрмәтулла Ғаззали улы "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосынан өҙөк һөйләп күрһәткән: ата-әсәһе һунарға китеп, икәү тороп ҡалғанда Шүлгәндең Уралды ҡанды эсмә тигән ҡағиҙәне боҙорға өгөтләүе хаҡында.

🔹 Шулай уҡ ул сығышында башҡорт телен һаҡлауҙа ғаиләләрҙең әһәмиәте ҙур булыуына ла баҫым яһаған. Үҙе ойошторған балалар ғаилә театры тураһында һөйләгән, бында байрамдарҙа башҡортса әкиәттәрҙе сәхнәләштерәләр икән. Балалар үҙҙәре теләп ата-әсәләре алдында спектаклдәр уйнап күрһәтә, тимәк, туған телдәренә ҡыҙыҡһыныу ҙа тыуа, тип иҫәпләй Хөрмәтулла Үтәшев.

🔹 Тағы ла "Туған тел ғаиләнән башлана" тигән социаль роликтар төшөрөү тәжрибәһе менән дә уртаҡлашҡан артист: 4 миллиондан ашыу кеше ҡараған, тимәк, Башҡортостан ғына түгел, бөтә Рәсәй өсөн актуаль тема күтәрелгән.

🔹 Башҡорт телен һәм "Урал батыр" эпосын һаҡлауға һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән конкурс тураһында ла телгә алған Хөрмәтулла Үтәшев.
1995 йылдан алып ойошторола килгән эпосты яттан һөйләү конкурсында 4516 шиғри һәм 19 проза юлын Башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә кинәнеп һөйләгән бер нисә быуын үҫеп етте.

Бындай конкурстар балаларҙы милли мәҙәниәткә ылыҡтыра, халыҡтың рухи ҡиммәттәрен күңелдәренә һеңдерә, ти Хөрмәтулла Ғаззали улы.

🔹 Президент ҡарамағындағы Рус теленә һәм Рәсәй халыҡтары телдәренә ярҙам өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса Совет менән "Белем" ("Зание") Рәсәй йәмғиәте ойошторған сарала башҡа милли республикаларҙың мәҙәниәт эшмәкәрҙәре ҡатнашыуы илдең күптеллелеген сағылдырырға ярҙам иткән. Сәхнәлә Александр Пушкин һәм Роберт Рождественский шиғырҙары яңғыраған, халыҡ эпостарынан өҙөктәр һөйләгәндәр.

📍 Әйткәндәй, "Белем" - ул Рәсәйҙең йәштәр өсөн меңәрләгән саралар үткәргән мәғрифәтселек ойошмаһы. Ойошма 32 меңдән ашыу лекторҙы берләштергән, улар Рәсәйҙең 89 төбәгендә 265 меңдән ашыу лекция һөйләгән, 8100 сәғәтлек мауыҡтырғыс видеолар төшөрөлгән.

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
❓ Тоҙ ҡайнатыу йолаһын беләһегеҙме?

"Асы" шифаханаһының 25 йыллыҡ юбилейына арналған күркәм байрам сараһында ҡатын-ҡыҙҙар тоҙ ҡайнатыу йолаһын күрһәткән.

💯 "Был боронғо кәсепте тергеҙеү генә түгел. Ә ауыр аслыҡ йылдарында тоҙҙо "аҡ алтын" тип һанаған ата-бабаларыбыҙға мәҙхиә лә. Икмәк ат хаҡы торғанда тоҙ ғаиләләрҙе туҡландырған ҡотҡарыусыға әүерелгән. Олатайҙарыбыҙ Архангел районына һәм Ҡытау-Ивановскиға тиклем йөҙәрләгән саҡрым үтеп, бөртөкләп йыйған тоҙҙо иң кәрәк әйберҙәргә алмаштырған",

- тип яҙа Асы ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре.

Бына шулай, бик бай йөкмәткеле сара үткән "Асы" шифаханаһында.
❤2
📌 Сибайҙар Ырымбур музейында

Ошо көндәрҙә Ырымбур губернаторының тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында "Мираҫ" тип аталған күргәҙмә асылған.
Унда Сибай тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы ҡомартҡылары ҡуйылған.

🔹 Күргәҙмәлә 130 үҙенсәлекле ҡомартҡы күрһәтелгән, улар араһында башҡорт халҡының этнография, көнкүреш һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлгөләре бар.

🔹 Был турала "ғорурланып хәбәр итәм" тип яҙған Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Озерцов. Ул күргәҙмәнең башҡорт халҡының тарихы һәм мәҙәниәте менән танышыу, һаҡлау өсөн мөһимлеген билдәләгән.

💯 "Яҡташтар, әгәр Ырымбурҙа йәшәһәгеҙ, күргәҙмәне мотлаҡ барып ҡарағыҙ! Ул 4 октябргә тиклем Совет урамы, 28-се йорт адресы буйынса эшләй. Ата-бабаларыбыҙ мираҫы йәшәүен, кешеләрҙе берләштереүен һәм тыуған ер өсөн ғорурлыҡ уятыуын дауам итһен!"

- тип яҙған Сергей Вениаминович.

❓ Ырымбур яғынан төркөмдәштәр бармы? 🔥 "Мираҫ"ты күрмәй ҡалмағыҙ!
❤2
📌 Атҡа мәҙхиә яҙғандар

Әбйәлил районынан "Талисман" төркөмө Президент мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында "Ат тоғролоғона мәҙхиә" ("Ода верности коню") тип аталған клип төшөргән.

Был проекттың беренсе өлөшө генә. Ижади коллектив эшен дауам итә.

Ошонда ҡарағыҙ
❤1🥰1
🍁 Бына шундай көн дә бар икән, рәсми билдәләнмәй, әлбиттә. Ә шулай ҙа кәйефтәрҙе күтәрергә, төрлө сәскәләргә һоҡланырға, матур гөлләмәләр йыйырға һәм бүләк итергә бер шәп сәбәп.

Аллы-гөллө гөл-сәскәләргә күмелгән тормош юлы үтегеҙ - һәр көнөгөҙ бәхетле, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан ғына торһон ❤️
❤2
📌 Кисә Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет кәңәшмәһе үткән.
Өлкәнең алдынғы эшмәкәрҙәренә республика етәксеһе Радий Хәбиров дәүләт наградалары тапшырған.


🔹 Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеров һәм билдәле кинорежиссер Айнур Асҡаровҡа Салауат Юлаев ордены тапшырылған.

🔹 Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрының балет артистары Сергей Бикбулатов һәм Софья Сәйетова, сәхнә оҫтаһы Руслан Хәбибуллинға Башҡортостандың халыҡ артисы исеме бирелгән.

🔹 Карикатуралар төшөрөү оҫтаһы Камил Буҙыҡаев һәм рәссам Вәкил Шәйхетдинов "Башҡортостандың халыҡ рәссамы" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған.

🔹 Популяр йәш йырсы Арыҫлан Тимеров (Baby Ti) "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы" исеме бирелде.

🔹 Ә бына Күмертауҙан Фаил Кәримов, Сибайҙан Гүзәл Сыңғыҙова, Өфөләге Ә. Исҡужин исемендәге Балалар сәнғәт мәктәбенең думбыра уҡытыусыһы Гөлсәсәк Шәһәрғазина - "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре".

Ҡотлайбыҙ! 👏
❤1🥰1
📌 36 йылдан һуң башҡорт теле йәнә винил пластинкаларында!

Эйе, был оҙайлы тынлыҡты AY YOLA төркөмө "боҙҙо": "Урал батыр" тип аталған дебют альбомын винилға яҙҙырып сығарҙы. Быға тиклем башҡорт телендәге тулы форматтағы пластинка 1990 йылда сыҡҡан булған.

🔹 Бөйөк "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосына нигеҙләнгән 12 йыр тупланған бында.

🔥 Винил пластинкалар һанаулы ғына: бөтәһе 600 дана - алтын, аҡ һәм ҡара төҫтә, һәр береһе 200-шәр.

🔹 Һәр пластинка менән башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә йыр һүҙҙәре яҙылған сағыу китапсыҡ һалынған.

🔹 Һәр төҫлө пластинканың тәүге 33 данаһында төркөм ағзаларының ҡултамғалары ҡуйылған постер бар.

MTRM-0072025

Ошонда һатып алырға мөмкин: recordsman.shop/shop/

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤2