📌8 сентябрь - Бородино һуғышы булған көн.
Бынан теүәл 214 йыл элек Мәскәү губернаһындағы Бородино ауылы эргәһендә рус һәм француз армиялары араһында ҡаты яу була. Был элекке стиль буйынса 24-26 августа, хәҙергесә 5-7 сентябргә тура килә.
Рәсәй армияһы менән М.И. Кутузов командалыҡ итә, ә француз ғәскәрен Наполеон I үҙе етәкләй.
❓Башҡорттар Бородино һуғышында ҡатнашҡанмы?
✅Эйе, быны рус та, француз документтары ла дәлилләй.
💯Мәҫәлән, Комб хәтирәләрендә (5-6 сентябрҙә яҙылған) шундай юлдар бар:
Был яуҙарҙа зауряд-хорунжий Ғилман Хоҙайбирҙин айырыуса батырлыҡ күрһәтә.
*4 фут - 1,22 метр оҙонлоҡта була.
🔥 1839 йылда Бородино яланында Николай I батша ҡатнашлығындағы тантаналы саралар үткәндә лә башҡорттар ҡатнаша.
🔹 Уларҙы ул саҡта генерал-губернатор В. Перовский йүнәлтә, ул үҙе бара алмай - Хиуа походына әҙерләнә. Бында барған башҡорттар араһынан икәүһенең исеме билдәле - Мотал Мырҙашев һәм Йософ Килсенбаев.
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja

"Рус армияһы... сигенгәндә казак, ҡалмыҡ һәм башҡорттарҙан торған тығыҙ теҙелгән уҡсылар часы менән ҡапланды. Һуңғылары уҡ-һаҙаҡ менән ҡоралланған ине, уларҙың һыҙғырған тауышы беҙҙең өсөн ят ине, бер нисә уҡсыбыҙҙы яраланылар. Минең полкымдағы капитан Депенуҙың атының муйыны ошо оҙонлоғо 4 фут тирәһе булған уҡтарҙың береһе менән ялының аҫтынан үтә тишелгәйне. Беҙ бер нисә башҡортто үлтерҙек..."
Был яуҙарҙа зауряд-хорунжий Ғилман Хоҙайбирҙин айырыуса батырлыҡ күрһәтә.
*4 фут - 1,22 метр оҙонлоҡта була.
🔥 1839 йылда Бородино яланында Николай I батша ҡатнашлығындағы тантаналы саралар үткәндә лә башҡорттар ҡатнаша.
🔹 Уларҙы ул саҡта генерал-губернатор В. Перовский йүнәлтә, ул үҙе бара алмай - Хиуа походына әҙерләнә. Бында барған башҡорттар араһынан икәүһенең исеме билдәле - Мотал Мырҙашев һәм Йософ Килсенбаев.
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤2
📌Рәсәй халыҡтары телдәре көнөндә үҙебеҙҙең республикалағы төрлө милләт вәкилдәре менән иҫәнләшергә өйрәнәйек әле.
Ә бына башҡа халыҡтарҙа иҫәнләшеү һүҙҙәре нисек яңғырай - һүрәттәргә ҡарағыҙ һәм башта үҙегеҙ белергә тырышығыҙ, шунан дөрөҫ яуабын да билдәләп ҡуйырбыҙ😉
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
Әлбиттә, тәү сиратта туған телебеҙҙә: "Һаумыһығыҙ!" тиергә кәрәк. Быны һәр башҡорт белә.
Ә бына башҡа халыҡтарҙа иҫәнләшеү һүҙҙәре нисек яңғырай - һүрәттәргә ҡарағыҙ һәм башта үҙегеҙ белергә тырышығыҙ, шунан дөрөҫ яуабын да билдәләп ҡуйырбыҙ😉
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Һелкеп ташлап донъя мәшәҡәтен,
Күтәреп тә һуғып эштәрҙе,
Һыпыртырға ине ауылыма –
Эй һағындым айлы кистәрҙе!
Мин һағындым ҡарағайҙар аша
Ауылымда ҡояш ҡалҡҡанын,
Кис етеүгә ашыҡмайса ғына
Урам буйлап малдар ҡайтҡанын.
Саф һауаһын һулап туям тимә!
Наҙлап елдәр иҫә битемә…
Күңелемә яҡын бөтә кеше,
Таныш кеүек һәр бер эте лә!
Күңелемдән тағы бер мәртәбә
Ауылыма ҡайтып ураным:
Үткән төндә төштә сәс тараным –
Оҙон юлға тиеп юраным…
Фирүзә АБДУЛЛИНА.
Хәйерле иртәләр, ауылды һағыныусыларға ла, ауылды гөрләтеп йәшәүсе уңғандарға ла! 🥰
Видео: Эвелина Әминова.

📌 Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең филармония артистары Ростов өлкәһендә Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар алдында сығыш яһаған.
Ижади коллектив менән осрашыу "Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ" патриотик акцияһы сиктәрендә үткән. Артистар "Салауат Юлаев" батальоны хәрбиҙәре өсөн бай программа әҙерләгән: йырсылар ҙа, бейеүселәр ҙә алҡыштарға күмелгән.

📌 Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев Рәсәй халыҡтары телдәре көнөндә Мәскәүҙә сығыш яһаған.
🔹 Кисә Мәскәүҙәге "Рәсәй" Милли үҙәгендә иҫтәлекле көнгә арналған төп саралар ойошторолған. Унда Башҡортостан исеменән Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев ҡатнашҡан.
🔹 Илдең төрлө төбәктәренән йыйылған уҡыусылар һәм уҡытыусылар алдында Хөрмәтулла Ғаззали улы "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосынан өҙөк һөйләп күрһәткән: ата-әсәһе һунарға китеп, икәү тороп ҡалғанда Шүлгәндең Уралды ҡанды эсмә тигән ҡағиҙәне боҙорға өгөтләүе хаҡында.
🔹 Шулай уҡ ул сығышында башҡорт телен һаҡлауҙа ғаиләләрҙең әһәмиәте ҙур булыуына ла баҫым яһаған. Үҙе ойошторған балалар ғаилә театры тураһында һөйләгән, бында байрамдарҙа башҡортса әкиәттәрҙе сәхнәләштерәләр икән. Балалар үҙҙәре теләп ата-әсәләре алдында спектаклдәр уйнап күрһәтә, тимәк, туған телдәренә ҡыҙыҡһыныу ҙа тыуа, тип иҫәпләй Хөрмәтулла Үтәшев.
🔹 Тағы ла "Туған тел ғаиләнән башлана" тигән социаль роликтар төшөрөү тәжрибәһе менән дә уртаҡлашҡан артист: 4 миллиондан ашыу кеше ҡараған, тимәк, Башҡортостан ғына түгел, бөтә Рәсәй өсөн актуаль тема күтәрелгән.
🔹 Башҡорт телен һәм "Урал батыр" эпосын һаҡлауға һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән конкурс тураһында ла телгә алған Хөрмәтулла Үтәшев.
🔹 Президент ҡарамағындағы Рус теленә һәм Рәсәй халыҡтары телдәренә ярҙам өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса Совет менән "Белем" ("Зание") Рәсәй йәмғиәте ойошторған сарала башҡа милли республикаларҙың мәҙәниәт эшмәкәрҙәре ҡатнашыуы илдең күптеллелеген сағылдырырға ярҙам иткән. Сәхнәлә Александр Пушкин һәм Роберт Рождественский шиғырҙары яңғыраған, халыҡ эпостарынан өҙөктәр һөйләгәндәр.
📍 Әйткәндәй, "Белем" - ул Рәсәйҙең йәштәр өсөн меңәрләгән саралар үткәргән мәғрифәтселек ойошмаһы. Ойошма 32 меңдән ашыу лекторҙы берләштергән, улар Рәсәйҙең 89 төбәгендә 265 меңдән ашыу лекция һөйләгән, 8100 сәғәтлек мауыҡтырғыс видеолар төшөрөлгән.

1995 йылдан алып ойошторола килгән эпосты яттан һөйләү конкурсында 4516 шиғри һәм 19 проза юлын Башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә кинәнеп һөйләгән бер нисә быуын үҫеп етте.Бындай конкурстар балаларҙы милли мәҙәниәткә ылыҡтыра, халыҡтың рухи ҡиммәттәрен күңелдәренә һеңдерә, ти Хөрмәтулла Ғаззали улы.
🔹 Президент ҡарамағындағы Рус теленә һәм Рәсәй халыҡтары телдәренә ярҙам өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса Совет менән "Белем" ("Зание") Рәсәй йәмғиәте ойошторған сарала башҡа милли республикаларҙың мәҙәниәт эшмәкәрҙәре ҡатнашыуы илдең күптеллелеген сағылдырырға ярҙам иткән. Сәхнәлә Александр Пушкин һәм Роберт Рождественский шиғырҙары яңғыраған, халыҡ эпостарынан өҙөктәр һөйләгәндәр.
📍 Әйткәндәй, "Белем" - ул Рәсәйҙең йәштәр өсөн меңәрләгән саралар үткәргән мәғрифәтселек ойошмаһы. Ойошма 32 меңдән ашыу лекторҙы берләштергән, улар Рәсәйҙең 89 төбәгендә 265 меңдән ашыу лекция һөйләгән, 8100 сәғәтлек мауыҡтырғыс видеолар төшөрөлгән.
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
❓ Тоҙ ҡайнатыу йолаһын беләһегеҙме?
"Асы" шифаханаһының 25 йыллыҡ юбилейына арналған күркәм байрам сараһында ҡатын-ҡыҙҙар тоҙ ҡайнатыу йолаһын күрһәткән.
Бына шулай, бик бай йөкмәткеле сара үткән "Асы" шифаханаһында.

💯 "Был боронғо кәсепте тергеҙеү генә түгел. Ә ауыр аслыҡ йылдарында тоҙҙо "аҡ алтын" тип һанаған ата-бабаларыбыҙға мәҙхиә лә. Икмәк ат хаҡы торғанда тоҙ ғаиләләрҙе туҡландырған ҡотҡарыусыға әүерелгән. Олатайҙарыбыҙ Архангел районына һәм Ҡытау-Ивановскиға тиклем йөҙәрләгән саҡрым үтеп, бөртөкләп йыйған тоҙҙо иң кәрәк әйберҙәргә алмаштырған",- тип яҙа Асы ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре.
Бына шулай, бик бай йөкмәткеле сара үткән "Асы" шифаханаһында.
❤2
📌 Сибайҙар Ырымбур музейында
Ошо көндәрҙә Ырымбур губернаторының тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында "Мираҫ" тип аталған күргәҙмә асылған. Унда Сибай тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы ҡомартҡылары ҡуйылған.
🔹 Күргәҙмәлә 130 үҙенсәлекле ҡомартҡы күрһәтелгән, улар араһында башҡорт халҡының этнография, көнкүреш һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлгөләре бар.
🔹 Был турала "ғорурланып хәбәр итәм" тип яҙған Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Озерцов. Ул күргәҙмәнең башҡорт халҡының тарихы һәм мәҙәниәте менән танышыу, һаҡлау өсөн мөһимлеген билдәләгән.
❓ Ырымбур яғынан төркөмдәштәр бармы? 🔥 "Мираҫ"ты күрмәй ҡалмағыҙ!

💯 "Яҡташтар, әгәр Ырымбурҙа йәшәһәгеҙ, күргәҙмәне мотлаҡ барып ҡарағыҙ! Ул 4 октябргә тиклем Совет урамы, 28-се йорт адресы буйынса эшләй. Ата-бабаларыбыҙ мираҫы йәшәүен, кешеләрҙе берләштереүен һәм тыуған ер өсөн ғорурлыҡ уятыуын дауам итһен!"- тип яҙған Сергей Вениаминович.