Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Йөрәк һине яратмай,- тигәндәре бармы һеҙгә? 😁
Ҡайтып кит, давай-давай",
Булһа - күңелде йыуатыу өсөн, булмаһа - моңайып алыу өсөн ошо видеоны ҡарағыҙ😉
Видео: Хәйҙәр Хәмиҙуллин.
❤1
Хәйерле дүшәмбе! Бер аҙнанан - сентябрь. 🌻
Ә бөгөн мосолмандар өсөн изге байрамдарҙың береһе билдәләнә - Мәүлит кисе. Был - Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмдең тыуған көнө. Һижри йыл буйынса рабиғел әүүәл айының 12-се көнөндә таң алдынан донъяға килгән ул.
📍 Йөрәктау, Стәрлетамаҡ районы.
Фото: Ләйсән Миңлебаева.
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja

❤2
❓ Балаң математиканы яратамы?
✅ Математика лицей-интернатына һайлап алыу конкурсында ҡатнашһын.
Был фотоларҙа - Өфөләге Математика лицей-интернатында төҙөлөш барышы. Ул 360 урынлыҡ була һәм республиканың иң шәп математиктарын туплаясаҡ.
🔹 Лицей уҡыусыларының физик әҙерлеген дә хәстәрләйҙәр: белем усағының үҙендә спорт өсөн яҡшы шарттар булдырыла, шулай уҡ Ө. Мостафин исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә лә шөғөлләнә аласаҡтар. Лицейҙың попечителдәр советын Радий Фәрит улы шәхсән үҙе етәкләйәсәк. Бында остазлыҡ системаһы ойоштороласаҡ.
🔥 Яңы белем усағы киләһе йыл ишектәрен аса. Уға уҡыусыларҙы быйылдан һайлай башлайҙар - 1 октябрҙән.
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
✅ Математика лицей-интернатына һайлап алыу конкурсында ҡатнашһын.
Был фотоларҙа - Өфөләге Математика лицей-интернатында төҙөлөш барышы. Ул 360 урынлыҡ була һәм республиканың иң шәп математиктарын туплаясаҡ.
💯 "Яңы мәктәп концепцияһын һәм проектын эшләгәндә беҙ илдәге иң яҡшы миҫалдарҙан илһам алдыҡ. Лицей яҡташыбыҙ, беренсе совет электрон иҫәп-хисап машиналарын уйлап табыусы Бәшир Рәмиев исемен йөрөтәсәк. Бында иң талантлы педагогтар эшләйәсәк, бөтә республиканан иң һәләтле балалар уҡыясаҡ. Бының өсөн лицей эргәһендә уңайлы ҡунаҡхана төҙөйбөҙ. Һайлап алыу етди һәм, һыҙыҡ өҫтөнә алам, ғәҙел - күп баҫҡыслы буласаҡ.- ти был турала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.
Маҡсатыбыҙ - бында күренекле йәш математиктарҙы туплау, республикабыҙ һәм илебеҙҙең интеллектуаль элитаһын әҙерләү",
🔹 Лицей уҡыусыларының физик әҙерлеген дә хәстәрләйҙәр: белем усағының үҙендә спорт өсөн яҡшы шарттар булдырыла, шулай уҡ Ө. Мостафин исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә лә шөғөлләнә аласаҡтар. Лицейҙың попечителдәр советын Радий Фәрит улы шәхсән үҙе етәкләйәсәк. Бында остазлыҡ системаһы ойоштороласаҡ.
🔥 Яңы белем усағы киләһе йыл ишектәрен аса. Уға уҡыусыларҙы быйылдан һайлай башлайҙар - 1 октябрҙән.
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤1👍1
📌Мәктәптәрҙә Башҡортостан тарихын өйрәнәсәктәр.
🔹 Быйылғы уҡыу йылынан алып мәктәптәрҙә тарих курсы өс өлөштән - дөйөм тарих, Рәсәй тарихы һәм тыуған яҡ тарихынан торасаҡ.
Ошоға бәйле республика тарихсылары 5, 6 һәм 7-се класс уҡыусыларына тәғәйенләнгән Башҡортостан Республикаһы тарихы буйынса дәреслектәр әҙерләне.
🔹 Теге аҙнала Ишембай ҡалаһында үткән Республика педагогтарының август кәңәшмәһендә яңы предметты уҡытыуға арналған кәңәшмә ойошторолған. Унда "Тыуған яғыбыҙҙың тарихы. Башҡортостан Республикаһы" әсбаптары, улар буйынса уҡытыу алымы тураһында һөйләшкәндәр.
📍 Тыуған яҡ тарихын 2026 йылдың 1 сентябренән уҡыта башлайҙар.
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
🔹 Быйылғы уҡыу йылынан алып мәктәптәрҙә тарих курсы өс өлөштән - дөйөм тарих, Рәсәй тарихы һәм тыуған яҡ тарихынан торасаҡ.
Ошоға бәйле республика тарихсылары 5, 6 һәм 7-се класс уҡыусыларына тәғәйенләнгән Башҡортостан Республикаһы тарихы буйынса дәреслектәр әҙерләне.
🔹 Китаптар федераль исемлеккә индерелде.
🔹 Теге аҙнала Ишембай ҡалаһында үткән Республика педагогтарының август кәңәшмәһендә яңы предметты уҡытыуға арналған кәңәшмә ойошторолған. Унда "Тыуған яғыбыҙҙың тарихы. Башҡортостан Республикаһы" әсбаптары, улар буйынса уҡытыу алымы тураһында һөйләшкәндәр.
📍 Тыуған яҡ тарихын 2026 йылдың 1 сентябренән уҡыта башлайҙар.
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Йыл туйы - 2026 🔥
Рөстәм Ғиззәтуллин икенсе йәшлеген кисерә - өйләнгән 💍
Видео: Зөлфиә Солтанова.

🔥2❤1
📌Бөрйәндәр "Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер"!
26 августа Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында сәғәт иртәнге 11-ҙә бәләкәй ГТО майҙансығы асыла. Саралар Баҙал биҫтәһе стадионында үтә.
"Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер" Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы нормативтарын тапшырыу - халыҡты сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу.
📍 Әйткәндәй, ГТО нормативтарын "алтынға" үтәгән мәктәп уҡыусыларына ҡайһы бер вуздар уҡырға алғанда балл өҫтәй, хатта стипендияны ла арттырыуҙары ихтимал. Ә рәсми эш урынында эшләүселәр алтын билдәгә тапшырһа, һалымды кәметә ала.
🔹 60 йәштән олораҡ хаҡлы ялдағы Башҡортостан халҡы ГТО тапшырып, 10 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә була ала. Был ярҙам сараһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡарары буйынса ҡабул ителгән. Уны спорт секцияларында шөғөлләнеүгә тотонорға мөмкин.

📌 Халыҡ-ара кимәлдәге көрәшсе
Миәкә районынан Айгиз Зәйнетдиновҡа "Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры" исеме бирелде. Рәсәй Федерацияһы Спорт министрлығы йүнәлткән награданы көрәшсе һәм тренерға Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров тапшырған.
Бынан алда беҙ Айгиз Зәйнетдинов тәрбиәләгән көрәшселәр районда үткән ярышта 1 миллион һумлыҡ төп бүләкте яулаған, тип хәбәр иткәйнек.
Афарин! 👏
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
Миәкә районынан Айгиз Зәйнетдиновҡа "Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры" исеме бирелде. Рәсәй Федерацияһы Спорт министрлығы йүнәлткән награданы көрәшсе һәм тренерға Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров тапшырған.
"Айгиз Ғәлиулла улын лайыҡлы исем бирелеү менән ысын күңелдән ҡотлайым! Был - уның рух көсөн, фиҙаҡәр хеҙмәтен һәм эшенә тоғро булыуын Бөтә Рәсәй кимәлендә баһалау.- тип ҡотлау һүҙҙәрен еткерә Миәкә районы хакимиәте башлығы Наил Ғүмәров.
Бына шундай, һис тартынмай әйтәм, бөйөк кешеләр беҙҙең арала йәшәй, изге Миәкә ерендә райондың спорт тормошон һәм милли көрәште үҫтерә",
Бынан алда беҙ Айгиз Зәйнетдинов тәрбиәләгән көрәшселәр районда үткән ярышта 1 миллион һумлыҡ төп бүләкте яулаған, тип хәбәр иткәйнек.
Афарин! 👏
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤2🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Селек ҡаласығында ҡаҙыныу эштәре. 2026 йыл.
"Археостан" төркөмөнөң ҡыҫҡа видеоһында Башҡортостандың Баймаҡ районындағы "Ирәндек" музей-ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан Селек тораҡ пунктында ҡаҙыныу эштәре күрһәтелгән.
Селек түңәрәк һәм оҙонса түңәрәк тупраҡ урҙарҙан тора. Был ябыҡ майҙансыҡтарҙа торлаҡтар урынлашҡан, әле улар урынына тик соҡорҙар ҡалған.
Ваҡытында бында тормош ҡайнап торған🔥
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
"Археостан" төркөмөнөң ҡыҫҡа видеоһында Башҡортостандың Баймаҡ районындағы "Ирәндек" музей-ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан Селек тораҡ пунктында ҡаҙыныу эштәре күрһәтелгән.
Был ҡаласыҡ Арҡайымға оҡшаш.
Селек түңәрәк һәм оҙонса түңәрәк тупраҡ урҙарҙан тора. Был ябыҡ майҙансыҡтарҙа торлаҡтар урынлашҡан, әле улар урынына тик соҡорҙар ҡалған.
Ваҡытында бында тормош ҡайнап торған🔥
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤1
Шатланғанда яҡын дуҫың,
Шатланмаһа һинең йөрәк,
Ҡайғырғанда яҡын дуҫың,
Ҡайғырмаһа һинең йөрәк,
Бындай дуҫлыҡ кемгә кәрәк?
Радик ХӘКИМЙӘН.
Фото: Аделия Lulu Weightless.

📌 Власть һәм депутаттар бергә эшләргә тейеш.
Шулай тип иҫәпләй Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов. Быға ул матур миҫал да килтерә: районда бергә атҡарылған эштәрҙең һөҙөмтәһе күренә.
Бына яңыраҡ Ишбирҙе ауылында профилле хеҙмәттәр етәкселәрен, урындағы округ депутаттарын дә йәлеп итеп үткәрелгән халыҡ менән осрашыу һөҙөмтәһендә мәктәп алдындағы майҙандың асфальт түшәме яңыртылған.
- тип яҙған сәхифәһендә Азамат Иҙрисов.
❓ Ә һеҙҙә яңы уҡыу йылына әҙерлек нисек бара? Яҙығыҙ!
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
Шулай тип иҫәпләй Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов. Быға ул матур миҫал да килтерә: районда бергә атҡарылған эштәрҙең һөҙөмтәһе күренә.
Бына яңыраҡ Ишбирҙе ауылында профилле хеҙмәттәр етәкселәрен, урындағы округ депутаттарын дә йәлеп итеп үткәрелгән халыҡ менән осрашыу һөҙөмтәһендә мәктәп алдындағы майҙандың асфальт түшәме яңыртылған.
💯 "Округ депутаты Фидан Вәхитов мөрәжәғәт буйынса эш башланы, ошо көндәрҙә тейешле эштәр тамамланды.
Система нәҡ шулай эшләргә тейеш - башҡарма власть һәм депутаттар бергә эш итергә, халыҡты ишетергә һәм һөҙөмтә өсөн яуап бирергә. Фидан Вәхитовҡа тиҙ эшләүе һәм үҙ округына ысынлап ярҙам итеүе өсөн рәхмәт",