Башҡорт донъяһы
604 subscribers
5.52K photos
2.19K videos
2 files
1K links
Download Telegram
📌 Власть һәм депутаттар бергә эшләргә тейеш.

Шулай тип иҫәпләй Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов. Быға ул матур миҫал да килтерә: районда бергә атҡарылған эштәрҙең һөҙөмтәһе күренә.

Бына яңыраҡ Ишбирҙе ауылында профилле хеҙмәттәр етәкселәрен, урындағы округ депутаттарын дә йәлеп итеп үткәрелгән халыҡ менән осрашыу һөҙөмтәһендә мәктәп алдындағы майҙандың асфальт түшәме яңыртылған.

💯 "Округ депутаты Фидан Вәхитов мөрәжәғәт буйынса эш башланы, ошо көндәрҙә тейешле эштәр тамамланды.
Система нәҡ шулай эшләргә тейеш - башҡарма власть һәм депутаттар бергә эш итергә, халыҡты ишетергә һәм һөҙөмтә өсөн яуап бирергә. Фидан Вәхитовҡа тиҙ эшләүе һәм үҙ округына ысынлап ярҙам итеүе өсөн рәхмәт",

- тип яҙған сәхифәһендә Азамат Иҙрисов.

❓ Ә һеҙҙә яңы уҡыу йылына әҙерлек нисек бара? Яҙығыҙ!

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤1👍1
📌 Ринат Сәғитовтың хәтерен мәңгеләштерҙеләр.

Өфөлә күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, РФ Дәүләт Думаһының V саҡырылышы депутаты, Рәсәйҙең почетлы төҙөүсеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе Ринат Сәғитовҡа арналған таҡтаташ асылды.
📍 Ул баш ҡаланың Дорофеев урамындағы йортта урынлаштырылды.

🔹 Ринат Шәйхимансур улы Өфөлә тыуған. Хеҙмәт юлын слесарь-йыйыусы булып башлай. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Өфө эре панелле йорттар төҙөү тресына ташсы-монтажсы булып урынлаша һәм генераль директорҙың беренсе урынбаҫарына тиклем юл үтә.

🔹 Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш, архитектура һәм юл комплексы министрлығы, Башҡортостандың төҙөлөш, архитектура һәм транспорт буйынса дәүләт комитеты, Өфө ҡалаһы хакимиәтендә төрлө йылдарҙа беренсе урынбаҫар вазифаларын биләй.

🔹 2007 йылда «Берҙәм Рәсәй» партияһынан Дәүләт думаһы депутаты итеп һайлана, Ер мөнәсәбәттәре һәм төҙөлөш буйынса комитет ағзаһы була.

🔹 Ринат Сәғитов 2017 йылдың 24 авгусында Өфө ҡалаһында вафат булды.

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤1👍1
📌 Башҡорт балаҫы үҙәге һәм Ҡаһым түрәнең күсмә тирмәһе - Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамын алды.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттарын алыуға икенсе конкурс һөҙөмтәләре билдәле булды.

Һайлап алыу туры коммерцияға ҡарамаған һәм эш башлап ҡына торған ойошмалар араһында бер айҙан ашыу барған.

🔹 Бөтәһе 153 ғариза килгән, шуларҙың 58-е ярҙам аласаҡ.

🔹 37 ойошма беренсе тапҡыр грант ала, шуларҙың 15-е өсөн был тәүге конкурс.

🏆 Еңеүселәргә килгәндә, күбеһе ошо төбәктәрҙән:

🔸 Өфө - 16 проект,
🔸 Шишмә районы - 8 проект,
🔸 Миәкә районы - 4 проект,
🔸 Стәрлетамаҡ - 3 проект.

🔹 Күп эштәр ғаиләләргә, балаларға, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә һәм МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙамға арналған.

🔥 Араларында башҡорт халҡының рухи һәм матди ҡиммәттәрен һаҡлауға йүнәлтелгәндәре лә бар.

✅ Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ районы Мырҙаш ауылы мәҙәниәт йортонда ҡуйылған Ҡаһым түрәгә арналған күргәҙмә халыҡта оло ҡыҙыҡһыныу уятҡан һәм шул нигеҙҙә "Ҡаһым түрәнең күсмә тирмәһе" проекты барлыҡҡа килгән. Был күсмә тирмә райондың төрлө ауылдары буйлап "йөрөйәсәк" һәм төрлө ҡыҙыҡлы саралар, осрашыуҙар үтәсәк.
Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантын алған - 499 486,61 һум аҡса бүленгән.

