Башҡорт донъяһы
604 subscribers
5.52K photos
2.19K videos
2 files
1K links
Download Telegram
📌 Яһалма зиһен Белоретты йылылыҡ менән тәьмин итәсәк.

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Һанлы үҫеш һәм яһалма зиһен технологияларын ҡулланылышҡа индереү буйынса советтың беренсе кәңәшмәһе үткән. Ул ил Президенты Владимир Путин ҡушыуына ярашлы, быйыл май айында булдырылғайны.

🔹 Башҡортостанда яһалма зиһенде һәр өлкәлә әүҙем ҡулланырға тырышабыҙ, тип билдәләгән республика етәксеһе Радий Хәбиров. Көндәлек, бик ҡатмарлы булмаған, әммә ваҡытты алған эштәрҙе "ҡушырға" була.

💯 "Беҙҙең Совет ошо үҙгәрештәрҙең локомотивы булырға тейеш. Әйткәнемсә, үҙебеҙҙән башланыҡ. Чиновниктарҙың да "ҡағыҙ эше", көс һәм ваҡытты күп алған механик эше күп. Яһалма зиһен модулдәрен документтар әйләнешенә, Башҡортостан Республикаһының идара итеү үҙәге эшенә индерергә ниәтләйбеҙ. Дәүләт идаралығын һанлы үҙгәртеп ҡороу менән шөғөлләнәсәк Компетенциялар үҙәге булдырасаҡбыҙ. Муниципалитеттарыбыҙ ҙа был эшкә ҡушылыуы мөһим",
- тип яҙған сәхифәһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.

🔥 Атап әйткәндә, Белорет ҡалаһында йылылыҡ менән тәьмин итеү системаһының һанлы һыңарын эшләйҙәр.

🔹 Уның ярҙамында инфраструктураның торошон анализлау, селтәрҙәрҙең туҙған урынын билдәләү, яңыртыу эштәрен грамоталы алып барыу мөмкинлеге асыла. Был коммуналь авариялар һанын кәметер тип көтөлә, тине Радий Фәрит улы. Уңышҡа өлгәшкән осраҡта, республиканың башҡа төбәктәрендә лә ҡулланасаҡтар.

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤1👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Тәбиғәт һәм мәңгелек алдында кеше бер төймәләй генә...

📍 Белорет районы, Ирәкташ

Видео: Денис Сәғитов.
❤2🔥1
АУЫЛ ИРТӘҺЕ

Ауыл… Иртә…Йылға буйҙарында
Аҡ томандар Ергә һарылған,
Тәсбих булып ошо йылғаларҙан
Күтәрелә үргә аҡ томан…

Көтөү китә… Һыйырҙар мөңрәшә,
Хужалары ҡыуа малдарын,
Ҡайтыр юлда хәбәрҙәр һөйләшеп
Кисә булған ауыл хәлдәрен.

Ҡоштар, сыйырсыҡтар моң тарата
Маҡтап ошо хозур иртәне,
Йәшәүенә ошо матур ерҙә
Зекер әйтә маҡтау эйәһе.

Аҡ ҡырауҙар төшкән үләндәргә…
Яҙ үләне ныҡ ул, бирешмәҫ,
Бар тәбиғәт йырлап уянғанда
Бирешеүҙәр һис тә килешмәҫ!

Көтөү ҡыуып ҡайтып килгәнемдә,
Аҡ томандан сыҡтым, күперҙән…
Шул саҡтарҙа алған хистәремде
Һеҙгә лә мин илтеп еткерәм.

Фәүзиә Ҡотлогилдина-Алтынбикә.

Хәйерле көн 🌿


Фото: интернеттан.

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤3
📌 Балалар хәүефһеҙлеге - өҫтөнлөклө.

Яңы уҡыу йылы алдынан Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров мәктәп директорҙарының хәүефһеҙлек һәм тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫарҙары менән осрашҡан.

🔹 Хәүефһеҙлек буйынса директор урынбаҫары эше айырыуса мөһим.

"Һаҡлау өсөн тарифтар өс тапҡырға күтәрелде, шәхси һаҡ ойошмаларына талаптар ҡаты буласаҡ",

- тине Радий Хәбиров.
Эште республика Башлығы ярҙамсыһы Александр Бурдо көйләйәсәк.

🔹 Психологик мөхиткә - ҙур иғтибар.

"Нимәнелер йәшерергә уйламағыҙ ҙа, беҙ белергә тейеш! Күп кенә кризислы осраҡтарҙы психологтар һәм социаль педагогтар ярҙамында алдан иҫкәртеп булған",

- тип билдәләгән республика етәксеһе.
Урынбаҫарҙар мәктәптәге ҡатмарлы хәлдәрҙе иртә асыҡлау системаһын булдырырға, бер-береңә ҡарата ихтирамлы ҡараш тәрбиәләргә тейеш.

🔹 Яңылыҡтар: 1 сентябрҙән 10 пилот мәктәптә тәртип өсөн баһа ҡуя башлайҙар.

Был мәсьәләлә педагогтарға һәм МХО ветерандарына таяналар. 24 махсус хәрби операция ветераны мәктәптәргә эшкә ҡайтҡан - патриотик тәрбиә биреүҙә уларҙың тәжрибәһе нигеҙ булырға тейеш. Педагогтарҙың абруйын күтәреү бурысы ла тора.

🔹 Төп бурыс: уҡыу йылының тәүге аҙналарында балалар менән яҡшы мөнәсәбәт ҡорорға, агрессияға ҡаршы иғтибарлы булырға кәрәк, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

📍 Хәүефһеҙлек буйынса директор урынбаҫары вазифаһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса 2026 йылдың 1 мартында булдырылды. Был урында эшләгән белгестәргә ай һайын 30 мең һум аҡса өҫтәп түләнә.

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤1👍1
❓ Һатыуға ҡул эштәрең бармы?
✅ "Башҡорт миҙгелдәре. Көҙ" йәрминкәһенә теркәлеп өлгөр!

❗ Ғариза ҡабул итеү иртәгә, 27 августа тамамлана!
Урындар бик аҙ ҡалған: https://forms.gle/hydgcFrU7LD9fqhz8

🔹 Һөнәрселәр йәрминкәһе 19 сентябрҙә Өфөнөң Ленин исемендәге майҙанында үтәсәк.
⏰ Ваҡыты: 11:00-дән 20:00-гә тиклем.

Бында төрлө ҡул эштәре: биҙәүестәр, уйынсыҡтар, кәрәк-яраҡ һатып алырға мөмкин.

🔹 Ҡала халҡы китаптар алмашыуға ҡушыла ала - "Буккроссинг" акцияһы үтә. Үҙегеҙҙә булған художестволы китаптарҙы, балалар әҙәбиәтен алып килергә кәрәк.

Күңелле тамаша, төрлө уйындар һәм оҫталыҡ дәрестәре лә ойоштороласаҡ.

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Был башҡорт ҡыҙы 🔥

Йәштәр тураһында нимә тиһәләр ҙә, тамырҙарын белә һәм замандан ла ҡалышмай улар. Афариндар!

📍 Өфө ҡалаһы

Видео: Миләүшә Нуретдинова.
❤3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Башҡорт егете донъя корейҙарын берләштерә.

Өфө егете Арыҫлан Ярмуллин - эшмәкәрлеге бөтә донъя корейҙарын туплауға йүнәлтелгән Берләштереү министрлығы ҡарамағындағы Совет ағзаһы.

🔥 Башҡорт егетен корейҙар ойошмаһына нисек ҡабул иткәндәр һәм беҙҙең халыҡтар, телдәр араһында уртаҡлыҡтар бармы?

Был турала БСТ каналының "Сәләм" тапшырыуын ҡарағыҙ.

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤2🔥2👍1
📌 Бөгөн ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, РФА Өфө тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, философия фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, II дәрәжә «Ватан алдында хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы кавалеры Зөһрә РӘХМӘТУЛЛИНА 65 йәшен билдәләй.

🔹 Зөһрә Йыһанур ҡыҙы 1961 йылдың 26 авгусында хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Түбәнге Ләмәҙ ауылында тыуған.


🔹 Салауат педагогия училищеһын һәм 1985 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын «рус теле һәм әҙәбиәте» һөнәре буйынса тамамлай һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген университет кафедраларының береһендә лаборант булып башлай, артабан бүлек инженеры вазифаһын башҡара.

🔹 1986 йылда этика, эстетика һәм культрология кафедраһының аспирантураһына уҡырға инә. Уны 1991 йылда тамамлай һәм шул уҡ кафедрала ассисент, өлкән уҡытыусы һәм доцент булып эшләй.

🔹 1996-2002 Башҡорт дәүләт университетының төрлө кафердраларында мөдир була.

🔹 2004 йылда Зөһрә Рәхмәтуллина Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министры вазифаһына үрләтелә.

🔹 2010—2011 йылдарҙа Башҡортостан Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары.

🔹 2011 йылдан Рәсәй Федерацияһының VI һәм VII саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты, 2015 йылдан Башҡортостан Халыҡтары ассамблеяһы рәйесе.


📍 Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2016 йылдың 26 авгусындағы указы менән Зөһрә Рәхмәтуллина II дәрәжә «Ватан алдында хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән наградлана.

🔹 2021 йылдың 18 ноябренән — Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының директоры.

🔹 Философия, мәҙәниәт һәм тәрбиә мәсьәләренә арналған 400-ҙән артыҡ ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән монографиялар һәм уҡыу ҡулланмалары авторы.

🔹 Уҡыусылары араһында 19 философия фәндәре кандидаты бар.

🔹 Зөһрә Рәхмәтуллина хеҙмәттәрендә башҡорт мәҙәниәтен, йолаларын философия күҙлегенән өйрәнә.

🔹 Бынан тыш, Зөһрә Йыһанур ҡыҙының шиғырҙарына ижад ителгән йырҙар ҙа бар.

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤1👍1
📌 Рәсәй халыҡтары телдәре көнөнә арналған акцияға ҡушыл.

8 сентябрҙә Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Республика халыҡ ижады үҙәге онлайн акция ойоштора. Ул туған телдәрҙе һаҡлауға йүнәлтелгән.

🔥 Теләгән һәр кем ҡатнаша ала.

🔹 5 сентябрҙән 7-нә тиклем күңелеңә ятҡан әҫәрҙе һайлап алып, тасуири уҡыуыңды видеоға төшөрөп, социаль селтәрҙәге сәхифәңә ошо хештегтарҙы мотлаҡ ҡуйып, урынлаштырырға кәрәк: #РоднойГолосДушиРБ #ДеньЯзыкаРБ #РЦНТРБ #ДеньязыковнародовРФ.

🔹 Видеола тауыш асыҡ яңғырарға, нейтраль артҡы план, ҡатнашыусы кадрҙа тулыһынса йәки биленә тиклем күренергә тейеш. Оҙонлоғо - 3 минутҡа тиклем.

📍 Иң яҡшы эштәр 8 сентябрҙә Республика халыҡ ижады үҙәгенең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә донъя күрәсәк.

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Тормош - ул кино. Йә ситтекен ҡарайһың, йә үҙеңдекен төшөрәһең",

- тигән кем берәү.

🎬 Бөгөн Рәсәй киноһы көнө билдәләнә. Был байрамдың тарихы 1919 йылға барып тоташа: тап ошо йылдың 27 авгусында Халыҡ комиссарҙары советы илдә кино эшен миллиләштереү тураһында декрет ҡабул итә.

📽️ Башҡортостанда тәүге киноларҙы 1909 йылдан башлап ситтән килгән операторҙар төшөрә. Мәҫәлән, 1915 йылда Владимир Гардин башҡорттарға арналған "Кешегә күпме ер кәрәк?" фильмын төшөрә, Метенков тигән кеше 1916 йылда "Өфө юлында" кинотаҫмаһын сығара.

📽️ Совет осоронда Башҡортостан һәм башҡорттарға арналған төрлө документаль һәм художестволы фильмдар төшөрөлә. Шуларҙың береһе - Яков Протазановтың "Салауат Юлаев" фильмы (1941).

🎥 Башҡорт кинематографы 1990 йылдан, "Башҡортостан" киностудияһы булдырылғас, йылдам үҫеш ала.

🎬 Бөгөн дә башҡорт киноһына иғтибар ҙур. Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров 2027 йылда кинематографты үҫтереүгә 20 миллион һум бүлергә ҡушты.

💯 "Был процесты туҡтатмаҫ өсөн аҡса һалырға кәрәк. Яҡшы фильмдар бар һәм шуларҙы күрһәтергә кәрәк",

- тип билдәләне Радий Фәрит улы.

🔥 2026 йылдың III һәм IV кварталдарында башҡорт режиссерҙарының 4 тулы метражлы фильмы күрһәтеләсәк: "Батырҙар ташы", "Фәрзәнә көнбайышҡа бара", "Ҡалдырмағыҙ беҙҙе!", "Салауат тоҡомдары - Шайморатов генерал". Һуңғыһы легендар 112-се Башҡорт атлы дивизияһы тарихына арналған.
❤2
📌 Һәр бала хәстәрҙе тойһон

Тиҙҙән 1 сентябрь етә һәм республикала балаларҙы мәктәпкә әҙерләү, кәрәк-яраҡ йыйыу буйынса мәрхәмәтлек акциялары киң йәйелдерелгән. Бына сибайҙар ҙа ҡушылған.

🔹 МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә яңы уҡыу йылына әҙерләнергә ярҙам итеү эшенән Башҡортостандың Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы ағзалары ла ситтә ҡалмаған. Улар һәләк булған МХО яугирҙары балаларына мәктәп кәрәк-яраҡтарынан торған йыйылма һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырған.

🔹 Сибайҙа был әйберҙәрҙе ҡаланың МХО ветерандары ассоциацияһы рәйесе Рәмил Ибраһимов һәм "Ватанды һаҡлаусылар" фонды филиалы хеҙмәткәрҙәре балаларға алып барып еткергән.

💯 "Башҡортостан Республикаһының МХО ветерандары ассоциацияһына балаларға һәм яугирҙарыбыҙҙың ғаиләләренә битараф булмағандары, ихлас иғтибар бүлеүҙәре өсөн ысын күңелдән рәхмәтемде белдерәм.
1 сентябрь балаларға ҡыуаныс, яңы асыштар һәм тоғро дуҫтар бүләк итһен. Мәктәп йылдары яҡты һәм бәхетле үтһен, ә эргәләрендә ярҙам итер кешеләре булһын. Беҙ янығыҙҙа. Беҙ бергә",

- ти Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Озерцов.

Һәр бала хәстәрҙе тойоп, бәхетле йәшәһен, белем алһын һәм илгә файҙалы кеше булып үҫһен! 🙏

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤1
📌 "Һөтлө костюмдар" конкурсында ҡатнашығыҙ.

🔥 Был шәмбе - 29 сентябрҙә үтәсәк "Һөт иле" ғаилә фестивалендә "Һөтлө костюмдар" конкурсы була.

Унда ҡатнашыу өсөн сәғәт 15:00-гә тиклем үҙәк сәхнә эргәһендәге тирмә яғына "Костюмдар конкурсы" тигән яҙыуҙар буйынса яуаплы кешене табып, теркәлергә кәрәк. Сәғәт төштән һуңғы 3-4 тирәһендә еңеүселәрҙе сәхнәнән иғлан итәсәктәр.

🍯 🐝 Шулай уҡ "Һөт иле"нә уңған "бал ҡорттары" ла килеп етәсәк - төрлөһөнән 18 000 килограмм бал алып киләләр!
🔹 Бал йәрминкәһе 30 августа ла дауам итәсәк әле.

"Һөт иле"нә рәхим итегеҙ!🤍


🗓️ Ҡасан: 29 август 2026 йыл
📍 Ҡайҙа: Өфө ҡалаһы, "Ҡашҡаҙан" паркы.

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Йә, Хоҙайым, ниндәй хозурлыҡ! 😍

Видео: Айгүзәл.
❤1
📌 Бушлай кина, кина, кина!

Дуҫтар, бөгөн Рәсәй киноһы көнө булыу айҡанлы, 29 августа "Кино төнө" ойоштороласаҡ һәм... БУШЛАЙ кино күрһәтәләр! 🔥

Был турала Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов хәбәр иткән.

💯 "Барығыҙҙы ла 29 августа үтәсәк "Кино төнө - 2026" Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашырға саҡырам. Һеҙҙе иң яҡшы Рәсәй фильмдары - «Ангелы Ладоги», «Буратино», «Малыш», «Чебурашка 2» көтә. Инеү бушлай",

- тип яҙған Фәнүр Рәфис улы.

⚡ Бушлай фильмдар күрһәтелгән кинотеатрҙар исемлеге ошонда.

📍 Әйткәндәй, Рәсәй төбәктәре араһында Башҡортостан кино селтәре иң ҙурҙарҙың береһе. Беҙҙә 161 кинозал эшләй, һуңғы 10 йылда 66 кино ҡулайламаһына яңы ҡорамалдар ҡуйылған. 2027 йылда Салауат, Мәләүез, Күмертау, Яңауыл һәм Белоретта 7 кинозал яңыртыласаҡ.

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤1