📌 1943 йылдың 23 авгусында Совет ғәскәрҙәре Курск һуғышында немец-фашист ғәскәрҙәрен тар-мар итә.
🔥 Сағыштырмаса бик ҙур булмаған урында 4 миллион кеше, 13 мең танк һәм үҙйөрөшлө орудие, 12 меңгә яҡын самолет бәрелешә.
📍 Курск дуғаһында алыш 50 көн бара - 1943 йылдың 5 июленән 23 авгусына тиклем. Нәҡ ошо еңеүҙән һуң Ҡыҙыл Армия был дәһшәтле һуғышта өҫтөнлөк ала.
✅ Башҡортостан халҡы ла Курск дуғаһындағы яуҙарҙа ҡатнаша - 20 меңдән ашыу яҡташыбыҙ Көнбайыш, Брянск, Үҙәк һәм Воронеж фронттарында алыша. Шуларҙың береһе - пулеметсы-герой, башҡорт яҙыусыһы - Зөлфәр ХИСМӘТУЛЛИН.
🔹 Зөлфәр Фазыл улы 1923 йылдың 11 июлендә хәҙерге Белорет районы Сәрмән ауылында тыуа.
🔹 1941 йылда Белорет металлургия техникумын тамамлап, заводта эшләй башлай. Артабан педагогия институтына уҡырға инергә теләй, әммә һуғыш ҡамасаулай.
🔹 18 йәшлек егет үҙ теләге менән фронтҡа китә. 1942 йылда Өфө хәрби-пехота училищеһын тамамлап, Калуга өлкәһенең Кутиково ауылы өсөн алышта тәүге сирҡаныс ала. Белый ҡалаһы өсөн алышта күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн кесе лейтенант званиеһы бирелә.
📍 1943 йылдың мартында Зөлфәр Хисмәтуллин 1-се танк армияһының 3-сө механизацияланған корпусы 10-сы бригадаһының пулемёт взводы командиры булараҡ Белгород өлкәһенә килә.
🔥 Пулеметсылар 1943 йылдың 5 июленән 6-на ҡарай Луханино һәм Алексеевка ауылдары эргәһендә алышҡа инә. Таңда йөҙәрләгән немец танкы ҡаршыға сыға. Һауанан тиҫтәләгән самолет һөжүм итә. Беренсе булып Зөлфәр ут аса, уларҙың взводы йөҙәрләгән фашисты юҡ итә.
🔹 Уның менән бергә хеҙмәт иткән Сирай Абдрахманов шулай тип хәтерләй:
- тип хәтерләй ул.
🔹 Ошо ҡан ҡойошта иҫән ҡалған Зөлфәр Хисмәтуллин Украина, Ольга, Румыния, Чехословакия ерҙәрен азат итеүҙә, Берлинды алыуҙа ҡатнаша.
🔹 1845-1946 йылдарҙа Төньяҡ ғәскәрҙәр төркөмөндә хәрби комендатурала иҡтисадсы офицер була. II дәрәжә Ватан һуғышы, ике тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм миҙалдар менән наградланған.
🔹 Еңеү менән тыуған яҡҡа ҡайтҡас, Зөлфәр Фазыл улы журналист һөнәрен һайлай. 1951 йылда хыялланған Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтын (хәҙерге ӨФТУ) тамамлай, "Ленинец" гәзитенең яуаплы сәркәтибе итеп тәғәйенләнә. 1955 йылдан "Һәнәк" журналында ошо уҡ вазифала эшләй. 1974 йылдан 1983 йылға тиклем СССР-ҙың Әҙәбиәт фондының Башҡортостан бүлексәһе директоры була.
🔹 Зөлфәр Хисмәтуллин юмористик хикәйәләр һәм китаптар авторы. Уның әҫәрҙәре әзербайжан, урыҫ, татар, үзбәк, украин һәм сыуаш телдәренә тәржемә ителгән.
🔹 Фронтовик яҙыусы 1983 йылдың 8 апрелендә донъя ҡуя.
⭐ Башҡортостан яугирҙары махсус хәрби операцияла Курск йүнәлешендә Ватаныбыҙҙы нацистарҙан һаҡлауҙа ла ҡаһарманлыҡ күрһәтте. Улар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың юғары баһаһын алды.
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja

💯 "Зөлфәр танк пулемётын иңенән бер ҡасан төшөрмәне. Бынан тыш ул вещмешок, каска, противогаз, көрәк йөкмәй - бөтәһе 32 кг ауырлыҡ.
Курск дуғаһында беҙ 1943 йылдың 12 июленә тиклем алыштыҡ, йоҡламаныҡ тиерлек. Аҙыҡ-түлекте ваҡытында килтереп өлгөрмәүҙәре арҡаһында ҡайнар аш ашаманыҡ, төндә генә ризыҡлана инек - тәүлегенә бер тапҡыр.
Беҙҙең взвод ике көн торҙо, бер дошманды ла үткәрмәне. Өсөнсө көнөнә ҡамауға эләктек, дошман танкылары окоптарҙы урап үтте. Зөлфәр танкыға ҡаршы граната менән немец танкыһын яндырҙы, пулеметтан атыуын дауам итеп, пехоталарын юҡ итте. Бөтә һалдаттарыбыҙ задача үтәне. Иҫән ҡалған бер нисә кеше ҡамауҙан сыҡты. Зөлфәр Хисмәтуллин батыр булды, бомба ташлаған саҡтарында бер ҡасан да эйелмәне. "Мине бер ҡасан да дошман снаряды алмаясаҡ!" - тиер ине",
- тип хәтерләй ул.
🔹 Ошо ҡан ҡойошта иҫән ҡалған Зөлфәр Хисмәтуллин Украина, Ольга, Румыния, Чехословакия ерҙәрен азат итеүҙә, Берлинды алыуҙа ҡатнаша.
🔹 1845-1946 йылдарҙа Төньяҡ ғәскәрҙәр төркөмөндә хәрби комендатурала иҡтисадсы офицер була. II дәрәжә Ватан һуғышы, ике тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм миҙалдар менән наградланған.
🔹 Еңеү менән тыуған яҡҡа ҡайтҡас, Зөлфәр Фазыл улы журналист һөнәрен һайлай. 1951 йылда хыялланған Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтын (хәҙерге ӨФТУ) тамамлай, "Ленинец" гәзитенең яуаплы сәркәтибе итеп тәғәйенләнә. 1955 йылдан "Һәнәк" журналында ошо уҡ вазифала эшләй. 1974 йылдан 1983 йылға тиклем СССР-ҙың Әҙәбиәт фондының Башҡортостан бүлексәһе директоры була.
🔹 Зөлфәр Хисмәтуллин юмористик хикәйәләр һәм китаптар авторы. Уның әҫәрҙәре әзербайжан, урыҫ, татар, үзбәк, украин һәм сыуаш телдәренә тәржемә ителгән.
🔹 Фронтовик яҙыусы 1983 йылдың 8 апрелендә донъя ҡуя.
⭐ Башҡортостан яугирҙары махсус хәрби операцияла Курск йүнәлешендә Ватаныбыҙҙы нацистарҙан һаҡлауҙа ла ҡаһарманлыҡ күрһәтте. Улар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың юғары баһаһын алды.
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤2👍1🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Йөрәк һине яратмай,- тигәндәре бармы һеҙгә? 😁
Ҡайтып кит, давай-давай",
Булһа - күңелде йыуатыу өсөн, булмаһа - моңайып алыу өсөн ошо видеоны ҡарағыҙ😉
Видео: Хәйҙәр Хәмиҙуллин.
❤1
Хәйерле дүшәмбе! Бер аҙнанан - сентябрь. 🌻
Ә бөгөн мосолмандар өсөн изге байрамдарҙың береһе билдәләнә - Мәүлит кисе. Был - Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмдең тыуған көнө. Һижри йыл буйынса рабиғел әүүәл айының 12-се көнөндә таң алдынан донъяға килгән ул.
📍 Йөрәктау, Стәрлетамаҡ районы.
Фото: Ләйсән Миңлебаева.
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
Ә бөгөн мосолмандар өсөн изге байрамдарҙың береһе билдәләнә - Мәүлит кисе. Был - Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмдең тыуған көнө. Һижри йыл буйынса рабиғел әүүәл айының 12-се көнөндә таң алдынан донъяға килгән ул.
📍 Йөрәктау, Стәрлетамаҡ районы.
Фото: Ләйсән Миңлебаева.
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤2
❓ Балаң математиканы яратамы?
✅ Математика лицей-интернатына һайлап алыу конкурсында ҡатнашһын.
Был фотоларҙа - Өфөләге Математика лицей-интернатында төҙөлөш барышы. Ул 360 урынлыҡ була һәм республиканың иң шәп математиктарын туплаясаҡ.
🔹 Лицей уҡыусыларының физик әҙерлеген дә хәстәрләйҙәр: белем усағының үҙендә спорт өсөн яҡшы шарттар булдырыла, шулай уҡ Ө. Мостафин исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә лә шөғөлләнә аласаҡтар. Лицейҙың попечителдәр советын Радий Фәрит улы шәхсән үҙе етәкләйәсәк. Бында остазлыҡ системаһы ойоштороласаҡ.
🔥 Яңы белем усағы киләһе йыл ишектәрен аса. Уға уҡыусыларҙы быйылдан һайлай башлайҙар - 1 октябрҙән.
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
✅ Математика лицей-интернатына һайлап алыу конкурсында ҡатнашһын.
Был фотоларҙа - Өфөләге Математика лицей-интернатында төҙөлөш барышы. Ул 360 урынлыҡ була һәм республиканың иң шәп математиктарын туплаясаҡ.
💯 "Яңы мәктәп концепцияһын һәм проектын эшләгәндә беҙ илдәге иң яҡшы миҫалдарҙан илһам алдыҡ. Лицей яҡташыбыҙ, беренсе совет электрон иҫәп-хисап машиналарын уйлап табыусы Бәшир Рәмиев исемен йөрөтәсәк. Бында иң талантлы педагогтар эшләйәсәк, бөтә республиканан иң һәләтле балалар уҡыясаҡ. Бының өсөн лицей эргәһендә уңайлы ҡунаҡхана төҙөйбөҙ. Һайлап алыу етди һәм, һыҙыҡ өҫтөнә алам, ғәҙел - күп баҫҡыслы буласаҡ.- ти был турала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.
Маҡсатыбыҙ - бында күренекле йәш математиктарҙы туплау, республикабыҙ һәм илебеҙҙең интеллектуаль элитаһын әҙерләү",
🔹 Лицей уҡыусыларының физик әҙерлеген дә хәстәрләйҙәр: белем усағының үҙендә спорт өсөн яҡшы шарттар булдырыла, шулай уҡ Ө. Мостафин исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә лә шөғөлләнә аласаҡтар. Лицейҙың попечителдәр советын Радий Фәрит улы шәхсән үҙе етәкләйәсәк. Бында остазлыҡ системаһы ойоштороласаҡ.
🔥 Яңы белем усағы киләһе йыл ишектәрен аса. Уға уҡыусыларҙы быйылдан һайлай башлайҙар - 1 октябрҙән.
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤1👍1
📌Мәктәптәрҙә Башҡортостан тарихын өйрәнәсәктәр.
🔹 Быйылғы уҡыу йылынан алып мәктәптәрҙә тарих курсы өс өлөштән - дөйөм тарих, Рәсәй тарихы һәм тыуған яҡ тарихынан торасаҡ.
Ошоға бәйле республика тарихсылары 5, 6 һәм 7-се класс уҡыусыларына тәғәйенләнгән Башҡортостан Республикаһы тарихы буйынса дәреслектәр әҙерләне.
🔹 Теге аҙнала Ишембай ҡалаһында үткән Республика педагогтарының август кәңәшмәһендә яңы предметты уҡытыуға арналған кәңәшмә ойошторолған. Унда "Тыуған яғыбыҙҙың тарихы. Башҡортостан Республикаһы" әсбаптары, улар буйынса уҡытыу алымы тураһында һөйләшкәндәр.
📍 Тыуған яҡ тарихын 2026 йылдың 1 сентябренән уҡыта башлайҙар.
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
🔹 Быйылғы уҡыу йылынан алып мәктәптәрҙә тарих курсы өс өлөштән - дөйөм тарих, Рәсәй тарихы һәм тыуған яҡ тарихынан торасаҡ.
Ошоға бәйле республика тарихсылары 5, 6 һәм 7-се класс уҡыусыларына тәғәйенләнгән Башҡортостан Республикаһы тарихы буйынса дәреслектәр әҙерләне.
🔹 Китаптар федераль исемлеккә индерелде.
🔹 Теге аҙнала Ишембай ҡалаһында үткән Республика педагогтарының август кәңәшмәһендә яңы предметты уҡытыуға арналған кәңәшмә ойошторолған. Унда "Тыуған яғыбыҙҙың тарихы. Башҡортостан Республикаһы" әсбаптары, улар буйынса уҡытыу алымы тураһында һөйләшкәндәр.
📍 Тыуған яҡ тарихын 2026 йылдың 1 сентябренән уҡыта башлайҙар.
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Йыл туйы - 2026 🔥
Рөстәм Ғиззәтуллин икенсе йәшлеген кисерә - өйләнгән 💍
Видео: Зөлфиә Солтанова.

🔥2❤1
📌Бөрйәндәр "Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер"!
26 августа Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында сәғәт иртәнге 11-ҙә бәләкәй ГТО майҙансығы асыла. Саралар Баҙал биҫтәһе стадионында үтә.
"Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер" Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы нормативтарын тапшырыу - халыҡты сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу.
📍 Әйткәндәй, ГТО нормативтарын "алтынға" үтәгән мәктәп уҡыусыларына ҡайһы бер вуздар уҡырға алғанда балл өҫтәй, хатта стипендияны ла арттырыуҙары ихтимал. Ә рәсми эш урынында эшләүселәр алтын билдәгә тапшырһа, һалымды кәметә ала.
🔹 60 йәштән олораҡ хаҡлы ялдағы Башҡортостан халҡы ГТО тапшырып, 10 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә була ала. Был ярҙам сараһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡарары буйынса ҡабул ителгән. Уны спорт секцияларында шөғөлләнеүгә тотонорға мөмкин.

📌 Халыҡ-ара кимәлдәге көрәшсе
Миәкә районынан Айгиз Зәйнетдиновҡа "Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры" исеме бирелде. Рәсәй Федерацияһы Спорт министрлығы йүнәлткән награданы көрәшсе һәм тренерға Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров тапшырған.
Бынан алда беҙ Айгиз Зәйнетдинов тәрбиәләгән көрәшселәр районда үткән ярышта 1 миллион һумлыҡ төп бүләкте яулаған, тип хәбәр иткәйнек.
Афарин! 👏
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
Миәкә районынан Айгиз Зәйнетдиновҡа "Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры" исеме бирелде. Рәсәй Федерацияһы Спорт министрлығы йүнәлткән награданы көрәшсе һәм тренерға Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров тапшырған.
"Айгиз Ғәлиулла улын лайыҡлы исем бирелеү менән ысын күңелдән ҡотлайым! Был - уның рух көсөн, фиҙаҡәр хеҙмәтен һәм эшенә тоғро булыуын Бөтә Рәсәй кимәлендә баһалау.- тип ҡотлау һүҙҙәрен еткерә Миәкә районы хакимиәте башлығы Наил Ғүмәров.
Бына шундай, һис тартынмай әйтәм, бөйөк кешеләр беҙҙең арала йәшәй, изге Миәкә ерендә райондың спорт тормошон һәм милли көрәште үҫтерә",
Бынан алда беҙ Айгиз Зәйнетдинов тәрбиәләгән көрәшселәр районда үткән ярышта 1 миллион һумлыҡ төп бүләкте яулаған, тип хәбәр иткәйнек.
Афарин! 👏
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤2🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Селек ҡаласығында ҡаҙыныу эштәре. 2026 йыл.
"Археостан" төркөмөнөң ҡыҫҡа видеоһында Башҡортостандың Баймаҡ районындағы "Ирәндек" музей-ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан Селек тораҡ пунктында ҡаҙыныу эштәре күрһәтелгән.
Селек түңәрәк һәм оҙонса түңәрәк тупраҡ урҙарҙан тора. Был ябыҡ майҙансыҡтарҙа торлаҡтар урынлашҡан, әле улар урынына тик соҡорҙар ҡалған.
Ваҡытында бында тормош ҡайнап торған🔥
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
"Археостан" төркөмөнөң ҡыҫҡа видеоһында Башҡортостандың Баймаҡ районындағы "Ирәндек" музей-ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан Селек тораҡ пунктында ҡаҙыныу эштәре күрһәтелгән.
Был ҡаласыҡ Арҡайымға оҡшаш.
Селек түңәрәк һәм оҙонса түңәрәк тупраҡ урҙарҙан тора. Был ябыҡ майҙансыҡтарҙа торлаҡтар урынлашҡан, әле улар урынына тик соҡорҙар ҡалған.
Ваҡытында бында тормош ҡайнап торған🔥
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤1
Шатланғанда яҡын дуҫың,
Шатланмаһа һинең йөрәк,
Ҡайғырғанда яҡын дуҫың,
Ҡайғырмаһа һинең йөрәк,
Бындай дуҫлыҡ кемгә кәрәк?
Радик ХӘКИМЙӘН.
Фото: Аделия Lulu Weightless.

📌 Власть һәм депутаттар бергә эшләргә тейеш.
Шулай тип иҫәпләй Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов. Быға ул матур миҫал да килтерә: районда бергә атҡарылған эштәрҙең һөҙөмтәһе күренә.
Бына яңыраҡ Ишбирҙе ауылында профилле хеҙмәттәр етәкселәрен, урындағы округ депутаттарын дә йәлеп итеп үткәрелгән халыҡ менән осрашыу һөҙөмтәһендә мәктәп алдындағы майҙандың асфальт түшәме яңыртылған.
- тип яҙған сәхифәһендә Азамат Иҙрисов.
❓ Ә һеҙҙә яңы уҡыу йылына әҙерлек нисек бара? Яҙығыҙ!
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
Шулай тип иҫәпләй Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов. Быға ул матур миҫал да килтерә: районда бергә атҡарылған эштәрҙең һөҙөмтәһе күренә.
Бына яңыраҡ Ишбирҙе ауылында профилле хеҙмәттәр етәкселәрен, урындағы округ депутаттарын дә йәлеп итеп үткәрелгән халыҡ менән осрашыу һөҙөмтәһендә мәктәп алдындағы майҙандың асфальт түшәме яңыртылған.
💯 "Округ депутаты Фидан Вәхитов мөрәжәғәт буйынса эш башланы, ошо көндәрҙә тейешле эштәр тамамланды.
Система нәҡ шулай эшләргә тейеш - башҡарма власть һәм депутаттар бергә эш итергә, халыҡты ишетергә һәм һөҙөмтә өсөн яуап бирергә. Фидан Вәхитовҡа тиҙ эшләүе һәм үҙ округына ысынлап ярҙам итеүе өсөн рәхмәт",