✅ "Хазина" башҡорт балаҫы үҙәге барлыҡҡа киләсәк. Был идея Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировҡа Тура бәйләнештә мөрәжәғәт иткәндән һуң тыуа.
Башҡорт балаҫы үҙәге Миәкә, Бишбүләк, Дәүләкән, Шишмә райондары, Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында туҡылған башҡорт балаҫтарын туплаясаҡ. Бында Башҡорт балаҫы музейы буласаҡ, унда халыҡтан йыйылған иң матур үрнәктәр һаҡланасаҡ. Шулай уҡ сувенирҙар һатыу нөктәһе дә ойошторасаҡтар.
"Хазина" башҡорт балаҫы үҙәге Миәкә районы Елдәр ауылында урынлашасаҡ, уны булдырыуға 498 500 һум грант аҡсаһы бүленгән.

✅ Уран башҡорт ырыуы мираҫын тәрәндән өйрәнеү өсөн тарихи-мәҙәни үҙәк асыласаҡ. Бының өсөн Яңауыл ҡалаһының тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы бүлмә бүлергә әҙер, ти проект авторҙары. Элек Уран олоҫон тәшкил иткән, хәҙер Башҡортостандың Яңауыл районында йәшәгән башҡорттарҙың тарихын, мираҫын өйрәнеү һәм танытыу маҡсатында булдырыласаҡ үҙәккә 395 459 һум грант аҡсаһы биреләсәк.

🔹 Проекттар 2026 йылдың 1 октябренән бойомға ашырыла башлай.

🔹 Еңеүселәрҙең тулы исемлеге менән ошонда таныша алаһығыҙ: грантыглавы102.рф.

📍 Әйткәндәй, 6 йыл эсендә Башҡортостанда 1108 проектҡа ярҙам күрһәтелгән, уларға 1,6 миллиард һум бүленгән. Һәм был эш дауам итә.

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤2
📌 Башҡорт совет яҙыусыһы, журналист һәм тәржемәсе, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Башҡорт АССР-ының һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғайнан ӘМИРИҘЕҢ тыуыуына - 115 йыл.

🔹 Ғайнан Әмири, ысын исеме Әмиров Ғайнан Ғимаҙетдин улы, 1911 йылдың 25 авгусында хәҙерге Яңауыл районындағы Яңы Уртауыл ауылында тыуған.

📍 Был Яңы Уртауыл ауылына 1847 йылда уран ырыуы башҡорттары нигеҙ һалған, 1850 йылда - 197 башҡорт, 1859 йылда 318 аҫаба башҡорт иҫәпләнгән. Башҡортостан автономияһы өсөн көрәштә әүҙем ҡатнашҡан төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының береһе - Хәлим Әмиров та ошо ауылдан.

🔹 Ғайнан Әмири 1927—1930 йылдарҙа Бөрө педагогия техникумында уҡыған, 1930 йылда Өфөгә күсә һәм «Йәш төҙөүсе» (хәҙер «Йәншишмә») гәзитендә эшләй. 1938 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай.

🔹 1938—1942 йылда Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми-тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр була.

🔹 1942 йылдың 2 майында 124-се айырым уҡсылар бригадаһы составында Аксаков станцияһынан фронтҡа китә. Гвардияның өлкән лейтенанты Ғайнан Әмири Мәскәү эргәһендә, Курск дуғаһында, Днепрҙағы, Сталинград өсөн һуғыштарҙа ҡатнаша.

🔹 I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, миҙалдар менән наградланған.

🔹 1946—1947 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтенең (хәҙерге Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте) сектор мөдире була.

🔹 1948, 1950, 1955—1957 йылдарҙа «Октябрь» һәм «Әҙәби Башкортостан» журналдарында тәүҙә яуаплы секретарь, һуңғараҡ мөхәррир урынбаҫары вазифаһын башҡара.

🔹 1949 йылда Башҡорт АССР-ының Яҙыусылар союзында әҙәби консультант, ә 1951 йылда — ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетында сектор мөдире. 1952—1955 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Өфө ғилми тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр.

🔹 1982 йылдың 8 октябрендә вафат була.

🔸 Ғайнан Әмириҙең тәүге мәҡәләләре 1928 йылда уҡ донъя күрә. Һуңынан ул проза, поэия һәм драматургия жанрҙарын да эшләй.

🔸 1933 йылда «Яңы уйҙар» тигән тәүге очерктар китабы баҫылып сыға. Унда ауылдағы социалистик үҙгәртеп ҡороуҙар тураһында яҙа.

🔸 1940 йылда сыҡҡан «Алтын» хикәйәләр һәм шиғырҙар йыйынтығының, 1944 йылда баҫылған «Һалдат йөрәге», 1950 йылда сыҡҡан «Йәшәү шатлығы» китаптарының төп персонаждары — ябай хеҙмәтсәндәр, Ватанды һаҡлаусылар.

🔸 Уның һүҙҙәренә ижад ителгән йырҙар ҙа күп.


🔸 Ғайнан Әмири Самуил Маршак, Александр Пушкин, Михаил Лермонтов, Николай Некрасовтың һәм бихисап украин, болгар, поляк, һинд, ғәрәп, монгол, чех әҙиптәренең шиғырҙарын башҡортсаға тәржемә иткән.

🔥 Был ҡыҙыҡ: Константин Симоновтың "Көндәр һәм төндәр" повесындағы капитан Сабуровтың прототибы Ғайнан Әмири, тип иҫәпләй күптәр. Элемтәсе булған Ғайнан Ғимаҙетдин улы менән рус яҙыусыһы Сталинград өсөн ҡаты алыштарҙа осраша.

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤1👍1
📌 Яһалма зиһен Белоретты йылылыҡ менән тәьмин итәсәк.

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Һанлы үҫеш һәм яһалма зиһен технологияларын ҡулланылышҡа индереү буйынса советтың беренсе кәңәшмәһе үткән. Ул ил Президенты Владимир Путин ҡушыуына ярашлы, быйыл май айында булдырылғайны.

🔹 Башҡортостанда яһалма зиһенде һәр өлкәлә әүҙем ҡулланырға тырышабыҙ, тип билдәләгән республика етәксеһе Радий Хәбиров. Көндәлек, бик ҡатмарлы булмаған, әммә ваҡытты алған эштәрҙе "ҡушырға" була.

💯 "Беҙҙең Совет ошо үҙгәрештәрҙең локомотивы булырға тейеш. Әйткәнемсә, үҙебеҙҙән башланыҡ. Чиновниктарҙың да "ҡағыҙ эше", көс һәм ваҡытты күп алған механик эше күп. Яһалма зиһен модулдәрен документтар әйләнешенә, Башҡортостан Республикаһының идара итеү үҙәге эшенә индерергә ниәтләйбеҙ. Дәүләт идаралығын һанлы үҙгәртеп ҡороу менән шөғөлләнәсәк Компетенциялар үҙәге булдырасаҡбыҙ. Муниципалитеттарыбыҙ ҙа был эшкә ҡушылыуы мөһим",
- тип яҙған сәхифәһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.

🔥 Атап әйткәндә, Белорет ҡалаһында йылылыҡ менән тәьмин итеү системаһының һанлы һыңарын эшләйҙәр.

🔹 Уның ярҙамында инфраструктураның торошон анализлау, селтәрҙәрҙең туҙған урынын билдәләү, яңыртыу эштәрен грамоталы алып барыу мөмкинлеге асыла. Был коммуналь авариялар һанын кәметер тип көтөлә, тине Радий Фәрит улы. Уңышҡа өлгәшкән осраҡта, республиканың башҡа төбәктәрендә лә ҡулланасаҡтар.

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤1👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Тәбиғәт һәм мәңгелек алдында кеше бер төймәләй генә...

📍 Белорет районы, Ирәкташ

Видео: Денис Сәғитов.
❤2🔥1
АУЫЛ ИРТӘҺЕ

Ауыл… Иртә…Йылға буйҙарында
Аҡ томандар Ергә һарылған,
Тәсбих булып ошо йылғаларҙан
Күтәрелә үргә аҡ томан…

Көтөү китә… Һыйырҙар мөңрәшә,
Хужалары ҡыуа малдарын,
Ҡайтыр юлда хәбәрҙәр һөйләшеп
Кисә булған ауыл хәлдәрен.

Ҡоштар, сыйырсыҡтар моң тарата
Маҡтап ошо хозур иртәне,
Йәшәүенә ошо матур ерҙә
Зекер әйтә маҡтау эйәһе.

Аҡ ҡырауҙар төшкән үләндәргә…
Яҙ үләне ныҡ ул, бирешмәҫ,
Бар тәбиғәт йырлап уянғанда
Бирешеүҙәр һис тә килешмәҫ!

Көтөү ҡыуып ҡайтып килгәнемдә,
Аҡ томандан сыҡтым, күперҙән…
Шул саҡтарҙа алған хистәремде
Һеҙгә лә мин илтеп еткерәм.

Фәүзиә Ҡотлогилдина-Алтынбикә.

Хәйерле көн 🌿


Фото: интернеттан.

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤3
📌 Балалар хәүефһеҙлеге - өҫтөнлөклө.

Яңы уҡыу йылы алдынан Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров мәктәп директорҙарының хәүефһеҙлек һәм тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫарҙары менән осрашҡан.

🔹 Хәүефһеҙлек буйынса директор урынбаҫары эше айырыуса мөһим.

"Һаҡлау өсөн тарифтар өс тапҡырға күтәрелде, шәхси һаҡ ойошмаларына талаптар ҡаты буласаҡ",

- тине Радий Хәбиров.
Эште республика Башлығы ярҙамсыһы Александр Бурдо көйләйәсәк.

🔹 Психологик мөхиткә - ҙур иғтибар.

"Нимәнелер йәшерергә уйламағыҙ ҙа, беҙ белергә тейеш! Күп кенә кризислы осраҡтарҙы психологтар һәм социаль педагогтар ярҙамында алдан иҫкәртеп булған",

- тип билдәләгән республика етәксеһе.
Урынбаҫарҙар мәктәптәге ҡатмарлы хәлдәрҙе иртә асыҡлау системаһын булдырырға, бер-береңә ҡарата ихтирамлы ҡараш тәрбиәләргә тейеш.

🔹 Яңылыҡтар: 1 сентябрҙән 10 пилот мәктәптә тәртип өсөн баһа ҡуя башлайҙар.

Был мәсьәләлә педагогтарға һәм МХО ветерандарына таяналар. 24 махсус хәрби операция ветераны мәктәптәргә эшкә ҡайтҡан - патриотик тәрбиә биреүҙә уларҙың тәжрибәһе нигеҙ булырға тейеш. Педагогтарҙың абруйын күтәреү бурысы ла тора.

🔹 Төп бурыс: уҡыу йылының тәүге аҙналарында балалар менән яҡшы мөнәсәбәт ҡорорға, агрессияға ҡаршы иғтибарлы булырға кәрәк, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

📍 Хәүефһеҙлек буйынса директор урынбаҫары вазифаһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса 2026 йылдың 1 мартында булдырылды. Был урында эшләгән белгестәргә ай һайын 30 мең һум аҡса өҫтәп түләнә.

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤1👍1
❓ Һатыуға ҡул эштәрең бармы?
✅ "Башҡорт миҙгелдәре. Көҙ" йәрминкәһенә теркәлеп өлгөр!

❗ Ғариза ҡабул итеү иртәгә, 27 августа тамамлана!
Урындар бик аҙ ҡалған: https://forms.gle/hydgcFrU7LD9fqhz8

🔹 Һөнәрселәр йәрминкәһе 19 сентябрҙә Өфөнөң Ленин исемендәге майҙанында үтәсәк.
⏰ Ваҡыты: 11:00-дән 20:00-гә тиклем.

Бында төрлө ҡул эштәре: биҙәүестәр, уйынсыҡтар, кәрәк-яраҡ һатып алырға мөмкин.

🔹 Ҡала халҡы китаптар алмашыуға ҡушыла ала - "Буккроссинг" акцияһы үтә. Үҙегеҙҙә булған художестволы китаптарҙы, балалар әҙәбиәтен алып килергә кәрәк.

Күңелле тамаша, төрлө уйындар һәм оҫталыҡ дәрестәре лә ойоштороласаҡ.

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
👍1