Башҡорт донъяһы
604 subscribers
5.52K photos
2.19K videos
2 files
1K links
Download Telegram
📌 Айыҡлыҡҡа ынтылыштары ҙур.

Күптән түгел "Айыҡ ауыл" республика конкурсы башланды , тип хәбәр иткәйнек бит әле. Унда Башҡортостандың һәр районынан ауылдар дәртләнеп ҡатнаша, хатта ҡайһы берҙәре - ҡабаттан!

🔥 Бына шундай сигенмәҫ һәм айыҡ тормошҡа ынтылыштары көслө, ауылдарының киләсәге өсөн йән атып торған халыҡ Ҡырмыҫҡалы районы Һарт-Шишмә ауылында йәшәй.

🔹 Былтыр улар районда еңеп, республика кимәленә сыҡҡайны. Бер йыл эсендә ауылдаштар 50-нән ашыу өмә үткәргән, зыяратта кәрәк-яраҡ өсөн урын төҙөгән, элекке клуб бинаһын кәртәләгән, ауылға ингән урынға стела ҡуйған, ауылдаштар араһында айыҡ тормошто пропагандалаған, ғаиләләр менән әүҙем эшләгәндәр, бер ҡатынды эскелектән дауалағандар.

🔹 Районда еңгән өсөн бирелгән 100 мең һум, республика кимәлендә ҡатнашҡан өсөн 200 мең һум аҡсаға шишмәләрен төҙөкләндергәндәр.

✅ Быйыл да яҡшы эште һүрелдермәҫкә, дауам итергә бер тауыштан ҡарар иткән ауылдаштар.

🔹 Бына әле яңыраҡ ҡатын-ҡыҙҙар өмәләп өйрәк йолҡҡан.
Был эш берләштерә, аралашырға һәм бер-беребеҙҙе дәртләндерергә мөмкинлек бирә, ти улар.

Дәртле Һарт-Шишмә ауылы халҡына уңыштар теләйбеҙ! 👏
❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре көнө менән! ❤️

Хәйерле иртәләрҙе өйҙә яҡындарыбыҙҙы, эштә хеҙмәттәштәребеҙҙе, уҡыуҙа дуҫ-иштәрҙе туған телебеҙҙә яғымлы сәләмләү һүҙҙәренән башлайыҡ.

Уңышлы көн, ҡәҙерле төркөмдәштәр!


Видео: Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы күренештәренән.

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤2
📌Бөгөн Рәсәй халыҡтары телдәре көнө билдәләнә. Был байрам Рәсәй Президенты Владимир Путин Указына ярашлы ойошторола.
Башҡортостанда ниндәй саралар үтә - уҡығыҙ.


🔹 Республикала төп ваҡиғаларҙың береһе "Өфө - Махачкала: рухи берҙәмлек нигеҙе булараҡ туған һүҙ" тип аталған телекүпер рәүешендәге төбәк-ара түгәрәк өҫтәл буласаҡ. Бында ведомство етәкселәре, милли-мәҙәни үҙәк вәкилдәре, халыҡ шағирҙары,яҙыусылар, ғалимдар һәм йәштәр ҡатнаша. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, Яҙыусылар берлеге рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов һәм Дағстан йәмәғәтселеге лә фекер алышыуға ҡушыла. Башҡортостан Өфөләге Рәсүл Ғамзатов урамы тураһында видеояҙма, ә Дағстан Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә арналған фильм күрһәтә.

🔹 "Рәсәй - халыҡтар йорто" Бөтә Рәсәй диктант яҙыу акцияһы үтә. Уны онлайн яҙырға, йәки БР Милли музейы, БР Милли китапханаһы, Милли әҙәби музей, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бинаһында офлайн ҡатнашырға була. Шулай уҡ Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалдарында республикала йәшәгән төрлө халыҡтарҙың телдәрендә диктант яҙыу ойоштороласаҡ.

🔹 З. Вәлиди исемендәге Милли китапханала "Рәсәйҙең күп тауышлылығы" тематик сәғәте һәм "Шағирҙар дуҫ булғанда, халыҡтар дуҫлаша" әҙәби сәғәте үтә.

🔹 Республика музейҙары "Тел - мәҙәниәткә асҡыс" акцияһына ҡушыла.

🔹 Республика кино залдарында Ә. Абдразаҡов исемендәге "Башҡортостан" киностудияһының "Остаз" һәм "Күңел йыры. Абдулла Солтанов" тигән фильмдары күрһәтелә.

🔹 Китапханаларҙа һәм мәғариф учреждениеларында "Тел - халыҡ күңеле", "Китаптан дуҫлыҡ күпере", "Туған тел инешенә сәйәхәт" темаларына китап күргәҙмәләре ойоштороласаҡ.

🔹 Республиканың тарихи-мәҙәни үҙәктәре лә әүҙем ҡушыласаҡ: республиканың мари, латыш, удмурт, сыуаш, башҡорт һәм татар тарихи-мәҙәни үҙәктәрендә, Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкәләрендә, Пермь крайы һәм Ханты-Манси автономиялы округындағы Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәрендә осрашыуҙар, тематик сәғәттәр, балалар өсөн ҡыҙыҡлы саралар ойоштороласаҡ.

🔹 Шулай уҡ "Рәсәй халыҡтары тауыштары: туған телдәрҙә шиғырҙар һөйләйбеҙ" (Голоса народов России: читаем стихи на родных языках) флешмобына, "Күңелдең туған тауышы" ("Родной голос души") акцияһында ҡатнашырға мөмкин.

Бөтә саралар милләт-ара татыулыҡты нығытыуға һәм Рәсәйҙең хазинаһы булған күп төрлө туған телдәргә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүгә йүнәлтелгән.

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤2
❓ Салауат Юлаев премияһы кемгә бирелер?
✅ Өфөлә 2026 йылда әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге Башҡортостан Республикаһы дәүләт премияһы лауреаттарын билдәләү буйынса Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы комиссияның ултырышы үткән.

Кәңәшмә һөҙөмтәһендә, 2026 йылда премияға дәғүә итеүселәр исемлеге раҫланған:

🔹 Рим Хәсәнов - милли йыр сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн;

🔹 Илшат Фәхретдинов - "1941-1945 йылғы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған тантаналы концерт" тыуҙырғаны өсөн;

🔹 Фәрит Иҙрисов - МХО яугирҙарына арналған "Башҡорт ирекмәндәр батальондарының батырҙар маршы" һәм "Бөйөк Еңеү яулаусыларға" балладаһын ижад иткәне өсөн;

🔹 Мөнир Ҡунафин, Рөстәм Хәкимов, Рәфис Мөхәмәтйәнов - "Бер ғүмер етмәй икән" спектакле өсөн;

🔹 Михаил Рабинович (үлгәндән һуң), Илгиз Кәримов (үлгәндән һуң), Вячеслав Виданов, Айҙар Хөсәйенов - Мостай Кәримдең "Ярлыҡау" әҫәре буйынса ҡуйылған "Луна и листопад" спектакле өсөн;

🔹Хәйҙәр Тапаҡов - "Йәшлеккә ҡайтыу" проза йыйынтығы өсөн;

🔹 Лира Яҡшыбаева - "Ер - барыһына уртаҡ", "Уҡытыусы бәхете", "Доға көсө", "Зәйнулла ишан. Хәҡиҡәткә илткән юлда. Хәҡиҡәттән Мәңгелеккә" китаптары өсөн;

🔹 Владимир Лобанов, Рөстәм Хәсәнов, Фирҙәнт Нуриәхмәтов, Илгиз Фәйзуллин - Башҡортостандың Стәрлебаш районындағы "41-се ҡатын-ҡыҙҙары" һәйкәлен эшләгән өсөн.

🔺 Киләһе кәңәшмәлә Комиссия Дәүләт премияһына лайыҡ булыусыларҙы раҫларға тейеш. Лауреаттарҙы бүләкләү Республика көнөндә, 11 октябрҙә үтергә тейеш.

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Эх, был моң! 🌊

AY YOLA төркөмө ағзаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Ринат Рамаҙанов Ҡырғыҙстанда Эҫекүл буйында ҡурайҙа уйнаған.

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤2🔥2
📌8 сентябрь - Бородино һуғышы булған көн.

Бынан теүәл 214 йыл элек Мәскәү губернаһындағы Бородино ауылы эргәһендә рус һәм француз армиялары араһында ҡаты яу була. Был элекке стиль буйынса 24-26 августа, хәҙергесә 5-7 сентябргә тура килә.

Рәсәй армияһы менән М.И. Кутузов командалыҡ итә, ә француз ғәскәрен Наполеон I үҙе етәкләй.

❓Башҡорттар Бородино һуғышында ҡатнашҡанмы?
✅Эйе, быны рус та, француз документтары ла дәлилләй.

💯Мәҫәлән, Комб хәтирәләрендә (5-6 сентябрҙә яҙылған) шундай юлдар бар:
"Рус армияһы... сигенгәндә казак, ҡалмыҡ һәм башҡорттарҙан торған тығыҙ теҙелгән уҡсылар часы менән ҡапланды. Һуңғылары уҡ-һаҙаҡ менән ҡоралланған ине, уларҙың һыҙғырған тауышы беҙҙең өсөн ят ине, бер нисә уҡсыбыҙҙы яраланылар. Минең полкымдағы капитан Депенуҙың атының муйыны ошо оҙонлоғо 4 фут тирәһе булған уҡтарҙың береһе менән ялының аҫтынан үтә тишелгәйне. Беҙ бер нисә башҡортто үлтерҙек..."

Был яуҙарҙа зауряд-хорунжий Ғилман Хоҙайбирҙин айырыуса батырлыҡ күрһәтә.

*4 фут - 1,22 метр оҙонлоҡта була.

🔥 1839 йылда Бородино яланында Николай I батша ҡатнашлығындағы тантаналы саралар үткәндә лә башҡорттар ҡатнаша.
🔹 Уларҙы ул саҡта генерал-губернатор В. Перовский йүнәлтә, ул үҙе бара алмай - Хиуа походына әҙерләнә. Бында барған башҡорттар араһынан икәүһенең исеме билдәле - Мотал Мырҙашев һәм Йософ Килсенбаев.

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤2
📌Рәсәй халыҡтары телдәре көнөндә үҙебеҙҙең республикалағы төрлө милләт вәкилдәре менән иҫәнләшергә өйрәнәйек әле.

Әлбиттә, тәү сиратта туған телебеҙҙә: "Һаумыһығыҙ!" тиергә кәрәк. Быны һәр башҡорт белә.

Ә бына башҡа халыҡтарҙа иҫәнләшеү һүҙҙәре нисек яңғырай - һүрәттәргә ҡарағыҙ һәм башта үҙегеҙ белергә тырышығыҙ, шунан дөрөҫ яуабын да билдәләп ҡуйырбыҙ😉

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Һелкеп ташлап донъя мәшәҡәтен,
Күтәреп тә һуғып эштәрҙе,
Һыпыртырға ине ауылыма –
Эй һағындым айлы кистәрҙе!
Мин һағындым ҡарағайҙар аша
Ауылымда ҡояш ҡалҡҡанын,
Кис етеүгә ашыҡмайса ғына
Урам буйлап малдар ҡайтҡанын.
Саф һауаһын һулап туям тимә!
Наҙлап елдәр иҫә битемә…
Күңелемә яҡын бөтә кеше,
Таныш кеүек һәр бер эте лә!
Күңелемдән тағы бер мәртәбә
Ауылыма ҡайтып ураным:
Үткән төндә төштә сәс тараным –
Оҙон юлға тиеп юраным…

Фирүзә АБДУЛЛИНА.

Хәйерле иртәләр, ауылды һағыныусыларға ла, ауылды гөрләтеп йәшәүсе уңғандарға ла! 🥰

Видео: Эвелина Әминова.
❤2
📌 Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең филармония артистары Ростов өлкәһендә Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар алдында сығыш яһаған.

Ижади коллектив менән осрашыу "Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ" патриотик акцияһы сиктәрендә үткән. Артистар "Салауат Юлаев" батальоны хәрбиҙәре өсөн бай программа әҙерләгән: йырсылар ҙа, бейеүселәр ҙә алҡыштарға күмелгән.
❤2
📌 Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев Рәсәй халыҡтары телдәре көнөндә Мәскәүҙә сығыш яһаған.

🔹 Кисә Мәскәүҙәге "Рәсәй" Милли үҙәгендә иҫтәлекле көнгә арналған төп саралар ойошторолған. Унда Башҡортостан исеменән Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев ҡатнашҡан.

🔹 Илдең төрлө төбәктәренән йыйылған уҡыусылар һәм уҡытыусылар алдында Хөрмәтулла Ғаззали улы "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосынан өҙөк һөйләп күрһәткән: ата-әсәһе һунарға китеп, икәү тороп ҡалғанда Шүлгәндең Уралды ҡанды эсмә тигән ҡағиҙәне боҙорға өгөтләүе хаҡында.

🔹 Шулай уҡ ул сығышында башҡорт телен һаҡлауҙа ғаиләләрҙең әһәмиәте ҙур булыуына ла баҫым яһаған. Үҙе ойошторған балалар ғаилә театры тураһында һөйләгән, бында байрамдарҙа башҡортса әкиәттәрҙе сәхнәләштерәләр икән. Балалар үҙҙәре теләп ата-әсәләре алдында спектаклдәр уйнап күрһәтә, тимәк, туған телдәренә ҡыҙыҡһыныу ҙа тыуа, тип иҫәпләй Хөрмәтулла Үтәшев.

🔹 Тағы ла "Туған тел ғаиләнән башлана" тигән социаль роликтар төшөрөү тәжрибәһе менән дә уртаҡлашҡан артист: 4 миллиондан ашыу кеше ҡараған, тимәк, Башҡортостан ғына түгел, бөтә Рәсәй өсөн актуаль тема күтәрелгән.

🔹 Башҡорт телен һәм "Урал батыр" эпосын һаҡлауға һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән конкурс тураһында ла телгә алған Хөрмәтулла Үтәшев.
1995 йылдан алып ойошторола килгән эпосты яттан һөйләү конкурсында 4516 шиғри һәм 19 проза юлын Башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә кинәнеп һөйләгән бер нисә быуын үҫеп етте.

Бындай конкурстар балаларҙы милли мәҙәниәткә ылыҡтыра, халыҡтың рухи ҡиммәттәрен күңелдәренә һеңдерә, ти Хөрмәтулла Ғаззали улы.

🔹 Президент ҡарамағындағы Рус теленә һәм Рәсәй халыҡтары телдәренә ярҙам өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса Совет менән "Белем" ("Зание") Рәсәй йәмғиәте ойошторған сарала башҡа милли республикаларҙың мәҙәниәт эшмәкәрҙәре ҡатнашыуы илдең күптеллелеген сағылдырырға ярҙам иткән. Сәхнәлә Александр Пушкин һәм Роберт Рождественский шиғырҙары яңғыраған, халыҡ эпостарынан өҙөктәр һөйләгәндәр.

📍 Әйткәндәй, "Белем" - ул Рәсәйҙең йәштәр өсөн меңәрләгән саралар үткәргән мәғрифәтселек ойошмаһы. Ойошма 32 меңдән ашыу лекторҙы берләштергән, улар Рәсәйҙең 89 төбәгендә 265 меңдән ашыу лекция һөйләгән, 8100 сәғәтлек мауыҡтырғыс видеолар төшөрөлгән.

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤2